Башҡортостан Ҡыҙы

“БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘЫ” ЖУРНАЛЫНЫҢ МАРТ ҺАНЫНА КҮҘӘТЕҮ

“БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘЫ” ЖУРНАЛЫНЫҢ МАРТ ҺАНЫНА КҮҘӘТЕҮ

Календарҙа ҡыҙыл төҫ менән билдәләнмәһә лә, рухиәтебеҙ өсөн бик мөһим байрам барлыҡҡа килде: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 мартты Башҡорт ғаиләһе, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө тип иғлан итте. Ошо айҡанлы уҙған сара хаҡында Альмира Шәфиғуллинаның “Матур ғаилә – илгә ҡеүәт” тигән мәҡәләһендә уҡығыҙ.

“Ҡатын-ҡыҙҙың иң зауыҡлы күлдәге – ул бәхет күлдәге. Уны сисмәй кейегеҙ! Бәхетле, нурлы кеше бер ҡасан да матур булыуҙан туҡтамаясаҡ”, – ти Гөлназ Ҡотоева “Баш мөхәррир һүҙ”ендә.


“Инга Юмашеваның мөләйем йөҙөн республикабыҙҙа зәңгәр экран аша күптәр танып өлгөргәйне. Башҡортостанда ҡапыл балҡып, Рәсәй телевидениеһы киңлектәренә ынтылған, тележурналист булараҡ Рәсәй Президенты командаһына эләккән, Ҡыҙыл Майҙанда Бөйөк Еңеү парадын, Халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадаларҙы үҙәк канал аша яҡтыртыусы, Кремль һарайында И.Д. Кобзон менән Ҙур концертты алып барыусы ҡыҙ өсөн үткән йыл һынылышлы ла, уңышлы ла булды. Инга Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты булып китте. Башҡортостан халҡы уға ышанысын күрһәтте.
Журналдың март һанынының тышлығын биҙәгән Башҡортостан ҡыҙы – Рәсәй кимәлендә билдәлелек яулай барған Инга Юмашеваның уй-маҡсаттары, ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән Гөлназ Ҡотоеваның “Ҡатын-ҡыҙ ҙа тигән мөғжизә!” тигән мәҡәләһендә танышырһығыҙ.

“Тарих тирмәненән” рубрикаһы ла бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә бай. Гөлнара Буранҡаеваның “Әсәй бит ул – аҡ фәрештә” тип аталған яҙмаһы Башҡортостан автономияһына ғына түгел, Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, халҡыбыҙҙың бөйөк улы, донъя кимәлендә танылыу алған тарихсы, фәйләсүф һәм ғалим Зәки Вәлиди Туғандың әсәһенә арналған.

“Тамыр” балалар каналына 25 йәш тә “тулып” өлгөргән. “Тәрбиә – ғүмерлек һәҙиә” рубрикаһында бәләкәстәр өсөн бар күңелдәрен һалып тапшырыуҙар әҙерләүсе Зөлфиә Даянова һәм Гөлназ Ишемғолова хаҡында уҡығыҙ.

“Урыҫ халҡында ҡәйнә – кейәү араһы сетерекле мәсьәлә һаналһа, беҙҙә башлыса ҡәйнә – килен мөнәсәбәттәренә иғтибар көслө. Был ауыҙ-тел ижадында ла – төртмә көләмәстәрҙә, мәҡәл-әйтемдәрҙә лә асыҡ сағыла. Урыҫтар “Ялҡау кейәү генә ҡәйнәһен әрләмәҫ”, “Кейәү өсөн ҡәйнәнең кеҫәһе һай” тиһә, беҙҙең халыҡ “Килен килер, киле һабылай теле килер”, “Йыуаш ҡәйнәнән дә “ыш” тигән һүҙ сығыр”, ти”. “Йөрәк дәрестәре” рубрикаһының был сығарылышы килен – ҡәйнә мөнәсәбәттәренә арнала. Гөлдәр Яҡшығолованың мәҡәләһе “Күңел изгелеккә асыҡ булһын!” тип атала.

“Ауыл һулышы” рубрикаһы Көйөргәҙе уңғандарына арналған. Яҡут ауылында йәшәүсе Рәмзиә менән Рәүеф Әбйәлиловтарҙың берҙәм, йыр-моңға ғашиҡ, тырыш ғаиләһе тураһында Альбина Ғөбәйҙуллина бәйән итә.

“Әҙәби балҡыш” рубрикаһы аҫтында Фәниә Ғәбиҙуллина шиғырҙарынан “ауыҙ итерһегеҙ”, Мөнир Ҡунафиндың күптәр яратып өлгөргән “Шаҡмаҡ ҡояш” хикәйәһенең аҙағы тәҡдим ителә.

“Бөтә бәхетле яҙмыштар бер-береһенә оҡшаш булһа, бәхетһеҙҙәре һәр ҡайһыһы үҙенсә бәхетһеҙ”. Республика ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәгенең ауыр хәлдәге ҡатын-ҡыҙҙарға булышлыҡ итеү бүлеге мөдире Венера Радик ҡыҙы Ғафарова бәйән иткән тарихтарҙы тыңлағанда, ирекһеҙҙән, бөйөк әҙиптең һүҙҙәрен ошолай тип үҙгәртеп әйтке килә. Бер-бер артлы килгән ҡаты һынауҙарҙан сабыр ҡанаттары шартлап һынғанда, ғәҙеллеккә ышанысы тамам һүнеп, йәндә һуңғы тамсы өмөт ҡалмағанда шаҡый гүзәл зат ул йорт ишеген. “Донъяға яфаланыр өсөн генә тыуғанмындыр...” – сараһыҙлыҡтан иңрәп сыҡҡан һүҙҙәргә яуап итеп, бында эшләүселәр: “Иң ауыр, иң өмөтһөҙ хәлдән дә сығыу юлы бар!” – ти. Һәм йөрәктәрҙе артабан йәшәп китер ҡөҙрәт менән һуғарып, шул юлды табырға ярҙам итәләр”... Альмира Кирәеваның “Был донъяла һин бит яңғыҙ түгел!” тип аталған мәҡәләһе “Яҙмыш төйөндәре” рубрикаһы аҫтында урын алған.

“Гүзәл заттарыбыҙҙың йән таянысы булған Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы – республикабыҙҙа ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә ҙур абруй яулаған йәмәғәт ойошмаһы. Ауылдарҙа, райондарҙа, ҡалаларҙа ике меңләп ҡатын-ҡыҙҙар советтарын берләштереүсе был ойошма утыҙ йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына. Ике тиҫтә йылға яҡын уның алмаштырғыһыҙ рәйесе, арҙаҡлы йәмәғәтсе, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ышаныслыһы Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы СОЛТАНОВА менән әңгәмә“Йөрәктәге усаҡ һүнмәһен!” тип атала.

“Сәйер инде яҙмыш тигәнең. Кемгәлер аҡ юл һайлай, кемделер һынауҙарға күмә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Венера Ғәлләм ҡыҙы Абдуллина менән аралашҡандан һуң уның яҙмышына осраған аяуһыҙ кәртәләргә һәм еңеүҙәренә хайран ҡалмаҫлыҡ түгел. Әммә ул, әҙәм балаһы күтәрә алмаҫтай ауырлыҡтарга баш бирмәй, бәхетле булып йәшәй белә. “Яҙмыштарҙан көслөрәк” рубрикаһы аҫтында урын алған “Ихтыярға сик юҡ” мәҡәләһе ябай, әммә көслө ҡатын хаҡында.

“Луиза һәм Арсен Кәримовтарҙың ғаиләһе менән Мәскәүҙә таныштыҡ. Ҡала китапханаларының береһендә Рәми Ғарипов ижадына арналған сара алдынан үҙ-ара яғымлы итеп башҡортса һөйләшкән атай менән ҡыҙ балаға иғтибар иттем. Бер аҙҙан уларға әсәй кеше лә ҡушылды. Була бит шул тиклем пар килгән йәштәр! Ә кисәлә улар башҡарған дуэттар байрамдың биҙәге булды”, – тип яҙа “Парлы ғүмерҙәр” рубрикаһында урынлашҡан “Мөхәббәт илселәре” мәҡәләһендә Гөлнара Хәлфетдинова.

“Ҡырҡ биш йәш минең өсөн һынылыш осоро булды. Үткән тормош юлын, осраған хәл-ваҡиғаларҙы, күренештәрҙе өйрәнә торғас, шуға төшөндөм. Ғүмер буйы атай-әсәйем, туғандарым, уҡытыусылар һәм башҡалар күрһәткән юлдан йөрөнөм. Төҙәтепме, төҙәтмәйме кешеләр әйткән кәңәште тоттом, йәмғиәт тарафынан мин тыуғанға тиклем үк һалынған: мәктәп – институт – эш – ғаилә – пенсия тигән юлдан атлайым. Йәғни башҡалар нисек теләне – шулай йәшәнем. Ғүмер юлының яртыһы үткән, ниндәй һөҙөмтәләрем бар һуң?” “Рухи үҫеш” рубрикаһы аҫтында урын алған Сәриә Сәлихованың “Үҙ юлым” тип аталған яҙмаһы ла ҡыҙыҡлы.

“Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһының был сығарылышы намаҙ ҡылыу тәртибенә арнала.

Бала табыу йәшендәге һәр ҡатын-ҡыҙ алдында: “Теләмәгән йөклөлөктән нисек һҙаҡланырға?” – тигән һорау тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр ауырға ҡалыуҙан һаҡланыуҙың заманса алымдары тураһында тейешенсә хәбәрҙар түгел. Альмира Рафиҡова даими авторыбыҙ, юғары категориялы акушер-гинеколог Рәүфә Йәнтилина менән әңгәмәһе ҡатын-ҡыҙҙарға шул мәғлүмәтте еткереү маҡсатында ҡоролған да инде.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре бай һәм күп төрлө. Байрам, йола мәлендә, көндәлек тормошта төҫ-башты биҙәү өсөн ҡулланылғандары бар. Түш, сәс, маңлай биҙәүестәре, беләҙек, ҡаптырма, һырға, сулпы, йөҙөктәр ҡупшыланыу өсөн генә түгел, ырыу билдәһе, ғаиләхәлен һәм социаль ҡатламын күрһәтеүсе булып та хеҙмәт иткән. Насар көстәрҙән, ен-зәхмәттән дә һаҡлаған улар ҡатын-ҡыҙҙы. Сәсәниә, башҡорт кейемдәре аксессуарҙары әҙерләү оҫтаһы Асия ҒӘЙНУЛЛИНА халҡыбыҙ биҙәүестәре төрҙәре менән таныштырып, уларҙы эшләү серҙәренә төшөндөрмәксе. Был сығарылыш сәсбауға арналған.

“Милли биҙәк” рубрикаһында Азат Ғарипов Учалы районы Яңы Байрамғол ауылы яғалары хаҡында һүҙ алып бара.

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара БУРАНБАЕВА яҡындарын тәмле генә түгел, файҙалы ла ризыҡтар менән һыйларға ярата. Ҡәҙерлеләре өсөн һый-ниғмәтте һәр саҡ үҙе бешерә, кибеттән әҙер тәғәмдәрҙе алыуҙы бөтөнләй хупламай. “Өйҙөң йәме – тәмле аш-һыуҙа, бәлеш һәм ҡоймаҡ еҫе аңҡып тороуында”, – ти ул. Яратҡан актрисабыҙ тәҡдим иткән файҙалы ризыҡтарҙы беҙ ҙә “тәмләп ҡарайыҡ”.


“Селтәр” башҡорт халыҡ костюмы студияһы менән берлектә “Башҡортостан ҡыҙы” журналы “Башҡорт ҡурсағы” бәйгеһен иғлан иткә. Унда 18 йәштән юғары йәштәгеләр, уҡыу йорттары, ижади коллективтар, клубтар, йәмәғәт ойошмалары эштәрен ебәрә ала. Ике этапта үткән бәйгелә ҡатнашыуығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ.

Шулай уҡ журнал иғлан иткән “Башҡортостан ҡыҙы”на – 50!”, “Әсә йөрәге”, “Аллы-гөллө, селтәрле” тип аталған бәйгеләрҙә лә ҡатнашырға онотмағыҙ, дуҫтар!


Теги: Күҙәтеү журнал




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook