Башҡортостан Ҡыҙы

“Башҡортостан ҡыҙы”ның июль һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы”ның июль һанына күҙәтеүҠояшлы йәйҙең үҙе булып өйҙәрегеҙгә килеп ингән “Башҡортостан ҡыҙы”ның июль һаны күңелгә ял бирерҙәй, йәнгә аҙыҡ булырҙай яҙмалар менән тулы.

Журнал башҡорт әҙәбиәтенең күренекле шәхестәренең береһе, әҫәрҙәрен халыҡ яратып уҡыған яҙыусы Таңсулпан Ғариповаға арналған яҙма менән асыла. Мәшһүр әҙибәгә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы бирелеү уңайынан уның дәүер һулышын сағылдырған бай ижадына байҡау яһала.

“Йыр һәм шатлыҡ арттырып” – Төркиәнең Костамону ҡалаһында IX Әҙәби журналдар конгресында ҡатнашҡан баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоева шулай тип исемләнгән мәҡәләлә үҙенең онотолмаҫлыҡ тәьҫораттары менән уртаҡлаша. “Донъялағы һәр башланғыстың – иҡтисади булһынмы, сәйәсиме, бөтә мөнәсәбәттәрҙең нигеҙендә рухи бәйләнеш ята. Әгәр яҙыусылар берҙәм булһа, халыҡтарыбыҙға татыулыҡ һәм көс инер”, – 16 ил һәм республикаларҙан әҙәби журналдар вәкилдәрен туплаған йыйындағы төп фекер яҙмала ла ҡыҙыл еп булып үтә.

“Мәңгелектең үҙе кеүек тойолған бер минут тынлыҡ. Һәм ҡапыл… тамаша залын күккә күтәрерҙәй булып ҡеүәтле алҡыштар яңғыраны…” Донъяла опера сәнғәтенең баш ҡалаһы тип танылған Милан сәхнәһендәге кисерештәрен Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Әлиә Исҡужина шулай тип уртаҡлаша. Италияның Пьеро Каппуччилли исемендәге фонд ҡанаты аҫтында үткән халыҡ-ара вокалистар конкурсында Гран-при яулаған Әлиәнең һүрәте журналдың тышлығын биҙәй. Ҡабатланмаҫ тауышы, сағыу матурлығы менән жюри ағзаларын әсир иткән ҡыҙ менән “Сәнғәт көмбәҙендә – яңы йондоҙ” тигән мәҡәләһендә Альмира Кирәева таныштыра.

“Йән тартмаһа, ҡәрҙәшлек тойғоһо булмаһа, аралашыу ҙа мөмкин түгелдер. Рушания ханым менән еңел генә танышып киттек. Истанбулда йәшәгәнен белгәс, унда юлым төшөүен әйттем. Килегеҙ, ҡаршы алырмын, тине ул. Татарстандың Сарман яҡтарында донъяға килгән Рушания Алтай (Хәйруллина) яҙмышы аша Төркиәне таныным. “Иптәшем башҡорт!” – тиеүе лә ҡыҙыҡһыныу уятты”, – Гөлназ Ҡотоеваның “Ташта сәскә атҡан гөл” тигән мәҡәләһе шулай башланып китә. Мең һынауҙар үткән затлы ғаилә тарихы һеҙҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип ышанабыҙ.

“Урал менән Шүлгән рухы һеңгән, көҙгөләй саф күлдәренә ҡасандыр Һомай инәбеҙ үҙе ҡанат һалған данлы Бөрйән ерендә тыуған ҡыҙ ул”, – тип яҙа Гөлнара Буранҡаева “Һылыуҡай-2018” республика бәйгеһендә “Башҡортостан ҡыҙы”ның махсус призына лайыҡ булған Гөлсиә Нәҙершина хаҡында. Йыр-моңға, бейеүгә маһир, туған телен камил белгән сәмле гүзәлкәй тураһында “Һылыулыҡ – үҙе һынау” тигән мәҡәләлә уҡырһығыҙ.

Нефтекама филармонияһының әҙәби-эстрада бүлеге етәксеһе Зилә Рамаҙан ҡыҙы Аҙнабаева – республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе бер ҡорға туплаусы, халҡыбыҙ рухына тоғро хеҙмәт итеүсе аҫыл заттарыбыҙҙың береһе. Ошо ифрат талантлы, киң яҡлы шәхес менән Гөлдәр Яҡшығолова ҡорған ҡыҙыҡлы әңгәмә “Ҡатайҙың рухлы ҡыҙы” тигән баш аҫтында донъя күргән.

“Ғаилә – иң ҙур яҙмыш бүләге. Һәр кеше был һүҙҙең мәғәнәһен үҙенсә аңлай. Кемдер туғандарын күҙ алдына баҫтыра, кемдер – икесе яртыһын һәм бала тауышына күмелгән ҙур, яҡты йортто. Яҡындарыбыҙҙы ҡәҙерләүҙән һәм тормош кисеүҙәрен ҡулға-ҡул тотоношоп бергә үтеүҙән ғаилә көсәйә, нәҫел ебе, ил күсе нығына бара. Мәләүез ҡалаһында 35 йыл тиң донъя көткән Таңһылыу менән Вәхит Хәбибуллиндарҙың тормошо өлгөһөндә, юғалтыу-ауырыуҙарға ҡарамай, нисек уңышлы булыу серҙәренә төшөнөргә мөмкин”, – тип бәйән итә Альбина Ғөбәйҙуллина “Көс-ҡеүәт бирер ҡөҙрәтле усаҡ” тигән мәҡәләһендә. Ҡатмарлы ғына тормош мәктәбе үткән маһир ханымдың йәшәйеше лә, фекерҙәре лә заманыбыҙҙың ябай, әммә көслө ихтыярлы ҡатын-ҡыҙҙарының ысын асылын һүрәтләй.

Июль һанында журнал “Халыҡ һөнәрмәндәре” тигән өр-яңы рубрика тәҡдим итә. Унда маһир оҫталарыбыҙ һәм уларҙың эштәре хаҡында һүҙ барасаҡ. Был юлы билдәле тележурналист Сәрүәр Сурина “Башҡорт аҫалы балаҫы” тигән мәҡәләһендә күҙҙең яуын алырҙай аҫалы балаҫ оҫталары менән таныштыра.

Бөгөнгө башҡорт прозаһына ҡыйыу аҙымдар менән килеп инеп, ҡыҫҡа арауыҡта үҙен раҫлап өлгөргән Миләүшә Ҡаһарманованың “Хыял” тигән хикәйәһе уҡыусылар күңеленә хуш килер, тип уйлайбыҙ. Билдәле шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ихласлыҡ осҡондары сәсрәп торған дөргөн усаҡ һымаҡ ижады шиғриәт һөйөүселәрҙе һиҫкәндерер, уйға һалыр, таң ҡалдырыр. Журнал шулай уҡ ҡәрҙәш халыҡтар әҙәбиәте менән таныштырыуҙы дауам итә. Төркиәлә йәшәп ижад итеүсе ғағауыз шағирәһе Гөллө Каранфилдың шиғри шәлкеме үҙенсәлекле аһәңе менән арбар.

“Хоҙай Тәғәлә бәндәгә күтәрә алырлыҡ ҡына һынауҙарын бирә икән. Ысынлап та, торомш ауырлығын үлсәр бизмәндәр юҡ. Шулай ҙа… арабыҙҙа яҙмыштан аяуһыҙ һыналғандар бар. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Әсмә Яхинаның ғүмер юлы ла ябайҙарҙан түгел”, – был юлдар Гөлшат Ҡунафинаның “Тәҡдир ҡәләмдәре миндә булһа…” тигән яҙмаһынан. Тормош һуҡмағына сығарған һикәлтәрҙе лайыҡлы үтеп, һәр ғәмдән йәм табып йәшәй белгән ханымдың рух ныҡлығы, йәшәү көсө ҙур һоҡланыу уята.

Ике генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, өс телдә һөйләшеүсе Айбикә – Төркиәнең Анталья ҡалаһында йәшәүсе ватандаштарыбыҙ Зилә һәм Рим Хажиндарҙың ҡыҙы. Зилә ҡыҙына мөғжизәле донъяны танып белеү өсөн үҙенсәлекле китап тегеп биргән. Был турала Гөлшат Ҡунафина бәйән итә. Һәр бите яңылыҡ, асыш булған ҡабатланмаҫ китап бигерәк тә йәш әсәләргә оҡшар.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш инфекционисы, медицина фәндәре докторы Дамир Әсҡәт улы Вәлишин “Үткән быуат сире ҡалҡа” тигән яҙмала беҙ күптән онотоп өлгөргән ҡыҙылса сиренең нилектән яңынан баш күтәреүе, унан нисек һаҡланыу хаҡында һөйләй.

Йәйҙең йәме еләктә. Журнал тәҡдим иткән еләкле ризыҡтар рецептары буйынса уңған хужабикәләр һый әҙерләп, яҡындарын ҡыуандырыр, тип уйлайбыҙ.


Теги: яңы һан журнал





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook