Башҡортостан Ҡыҙы

«Һөйгәнемдең күңеленә ниндәй асҡыс табайым?..»

«Һөйгәнемдең күңеленә ниндәй асҡыс табайым?..»“Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле редакция! Һеҙгә “Башҡортостан ҡы­ҙы” менән ҡыҙыҡһынып танышып барыусы 15 йәшлек уҡыусы­ғыҙ яҙа. Журнал бик оҡшай, сөн­ки йөкмәткеһе бай, яҙмалары уҡымлы. Минең иһә кеше менән аралашырға, уртаҡ тел табыр­ға өйрәтеүсе мәҡәләләрегеҙ айырыуса күңелемә ята. Шуға ла үҙемде борсолдорған бер мәсьәлә буйынса кәңәш һорарға йөрьәт иттем дә. Мин бик оялсанмын, эс серемде кемгәлер әйтһәм, аң­ламаҫтар кеүек.
Күптән инде үҙем менән бер мәктәптә уҡыған егетте оҡшатам. Ул минән бер йәшкә өлкәне­рәк. Үҙе бик тәртипле лә, теремек тә, үткер ҙә, бөтәһе менән дә һәйбәт аралаша алған кеше. Уны күрһәм, бөтөнләй баҙап ҡа­лам, үҙемде нисек тоторға, нимә тураһында һөйләшергә белмәй ҡаңғырам. Үҙем былай төҫкә-башҡа төшөп ҡалғандарҙан тү­гел, һәр хәлдә, кешеләрҙән маҡ­тау һүҙҙәре ишетеп торам. Кү­ңелемде биләп алған егеттең иғ­тибарын нисек яуларға ғына белмәйем шул. Бәлки, мин үҙемде башҡасараҡ тоторға тейешмендер. Шул турала журнал бит­тәрендә яҙһағыҙ, башҡа тиҫ­терҙәремә лә яҡшы кәңәш булыр ине, тип уйлайым. Әҙме ни минең кеүек егеттәр менән аралашырға ҡыймаған ҡыҙҙар?..
Һорауымды яуапһыҙ ҡалдырмаҫһығыҙ, тип өмөтләнәм.
Айгизә, Стәрлебаш районы”.


Егет кешегә нисек оҡшау серҙәрен белергә теләү – Айгизә һеңлекәште генә түгел, күп ҡыҙҙарҙы борсолдорған һорау. Ә бит һәр һылыу, күңеленә оҡшаған егетте бер күреүҙән ғашиҡ иттереүгә үк ирешмәһә лә, үҙенә ҡа­рата ҡыҙыҡһыныу уятып, артабанғы йылы мөнәсәбәттәргә нигеҙ һала ала. Быға ирешер өсөн үҙеңә ҡарата ың­ғай фекер уята белергә өйрәнеү зарур, ти ҡаршы енестәр психология­һын өйрәнеүсе белгестәр һәм ошондайыраҡ кәңәштәр бирә.

Ниҙән башларға?

Иң беренсе, әлбиттә, тышҡы ҡиә­фәтеңде барлап сыҡ. Ниндәй кейем кейгәнһең, сәстәрең матур итеп ҡу­йылғанмы, тырнаҡтарың ҡараулымы һ.б. Ни тиһәң дә, көслө зат вәкилдәре иң беренсе һылыу йөҙ-ҡиәфәткә күҙ һала бит, был инде күптән асыҡлан­ған хәҡиҡәт. Аралар ялғанып киткәс кенә улар ҡатын-ҡыҙҙың башҡа сифаттарына, маңлай күҙе менән генә күреп-аңлап булмаҫ һыҙаттарына ҡы­ҙыға башлай. Тубыҡтан байтаҡ өҫтә­ге итәк, үтә күренмәле блузка кейеп ке­нә ҡыҙыҡтырам, тип яңылышма. Иң мөһиме – кейемеңдең төҫө, рәүе­ше үҙеңә килешеп, һоҡландырып тор­һон, һине серле лә итһен. Салбар уры­нына заманса тегелгән күлдәк кейеү – иң отошлоһо. Ҡайһы заман ир-егет­тәре өсөн дә ҡатын-ҡыҙ өҫтөндәге ке­йем араһынан иң оҡшағаны нәфис затты нәфис иткән күлдәк икәнлеге лә билдәле.
Йылмайырға онотма. Һүренке ҡиә­фәткә ҡарағанда йылмайыуҙан асылып киткән йөҙҙөң башҡаларға ла ши­фалы йоғонтоһо барлығы шикһеҙ. Ҡа­рап тороуға күрекһеҙ генә йөҙҙө лә йыл­майыу нисек балҡытып, матурлап ебәрә! Былай ҙа сибәрҙәр тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй.

Үҙеңде ярат!

Үҙеңдең ниндәй шәп зат икәнлегеңде еткереүгә өлгәш. Әммә иң башта бының шулай икәнлегенә үҙең ыша­нырға тейешһең. Шуны аңла: донъяла һинең ише ҡыҙ берәү генә, һиндә баш­ҡа берәүҙә лә осрамаған ҡабатланмаҫ һыҙаттар бар, улар тик һинеке генә. Был һин егеттәрҙе ауыҙына ҡа­ратып тотҡан ҡайһы бер ҡыҙҙар шикелле бер туҡтауһыҙ ҡысҡырып кө­лөргә, юҡ-бар һөйләргә, гел алдынғы булырға ынтылырға тейеш, тигәнде аңлатмай, әлбиттә. Киреһенсә, һиңә үҙең, нәҡ үҙең булып ҡалыу оҡшарға тейеш. Һөйкөмлө, алсаҡ, кешеләргә мөләйем зат бул. Аҡыллы, етди, ышаныслы егеттәргә үҙ аллы, тимәк, баш­ҡаларҙы ҡабатларға тырышмаған, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған, ҡыҙыҡлы фе­керләгән гүзәлдәр оҡшай. Мыжыҡ, үтә ҡылансыҡ, үҙен башҡаларҙан өҫ­төн күргән ҡыҙҙарҙы үҙ иткән егеттәр иһә үҙҙәре лә улар менән бер ҡалыптан, ундайҙарҙан бер ҡасан да ысын ир-егет сыҡмаясаҡ, тигән һүҙ. Шуға күрә күңелең түренә инеп оялаған егеттең ниндәй ҡыҙҙар менән аралашыуына ла диҡҡәт ит: һиңә лайыҡ­лымы ул?..

Уның иғтибарын яула

Үҙеңдә иғтибарын туҡтатыуға өл­гәш. Егеттең ҡарашын аула. Күҙҙәрегеҙ осрашҡас, керпектәреңде оялсан ғына елпеп, ҡарашыңды аҫҡа төбәй һал. Был уны шунда уҡ ниндәйҙер уйға һаласаҡ. Мәктәпкә килә ятҡанда йә ҡайтып барғанда, юлдарығыҙ киҫе­шәме? Тыйнаҡ ҡына сәләм биреп үт. Боролоп ҡараны икән, тимәк, һин үҙе­ңә иғтибар иттерҙең. Һөйләшеп кит. Ҡыҙыҡһыныу белдереп, ҡайҙа китеп барыуын һораштыр, үҙең ха­ҡында ла бер-ике кәлимә әйт. Әммә артыҡ һүҙ ҡуйыртма, һин бәйләнсек булып кү­ренергә тейеш түгел. Бер ауыҙ һүҙҙән дә кешенең иғтибарыңа торош итә­ме-юҡмы икәнлеген асыҡ­ларға мөм­кин. Тағы ла: һөйләшкәндә уның күҙ­ҙәренә тура ҡара. Күҙҙәр – күңел көҙгөһө, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.

Шаярт

Шаян кеше лә һөйкөмлөрәк күре­нә. Әлбиттә, юҡ-барҙан да хихылдап, етмәһә, башҡаларҙан көлөп йөрөү маҡтаулы эш түгел. Ә бына берәй ҡыҙыҡлы хәлде һөйләп, уны ла көл­дөрә, кәйефен күтәрә алһаң, был – һәйбәт билдә.

Уртаҡ мауығыуҙар

Уның нимә менән айырыуса мауы­ғыуын асыҡла ла үҙең дә шул турала күберәкте белергә, өйрәнергә тырыш. Уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ ҙа бар­ҙыр, моғайын. Шулай икән, йөрәгеңде әсир итеүсене үҙ донъяңа, аралашыу даирәһенә ылыҡтырырға тырыш. Мә­ҫәлән, музыкала айырым бер йүнәлеш­кә өҫтөнлөк бирәһең, ти. Егеттең теге йә был башҡарыусы тураһында феке­рен белеш, көйөн тыңлап алырға тәҡ­дим ит. Ниндәйҙер дөйөм шөғөл ме­нән мауыҡһағыҙ, бигерәк яҡшы. Был араларығыҙҙы яй­ларға, егеттең һиңә ҡарата ҡыҙыҡ­һыныуын арттырырға булышлыҡ итәсәк.

Түҙемле бул

Өҫтә әйтелгәндәргә өлгәшер өсөн ваҡыт талап ителә. Ҡабаланма, юҡһа егетте өркөтөрһөң, тырышыуҙарың бушҡа сарыф ителер. Уның “шәхси биләмәһе”нә инергә тырышма, маҙа­һыҙлама. Бөтәһе лә үҙ яйы менән аҡ­һын. Һинең менән ҡыҙыҡһына башланы иһә, был турала белмәй ҡалмаҫ­һың, уңайын табып, егет иғтибарын үҙе белгертер. Белгертмәһә инде, ҡай­ғырма, тыныс ҡына йәшәүеңде дауам ит. Кеше күңеле – ҡара урман, ти беҙ­ҙең халыҡ. Уның битараф ҡыланыуы­ның сәбәбе һиндә лә булмауы ихтимал. Бәлки, ул етди, оҙайлы мөнәсә­бәттәрҙән ҡаса, үҙен әҙер тип иҫәплә­мәйҙер. Ни тиһәң дә, үтә йәшһегеҙ бит әле. Оҡшатҡан егетеңдә мөхәб­бәт хистәре уята алмау ғына донъя бөтөүҙе аңлатмай. Һин йәш, матур, үҙеңдең баһаңды беләһең, тимәк, тирә-яғыңдағы бихисап егеттәрҙең башын әйләндерәсәгең, ысын мөхәб­бәтеңде табырың да алда әле!

Тағы ҡайһы бер кәңәштәр

Йөрәгеңде йыш-йыш тибергә мәжбүр иткән егет менән икегеҙҙең арағыҙҙа, ниһайәт, күпер барлыҡҡа килде, ти. Был саҡта һин үҙеңде мө­хәббәттән иҫереп, күктәргә ашырҙай итеп тойорһоң. Шунда ла һүҙеңде үлсәп һөйләргә, үҙеңде тотошоңа ифрат иғтибарлы, тотанаҡлы булырға онотма. Ситен-митен һүҙҙәр, йәшерен ым-ишаралар ярҙамында ҡыҙыҡ­һыныуын арттырам тип уйлап, яңы­лыша күрмә. Быны ул бөтөнләй тиҫ­кәре мәғәнәлә аңлауы мөмкин.
Хистәреңә иҫереп, башыңды юғалт­ма. Һалҡын ҡанлылығыңды эш­кә егеп, йөрәгең түрен биләгән кеше­нең сифаттарын барларға онотма.
Әхирәттәрең өсөн һиңә кем оҡ­шауы сер булып ҡалһын. Юҡһа, егетеңде күргән һайын, уға ҡырын-мырын ҡараған булып, сырҡ-сырҡ килеп көлөшә, бер-береһенә ишаралап үтә башларҙар. Унан да яманы – араларығыҙ нығынып та етмәгән, ә бәлки, әлегә тик дуҫтарса мөнәсәбәттәргә генә ҡоролған булып та, әхирәттә­реңдең егеткә ялҡытҡыс һорауҙар биреп йөҙәтә башлауы. Улар барыһы ла бер генә нәмәгә ҡоролған: ул һи­нең турала ни уйлай? Был егетте, әл­биттә, уңайһыҙландырасаҡ, унан да бигерәк, һинән биҙҙертеүе лә бик мөмкин! Ул сағында инде: “Һау бул, хыял!” – тиергә генә ҡала…
Әгәр ҙә егеткә дуҫтарың тарафынан әйтелгән ниндәйҙер һүҙҙәр шулай ҙа килеп ишетелде икән, үҙеңде, улар әле бала ғына, ә һин күпкә етдие­рәк, тип тоторға, илтифат иттермәҫ­кә тырыш. Уға һинең етдилегең, сәбә­ләнмәүең оҡшар ғына.
Бөтә әйтелгәндәр яҡшы һөҙөмтә бирә һәм хыялыңдағы егет һиңә яҡы­найғандан-яҡыная икән, шунда ла ат­тарҙы ашыҡтырма. Серле булып ҡа­ла бел. Унда йәки үҙеңдә уңай­һыҙлыҡ тойғоһо уятыусы бер ни ҙә эшлә­мә.
Тағы шуныһы: егеттең ихтирамлы мөнәсәбәтен ғашиҡлыҡ менән бута­ма. Был ике хисте бер-береһенән айы­рыу башта ҡыйыныраҡ булһа ла, тора-бара һин уларҙы аныҡлай алырһың.

Белгес кәңәштәрен
Р. МӨХӘМӘТЙӘРОВА еткерҙе.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook