Башҡортостан Ҡыҙы

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының август һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының август һанына күҙәтеү“Башҡортостан ҡыҙы” журналының август һаны “Кама буйында балҡый бер ҡала” тип аталған мәҡәлә менән асыла. Баҫма хеҙмәткәрҙәренең Нефтекамаға сәйәхәте ике яҡ өсөн дә бик емешле булған, урындағы әүҙем гүзәл заттар хаҡында яҙманы уҡып белерһегеҙ.

Шөкөр, милләтебеҙҙең бәҫен арттырып, ныҡлы ғаилә ҡороп йәшәгән йәштәребеҙ байтаҡ. Өфөлә йолаларға таянып, яңылыҡҡа ынтылып, бер-береһен хөрмәт итеп йәшәүсе Нурыевтар ғаиләһе – тап шундайҙарҙан, уларҙың бәхет сере формулаһы менән журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның “Бөгөнгөнөң ҡәҙерен беләйек” тип аталған мәҡәләһендә танышырһығыҙ.

“Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ” рубрикаһында Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәгән шәхесебеҙ Люциә Буканованың ҡыҙыҡлы ла, ҡатмарлы ла яҙмышы бәйән ителә. Альбина Ғөбәйҙуллина алып барған, уҡыусылар көтөп алған “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар” рубрикаһында был юлы ла бик мауыҡтырғыс геройҙар – ваҡытһыҙ ғүмере өҙөлгән йырсы Насип Кучаевтың ҡатыны Фәриҙә менән ҡыҙҙары Сабина һәм Альбина Кучаевалар еңел булмаған минуттары һәм еңеүҙәре хаҡында һөйләй.

“Әҙәби балҡыш” рубрикаһында Ләйсән Кәшфи һәм Радик Хәкимйәндең күңелде арбар шиғырҙары урын алған. Ә Шамил Хажиәхмәтовтың “Китеү” хикәйәһе уҡыусыларыбыҙҙы үткәндәргә алып ҡайтып, йөрәктәрендә тәүге һөйөү хистәрен яңыртыр, тип уйлайбыҙ.

“Психолог нимә ти?” рубрикаһында ғәйеп тойғоһонан ҡотолоу юлдары хаҡында һүҙ бара.

“Хәтер яҡтыһы” рубрикаһында Миңлегөл Хисамова әсәһе иҫән саҡта күңеленә уйылып ҡалған ҡәҙерле иҫтәлектәр менән бүлешә.

“Йондоҙло яңылыҡтар”ҙа быйыл йәй башҡорт фильмдарын төшөргән ваҡыттағы ҡыҙыҡлы осраҡтар хаҡында уҡырһығыҙ. “Рухи ҡомартҡыларыбыҙ” рубрикаһында ғәҙәттәгесә Башҡортостан ерлегендә табылған боронғо ташъяҙмаларҙың мәғәнәләре аңлатыла.

“Сихәт” рубрикаһында табибә Рәүфә Йәнтилина күп ҡатындарҙа осраған эс төшөү сире хаҡында һөйләй, уны дауалау юлдарын өйрәтә. Хужабикәләр шулай уҡ был һанда балсыҡтың шифаһы, ҡышҡылыҡҡа ризыҡты туңдырып һаҡлауҙың серҙәре хаҡында ла файҙалы мәғлүмәт табыр.

“Ризыҡ юллап” рубрикаһында Чехияла йәшәгән яҡташыбыҙ Миләүшә Годбодьтың ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы яҙмышы бәйән ителә, шулай уҡ Миләүшә ханым чех ризығы кнедликтар әҙерләү серҙәрен аса. Журналист Гөлнара Хәлфетдинова алып барған “Рәссам оҫтаханаһында” рубрикаһының сираттағы ҡунағы – һәләтле рәссам Нелли Аҡсурина. Йәш таланттың үҙенсәлекле тормош асылы бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.

Журнал иғлан иткән ярыштар ҙа ҡыҙыу бара, “Өйөм йәме гөл генә” бәйгеһендә был юлы Сибайҙан Гөлдәр Ҡадаева үҙе генә белгән гөл үҫтереү нескәлектәре хаҡында һөйләһә, “Милли биҙәк” конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы, яҙыусы Тәскирә Даянова үҙе теккән милли кейем өлгөләрен тәҡдим итә. Күҙәтеүҙә һөйләп кителгән һәм телгә алынмаған башҡа ҡыҙыҡлы мәҡәләләрҙе журналдың үҙенән табып уҡырһығыҙ!

“Башҡортостан ҡыҙы”нан айырылмағыҙ, бер-беребеҙҙең тормошо һәм ижады хаҡында хәбәрҙар булайыҡ!


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook