Башҡортостан Ҡыҙы

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың “тура линия”ла халыҡ менән һөйләшеүе

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың “тура линия”ла халыҡ менән һөйләшеүе Төбәк етәксеһенә республикала уртаса хеҙмәт хаҡы ҡасан илдәге уртаса хеҙмәт хаҡы менән тиңләшер, тигән һорау ҙа бирелде. “Росстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл ғинуарҙа Рәсәй буйынса уртаса айлыҡ эш хаҡы 35 369 һум булған, Башҡортостанда иһә – 26 760 һум.
– Башҡортостан хеҙмәт хаҡы буйынса Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәрҙән һәр саҡ ҡалышты, сөнки беҙҙә халыҡтың 40 проценты ауылда йәшәй.
Үкенескә ҡаршы, ауыл бөгөн тейешенсә финансланмай, ауыл эшсәндәренең хеҙмәт хаҡы түбән. Шунлыҡтан Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы ла ҙур тип әйтеп булмай. Иң элек ауыл хужалығында эш хаҡын арттырырға кәрәк, – тине Рөстәм Зәки улы. – Әле беҙ республиканың 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын төҙөйбөҙ. Ошо документта төп йүнәлештең береһе – эш хаҡын арттырыу. Эш хаҡы аҡрынлап, эҙмә-эҙлекле үҫәсәк – тип өҫтәне ул.


Теги: Тура линия




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook