Башҡортостан Ҡыҙы

“ТАМЫР” яңы үрҙәр яулай

“ТАМЫР” яңы үрҙәр яулай
25-26 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалының 25 йыллығына арналған ҙур концерт ҡуйыла. Юбилейға үҙәк каналдарҙан, Милли телерадио хәбәрселәре ассоциацияһынан ҡунаҡтар, Ҡаҙағстан, Татарстан, Саха-Яҡут, Удмурт республикалары балалар телеканалдары етәкселәре һ.б. саҡырылған. Байрамдың махсус ҡунағы – “АБВГДейка” програмаһының художество етәксеһе һәм алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Татьяна Кирилловна Черняева.

Тамашасыларҙы телеканал янында эшләп килеүсе “Тамыр” вокаль студияһы һәм республиканың билдәле балалар коллективтары ҡатнашлығында сағыу концерт программаһы көтә. Байрамды ойоштороусы ижади төркөм “Тамыр”ҙың тәүге алып барыусылары ҡатнашлығында ҡыҙыҡлы номерҙар әҙерләгән. Бынан тыш “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеүҙәр, оҫталыҡ дәрестәре, байрам ҡунаҡтарының республика телерадиоканалдары тапшырыуҙарында ҡатнашыуы көтөлә.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: юбилей сиктәрендә “Тамыр” бына инде бер айҙан ашыу үҙенсәлекле бүләк-саралар менән һөйөндөрә. 2 мартта, телеканалдың тыуған көнөндә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Балалар көнө” һәм уҡыусылар өсөн “Беренсе! Һинеке! Йондоҙло!” тип аталған дискотека ойошторолдо. “Родина” кинотеатрында сәләмәтлектәре сикләнгән балалар өсөн телефильмдар күрһәтелде. Үҫмерҙәр араһында “Тамыр” кубогына үткәрелгән “Уғатар” уҡ атыусылар бәйгеһе, Асыҡ ишектәр көнө һәм башҡа саралар ҙа сағыу ваҡиғаға әйләнде.


“ТАМЫР” яңы үрҙәр яулай


Теги: Тамыр каналы




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook