Башҡортостан Ҡыҙы

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының сентябрь һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының сентябрь һанына күҙәтеүҺанды “Баш мөхәррир һүҙе” асып ебәрә. “Үткәнем – хазина, бөгөнгөм – бүләк, киләсәгем – мөғжизә, тип йәшәүҙе һайлайыҡ. Ә мөғжизәне беҙ күп осраҡта үҙебеҙ тыуҙырабыҙ”, – ти Гөлназ Ҡотоева, һынау-һайлауҙарҙы лайыҡлы үтергә, аһәңгә һәм бәхеткә саҡырып.

“Һөйөү булған ерҙә бәхет бар” мәҡәләһендә Альбина Ғөбәйҙуллина тышлыҡты йәмләгән Мәләүез районының “Иҙел” агрофирмаһы директорының беренсе урынбаҫары Римма Ғәбитова һәм уның татыу, тырыш ғаиләһе хаҡында яҙа. Матур сифаттарҙы үҙендә туплаған наҙлы ҡатын, хәстәрлекле әсә, миһырбанлы етәксе тыуған ер, халыҡ мәнфәғәтендә фиҙакәр хеҙмәт итә. Тормош иптәше Данияр Ғаяр улы менән улар изге эштәрен ғаилә бизнесы менән генә сикләмәй, район, республика мәнфәғәтендә уңышлы алға әйҙәй: эш урыны булдыра, тотороҡло хеҙмәт хаҡы түләй, социаль проекттарҙы ғәмәлгә ашыра.

БР Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың мауыҡтырғыс та, тетрәндергес тә һәм фәһемле лә яҙмышы, ижад нуры Гөлназ Ҡотоеваның “Яратырға һәләтле йөрәк” мәҡәләһендә тасуирлана. Әҙибәнең йәнле фекерҙәре журнал уҡыусыларҙың күңеленә һис шикһеҙ хуш килер.

“Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһында Фәнирә Ғайсина Хызыр-Ильяс тураһында үҙенсәлекле мәғлүмәттәр еткерә. Хызыр хаҡында легендалар бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, моғайын.

Гөлназ Ҡотоеваның Ҡаҙағстанға сәйәхәтенән тәьҫораттар “Рухиәттә – ваҡиға” рубрикаһында һүрәтләнгән. Төрки донъяһының әҙәби журналдары VIII конгрессында ҡабул ителгән етди ҡарарҙар журнал уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанабыҙ.

Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең көнитмеше, башҡортлоҡҡа тоғролоҡ һаҡлап, берҙәмлеккә ынтылып, тиңдәр араһында тиң булып йәшәргә ынтылыуы хаҡында Гөлдәр Яҡшығолова “Башҡорт рухы – Нева ярҙарында...” мәҡәләһендә яҙа.

“Әҙәби балҡыш” рубрикаһында Таңһылыу Вәлиеваның “Әйтеремде әйттем барыбер” тигән бик үҙенсәлекле тел менән яҙылған хикәйәһен, Таңһылыу Ҡарамышеваның шиғырҙарын уҡып һөйөнөрһөгөҙ.

Тыуған еребеҙҙең хәл-торошона, йәшәйешебеҙгә ҡағылған мәсьәләләргә битараф булмаған, төплө, рухлы шәхестәребеҙ етерлек. Бөрйән районы Байназар ауылынан мөғәллимә Көнһылыу Ҡотлобаеваның тәбиғәтебеҙ хәле, үҙебеҙҙең уға һаҡһыҙ мөнәсәбәт һәм сәләмәтлеккә бәйле фекерҙәре киләсәк хаҡында ентекле уйланырға мәжбүр итә. Ундағы төплө мәғлүмәттәр күп нәмәгә күҙҙе асасаҡ.

“Йөрәк дәрестәре” рубрикаһында һүҙ үҙ кисерештәренә мөкиббән китеп, ир хаҡына балаһын ситкә ҡуйған, уны яңғыҙлыҡҡа этәргән әсә хаҡында.

“Һорағыҙ – яуап бирәбеҙ” рубрикаһында бәпес үҫтереүсе ғаиләләргә бушлай ярҙам итеүсе “социаль нәнәй”, хаҡлы ялға сыҡҡан өлкәндәрҙең махсус программа буйынса сәйәхәт итеү мөмкинлеге хаҡында белерһегеҙ.

Сей ризыҡ файҙалымы? Был хаҡта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш гастроэнтерологы, юғары каегориялы табип Эльмира Ҡаһарманова яҙмаһынан белерһегеҙ.

Республика перинаталь үҙәгенең бүлек мөдире, юғары категориялы акушер-гинеколог, БР һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Рәүфә Йәнтилина түллек биҙҙәренең яман шешен булдырмау хаҡында яҙа.

Альмира Кирәеваның “Үҙегеҙгә бәхетле булырға рөхсәт итегеҙ!” тип аталған мәҡәләһе танылған стилист, “Мәликә” имидж студияһы етәксеһе Айгөл Ғәйнетдинованың ғәжәйеп күңел донъяһына байҡау яһай.

“Милли биҙәк” рубрикаһының был сығарылышы алмиҙеүгә арналһа, “Ҡулыңдан һөйөн” рубрикаһында башҡорт биҙәүестәре эшләү оҫтаһы Асия Ғәйнуллина арҡыры яға – хәситәнең үҙенсәлектәре менән бүлешә.

“Тәмлекәс” рубрикаһы аҫтында Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Алһыу Бәхтиева татлы бәлеш бешерергә өйрәтә, һаулыҡты һаҡлау өсөн кәңәштәре, ҡыҙыҡлы хәлдәре менән уртаҡлаша.

“Рәссам оҫтаханаһында” рубрикаһында Гөлнара Хәлфетдинова билдәле рәссам-график, иллюстрациялар оҫтаһы Ләйлә Ғаянованың күңел донъяһын асып һала.

Был айҙа “Башҡорт ҡурсағы” бәйгеһенә килгән эштәр ҙә донъя күрә башланы. Рузанна менән Айрат Яҡуповтарҙың “Һылыуҡай”ын күреп, башҡалар ҙа дәртләнер, йәйен ҡуйып торған эштәрен ҡулына алыр, тип көтәбеҙ.

Хөрмәтле уҡыусылар! Баҫма иғлан иткән “Башҡортостан ҡыҙы”на – 50!”, “Әсә йөрәге”, “Аллы-гөллө, селтәрле”, “Башҡорт ҡурсағы” бәйгеләренең ҡыҙған сағы. Һеҙ ҙә бәйгеләрҙә ҡатнашырға ашығығыҙ! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!


Теги: журнал подписка күҙәтеү




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook