Башҡортостан Ҡыҙы

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың баш ҡалаһы буйлап балалар мәғариф маршрутын әҙерләргә ҡушты

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың баш ҡалаһы буйлап балалар мәғариф маршрутын әҙерләргә ҡуштыРөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә балалар туризмы темаһын күтәрҙе. Республика башлығы фекеренсә, бөгөн төбәк мәҙәни үҙәктәрҙең мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланмай.

«Республика «Минең Рәсәйем» милли программаһында ҡатнаша, уның сиктәрендә конкурс һәм олимпиада еңеүселәре, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар Мәскәүгә һәм Санкт-Петербургка бара. Шулай уҡ ҡала һәм ауылдарыбыҙҙа йәшәгән балаларҙың тыуған республикаһын һәм уның баш ҡалаһын яҡынданыраҡ белеүе мөһим. Өфө буйлап ҡыҙыҡлы маршруттар уйларға кәрәк: «Рәсәй – Минең тарихым» тарихи паркы, кванториум, төп университеттар, театрҙар, музейҙар, Конгресс-хол, «Өфө-Арена», аквапарк һәм башҡа урындар менән таныштырыу зарур», — тине Рөстәм Хәмитов.

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, тарихи парк асылғандан алып унда 17 мең кеше булған. Был көнөнә яҡынса 100 кеше.

«Миллион самаһы йәштәр йәшәгән ошондай ҙур республика өсөн был бик аҙ. Республика хөкүмәтенә уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы тарихи паркка бушлай индерергә, халыҡтың күпләп килеүен тәьмин итергә ҡушам. Ошо уникаль мультмедиалы үҙәк йәштәребеҙгә белем биреү һәм уларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы хәл итергә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов. — Республика балаларына һәм ҡунаҡтарына мөмкинлектәребеҙҙе күрһәтеү, шул иҫәптән уҡыу һәм профессиональ карьера перспективалары менән ҡыҙыҡһындырыу өсөн эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетына Өфө хакимиәте менән берлектә баш ҡала буйлап балалар мәғариф маршрутын әҙерләргә йөкләмә бирәм».

«Башинформ».


Теги: Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы мөрәжәғәтнамәһе




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook