Башҡортостан Ҡыҙы

“БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘЫ” ЖУРНАЛЫНЫҢ МАЙ ҺАНЫНА КҮҘӘТЕҮ

“БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘЫ” ЖУРНАЛЫНЫҢ МАЙ ҺАНЫНА КҮҘӘТЕҮ
“Башҡортостан ҡыҙы”ның май һанын ҡулға алыу менән уҡыусыбыҙ уның йөкмәткеһе төрлөлөгөнән арбалыр: йөрәктәрҙә Бөйөк Еңеү тантанаһы ҡайтауаз һымаҡ яңғырар, ыуыҙ ғына тәбиғәттең сафлығы йәнгә күсер, мәңгелектең ауазы булған моңдарыбыҙ күңелде имләгәндәй итер. Был һан баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның “Мәңгелектең бизмәненә һалып” тигән баш һүҙе менән асылып китә.“Икенсе ярты йыллыҡҡа журналыбыҙға һуңға ҡалмай яҙылып ҡуйырға ашығығыҙ, – тип саҡыра ул уҡыусыларыбыҙҙы. – Һеҙгә баҫмабыҙ аша яңы киңлектәр, мөмкинлектәр асылыр, тормош та йәйғор төҫтәре менән балҡыуын дауам итер. Был ашығыс ғәмәлдер, сөнки бер төшөп ҡалһаң, үҙеңдең ниндәй байлыҡтан мәхрүм ҡалыуыңды тоймай башлайһың. Унһыҙ ҙа йәшәп була тигән ғәфләт йоҡоһо баҫа. Матбуғатҡа яҙылыу – милләтебеҙ киләсәген ҡайғыртыу, уны баһалы халыҡ итеп танытҡан баҫманың йәшәүенә үҙ өлөшөңдө индереү, йәштәрҙе ылыҡтырыу, тимәк, тәрбиәләү тип тә ҡарарға кәрәк төбөнә төшөп”, – тип мөрәжәғәт итә мөхәррир журналды алдырыусыларға.

“Гәүһәрҙәй сағыу, усаҡтай йылы” – һүрәте журналыбыҙҙың тышын биҙәгән талантлы йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Лилиә Ишемйәрова хаҡындағы яҙма шулай тип атала. “Тәүге сығыштары менән үк күңел көмбәҙен тетрәтеп, мәҙәниәтебеҙ донъяһында яҡты йондоҙ булып балҡыған Ишемйәрованың тормош юлына сәхифә яһағанда шуны төшөнөрһөгөҙ: сәнғәт күгендә урын алыу бер, ә унда оҙаҡ йылдар ҡалыу өсөн ныҡышмалы хеҙмәт итеү, йоҡоһоҙ төндәр арнау, йәнеңде фиҙа ҡылыу фарыз”, – тип яҙа мәҡәлә авторы Гөлназ Ҡотоева.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн фронтта батырҙарса көрәшкән яугирәләребеҙ, тылда ал-ял белмәй эшләгән, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа илде күтәрешкән ҡатындар хаҡындағы яҙмалар май һанында лайыҡлы урын биләй. Сталинградты һаҡлаған ҡарт өләсәһе Фаҡия Хажиәхмәт ҡыҙы Байморатова хаҡында Лиана Үлмәҫова бәйән итһә, үҫмер килеш ул йылдар ауырлығын татып, артабан 45 йыл балалар уҡытҡан Нәҡиә Абдулла ҡыҙы Ғүмәрова тураһында ейәнсәре Ләйсән Абдуллина һөйләй.

Ә Ҡыҙыл Байраҡлы 92-се авиация полкы составында дошманға ҡаршы көрәшеүсе Зәғифә Ғәзизова мәңгелек мөхәббәтен һуғышта осрата: “Львов ҡалаһы урамында бер хәрбиҙән ашхана ҡайҙа икәнен һорамаҡсы булғайным, ул башҡортса ҡысҡырып ебәрҙе: “Бәрәкәт, Зәғифә ҡоҙаса, был һинме?” Апайым килен булып төшкән Ибрай ауылынан ҡоҙам Тимербай ине ул!” Әлшәй районы Ибрай ауылында йәшәүсе 93 йәшлек яугирәнең яҙмышы, ҡоҙа менән ҡоҙасаның ғәрәсәтле йылдарҙа бер-береһен осраҡлы табышыуы һәм уларҙың мөғжизәгә тиң мөхәббәте хаҡында Альмира Кирәеваның “Яуҙа тыуған һөйөү” тигән мәҡәләһендә уҡырһығыҙ.

“Сибай ҡалаһында Гүзәл исемле шәп табип бар, бөтә яҡлап та ысын “Башҡортостан ҡыҙы” героиняһы тигәстәр, әйтелгән адресҡа юлландыҡ. Гүзәл Рәмил ҡыҙы иһә бар эргә-тирәлә билдәле доктор Фәрзәнә Зәкриә ҡыҙы Мортаеваның ҡыҙы булып сыҡты”, – тип яҙа Гөлдәр Яҡшығолова. Әсәһе миҫалында ғүмерен иң изге һөнәргә – кеше һаулығын һаҡлауға арнаған Гүзәл Һөйөндөкова өсөн бәхет төшөнсәһе нимәлә? Ул турала “Бәхеттең асылы ябай” тигән мауыҡтырғыс яҙмала тасуирлана.

“Ҡумыҙ уның ҡулында мөғжизәле рәүештә йәнләнә, оҫтаның виртуоз импровизациялауында тәбиғәттең һәр тын алышы, халыҡтың йөрәк тибеше, быуаттар ауазы сағыла, хатта тарих терелеп күҙ алдына баҫа, әйтерһең”. – Был юлдар Альбина Ғөбәйҙуллинаның “Илаһи моң эйәһе” тигән мәҡәләһенән. Донъяның виртуоз ҡурайсыһы тип танылған Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың сағыу тормош юлы менән уҡыусы, һис шикһеҙ, бик ҡыҙыҡһынып, бер һулышта танышыр.

Сәсмә әҫәр яратыусыларға май һанында төрки донъяһында билдәлелек яулаған әзербайжан ижадсыһы Тарана Вәхидтең “Юғалған ер” тигән хикәйәһе тәҡдим ителә. Затлы ҡәләм эйәһе – яратҡан шағирәбеҙ Тамара Искәндәриәнең яңы шәлкеме иһә шиғриәт һөйөүселәрҙең күңел урҙаларын, биҙәкле һөлгөләй, йәмләр.

Бала йәнле халҡыбыҙҙа элек-электән ишле ғаилә ил күрке һәм иң ҙур байлыҡ һаналған. Күмәк бала үҫтереүселәргә дәүләтебеҙҙең дә ярҙамы мул. Тик ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренә нимә тейешлеген белеп бөтмәй. Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының бүлек етәксеһе Анжелика Сенькова ҙур ғаиләнең көнитмешен еңеләйтерлек ярҙам төрҙәрен барлай.

“Ҡотло тормош ҡороп, матур донъя көткәндәргә ҡарап, ғәҙәттә, вәт, йәшәй белә, тип тел сартлаталар. Ә нимә һуң “йәшәй белеү”? Асылда ул – бары тормошто яратыу. Һәр мәлде ҡәҙер итеп, һәр ғәмәлде ихлас һәм эскерһеҙ башҡарыуҙыр. Дөрөҫөрәге, уның һөйөнөслө эҙемтәһе”, – тигән уйланыуҙар менән башлана Гөлнара Хәлфетдинованың “Илһам алып ҡомартҡынан” тигән мәҡәләһе. Ҡул оҫталары булараҡ дан алған хужабикәләр, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм хәстәрлекле әсә лә – әсәле-ҡыҙлы Хәлисә Багаева менән Гүзәл Кәримова хаҡындағы мәҡәлә уҡыусыла “Афарин, һоҡланғыс һылыуҙарыбыҙ бар!” тигән ҡыуаныслы уйҙар уятыр.

Нефтекамала йәшәүсе ижадташыбыҙ Зилә Аҙнабаева “Йыһанға нур сәсә әсә” тип исемләнгән яҙмаһында бер быуатҡа яҡын ифрат йөкмәткеле ғүмер кисереүсе, илгә дан улдар һәм фиҙакәр йөрәкле ҡыҙ үҫтереүсе Ғәйшә инәй Исмәғилеваның яҡты яҙмышын һүрәтләй.

Учалынан даими авторыбыҙ Азат Ғарипов был һанда балаларҙың үҙенсәлекле боронғо биҙәнеү әйберҙәре менән таныштыра.

Талантлы кеше һәр яҡлап та талантлы, тиҙәр. Айгөл Уйылдан ҡыҙы Әхмәҙиеваға үҙ ғүмерендә ниндәй генә һөнәр башҡарырға тура килмәй. Уҡытыусы, телевидение дикторы, телетапшырыуҙар мөхәррире, “Ҡурай” йыр-моң каналы директоры, “Туған тел” телеканалы баш мөхәррире – һәр эшендә оло хөрмәт ҡаҙанған ханым бөгөн дә заманса ҡарашы, тәүәккәллеге менән һоҡландыра. Бына ике йыл элек ул Өфөнөң Коммунистик урамындағы “Комильфо” матурлыҡ салоны хужабикәһе булып киткән, хәҙер иһә һәр көнө кешеләрҙе матурыраҡ, зауыҡлыраҡ, тимәк, уңышлыраҡ итеүгә арналған. Егәрле ханымдың киң яҡлы эшмәкәрлеге һәм уның гүзәллек өләшеүсе салоны хаҡында “Комильфо” матурлыҡ салоны” тигән мәҡәләлә уҡырһығыҙ.

“Тәмлекәс” рубрикаһының алып барыусыһы Гөлшат Ҡунафина өләсәһе Сафура Ишмөхәмәт ҡыҙы Ишбулатованың саф боронғоса әҙерләгән иҫ киткес тәмле яҙғы аштарын тәҡдим итә. Хозур көндәрҙә ошо файҙалы ризыҡтар менән өҫтәл түрегеҙҙе йәмләгеҙ, яҡын кешеләрегеҙҙе һыйлағыҙ, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ!


Теги: журнал Күҙәтеү яңы һан





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook