Башҡортостан Ҡыҙы

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының февраль һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының февраль һанына күҙәтеү“Башҡортостан ҡыҙы”на – 50”. Республикала ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн журналдың сыға башлауына ярты быуат ваҡыт үтеүенә арналған мәҡәләләр был һанда ла урын алған. Билдәле шәхестәр Факил Мырҙаҡаевтың, Таңһылыу Ҡарамышеваның, Зөһрә Ҡотлогилдинаның хәтирәләре уҡыусыларҙы шул йылдарға алып ҡайтыр.

“Һәр ҡатын-ҡыҙ бәхетле булырға теләй. Хыялы артынан барыуҙы маҡсаты итеп алған, донъяға рәссам күҙҙәре менән һоҡланып баҡҡан Рита Кутяндың саялығы, сәме, эске йөкмәткеһе бәхет ялына йәбешергә теләгәндәр өсөн өлгө бирер, дәрт өҫтәр, тип ышанғы килә”, – тип яҙа журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева. Баҫманың тышын биҙәгән һылыу тураһындағы мәҡәлә “Эйәр хыялың артынан!..” тип атала.

“Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!” рубрикаһында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлегенең баш белгесе Фирүзә Солтанбаева хаҡында уҡырһығыҙ. “Ихласлыҡтан ҡотло донъяһы” мәҡәләһенең авторы – Гөлдәр Яҡшығолова.

Нурия Әхтәмованың “Фәрештәләргә тиң зат” яҙмаһы Өфөлә йәшәүсе киң күңелле ғаилә – Әнисә һәм Рафаэль Ғәйнетдиновтар хаҡында булыр.

“Яҙмыштарҙан көслөрәк” рубрикаһында Альбина Ғөбәйҙуллина талантлы Бөрйән һылыуы Азалия Вәлиеваның һуңғы йылдарҙағы кисерештәргә тулы тормош ваҡиғалары яҙған “Йөрәк моңо” мәҡәләһе журнал уҡыусыларҙы тетрәндермәй ҡалмаҫ.

“Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһында Фәнирә Ғайсина “Ниғмәттәр өсөн яуап” темаһына арнаған.

“Ҡыҙ бала – илгә биҙәк” рубрикаһында Лилиә Сафинаның “Йыр-моңға ғашиҡ” мәҡәләһе урын алған. Үҙенсәлекле моңло тауышлы Лилиә Ғәлиева тураһында ул.

“Әҙәби балҡыш”та Виниса Фәттәхованың шиғырҙары, Хәлисә Чембарисованың “Саф мөхәббәт бар бит ул” хикәйәһе тәҡдим ителә.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның үҫмер сағында яҙған, әлегә бер ҡайҙа ла баҫылмаған “Йәшлек көндәлеге”нең дауамы ла урын алған журнал биттәрендә.

“Һорағыҙ – яуап бирәбеҙ” рубрикаһында тәүге сабыйы тыуған ғаиләләргә федераль кимәлдә бирелгән пособие хаҡындағы уҡыусыларҙың һорауына Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко яуап бирә.

“Яҙмыш төйөндәре” рубрикаһында Альмира Кирәева Республика “Ғаилә” ресурс үҙәге хеҙмәткәрҙәре һөйләгән тетрәндергес тарихтарҙы бәйән итә. Улар эргә-тирәләге әсе яҙмышлы ғаиләләргә иғтибарлыраҡ булырға саҡырыр, бәлки, кемделер афәттән ҡотҡарырға булышлыҡ итер.

“Нисә йәштә бала табырға?” Юғары категориялы акушер-гинеколог, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Рәүфә Йәнтилина “Сихәт” рубрикаһында был һорауға яуап табырға ярҙам итер.

“Йөрәк дәрестәре” рубрикаһы аҫтындағы Гүзәл Иҫәнгилдинаның “Буш сәңгелдәк” мәҡәләһе лә ҡатын-ҡыҙҙарҙы уйландырыр.

2017 йыл дауамында журналда барған “Әсә йөрәге”, “Башҡорт ҡурсағы”, “Аллы-гөллө, селтәрле” исемле бәйгеләрҙең еңеүселәре исемдәрен дә ошо һанда уҡып белерһегеҙ.

Быйыл “Башҡортостан ҡыҙы”«Бәйләнештә” сайтындағы “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө менән берлектә “Таҡыя нағышы” тигән бәйге иғлан итте. “Әсә йөрәге” бәйгеһе иһә быйыл дүртенсе тапҡыр уҙғарыласаҡ. Бәйгеләрҙән ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!


Теги: журнал Күҙәтеү подписка





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook