Башҡортостан Ҡыҙы

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының март һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының март һанына күҙәтеү
Март айында Конгресс-холда “Башҡортостан ҡыҙы” гөрләтеп 50 йәшен билдәләне. Баҫманы тәбрик итергә республиканан ғына түгел, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән дуҫтарыбыҙ йыйылды. Шул байрам тәьҫораттары, журналдың тәғәйенләнеше һәм ҡатын-ҡыҙ асылы хаҡында уйланыуҙарҙан тыуған “Наҙ ҙа, яҙ ҙа, ҡуҙ ҙа беҙ үҙебеҙ!” тип аталған баш мөхәррир һүҙе менән асыла 3-сө һан.

Журналдың тышлығын был юлы арҙаҡлы замандаштарыбыҙҙың береһе, оҙаҡ йылдар журналистикаға фиҙакәр хеҙмәт иткән ҡәләм оҫтаһы, Башҡортостан телевидениеһының радиотапшырыуҙар студияһы директоры Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева биҙәй. Ҡыйыу журналист, мәртәбәле етәксе Тәнзилә Үлмәҫбаеваның тормошо һәм ижад юлы, донъяға ҡарашы һәм рухи ҡиблалары менән Гөлназ Ҡотоеваның “Өфө һөйләй, Өфө күңел көйләй!” тип аталған мәҡәләһендә танышырһығыҙ.

“Юлдар саҡыра” рубрикаһында баҫмабыҙ журналистарының Әлшәй районына сәфәре хаҡында бәйән ителә. Гөлдәр Яҡшығолованың “Рухлы ла, талантлы ла үҙҙәре” тигән мәҡәләһендә милли мәктәптәрҙең, атап әйткәндә, М. Буранғолов исемендәге Раевка башҡорт лицейының бөгөнгөһө һәм урындағы халыҡтың тамырҙарына, шәжәрәгә оло әһәмиәте хаҡында һөйләнелә. Сурай төп белем биреү мәктәбендә үткәрелгән райондың “Ҡаурый ҡәләм” берекмәһе тураһындағы мәғлүмәт тә ижади йәнле балаларҙың көнитмешен асып һала.

“Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ” рубрикаһында билдәле яҙыусы, ил инәһе Мәрйәм Бураҡаеваның 75 йәше тулыу уңайы менән яҙылған хеҙмәттәшебеҙ Альбина Ғөбәйҙуллинаның мәҡәләһе лә халҡыбыҙҙың рухиәте, үҙаңы, тылсымлы өнө, илаһи моңо, нескә аҡылы хаҡында. “Нәҫелде уңышҡа, бәхеткә, яңырыуға илтер асҡыс – өн-телебеҙҙә”, – тип белдерә абруйлы мәғрифәтсе.

Уҡыусыларыбыҙ яратып ҡабул иткән “Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!” рубрикаһында күптәр өсөн ҡыҙыҡлы шәхестең яҙмышы һәм эшмәкәрлеге тураһында һүҙ бара. Уның кем икәнен мәҡәләнең “Наилә Сәфәрғолованың йөрәк һүҙе” тигән исеме үҙе үк әйтеп тора.

Журналыбыҙҙың ярты быуатлыҡ юбилейы айҡанлы баҫылып килгән хәтирәләрҙең март сығарылышында баҫмабыҙҙа байтаҡ эшләп киткән яҙыусы Гөлнур Яҡупованың “Рәхмәтлемен!” тип аталған яҙмаһы урын алған.

“Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһында Фәнирә Ғайсина Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең беренсе ҡатыны Хәҙисә ана тураһында мәғлүмәт тәҡдим итә.

“Сит өлкәләрҙә” рубрикаһында бүлек мөхәррире Гөлнара Хәлфетдинова Магнитогорск ҡалаһының “Халыҡтар дуҫлығы йорто”нда эшләп килгән “Ҡарлуғас” ансамбленең 20 йәшлек юбилейы айҡанлы үткән оло байрам менән таныштыра һәм ҡалалағы төрлө башҡорт ижади төркөмдәренең эшмәкәрлегенә байҡау яһай.

“Ҡулыңдан һөйөн” тигән бүлектә тағы ла бер шәп героиня менән таныштырабыҙ. Гөлшат Ҡунафинаның “Кейеҙ тылсымы” тигән мәҡәләһенән әлеге мәлдә Әбйәлил районында йәшәп, үҙенә яңы һөнәр табып, кейеҙсе булараҡ та дан яулап өлгөргән билдәле йырсы Зилә Лираның ни өсөн Өфөнән ауылға күсеп китеүе хаҡында белерһегеҙ.

“Йөрәк дәрестәре”нең был сығарылышы сәләмәт кешеләр ҙә, мөмкинлектәре сикләнгән актерҙер ҙа бергә уйнаған республикалағы берҙән-бер “Статус” инклюзив театрының эшмәкәрлеге һәм уға нигеҙ һалған шәхес – Гүзәл Дәүләтованың кешеләрҙе битарафлыҡ сиренән ҡурсаларға ынтылыуы һүрәтләнә.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның көндәлектәренең дауамында үҫмер ҡыҙҙың ғазаплы ла, татлы ла тәүге һөйөү хистәре бәйән ителә.

“Рухиәттә – ваҡиға” рубрикаһында журналист Альмира Кирәева Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан быйыл икенсе тапҡыр уҙғарылған “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” республика асыҡ конкурс-фестивалендә ҡатнашҡан дан ғаиләләр хаҡында “Тән һәм йәндәй бер бөтөн” тигән яҙма тәҡдим итә.

“Ҡулыңдан һөйөн” рубрикаһында Асия Ғәйнуллина алмиҙеү эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Ә “Милли биҙәк“ рубрикаһында иһә тарихсы Азат Ғарипов башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәнеү әйберҙәренең нигеҙен эшләү өсөн ҡулланылған туҡымалар тураһында яҙа.

“Ғаилә янсығы” рубрикаһында һалым ҡайтармалары, уларҙы кемдәрҙең алырға хоҡуҡлы булыуы хаҡында тулы мәғлүмәт табырһығыҙ.

“Әҙәби балҡыш”та Таңһылыу Ҡарамышева шиғырҙары һәм Сабир Шәриповтың ҡыҫҡа-ҡыҫҡа итеп яҙылған юл хикмәттәре урын алған.

Ә “Тәмлекәс” рубрикаһында уҡыусыларҙың һорауы буйынса бауырһаҡ һәм яңы ҡамыр аштары бешереү серҙәре асып һалынған.

Хөрмәтле журнал уҡыусыларыбыҙ, йәнә лә хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әгәр ҙә ни сәбәптәндер баҫмабыҙға яҙылырға онотҡан булһағыҙ, ҡайғырмағыҙ, айҙың егермеһенә тиклем журналға яҙылғанда, ул киләһе айҙан яңынан һеҙҙең өҫтәлдәрҙә ятасаҡ. Апрель башында икенсе ярты йыллыҡҡа ташламалы яҙылыу акцияһы ла көтөлә. Киләсәктә лә бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, дуҫтар!
Күҙәтеүҙе Гөлнара Хәлфетдинова әҙерләне.


Теги: журнал Күҙәтеү





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook