Башҡортостан Ҡыҙы

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

Журналыбыҙҙың 11-се һанында (ноябрь 2015 йыл) БР-ҙың “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы “Супер приз отоғоҙ!” исемле конкурс үткәреүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Уның шарттары буйынса 2016 йылдың 1-се ярты йыллығына бер республика гәзитенә йә журналына һәм бер район-ҡала баҫмаһына яҙылып, квитанциялар күсермәһен Өфөгә “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортона ебәрергә кәрәк ине.
Бына ошо бәйгелә “Башҡортостан ҡыҙы” журналына һәм үҙҙәренең район баҫмаһына яҙылып, 6 уҡыусыбыҙ ҡиммәтле бүләк отто! 21 супер приз отоусының алтауһы беҙҙең журналдың уҡыусыһы булыуы – бик ҡыуаныслы.

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!
Бына ул бәхетлеләр:
1. Маликова И.Ф., Федоровка районы Яңы Яуыш ауылынан, бүләк –телевизор;
2. Әҙеһәмова Г., Йылайыр районы Һабыр ауылынан – микротулҡынлы мейес;
3. Буранғолова Р.А., Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан – микротулҡынлы мейес;
4. Бикбашева З.Г., Ишембай районы Йәнырыҫ ауылынан – мультибешергес;
5. Хәйбуллина Ф.С., Белорет районы Үткәл ауылынан – мультибешергес;
6. Әбделғафарова С.А., Стәрлетамаҡ ҡалаһынан – мультибешергес.

Ҡәҙерле дуҫтар! Был конкурс 2016 йылдың 2-се ярты йыллығына яҙылыусылар араһында ла үткәреләсәк. Әле 31 мартҡа тиклем “Башҡортостан ҡыҙы”на элекке хаҡ менән яҙылыу кампанияһы бара. Яратҡан журналығыҙға алдан, арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡуйығыҙ һәм беҙҙең яңылыҡтарҙы күҙәтеп барып, конкурстарҙа ҡатнашығыҙ!


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook