Башҡортостан Ҡыҙы

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының ноябрь һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының ноябрь һанына күҙәтеүЖурналдың ноябрь һаны “Юлдар саҡыра” рубрикаһы менән асылып китә. “Һәр көндө нимәгәлер бағышлап үткәреү хәҙер инде ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. 2008 йылдан халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙы көнө барлығын күптәр белмәйҙер ҙә әле. Дәррәү ҙә, сәмле лә ишембайҙар Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып был датаға иҫтәлекле байрам төҫө индерҙе. Уларҙың киләсәктә ауыл ҡатындарын данлаусы сараны республика кимәлендә лә гөрләтеп уҙғарырға дәрте бар”, – тип яҙа “Данға күмел, ауыл ҡатыны!” тигән мәҡәләһендә Гөлназ Ҡотоева.

Баҫманың тышлығын биҙәгән филология фәндәре докторы Гөлнур Хөсәйенованың тормош юлы, ғилми эшмәкәрлеге хаҡындағы мәҡәлә “Башҡорт Шәһризадаһы” тип атала. “Ғалимәнең уйҙары яҡты, киләсәкте ҡайғыртып борсолоуҙары ла ихлас, әле лә сәмләнеп фән менән шөғөлләнә, янып эшләй ул. Еңел кәүҙәле, зәңгәр күҙле башҡорт ҡатыны донъя иркәһе һымаҡ күренһә лә, сабыр, тимерҙәй ныҡ. Һәр минуты иҫәпле, ваҡыттың ҡәҙерен белеп, ғүмерен халҡы өсөн файҙалы итеп үткәреүҙе маҡсат итеп алған ул. Уның тормош юлы, ғилми эшмәкәрлеге шуны раҫлай”, – ти мәҡәләнең авторы Гөлназ Ҡотоева.

“Халыҡ-ара “Иҙел” башҡорт-татар йыры фестиваль-бәйгеһе Өфө сәхнәһендә быйыл һигеҙенсе тапҡыр уҙҙы. Ике туғандаш халыҡтың йыр сәнғәте үҫешенә булышлыҡ итеү, тәжрибә уртаҡлашыу, йәш таланттарҙы табыу һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған был бәйге йылдың-йылы нығынып, юғарыраҡ кимәлгә күтәрелә бара”. “Рухиәттә – ваҡиға” рубрикаһы аҫтында Гөлнара Мостафинаның был фестивалдән “Иҙел”дә моң тирбәлде” тигән репортажын уҡырһығыҙ.

Киләһе рубрика – “Ер шары буйлап”. Журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева быйыл Көньяҡ Кореяла Бөтә донъя тыныслыҡ өсөн Федерацияһы тарафынан үткәрелгән “Хәҙерге замандың мөһим мәсьәләләрен хәл итеү: парламентарийҙарҙың һәм дин әһелдәренең яуаплылығы” тип исемләнгән 32-се Халыҡ-ара лидерлыҡ конференцияһында ҡатнашты. “Именлек нигеҙе – мөхәббәтле ғаилә” тигән мәҡәләһендә сәйәхәттән алып ҡайтҡан бай тәьҫораттары менән уртаҡлаша ул.

“Ирҙәрҙе һаҡлағыҙ!” – Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ун биш йылдан ашыу ошо һүҙҙәрҙе оран итеп, даими рәүештә ҙур акциялар үткәрә, был саҡырыуға дәүләт кимәлендә иғтибар даулай. Ул һүҙҙәр хатта союз рәйесе Рәшиҙә Солтанованың машинаһының артҡы тәҙрәһенә яҙылған. “Ни эшләп наҙға сумып ғүмер итергә тыуған ҡатын-ҡыҙ үҙе ир-атты иркәләтеп йәшәтергә тейеш?” – ти быны күргән ҡайһы берәүҙәр. Һүҙ, әлбиттә, көслө затты “өф” итеп тороу хаҡында түгел. Ғәҙәти булмаған саҡырыуҙың асылы нимәнән ғибәрәт? Альмира Кирәеваның “Ағинәйҙәр янындағы аҡһаҡалдар ҡайҙа булған?” мәҡәләһе белгестәрҙең фекере менән дә таныштырыр, уйға ла һалыр.

“Һөнәренең оҫтаһы” рубрикаһында Гөлнара Хәлфетдинова абруйлы уҡытыусы Лариса Фәрүәз ҡыҙы Мортазина тураһында яҙа. “Сер түгел, йолаларға тоғролоҡ һаҡлаған, миллилеккә илтифат иткән ошондай матур ҡатындар йәшәтә бит ул милләтебеҙ күсен!” – ти автор “Фиғеле ипле, ҡулы ҡотло” тигән мәҡәләһендә.

“Әҙәби балҡыш”та V Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр бәйгеһендә “Башҡортостан ҡыҙы” журналының дәртләндереү призына лайыҡ булған Гөлнур Яҡупованың “Аждаһаның селәүсенгә әүерелгәне” хикәйәһе, “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының шиғри күстәнәстәрен ауыҙ итерһегеҙ.

“Башҡорт ғаиләһендә тормош тәртибе менән ҡатын-ҡыҙ идара иткән, һәммәһендә календарь булған. Календарҙы биҙәүес яһап, түшелдерек итеп тағып йөрөгәндәр. Түшелдеректәге алты япраҡлы биш сулпы айҙың 30 көнөн аңлатҡан. Ситтәге – уң һәм һул яҡтағы сулпылар йәйҙең алты, ҡыштың алты айын, ә улар беркетелгән ике көмбәҙ йәй менән ҡышты сағылдырған”, – тип яҙа “Боронғо биҙәүестә – йыл иҫәбе” мәҡәләһендә Мәскәү ҡалаһынан Дилә Бикҡул.

“Шәл башлайым, еңел аяҡлы кеше килһен”, “Ай тулғанда – кәзә тара”, “Кәзәһе һимеҙ – дебете тигеҙ”...Халҡыбыҙҙа шәл бәйләү хаҡында мәҡәл-әйтедәр ҙә, ырым-юрауҙар ҙа һанап бөткөһөҙ. “Халыҡ һөнәрмәндәре” рубрикаһында Сәрүәр Суринаның “Башҡорт шәле тигән мөғжизә” мәҡәләһенең дауамы урын алған.

“Журналыбыҙҙы уҡыусы әсәләр үҙҙәренә ҡағылышлы теге йәки был закон, уға үҙгәрештәр хаҡында аңлатыуҙы һорап, йыш мөрәжәғәт итә. “Һорағыҙ – яуап бирәбеҙ” рубрикаһында Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы, Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы Фоат Ғәләүетдин улы ХАНТИМЕРОВ шул һорауҙарҙың ҡайһы берҙәренә яуап бирә.

“Ашханала ҡаймаҡлап билмән һуҡтырғандан һуң бөгөлөп төштөгөҙмө? Ризыҡ ашҡаҙанға таш булып ятыу, ашағандан һуң эс ҡабарыу, уҡшыу һеҙгә танышмы? Ауыртыу ҡайһы саҡта ҡалаҡ һөйәге аҫтына, күкрәк тәңгәленә, хатта билгә бәрә, тиһегеҙме? “Һеҙгә ашығыс рәүештә табипҡа күренергә кәрәк!” – ти даими авторыбыҙ, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш гастроэнтерологы Эльмира Мәрүән ҡыҙы ҠАҺАРМАНОВА. “Сихәт” рубрикаһында ул киң таралған, ҡатмарлы осраҡтары үлемгә килтергән ауырыуҙарҙың береһе – ашҡаҙан йәрәхәте тураһында һөйләй.

“Халҡым гәүһәре” рубрикаһында Гөлсара Хәтмуллина Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлфиә Әнүәр ҡыҙы Ноғоманова тураһында яҙа.

Башлыҡ-шарфтарҙың ниндәйе генә юҡ кибеттә бөгөн. Шулай ҙа йыш ҡына уларҙы йә пальтоның төҫөнә тап килтерә алмай, йә куртка менән килештермәй көйәҙләнәбеҙ. “Айниса” тегеү һәм ҡул эштәре студияһын ойоштороусы Әлиә Ғәйнуллина менән Айгөл Сафина журнал биттәрендә был хәлдән еңел генә сығыу юлын күрһәтмәксе. Йәнегеҙ ятҡан тауарҙан башлыҡ һәм шарф-снуд тегеү анһат ҡына, ваҡытты ла күп алмай, ти улар.

Дауаланыу йәки анализ өсөн аҡса түккән саҡта полисыбыҙ хаҡында онотоп ебәрәбеҙ. Ул бит беҙгә бушлай хеҙмәтләндерелеү мөмкинлеген бирә! Медицина страховкалауы полисы буйынса ниндәй ярҙамға хоҡуҡлыбыҙ? Бушлай медицина хеҙмәттәренә хоҡуҡтарыбыҙ боҙолғанда ни эшләргә? Шәхси клиникаларҙа полис буйынса дауаланып буламы? “Хоҡуҡи әлифба” рубрикаһы аҫтында Альмира Шәфиғуллина БР Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының Үҙәк филиалы табип-эксперты, медицина фәндәре кандидаты Светлана Рәйес ҡыҙы МИНҺАЖЕВА менән ошо һорауҙарға яуап эҙләй.

Яҡташтары яратып “Арғаяш һандуғасы” тип йөрөткән Венера Шәймөхәмәтова хаҡында Силәбе ҡалаһынан Ҡамса Мортазин яҙған.

Көҙгө ҡояшһыҙ көндәрҙә сағыу төҫлө, наҙлы һәм татлы был емеш күңелде күтәреп ебәрә. Калий, магний, каротин, тимер, натрий, фруктоза, глюкоза, А, С, Р витаминдарына мул хөрмә нервы күҙәнәктәрен, ҡан тамырҙарын нығыта, аш һеңдереүҙе яҡшырта, бөйөргә таш ултырыуын тотҡарлай, кәйефте лә күтәрә. Йодҡа байлығы уны ҡалҡан биҙе өсөн файҙалы итә, ә антиоксиданттар буйынса ул йәшел сәйҙән һис ҡалышмай. Файҙалы матдәләр сығанағы булған был емештән, баҡһаң, бихисап төрлө ризыҡ әҙерләп була икән. Үҙенсәлекле рецептар менән “Тәмлекәс” рубрикаһында танышырһығыҙ.

Әйткәндәй, “Башҡортостан ҡыҙы” журналында барған “Әсә йөрәге”, “Таҡыя нағышы”, “Башҡорт ҡурсағы” бәйгеләре аҙағына яҡынлаша. Ҡатнашырға теләүселәр ай аҙағына тиклем эштәрен ебәреп өлгөрә әле.
Киләһе йылға лә яратҡан журналығыҙға яҙылырға онотмағыҙ, әхирәттәр!

Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.


Теги: журнал Күҙәтеү





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook