Башҡортостан Ҡыҙы

“Башҡортостан ҡыҙы”ның февраль һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы”ның февраль һанына күҙәтеүБашҡорт шәленең данын һәм баһаһын күтәреүсе Ейәнсура тарафтарында “Орсоҡ өмәһе” тигән бер матур йола йәшәй икән. Аҡ бурандар уйнаған ҡышҡы көндәрҙә был яҡтарға сәфәр ҡылған Гөлназ Ҡотоева “Гөрләй орсоҡ өмәләре” тигән юл сәхифәһендә ҡабатланмаҫ ошо ғөрөф-ғәҙәтте һаҡлаусы, шәл бәйләү маһирлығын быуындан-быуынға тапшырыусы көләс йөҙлө, тилбер ҡуллы оҫталар менән таныштыра.

Ниндәй һөнәр һайларға тип хыялланғанында завод хәтлем завод хужаһы булырмын тип уйланымы икән томрап торған был һылыу? Һүрәте февраль тышлығын биҙәгән “Электролайн” йәмғиәте генераль директоры Айгөл Тәфтизан ҡыҙы Хужинаның уңышҡа илткән юлы, ғәжәйеп үҙенсәлекле тормош фәлсәфәһе хаҡында Гөлназ Ҡотоева “Рухи тамырҙарҙан көс алып…” тигән мәҡәләһендә бәйән итә.

“Тире һау булһын, тиһәң…” – 1-се Республика тире-венерология диспансерының бүлек мөдире, табип-дерматовенеролог Эльвира Рауил ҡыҙы Гуменная менән Зөлфиә Басирова ҡорған әңгәмә шулай тип атала. Ниндәй тире ауырыуҙары йыш осрай? Уларҙы булдырмау өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк? “Тире беҙҙең организмдың эске торошон сағылдыра”, – ти тәжрибәле табип һәм ошо, башҡа һорауҙарға яуап бирә.

“Быуындар сылбыры, милләт тәрбиәһе тураһында күп һөйләйбеҙ. Ошо булалыр ул быуындар сылбыры: баҡыйлыҡҡа күскәс тә әсә балаларын тәрбиәләй: иҫән сағында ҡылған ғәмәлдәре, әйткән һүҙе, доғалары менән. Ҡыҙҙары ошо изгелекте үҙҙәре тарата, иртәгә килендәре дауам итәсәк. Милләтебеҙҙең көсө лә иман, әҙәп тәрбиәһендә. Алтынбикә кеүек гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙа һаҡлана ул хазина”, – тип яҙа Баймаҡта йәшәүсе авторыбыҙ Луиза Дәүләтшина. Ошо байлыҡты киләсәккә тапшырыусы һоҡланғыс ханым Алтынбикә Сәйетғәле ҡыҙы Сөләймәнова хаҡында ул “Яҡлай мине, һаҡлай мине әсәйем доғалары…” тигән яҙмала бәйән итә.

Республикабыҙҙың 100 йыллығына арнап, журнал биттәрендә “Быуат ҡәләме” публицистик яҙмалар конкурсы иғлан ителгәйне. Февраль һанында уҡыусылар хөкөмөнә тәүге эште – билдәле шағирә, журналист Тамара Юлдашеваның Ырымбурҙағы аҫыл милләттәштәребеҙ – Венера һәм Саим Агишевтарҙың мөхәббәтле, ырыҫлы ғүмер юлына арналған “Пар аҡҡош” тигән очергын тәҡдим итәбеҙ.

Шиғри күстәнәстәрҙе, сәсмә әҫәрҙәрҙе түҙемһеҙлек менән көтөп алыусылар был һандан бик ҡәнәғәт ҡалыр, моғайын. Улар Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың мөғжизәүи ижад донъяһын гиҙеп, гүзәл затҡа аяулы күңел балҡышы сағылған шәлкемдәрҙән илһамланыр. Чечен Республикаһы әҙибәһе Аминат Тапалаеваның “Кейәү балдағы” тигән хикәйәһен уҡып кинәнер.

Әгәр егерме-утыҙ йыл элек балаларға прививка яһатыу ата-әсәләр араһында бер бәхәс тә тыуҙырмаһа, хәҙер вакцинация тураһында ниндәй генә ҡапма-ҡаршылыҡлы һүҙҙәр йөрөмәй. Вакциналарҙың зыяны хаҡындағы хәбәрҙәр дөрөҫмө, әллә бушмы? Прививкалар ни өсөн кәрәк, улар ниндәй сирҙәрҙән һаҡлай? Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш инфекционисы Дамир Әсхәт улы Вәлишин Альмира Кирәева ҡорған “Прививкалар ни өсөн кәрәк?” тигән әңгәмәлә ошо һорауҙарға яуап бирә.

“Әсәлек капиталы хаҡында дүрт һорау” – Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе етәксеһе Фоат Ғәләүетдин улы Хантимеровтың әсәлек капиталы хаҡындағы мөрәжәғәттәр буйынса аңлатмалары шундай баш аҫтында донъя күрә.

“Сабый иңдәрендә ҡанат тойоп үҫһен, үҙенә ышанысы көслө булһын тиһәгеҙ, ҡаҙ өмәһендә өрпәкәйҙе әрәм итмәгеҙ. Күңел юғарылығын кәүҙәләндергән Самрау батшаның аҡ ҡото милли кейемдәребеҙгә лә, үҙебеҙгә лә йоҡһон” – был юлдар Гөлнара Хәлфетдинованың “Өрпәкәй” тигән мәҡәләһенән. Милли кейемдәрҙәге онотола яҙған биҙәк – нигеҙенә оло мәғәнә йәшергән өлтөк, өрпәкәй, йәғни ҡаҙ ҡойроғо хаҡындағы яҙма бер тында уҡыла.

Билдәле ҡәләм оҫтаһы Сәрүәр Сурина, “Башҡорт шәле тигән мөғжизә” тип аталған ифрат ҡыҙыҡлы, фәһемле мәҡәләләр циклын йомғаҡлап, халҡыбыҙҙың хазиналай кәсебен артабан үҫтереү хаҡындағы уйҙары менән уртаҡлаша.

“Беләҙегем – йөҙөгөм” конкурсында ҡатнашыусы был оҫтаның биҙәүестәрен хужабикәләр ҙә, фән әһелдәре лә яратып таға. Ғафури районы Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Рәйлә Сабитова бәйгегә эштәрен килтереп: “Был шөғөл – минең өсөн ижад, уға бар илһамымды һалам”, – тип билдәләй.

Күгәрсен районы Мораҡ ауылы гүзәле Гөлсәсәк Псәнчина иҫ киткес торттар оҫтаһы тип танылған. Телде йоторлоҡ, биҙәлеше менән күңелде яуларлыҡ “Йөрәккәйем” тигән тортты бешереү серҙәрен унан Гөлшат Ҡунафина яҙып алған.

Журналдың һуңғы битен иһә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәнил Шәймөхәмәтовтың ғәжәйеп оло һөйөү, үҙенсәлекле тылсым һәм ғәм ҡушып яҙған эштәре йәмләй. Улар һәр кемдә йоҡомһораған илаһи ижадсыны уятыр һәләткә эйә.

Журналыбыҙ яҙмаларын һуғарған яҡты илһам һеҙҙең йөрәктәргә лә күсһен! Артабан да “Башҡортостан ҡыҙы” менән ҡалығыҙ, матур бәйгеләребеҙҙә ҡатнашығыҙ!


Теги: журнал яңы һан Күҙәтеү





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook