Башҡортостан Ҡыҙы

Башҡорт режиссерының «Еңмеш» фильмы Һиндостанда Гран-при яуланы

Режиссер Айнур Асҡаровтың «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән ҡыҫҡа метражлы «Еңмеш» фильмы «Свирский миф» (Рәсәй) һәм «Кинодиалог стран Брикс 2012» (Һиндостан) фестивалдәренән еңеү менән ҡайтты. Унда ул Гран-приға һәм «Иң яҡшы ир-егет роле өсөн приз»ға лайыҡ булды. (Төп ролде Хәйбулла районының Аҡъяр мәктәбендә уҡыусы Ғәлимйән Мәмбәтов башҡара).

Яҙғыһын «Еңмеш» фильмы Македония, Сербия, Франция, Испания һәм Германия илдәрендә конкурстарҙа ҡатнашасаҡ.

Әлеге ваҡытта Айнур Асҡаров Санкт-Петербургта «Беҙ ҡол түгел» ҡыҫҡа метражлы фильмын төшөрөү өҫтөндә эшләй.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook