Башҡортостан Ҡыҙы

«Башҡортостан ҡыҙы»ның апрель һанына күҙәтеү

«Башҡортостан ҡыҙы»ның апрель һанына күҙәтеү
Гүзәл заттарҙың яратҡан баҫмаһы “Башҡортостан ҡыҙы”, һәр ваҡыттағыса, күңелгә ял бирерлек, фәһем алырлыҡ, уйландырырлыҡ яҙмалар менән ҡыуандыра. Республикабыҙҙың аҫыл ҡатын-ҡыҙҙары менән таныштыра барыусы журналдың апрель һаны Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Динә Фазылғаянова хаҡында Гөлназ Ҡотоеваның “Саялыҡ та, сәм дә тиртә ҡанда!” тигән мәҡәләһе менән асыла. Башҡортостан мәғарифын үҫтереүҙә лайыҡлы урын биләгән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатының биология уҡытыусыһы Динә Ким ҡыҙы үҙ маҡсатын шунда күрә: балалар үҙ белеменә инанған булһын, шартлап торһон, сатнатып яуап бирһен, үҙ фекерен аяҡ терәп яҡлаһын, һынауҙарҙы лайыҡлы үтһен. Фиғелендә – кешеләрҙе үрҙәр яуларға ләртләндереү, һынып, ҡаушап ҡалмаҫҡа өйрәтеү, иң, ҡанат ҡуйыу. Фазылғаянова уҡытып сығарған балалар рәтендә табиптарҙың бихисап булыуы – уның оло ҡаҙанышылыр, тип яҙа автор.

“Үҙҙәре яҡындарынан ҡәҙер күрмәгән сабыйҙарҙың ғәзиздәренә булған мөхәббәте һәр ваҡыт уйландыра.Улар күңелдәрендә тыуҙырған идеаль образдарға һыйынып йәшәй. Ысынбарлыҡта ла үҙҙәрен яҡшылыҡҡа ышандырыу мөһим”, – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт балалар йортоноң директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәнисә Бәҙретдинованың был һүҙҙәренә һис кенә лә битараф ҡалып булмай. “Изгелеккә инселәнгән яҙмыш” тигән мәҡәләлә Гөлнара Хәлфетдинова ҡатмарлы һынауҙар үтеп, изгелек, мәрхәмәттең хаҡын белгән, бөтә йөрәк йылыһын етем балаларҙың өшөгән күңелен йылытыуға биргән Фәнисә Малик ҡыҙының фәһемле ғүмер юлын бәйән итә.

“Яҙмыш ебәргән һынауҙарға зарланмай, үҙ ғаиләһен изге ҡәлғәләй күреп, ирен, балаларын бәхетле итергә ынтылған гүзәл зат Хоҙайҙың иң оло ҡөҙрәтенә эйә булалыр, тигән фекергә киләһең, Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы һәм Рәшит Сәйетгәрәй улы Монасиповтарҙың мөхәббәткә сорналған татыу һәм уңышлы ғаиләһе менән осрашҡандан һуң”, – шулай тип бәйән итә Альбина Ғөбәйҙуллина “Мөхәббәттән нурлы донъя” тигән яҙмаһында. Гөлсөм Монасипова һөнәрендә лә даланлы: Өфөнөң 88-се мәктәбе мөғәллимәһе “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2017” төбәк-ара бәйгеһендә ул икенсе урынды алған. Эшен дә, тормошон да бер тигеҙ тартып, абруй яулаған ҡатындың бәхет сере нимәлә? – мауыҡтырғыс мәҡәлә шул турала.

Сәсмә әҫәр яратыусыларға был һанда төрөк яҙыусыһы Сабахатдин Алиҙың “Эҫе һыу” тигән тетрәндергес хикәйәһе тәҡдим ителә. Донъяны төрлө халәттә: бала, ҡатын, әсәй булараҡ бағып, уны гелән яңы төҫмөрҙәр аша һүрәтләгән билдәле шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның ижады иһә шиғриәт һөйөүселәрҙең күңелен кинәндер.

“Башҡортостан ҡыҙы”ның сыға башлауына илле йыл тулыу айҡанлы, журналыбыҙҙың тәүге фотохәбәрсеһе Вячеслав Стрижевский “Күгәрсенем минең” тигән мәҡәләһендә хәтер төпкөлдәрендә һаҡланған ҡәҙерле иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. Баҫманың тәүге һанын әҙерләү хаҡында уның хәтирәләре уҡыусыларға ла бик танһыҡ һәм ҡыҙыҡлы булыр.

Һомғоллоҡтоң, нәзәкәтлелектең, ғорурлыҡтың һәм тыйнаҡлыҡтың үҙе булып, “Бөрйән ҡыҙы” бейеүендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли булмышын сағылдырыусы ханымға берәү ҙә үҙ йәшен бирмәҫ. Туҡһанды ҡыуыуына ҡарамаҫтан, ижады менән тамашасыларҙы ҡыуандырыуын дауам итеүсе Вәжихә Йәнгәрәй ҡыҙы һөнәре буйынса – табип. Бейеү ҡөҙрәте менән ваҡыттарҙы туҡтатып, ҡартлыҡты сигендергән Вәжихә апай Фәттәхова хаҡында Альмира Кирәеваның “Бейеү минең өсөн тын алыу кеүек” тигән һүрәтләмәһендә уҡырһығыҙ.

Апрель һанында шулай уҡ Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған мәҡәләләр ҙә уҡыусылар күңеленә хуш килер. Даими авторыбыҙ Фәнирә Ғайсинаның йәшәү сығаныбыҙ һыу хаҡындағы яҙмаһы “Исламда һыуға мөнәсәбәт” тигән баш аҫтында донъя күрә. Гөлнара Хәлфетдинованың “Тауға үрләй батша балығы” тигән мәҡәләһендә йылғаларыбыҙҙа юғала барған бәрҙе балығы хаҡында һүҙ бара.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш балалар гастроэнтерологы Александр Нижевичтың “Баланың эсе ауыртһа…” тигән мәҡәләһе, һис шикһеҙ, йәш әсәләрҙең иғтибарын йәлеп итер. Ул сабыйҙарҙа йыш осрай торған дисбактериоз тураһында һөйләй.

Был һанда шулай уҡ БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы Азат Ғариповтың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо биҙәүесе – һаҡал хаҡындағы яҙмаһы урын алған. Сибайҙа йәшәүсе оҫтабикә Асия Ғәйнуллина оҙон сәсле һылыуҙарға сәсмәүер эшләргә өйрәтһә, Бөрйән районы Байназар ауылындағы уңған килен Гүзәл Аҙнағолова тик ошо ерлектә киң таралған ризыҡтарҙы – ҡарағай тубырсығынан ҡайнатма, йыуа бәлеше, бөрйәнсә бишбармаҡ әҙерләү серҙәре менән уртаҡлаша.


Теги: Күҙәтеү




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook