Башҡортостан Ҡыҙы

18 мартта, һайлау көнөндә, Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләйәсәк

18 мартта, һайлау көнөндә, Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләйәсәкРеспубликабыҙҙа Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көнөндә “Һайлау -2018” Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләйәсәк. Һайлауҙарҙы яҡтыртыу өсөн киң мәғлүмәт сараларын һәм блогерҙарҙы теркәү башланды. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында билдәләп үтелеүенсә, был сара 2016 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау буйынса Берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлау барышын киң сағылдырыуҙа бик уңышлы тип табылғайны.

Йәмәғәт матбуғат үҙәге үҙ эшен 18 мартта Өфөлә, “Башҡортостан” ҡунаҡханаһында (Ленин урамы, 25/29) башлаясаҡ. Матбуғат үҙәгенең эше барышында (18 марттың 7.00 сәғәтенән 19 марттың 7.00 сәғәтенә тиклем) Рәсәй Президентлығына кандидаттарҙың һайлау алды штабтары вәкилдәре, политологтар һәм эксперттар, дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашлығында брифингтар булыуы көтөлә. Инвалидтарҙың, төпкөлдәрҙә йәшәүселәрҙең, тикшереү изоляторҙарында булыусыларҙың, аэропортта һәм тимер юл вокзалында транзит пассажирҙарының, дауаханаларҙа ятыусыларҙың һәм шифаханаларҙа ял итеүселәрҙең тауыш биреүен тәьмин итеү хаҡында мәғлүмәт биреләсәк.

Тауыш биреү барышы республика Үҙәк һайлау комитетынан туранан-тура сағылдырыласаҡ. Журналистар, эксперттар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыласаҡ. Һәр сәғәт һайын политологтар тауыш биреү барышына комментарийҙар бирәсәк, килгән ялыуҙарҙы тикшерәсәк.

Рәсәй Президентын һайлау көнөндә республикала 3453 һайлау участкаһында 10 меңдән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләйәсәк. Улар һайлау участкаларында граждандарҙың хоҡуҡтары нисек күҙәтелеүен тикшерәсәк. Уларҙың күҙәтеүҙәре Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә лә ҡараласаҡ.

Үҙәктең эшмәкәрлеге халыҡҡа һайлау көнөндәге мөһим ваҡиғалар хаҡында хәбәрҙәр булырға ярҙам итәсәк. Уны ойоштороусылар – Йәмәғәт палатаһы, “Гражданлыҡ контроле” йәмәғәт ойошмаһы һәм республикабыҙҙың Журналистар союзы.

Бынан тыш, бөгөн, 5 мартта, төбәктә һайлауҙар мониторингы буйынса колл-үҙәк эшләй башланы. Республика һайлаусыларынан һәм йәмәғәт күҙәтеүселәренән шылтыратыуҙар Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы Аппаратының 280-95-43 телефоны буйынса ҡабул ителә. Колл-үҙәк хеҙмәткәрҙәре “Гражданлыҡ контроле” юристары менән берлектә консультациялар бирәсәк һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк. 18 марттан 19 мартҡа тиклем колл-үҙәк телефоны күп каналлы режимға күсерелә.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook