Башҡортостан Ҡыҙы

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының апрель һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының апрель һанына күҙәтеү
Журналдың тышлығын Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының мөғәллимәһе Зифа Зыя ҡыҙы Искәндәрова биҙәй. Гөлназ Ҡотоева абруйлы һәм хөрмәтле уҡытыусы хаҡындағы мәҡәләһен “Йөрәгемде бирәм балаларға” тип атаған.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналына 50 йыл тулыу айҡанлы мәҡәләләр баҫылыуын дауам итә. Яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Диана Килдина “Һомай ҡыҙҙары икәнебеҙҙе онотмайыҡ!” тигән яҙмаһында үҙенең хеҙмәт юлында осраған ваҡиғалар менән уртаҡлашһа, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов “Тамырҙарҙы юллап” мәҡәләһендә республикабыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус баҫманың 1921 йылда уҡ донъя күргәне хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерә.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Йәшлек көндәлеге”нең дауамы ла уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡ булыр.

“Юлдар саҡыра” рубрикаһы аҫтында Гөлдәр Яҡшығолова Баймаҡ районында йәшәүсе уңған йәш ғаиләләр Гөлфиә һәм Илфат Сәфәрғәлиндар, Ғәлиә һәм Айрат Мәһәҙиевтар хаҡында бәйән итә.

Альбина Ғөбәйҙуллинаның “Йөрәгемде ҡояш итеп элдем” мәҡәләһе аша Бөрйән районынан өс балаһы өҫтөнә тағы ике ҡыҙҙы тәрбиәгә алып үҫтергән изге күңелле Гөлфиә һәм Арыҫлан Ғәлиуллиндар менән танышырһығыҙ.

Альмира Кирәева әҙерләгән “Ғаилә янсығы” рубрикаһында бала үҫтереүсе ғаиләләрҙең көнитмешен еңеләйтеү маҡсатында республика тарафынан һәм федераль кимәлдә күрһәтелгән социаль ярҙам саралары тураһында белерһегеҙ.

“Сихәт” рубрикаһының был сығарылышы үҙәк көйөүгә арнала. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш гастроэнтерологы Эльмира Ҡаһарманованың кәңәштәре уҡыусыларыбыҙҙың сәләмәтлеген һаҡлауға ярҙам итер.

Фәнирә Ғайсина әҙерләгән “Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһында был юлы пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләмдең ҡатыны Ғәйшә анабыҙ хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр урын алған.

“Әҙәби балҡыш”та билдәле яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбайҙың Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Бабич” романынан өҙөк тәҡдим ителә. Хәлисә Мөҙәрисованың шиғырҙары ла күңелдәрегеҙгә хуш килер.

“Ҡәрҙәштәр ижады” рубрикаһы аҫтында яҡут шағирәләре Наталья Михалева-Сайа менән Мария Алексеева-Арылы Дуйдаахтың шиғырҙары менән танышырһығыҙ.

“Хоҙай һаҡлар һаҡланғанды!” Беҙ йолҡоп ырғытҡан ҡый үләндәре һаулыҡ өсөн мөһим байтаҡ файҙалы сифаттарға эйә икән! Гөлнара Хәлфетдинованың “Сүп үләне лә – хазина!” тип аталған мәҡәләһенән байтаҡ яңылыҡтар асырһығыҙ.

Халҡыбыҙҙа шундай матур йола бар: күңелдәге иң төпкөл кисерештәрҙе серҙәш тип билдәләнгән кешегә һөйләһәң, уның ғәйепләмәҫенә, хәлеңә инеренә, кәңәш алырыңа тулыһынса ышанаһың. Беҙ ҙә ошо йоланы һаҡлап, “Серҙәш” рубрикаһын тергеҙергә булдыҡ. Уны журнал асылған мәлендә Рәми Ғарипов уйлап тапҡан. “Дуҫ тигәнем ҡара йылан булып сыҡты” тигән хатта тетрәндергес яҙмыш хаҡында уҡырһығыҙ. “Серҙәш” һеҙҙән артабан да хаттар көтөп ҡала, әхирәттәр!

“Яҙмыш төйөндәре” рубрикаһы аҫтында Рәсимә Айсыуаҡованың “Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә тәүге мөхәббәт...” тип аталған яҙмаһы ла йөрәк кисерештәрен тасуирлауы менән мауыҡтырғыс.

Баймаҡ районынан Земфира Ғирфанова хөрмәтле ағинәй, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факиһа Таштимерова-Ҡансурина хаҡында яҙа.

“Ҡулыңдан һөйөн” рубрикаһында был юлы туҡыманан рауза сәскәһен эшләргә өйрәнерһегеҙ. Оҫталыҡ дәресен Миңъямал Йәнбулатова алып бара.

“Мәрйен менән ҡайылған, мәрүәт менән биҙәлгән...” “Милли биҙәк” рубрикаһының был сығарылышында БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы Азат Ғарипов башҡорт биҙәүесе селтәрҙең үҙенсәлектәренә туҡтала.

“Тәмлекәс”тә биолог, БДАУ доценты Гөлназ Хәсәнова авитаминоздан ҡотолоу өсөн шифалы төнәтмә-сәйҙәр әҙерләргә өйрәтә. Ошонда уҡ файҙалы тәмлекәстәр рецептары ла урын алған.

“Таҡыя нағышы” бәйгеһенә килгән эштәр менән журналдың 4-се тышлығында танышырға мөмкин. Был юлы Баймаҡ егәрлеләре Рәүилә Ғафарова менән Фәниә Хәбибуллина ҡул эштәрен тәҡдим иткән. Дуҫтар, һеҙ ҙә журнал иғлан иткән “Әсә йөрәге”, “Таҡыя нағышы”, “Башҡорт ҡурсағы” конкурстарына эштәрегеҙҙе ебәрергә онотмағыҙ.

Яратҡан журналыбыҙ менән киләһе ярты йыллыҡта ла бергә ҡалайыҡ, дуҫтар. Шуныһы һөйөнөслө: “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылыу хаҡы артманы. Өфөлә йәшәүсе дуҫтарыбыҙҙың журналды тағы ла арзаныраҡҡа редакциянан килеп алыу мөмкинлеге бар. Бергә булдыҡ, бергә булайыҡ, дуҫтар!
Күҙәтеүҙе Гөлшат Ҡунафина әҙерләне.


Теги: Журнал Күҙәтеү подписка





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook