Башҡортостан Ҡыҙы

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының сентябрь һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының сентябрь һанына күҙәтеүСентябрь айында күренекле шағирәләребеҙ Гөлфиә Юнысова, Миңлегөл Хисамова 70 йәшлек юбилейҙарын билдәләне. Гөлназ Ҡотоева “Ҡотло ҡуллы әҙибә” мәҡәләһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованы әсәй, ир ҡатыны, өләсәй, ҡәйнә булараҡ та, баш мөхәррир, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та аса. Шулай уҡ уның тормошҡа, кисергән яҙмышына ҡарашын, уйҙарын сағылдыра. “Бәхет менән мөхәббәт – үҙгәреп тора торған төшөнсә. Арып ингәндә, трамвайҙа урын бирһәләр ҙә – бәхет. Хыялың тормошҡа ашһа – бәхет. Етмеш йәшкә еттем, кеше ыңғайына балаларым бар – ул да бәхет. Һәйбәт йәшәп ятыуҙары, яҙған китаптарымды халыҡтың яратып уҡыуы, халҡым алдындағы абруйым – улар ҙа бәхет...” – ти ул.

Миңлегөл Хисамова ғүмер үренә артылғандағы кисерештәрен, хис-тойғоларын “Ә бит бәхет тигәндәре ябай ғына...” шиғырҙар шәлкемендә асып һалған.

Журналыбыҙҙың тышлығын билдәле яҙыусы Гөлнур Яҡупова һүрәте биҙәй. Әйткәндәй, ул яңыраҡ республикабыҙға, халҡыбыҙға, әҙәбиәтебеҙгә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде! Йәш кенә тол ҡалған әҙибә артабан йәшәү өсөн көстө ҡайҙан тапҡан; балалары туған телдә һөйләшәме; ул ниндәй ҡәйнә һәм өләсәй; ғүмеренең ҡайһы миҙгелен һағына, һаулығын һаҡлау өсөн ниндәй саралар күрә? – Азалия Мирзаева ҡорған “Өс тағанға таяндым: әсәйемә, әсәйлегемә һәм ижадыма” исемле әңгәмәлә ошо һәм башҡа бик күп кенә һорауҙарға тулы, ҡыҙыҡлы яуаптар табырһығыҙ.

Ҡурған башҡорттарының йолалары, ауыҙ-тел ижады, теле, тарихы һәр ваҡыт ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итә. Әхәт Сәлиховҡа быйылғы йәйҙә әҙәбиәтсе һәм фольклорсылар менән Сафакүл районына экспедицияға сығырға, унда боронғо ҡулъяҙмалар һәм китаптар, халыҡ ижады үрнәктәре менән танышырға тура килгән. Әйтәйек, ул яҡтарҙа һабантуйҙарҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа көрәшкән. Еңеүселәргә һөбә (һыйыр ҡабырғаһы) биргәндәр. Унан бишбармаҡ бешергәндәр. Ҡайһы ваҡыт ҡатындар һөбәне һатҡан, уны ирҙәр һатып алырға тырышҡан. Былар тураһында мәғлүмәт менән “Ҡурған башҡорттары йолаларҙы һаҡлай” исемле мәҡәлә аша танышырһығыҙ.

“Һөнәренең оҫтаһы” рубрикаһындағы “Шәфҡәтлелек илсеһе” тигән мәҡәләлә Альбина Ғөбәйҙуллина Мәсетле районының “Ҡарағай” шифаханаһы терапевы һәм ультратауыш тикшереү белгесе, һәр сирлегә йөрәк йылыһын тигеҙ өләшкән, тормошто яратырға, йәшәргә ышаныс биргән, йомшаҡ ҡуллы Фирҙәүес Маҙһар ҡыҙы Әхмәтшина яҙмышын һүрәтләй.

Кемдер бер бала үҫтереүҙе лә ҙур проблемаға яһай, кемгәлер туғыҙ, ун бала бағыу ҙа бер ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Дәүләкән ҡалаһында ғүмер кисергән Гөлназ һәм Айнур Ҡорманаевтарҙың йәш ғаиләһе туғыҙ балаға ғүмер биргән. Өлкәненә бөгөн 15 йәш, иң бәләкәсенә ни бары ете генә ай. Гөлнара Хәлфетдинова “Балаларым – дарман инеше” исемле мәҡәләһендә был ишле ғаиләнең уңыштары, шатлыҡтары, уларҙың тәрбиә серҙәре менән уртаҡлаша.

Билдәле яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатованың “Еләк беште” тип исемләнгән йөкмәткеле хикәйәһе барығыҙҙың да күңеленә хуш килер.

“Ҡараңғы донъяларҙы яҡты итеп...” – Гөлнара Мостафинаның рух ныҡлығын данлаусы мәҡәләһе шулай тип атала. Унда дәртләнеп, илһамланып эшләп йөрөгән бер көндө автоһәләкәткә осрап, яҡты донъяларҙы күреүҙән һәм үҙ аяҡтарында атлап йөрөүҙән мәхрүм ҡалған, әммә ошо көс етмәҫтәй тойолған ауырлыҡтарҙы еңеп, йәшәргә көс тапҡан, ул ғына ла түгел, башҡаларҙы ла үҙенең үрнәгендә бирешмәҫкә, алға ҡарап йәшәргә өндәгән Хәмиҙә Барлыбаеваның яҙмышы бәйән ителә.

Күп кенә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға эндометриоз тигән һүҙ таныштыр. Был сирҙең билдәләре, эҙемтәләре менән уҡыусыларҙы юғары категориялы табип-гинеколог, журналдың даими авторы Рәүфә Йәнтилина таныштыра.

“Хеҙмәт ветераны исеме кемгә бирелә?” Был һорауға “Хоҡуҡи әлифба” рубрикаһында яуап табырһығыҙ.

7-8-се һандарҙа аҫалы балаҫ серҙәрен асҡан Сәрүәр Сурина был юлы ла “Аҫалы балаҫ – донъя йәме” тигән яҙмаһында халҡыбыҙҙың күңелен сағылдырған балаҫтар хаҡында һөйләүҙе дауам итә.

Гөлшат Ҡунафина көҙгөһөн тирене туҡландырыу, яңыртыу, һыуыҡтарға әҙерләү йәһәтенән көҙгө битлектәр әҙерләү ысулдары менән таныштыра. Шулай уҡ “Тәмлекәс” рубрикаһында помидорҙан ҡышҡылыҡҡа төрлө тоҙлоҡтар (соустар), турама, тәмләткестәр тәҡдим итә.

Бер һылыуҙың виртуаль донъяла юғалта яҙған ирен нисек итеп яңынан үҙенә ғашиҡ итеүе, ҡайтарып алыуы һәм ғаиләһен һаҡлап ҡалыуы тураһындағы тарих ысынбарлыҡтан алынған. “Йөрәк дәрестәре” рубрикаһындағы “Бер ҡатындың нисек итеп ирен яңынан ғашиҡ иткәне” тигән яҙмала Альмира Кирәева шул турала һөйләй.

Ҡәҙерле уҡыусылар, артабан да “Башҡортостан ҡыҙы”ның иң яҡын дуҫы булып ҡалығыҙ, яҙылығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!


Теги: журнал яңы һан Күҙәтеү





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook