Башҡортостан Ҡыҙы

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының 12-се һанында!

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының 12-се һанында!Ил, хоҡуҡ һәм намыҫ һағында

Лилиә Ғүмәрованың исемен Башҡортостанда белмәгән кеше юҡтыр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан ул бер үҙе вице-премьер йөгөн тартты. Яуаплылығы, эште етеҙ, теүәл һәм аныҡ атҡарып сығыуы был һоҡланғыс шәхесте тиҙ арала юғары баҫҡыстарға күтәрҙе.
Журнал уҡыусылары уның менән Учалы ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булған сағында уҡ таныш ине. Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының социаль үҫеш, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм мәшғүллек бүлеге мөдире, артабан Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил булып эшләгәндә лә Лилиә Салауат ҡыҙы «Башҡортостан ҡыҙы» менән даими хеҙмәттәшлек итте.
«Мәктәптә психолог, район хакимиәтендә социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булараҡ, кешеләр менән эшләүҙә туплаған тәжрибәм, мәғариф өлкәһен белеүем генә түгел, балаларҙың кисерештәрен аңлауым һәм халыҡтың мәнфәғәтен ни дәрәжәлә яҡлай алыуымды дөрөҫ тойомлауым арҡаһында юғары вазифа ҡурҡытманы», – тигәйне ул бер әңгәмәһендә.

Ысындан да, уңған ханым Премьер-министр урынбаҫары булараҡ та, һәр мәсьәләне төптән уйлап, эште ойоштора белеүе, ауыр һорауҙарҙы ла тиҙ арала хәл итеү һәләте менән абруй ҡаҙанды.

Сираттағы Президент һайлауҙарынан һуң Лилиә Салауат ҡыҙы тағы ла бейегерәк күтәрелеп, иңенә тағы ла яуаплыраҡ йөктәр һалды.

Башҡортостандан тәүге сенатор ҡатын

Рәсәй Федерация Советының көҙгө сессияһындағы тәүге ултырышта уның яңыртылған составы раҫланды, палата һәм комитеттар етәкселәре һайланды.
Петербургтан сенатор Валентина Матвиенконың артабан да Федерация Советы рәйесе вазифаһын үтәйәсәге беленде. Ә Лилиә Ғүмәрова Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп бер тауыштан һайланды. Шулай итеп, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының элекке урынбаҫары Л.С. Ғүмәрова Рәсәй парламентының Юғары палатаһында республиканың башҡарма власын сағылдыра башланы. Шуның менән ул Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ сенатор булараҡ тарихҡа инде.

Асыҡлап әйтеп китергә кәрәктер, Рәсәй Дәүләт Думаһы ҡабул иткән закондар Федерация Советында ултырған сенаторҙар раҫлап, Рәсәй Президенты ҡул ҡуйғас ҡына үҙ көсөнә инә. Бындай дәрәжәгә эйә кешеләрҙең ни хәтлем төплө һәм тәрән аҡыллы булырға тейешлеген күҙ алдына килтерәһегеҙҙер.

Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай

Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова Рәсәйҙең баш ҡалаһына эшкә күскәс, уның эшмәкәрлеген телевидение-радио, Интернет селтәрендәге яңылыҡтар аша күҙәтеп бара башланыҡ.

Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы кәңәшмәһендә мәҙәниәт өлкәһен көйләйәсәк федераль закон хаҡындағы фекер алышыуҙарҙа ҡатнашып, комплекслы закон сығарыуҙы талап итеп сығыш яһаһынмы, мәғариф өлкәһендәге «түңәрәк өҫтәл»дә БДИ үткәреүҙе камиллаштырыу, мәктәпкәсә белем биреүҙе яңыртыу, инклюзив белем биреүҙә төп талаптарҙы анығыраҡ билдәләүҙең мөһимлеген яҡлап һүҙ әйтһенме, уның тәҡдимдәре урынлы һәм ваҡытлы яңғыраны. Башҡортостанда тормошҡа ашырылған «Кәртәләрҙе емереп» акцияһын миҫалға килтереп, ул һау-сәләмәт уҡыусылар менән инвалид һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың бергә уҡыуында дуҫлыҡ, татыулыҡ кеүек сифаттар мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, ошондай балаларға ҡарата аңыбыҙҙа тыуған кәртәләрҙе емерергә кәрәк, тигән фекерҙе әйтте.

Лилиә Ғүмәрова Федерация Советы делегацияһы составында Индонезия һәм Филиппин илдәрендә булырға ла өлгөрҙө.

Индонезия Һәм Рәсәй парламенттары дуҫлығы төркөмөн етәкләүҙе Рәсәйҙең Юғары палатаһы спикеры Валентина Матвиенко тап уға ышанып тапшырҙы. Был төркөмдө булдырыу ике илдең инвестициялар буйынса проекттарын ғәмәлләштереүҙе һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте яйға һалыуҙы күҙ уңында тота.
Быйыл октябрь аҙағында Лилиә Ғүмәрова «Мир» телекомпанияһы бөгөнгө көнүҙәк һорауҙарҙың береһенә – мәктәптәрҙә ата-әсәләрҙән матди ярҙам йыйыуға арнап үткәргән «Слово за словом» ток-шоуында ҡатнашты. Тапшырыу барышында бындай юл менән аҡса йыйған мәктәптәрҙең етәкселегенә ҡаты саралар күреләсәге хаҡында әйтелде.

Шулай уҡ ул Рәсәй Федерацияһында Тәрбиәне үҫтереү стратегияһы комиссияһы эшендә ҡатнашты. Комиссия 2012 – 2017 йылдарҙа балалар мәнфәғәтендә милли стратегия положениеларын тормошҡа ашырыу планы буйынса булдырылған.

Мәскәүҙән уны юлдар Башҡортостан тарафтарына тарта. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец менән ҡайтып, «Әсә һәм бала» клиникалар селтәренең перинаталь үҙәген асыуҙа ҡатнашыуы, шулай уҡ баш ҡаланың бер нисә белем биреү учреждениеһында, Республика клиник дауаханаһының акушерлыҡ-гинекология корпусында, Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейының яңы бинаһында фонд асыуҙа ҡатнашыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Был сәфәр республикабыҙҙың социаль һәм мәҙәни өлкәһенә ыңғай йоғонто яһар, тип күҙалланыла.

«Башҡортостан ҡыҙы»нда әңгәмә

...Һәм бына ул, балҡып, беҙҙең редакцияға килеп инә. Ышанмай ҙа торабыҙ, әммә был төш түгел. Лилиә Салауат ҡыҙы баҫмабыҙҙы, уның уҡыусыларын ысын күңелдән яратыуын әйтә. Ҡотлау һәм тәүге һорау – яңы дәрәжә хаҡында, әлбиттә.
«Федерация Советын ҡатын-ҡыҙ – Валентина Матвиенко етәкләгәс, уның йөҙө үҙгәрҙе. Элек Парламентты гендер тигеҙһеҙлегендә ғәйепләһәләр, сентябрҙә килгән сенаторҙар араһында 36 проценты ҡатын-ҡыҙҙар ине, ә дөйөм иҫәп хәҙер – 18 процент. Был үҙгәреш гүзәл зат файҙаһына ғына түгел, уның маҡсаты – Юғары палатаға төбәктәрҙәге проблемаларҙы, халыҡтың йәшәйешен, мохтажлыҡтарын белгән, ғаилә хоҡуҡтарын, социаль гарантияларҙы яҡлай алырлыҡ шәхестәрҙе йәлеп итеү. Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге һиҙгер, миһырбанлы. Шуға күрә лә закондар сығарыуҙа гүзәл заттың роле мөһим, мәҫәлән, Ғәрәп Әмирлектәрендә шәйех Зайд Ибн Султан Әл Нахайяндың тол ҡатыны Фатима етәкләгән ҡатын-ҡыҙҙар Федерацияһы аша үтмәй тороп, закондар ҡабул ителмәй. Донъя кимәлендә дәүләт закондары ҡабул иткәндә гендер экспертизаһы мотлаҡ һанала башланы», – тигән яуабынан уҡ уның күңелен биләгән мәсьәләләр даирәһе һыҙатланды.

«Ә мөһим ҡарарҙарға Һеҙ йоғонто яһай алаһығыҙмы?» – тигән һорауға ул тәүге айҙарҙа уҡ төбәктәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртыу, мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү ни хәтлем һөҙөмтәле булыуын әйтте: «Мәҫәлән, хеҙмәттәшем ҡолағы насар ишеткән балалар өсөн кохлеар импланттар кәрәклеге проблемаһын күтәреп сығыш яһаны һәм уның һорауы ике көн эсендә ҡәнәғәтләндерелде. Комитетҡа бүленгән бюджетта мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү системаһын модернизациялау өсөн бер юл да ҡаралмағайны. Ошо хаҡта тәҡдим менән сығыш яһаным, был башланғыс етәкселәр тарафынан хуплап ҡаршы алынды һәм һөҙөмтәлә ошо маҡсатта тотонорға 10 миллиард һум аҡса бүленде. Йәнә лә 40 миллиард һум мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләүгә тәғәйенләнәсәк. Тап ошо мәсьәләне хәл итеү киҫкенлеген дәлилләп һорағас, яҡлау табылды».

«Юғары палатаның халыҡ-ара бәйләнештәрҙе ҡороуҙа әһәмиәте арта. Ғәҙелһеҙ индерелгән санкциялар, Украина менән бәйле борсоулы хәлдәрҙе күрәбеҙ, шундай мәлдә парламентарийҙар айырыуса һаҡ мөнәсәбәт булдырыуҙы көйләргә тейеш», – ти Лилиә Салауат ҡыҙы, Индонезия һәм Рәсәй Парламенты дуҫлығы төркөмөн етәкләйәсәген һөйләп.

«Мөмкинлектән файҙаланып, Башҡортостанда әүҙем эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар советтарына рәхмәтемде белдерәм. Ғаиләне һаҡлап ҡалыу, эскән ата-әсәне дөрөҫ юлға баҫтырыу буйынса бик күп эшләнә. Әсәләр өсөн льгота, пособиелар, эш хаҡы мөһим, әммә йәмғиәттә ыңғай мөнәсәбәттәр ҡороу тағы ла әһәмиәтлерәк. Өфөлә йәштәрҙе ғаилә тормошона әҙерләү буйынса үҙәктең эшләй башлауы – ҙур ҡаҙаныш. Балалар етемдәр йорттарында түгел, үҙ ғаиләләрендә тәрбиәләнергә тейеш. Вице-премьер булараҡ та тәүге сығышым опекунлыҡ органдары төҙөү буйынса ине. Һөҙөмтәлә республиканың 40 муниципалитетында опекунлыҡ органы барлыҡҡа килде, был дөйөм һанға ҡарата 70 процент тигән һүҙ.

Ниһайәт, аборттарҙы профилактикалау проблемаһына йөҙ борҙоҡ. БР буйынса йылына 60 мең бала тыуһа, 24 меңдең йәне яралғы хәлендә ҡыйыла ине. Был һан 20 меңгә төштө. Йәмғиәтте һауыҡтырыу, ҡатын-ҡыҙҙың, ғаиләнең мәртәбәһен үҫтереү – дәүләт сәйәсәте, һәм ошо башҡараһы эштәр байтаҡ. Әлеге ваҡытта Тәрбиәне ғәмәлгә ашырыу буйынса эш төркөмөндә ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү йүнәлешендә шөғөлләнәм. Юғары даирәлә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙа Рәсәйҙең күп милләтле булыуы күҙ уңында тотолорға тейешлеге хаҡындағы тәҡдимем хуплап ҡаршы алынды.

Эскелек йәмғиәтебеҙ афәте, ауырыу булыуын танып, унан Хөкүмәт кимәлендәге программалар, медицина препараттары, юғары квалификациялы психологтар, технологиялар ярҙамында арыныу, һауыҡтырыу юлдарын табыу фарыз».

«Әсәйем Люциә Зиннәт ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләне. Тәрбиәләнеүселәре, уны күреп, эргәһендә уйнап ҡайтыу өсөн генә лә беҙҙең өйгә киләләр ине. Уларға ҡарата талапсан, ғәҙел ине. Уның әйтеүенсә, әҙәмдәрҙә ҡурҡыу бөттө. Хәҙер бер кем бер нәмәнән ҡурҡмай. Хатта тыйылғанды ашаҡлап үтеүҙән дә... Ошо ҡурҡыу булмауы ла йәмғиәтте эскелек һаҙлығына этәрәлер...»

Лилиә Салауат ҡыҙының ғаиләһе менән дә таныш беҙҙең уҡыусылар. Иптәшенең эске эштәр органдарында хеҙмәт итеүен, ҡыҙы Динәнең буй етеп килеүе хаҡында хәбәрҙарҙар. Икенсе ҡалаға эшкә күсеүегеҙҙе ғаиләгеҙ нисек ҡабул итте, тигән һорауға түбәндәге яуапты алдыҡ:
«Ҡыҙым Динә – БДУ-ның Хоҡуҡ институты студенткаһы, быйыл икенсе курста уҡып йөрөй. Ул – минең иң яҡын таянысым. Ҡатын-ҡыҙ өсөн үҙеңде аңлаған тормош иптәшең булыуы ла мөһим. Иптәшем Рәхимйән Мөхтәр улы – тап шундайҙарҙан. Ғаиләлә йәшәү – ул хеҙмәт, татыу, берҙәм союз төҙөү өсөн ике яҡтың да тырышлығы кәрәк».

Ил хеҙмәтендә булған арҙаҡлы милләттәшебеҙ менән осрашыуҙан һуң күңелдә яҡты бер өмөт яралды.

Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй сәйәсәтенә һәм уның үҫешенә тос өлөш индергән эшлекле, дәүләт кенә түгел, тотош донъя кимәлендә фекер йөрөтөп, кешелеккә изгелек һәм яҡтылыҡ нурҙары сәскән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ барында, тормошобоҙ алға тәгәрәр. Рухиәтебеҙ яҡлаулы һәм ҡурсыулы булыр!

Гөлназ ҠОТОЕВА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook