Башҡортостан Ҡыҙы

"Ҡурай даны" республика телевизион премияһы булдырылды

"Ҡурай даны" республика телевизион премияһы булдырылды
«Ҡурай-ТВ» - Башҡортостан юлдаш телевидениеһының берҙән-бер музыкаль һәм күңел асыу каналы. Эфирҙа тәүлек әйләнәһенә эшләгән бай йөкмәткеле “Ҡурай-ТВ” башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү йүнеләшендә байтаҡ эштәр алып бара. Быйылғы йылдың 4 февралендә канал ғаилә йылы уңайынан үҙенең “Ҡурай даны” республика телепремияһын булдырҙы. Премияға «Ер кешеһе», «Һөнәр оҫтаһы», «Эшлекле ханым», «Йыл меценаты», «Ҡул оҫтаһы», «Миһырбанлы ғаилә», «Ижади ғаилә», «Ҡәләм оҫтаһы», «Йыл йырсыһы», «Иң шәп клип төшөрөүсе» тигән номинациялар индерелде. Бәйгеселәр исемлеген баһалама ағзалары телевизор ҡараусыларҙың заявкаларына ярашлы, геройҙарҙың ҡаҙаныштарына һәм һөнәри уңыштарына ҡарап теүәлләне. Дәғүәселәр канал ойошторған тамаша барышында иғлан ителде.

«ЕР КЕШЕҺЕ» номинацияһына Дәмин Юланов (Ейәнсура районы), Фәнис Кәримов (Этнотур «Ирәндек»), Уразбай Юлдыбаев (Әбйәлил районы), Рим Ғәйфуллин (Учалы районы), Рәил Дәүләтбаев (Мәсетле районы), Вәрисә Ғөзәйерова (Салауат районы), Дамир Хәйбуллин (Көйөргәҙе районы) тәҡдим ителде.

«ҺӨНӘР ОҪТАҺЫ» номинацияһы исемлегенә Өфөнән Әхәт Мортазин, Шишмә районынан Рәхилә Ғилемйәнова, Илештән Клара Хәлиуллина, Әбйәлилдән Наил Ғабдуллин, Әлшәйҙән Гөлсәсәк Алдаҡаева, Стәрлетамаҡ районынан Рәмил Шәмсетдиновтар индерелгән.

«ЭШЛЕКЛЕ ХАНЫМ» дәрәжәһе өсөн Өфөнән Эльвира Ишморатова, Александра Хисаметдинова, Гөлсәсәк Әлибаева Оксана Ямурова, Лилиә Сабитовалар һәм Магнитогорск ҡалаһынан Зоя Хәкимова менән Тәтешленән Әлфиә Шәйнурова ярыша.

«ЙЫЛ МЕЦЕНАТЫ» номинацияһына Өфөнән Айҙар Ахунов, Дим Дәүләтов, Минзәлә һәм Кадурий Фазлетдиновтар, Сибайҙан Илһам Әбделғужин, Баймаҡ районынан Илсур Нәбиуллин, Ноябрьск ҡалаһынан Ирек Мәҡсүтов, Санкт-Петербургтан Рәғит Сөләймәновтар тәҡдим ителгән.

«ҠУЛ ОҪТАҺЫ» номинацияһы буйынса Өфөнән Айгөл Шәйәхмәтова, Ләлә Камалитдинова, Сибайҙан Әнүәр Игебаев, Учалы районынан Гөлсиә Фәйзуллина, Ғафуринан Алик Степанов, Әбйәлилдән Зилә Лира, Салауат ҡалаһынан Самат Мостафиндар теркәү үткән.

«МИҺЫРБАНЛЫ ҒАИЛӘ» номинацияһы бәйгеселәре – Баймаҡ районынан Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар, Балаҡатайҙан Әлфинә һәм Кәрим Хәкимовтар, Ауырғазынан Зөлфирә һәм Сабир Ҡоҙашевтар, Ейәнсуранан Гөлнара һәм Рәйес Тимербулатовтар, Хәйбулланан Рәйхана һәм Ғәни Суриндар.

«ИЖАДИ ҒАИЛӘ» исеме өсөн Учалынан Гөлфинә һәм Ғайсар Йомағужиндар, Ейәнсуранан Луиза һәм Ғәлим Ҡунаҡбаевтар, Баймаҡ районынан Зарифа һәм Фәттәх Аралбаевтар, Өфөнән Гүзәл һәм Роберт Юлдашевтар, йәнә лә Сәлимә һәм Салауат Юлдашбаевтар, Йылайыр районынан Айгөл һәм Илфат Такаловтар, Бишбүләктән Зөлфидә һәм Ғаяз Муллағәлиевтар көс һынашасаҡ.

«ҠӘЛӘМ ОҪТАҺЫ» тигән мәртәбәле исемгә Өфөнән билдәле яҙыусылар Лира Яҡшыбаева, Әхмәр Үтәбаев, Миләүшә Ҡаһарманова, Лариса Абдуллина, Мөнир Ҡунафин, йәш ижадсылар Гөлнур Ҡыуатова менән Айгиз Баймөхәмәтов, шулай уҡ Ҡырмыҫҡалынан популяр шағирә Фирүзә Абдуллиналар тәҡдим ителгән.

«ЙЫЛ ЙЫРСЫҺЫ» тип нарыҡлауға башҡорт эстрадаһында һуңғы ваҡытта сағыу балҡыған Алмас Хөсәйенов, Айҙар Рәҡипов, Айгөл Муллагилдина, Зәлиә Нурлы, Айгизә Иҡсанова, Лев Ҡолошев, Илнур Рамазанов, Рәфис Ишбаев, Айгөл Әминева, Гөлнара Вәлиеваларҙың береһе эйә буласаҡ.

«ИҢ ШӘП КЛИП ТӨШӨРӨҮСЕ» номинацияһында Батыр Ғәлимов, Тимур Сәфиуллин, Тимур Ғәниев, Гөлсәсәк Игебаева, Тәлғәт Сәфәров, Дамир Мөхәмәтйәров, Альбина Ғәликәйевалар көс һынашасаҡ.

Проектың киләһе өлөшө – телевизион тур. «Ҡурай-ТВ» каналы йыл дауамында номинанттар тураһында тапшырыуҙар күрһәтәсәк. Еңеүселәрҙе тамашасы СМС-тауыштар ярҙамында билдәләйәсәк. Гала-концерт 2019 йылдың февраленә планлашыртырыла. Еңеүселәргә исемле миҙалдар, ҡиммәтле бүләктәр һәм аҡсалата премия тапшырыласаҡ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook