Башҡортостан Ҡыҙы

Бөртөкләп йыйылған бәхет

Бөртөкләп йыйылған бәхет– Әсәй, әсәкәйем, һин ҡайттыңмы? Күңелем туйғансы яратайым әле үҙең­де. Сибәрһең дә инде, әсәкәйем. Ултырып ҡына тор, зинһар. Хәҙер, 1-2 минуттан ашым бешеп сыға. Мейес­кә бәлеш тә ҡуйғайным, – тип, Рита әсәһен йөрәкте иретерлек наҙлы йыл­майыуы менән ҡаршы алды. Йомшаҡ ҡулдары менән арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. Диванға барып ултырған әсәһенең тубығына башын һалды ла күҙҙәрен йомдо. Һүҙ менән әйтеп би­рә алмаҫлыҡ кинәнес, бәхет тойғоһо­на ирәйеп киткәндәй булғайны шул саҡ Әлмира. Ҡыҙының сәстәренән һыйпаны, киләсәктә лә ғүмере ошолай матур тәьҫораттар солғанышында тал­ғын ғына үтер төҫлө ине. Әммә…
Ҡыҙы менән булған һөйөнөслө мәлдәр яҡты иҫтәлек кенә булып ҡал­ған инде хәҙер. Шулай ҙа ул үҙен бә­хетле тоя. Эргәһендә балалары йүгереп йөрөй. Уларҙың йә күҙ ҡарашында, йә һөйләшендә, йә ҡыланышында Ритаһын хәтерләткән һыҙаттарҙы тойоп, ҡабатланмаҫ бәхет нурына сорнала.
Атай-әсәй һөйөүенә, йылылығына зар-интизар булған балаларҙы үҙ ҡу­йындарына алып, уларҙың тормошон яҡтыртҡан, йәмләгән, киләсәктәренә өмөт сатҡыһы һалған оло йөрәкле ғаилә Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында йәшәй. Һүҙебеҙ – туғыҙ бала алып тәрбиәләгән Әлмира Әҙһәм ҡыҙы менән Павел Анатольевич Смирновтар хаҡында. Яҙмыш уларҙы аяуһыҙ һынаған, ләкин йөрәк­тәрендәге изгелек утын һүндерә алмаған.
…Яратып ҡына кейәүгә сыға Әл­мира. Тик бәхете генә булмай. Кейәү­гә сыҡҡансы “Алиһәм!” тип, бер аҙым ҡалмай, эйәреп йөрөгән һөйгәне күҙ­гә күренеп үҙгәрә. Әҙәпле күренгән иренең торғаны бер бәғерһеҙ бәндә икәненә көндән көн инана ул. Йәш ҡатын ғәйепте үҙендә лә эҙләп ҡарай. Әммә уның баҫалҡы, итәғәтле булыр­ға тырышыуы иренең асыуын ғына ҡуҙғата.
Бәпәй көтөүҙәре хаҡындағы яңы­лыҡ тормош иптәшенең уға мөнәсә­бәтен үҙгәртер, мөхәббәттәрен яңыртыр, тип өмөт итеүе лә аҡланмай. Ире йылылыҡ, хәстәр күрһәтеү урынына түбәнһетеү һүҙҙәре генә яуҙыра. Бошонҡолоҡтан үҙәге өҙөлөрҙәй мәлдә лә ул үҙен тыуасаҡ балаһы хаҡына йәнен йылытырҙай яҡты уйҙарға көй­ләргә тырыша. Биле тәңгәлендә барлыҡҡа килгән көслө ауыртыу талсыҡ­ҡан тәнен дә, ире менән интегеүҙән хәлһеҙләнгән йәнен дә йәнсей кеүек тойола. Табипҡа күренеү ме­нән, тиҙ рәүештә дауаханаға ятырға ҡушалар. Бөйөрҙәре шешкән булып сыға.
“Бөйөрҙәрең эштән сыҡҡан, нисек кенә сабыйыңды йөрөтөрһөң икән?” – тип күңеленә хафа һалыу­ҙары, үҙенең ғүмерен һаҡлау хаҡына ҡарынындағы балаһын алдырырға кәңәш итеүҙәре – барыһы ла бөгөн артта ҡалған ҡурҡыныс төш һымаҡ. Бер ниндәй сәбәп тә сабыйынан баш тартырға мәжбүр итә алмаҫ ине.
Ҡыҙының бала сағын бәхетле итә алмауына ла үкенә ул. Ире эсеп ҡайта ла, ҡулына нимә эләгә, шуны тотоп, ҡатынын фатир буйлатып баҫтырыр­ға керешә. Әшәке ҡысҡырына, һүге­нә. Яңы ғына тәпәй баҫа башлаған сабыйына ла ажғыра, ҡулындағы балта йәки бысаҡ менән һелтәнә. Бәлә­кәс ҡурҡышынан торған ерендә тере һын һымаҡ ҡата. Әсәһе бәләкәсен ҡо­сағына ҡыҫып, ҡайҙа ҡасырға белмәй.
Был мәхшәрҙән ҡотола алмай интегеүҙәре, иренең эҙәрлекләүе – ҡә­бәхәтте башҡа бер ҡасан да күрмәҫ өсөн ер сигенә лә китергә әҙер була ул. Үҙе түләп алған ҡалалағы фатирын ҡалдырып, ҡыҙы менән Ғафури районы үҙәгенә күсеп ҡайталар. Әлбиттә, уларҙы унда бер кем дә көтмәй. Әлмира көскә эш һәм йәшәү урыны таба. Тормоштарында, ниһайәт, көтөп алынған тыныслыҡ, һиллек урынлашыуға әсә менән ҡыҙ кинәнеп туя алмай. Әйтерһең, ҡараңғы томан таралып, донъяның йәмле, яҡты яғы уларға үҙ пәрҙәһен аса. Тик бына бә­ләкәс Ританың төндәрен тертләп уяныуы әсәне хафаға һала. Бала йөрәген­дәге шом таралһын өсөн айҙар, йылдар талап ителәсәген дә Әлмира аңлай.
Йәш ғүмерҙе яңғыҙ үтеүе еңел түгел – һәйбәт кеше тап булһа, бәхетен яңынан һынап ҡарау хаҡында ла уйлай ҡатын. Эштәге мәрйә әхирәте елбәҙәк бисәһе ташлап киткән энеһе хаҡында әсенеп һөйләгәс, Әлмира тота ла: “Ҡайҙа, таныштыр әле мине шул егет менән, икебеҙҙең дә яҙмышыбыҙ оҡшаш, һөйләшеп булһа ла ултырырға ярар”, – тип әйтеп һала.
Бөртөкләп йыйылған бәхет
Таныштырыу өсөн әхирәте Павел менән Әлмираны Изге Шишмәгә алып бара. Хыянаттың, яңғыҙлыҡтың әсе шаңдауын үҙ иңендә татыған ир менән ҡатын тиҙ уртаҡ тел таба. Аралашып йөрөй торғас, араларында мөхәббәт ҡуҙы тоҡана. Матур ғына итеп тормош ҡороп ебәрәләр.
Рита, буй еткереп, ҡойоп ҡуйған кеүек нәфис затҡа әйләнә. Эй, ҡыуа­нып ҡына йәшә ине лә бит. Әммә яҙ­мыш тигәндәре үтә аяуһыҙ шул – уйламаған яҡтан килтереп һуға. Рита Красноусол ҡасабаһында юридик техникумда уҡып йөрөгән мәлдә була был аяныслы хәл. Берҙән-бер көн Риталары өйгә ҡайтмай – һыуға батҡан кеүек юҡҡа сыға. Кешеләрҙән һорашып та, милицияға мөрәжәғәт итеп тә, ҡыҙҙарының эҙенә сыға алмайҙар. Тетрәнеүҙәр, күҙ йәштәренә быуылған йоҡоһоҙ төндәр аҙналарға, айҙарға һуҙыла. Ә Ританан һаман хәбәр ишетелмәй. Ишеккә ҡағылған һәр тауышҡа, әсе ел ыжғырыуына ла тертләр була әсә йөрәге. Өмөтлө ҡарашын юлға төбәп, көндәр-төндәр буйы көтә. Сабыйының ҡайтыуын Хоҙайҙан ялбарып үтенә.
Ә тормош тәгәрмәсе, бер ни булмағандай, һаман үҙ яйы менән алға тәгәрәй. Павелдың элекке танышы мәрхүм булғас, Смирновтар етем ҡал­ған Аняны үҙҙәренә алып ҡайта. Ҡыҙ­ҙың әсәһе эсеп, һуңғы йылдарҙа Аняны бөтөнләй ҡарамаған була. Баланың тәртипһеҙ һөйләшенә, вайымһыҙ ҡылыҡтарына Әлмира хайран ҡала. Уны балалар йортона урынлаштырыу хаҡында ла уйлап ҡуялар. Ә үҫмер: “Минең һеҙҙән бер ҡайҙа ла китәһем килмәй”, – тип ҡырт киҫә. Үҙ күңеле китек көйөнсә, сит балаға тәрбиә би­рә, һөйөү бүләк итә алыуына шикләнә ҡатын. Йөрәге лә тыныс түгел – тәүҙә ғәзиз сабыйын табыу мөһим.
Әсә теләгенән дә ҡөҙрәтле көс юҡ, тиҙәр. Әлмираның ялбарыуын Хоҙай ишетә, күрәһең, бер көн, яҙ ҡояшылай донъяларын яҡтыртып, Ритаһы ҡайтып инә! Был мәл балаҡайын көтөп зарыҡҡан әсә өсөн иң ҡәҙерле, иң бәхетле минуттар булғандыр. Бәғеркәйенең иҫән булыуын күреүҙән, ниһайәт, ҡыҫып ҡосаҡлай, һөйләшә алыуынан ҡабатланмаҫ ләззәт тойғоћо кисерә әсә. Ҡыҙын башҡа бер ҡасан да юғалтмаҫ өсөн барыһына ла риза була ул. Юғиһә, ҡыҙына эйәреп ҡайтҡан ғәмһеҙ ҡарашлы әҙәм затын ҡыуып сығарыр ине. Ритаһы хаҡына ҡарашы, һүҙе менән дә ҡәнәғәтһеҙлек белдереүҙән тартына. Бала ғына йөҙлө ҡыҙының өлкәндәр ҡиәфәте алыуын, төпкә батҡан күҙҙәрендә моңһоулыҡ барлыҡҡа килеүен тоя әсә, тик бер нәмә хаҡында ла һорашмай, ғәзизенең күңелен ҡыйыуҙан ҡурҡа.
Ул көндө булған мәхшәрҙе һуңы­нан ҡыҙы үҙе һөйләй. Красноусол ҡаса­баһында шишмәләр, изге сығанаҡтар күп. Уҡыуҙан ҡайтып бар­ғанында, машинаға тейәлгән ир-егеттәр: “Сибәр­кәй, беҙгә шул-шул һанлы Изге Сыға­наҡты күрһәт әле”, – тип ярҙам һорай. Төҫ-башҡа арыу, итәғәтле күренгән егеттәргә Рита ышана һәм шишмәне күрһәтергә ризалаша. Һуңынан егет­тәр ҡыҙҙы ебәр­мәй. Көсләп тигәндәй шарап эсерәләр. Артабан Рита үҙе менән нимә булғанын да хәтерләмәй. Уянып кит­кәнендә, ниндәйҙер бер ҡала фатирында икәнен генә аңғарып ҡала. Ғәрлегенән өйгә ҡайтырға оялып, ҡайҙа тура килә шунда ҡунып йөрөй башлай. Һуңғы туҡталған урыны – Өфө автовокзалы. Шунда әлеге ир менән таныша. Башына төшкән хәсрәтте, ғәрлекте, күңел ярһыуын нисек кенә күтәргәндер балаҡай?
Ҡыҙының, илай-илай, үҙе менән булған ваҡиғаларҙы бәйән итеүен тыңлаған әсә мең үлеп, мең терелә. “Әсәй, нимә эшләп мин ҡурҡтым икән? Өйгә ҡайтһам, һин бит аңлар инең. Ғәфү ит мине, зинһар!” – тигә­ненән Әлмира үҙе һыҡтап илай. Әсә менән ҡыҙ был ҡурҡыныс хәлде тиҙе­рәк онотоп, киләсәктәрен мөмкин тиклем бәхетле итергә һүҙ ҡуйыша.
Бөртөкләп йыйылған бәхет
Ҡатын дәртләнеп эшкә бара, ҡыуанып өйгә ҡайта. Рита ҡабат белем алыуын дауам итә. Аня ла, ғаиләләге татыулыҡты тойоп, тыныс­ланғандай була. Тик өйҙә иҫереп ятҡан кейәү тейешле әҙәм генә донъяларына күләгә булып төшә. Әммә әсә йәштәр араһына ҡыҫылырға йөрьәт итмәй.
Бер көн Аняның: “Мама”, – тип өндәшеүен ишетеп, Әлмира тертләп китә. Йөрәгенә сәнсеп ҡаҙалғандай була был һүҙ. “Мин һиңә мама түгел, улай тип миңә бер ҡасан да әйтмә!” – тип асыулы тауыш менән екергәнен үҙе лә һиҙмәй ҡала. Әсәһенең был ҡыланышын ситтән генә күҙәткән Рита, күҙ йәштәрен көскә тыйып, уны бүлмәһенә саҡырып индерә. “Һин нимә эшләйһең, әсәй? Былай ҙа ҡара ҡайғыға батҡан, ғүмерендә бәхет күрмәгән, йылы һүҙ ишетмәгән баланың күңелен теткеләргә ярамайҙыр, әсәкәйем. Аняның ҡылыҡтары, һүҙҙәре ят кеүек күренһә лә, йөрәге яҡты уның. Балалар йортона бирмәйек. “Мама” тип әйтһен әйҙә. Был һүҙҙең һиңә бер зыяны юҡ. Ә етем бала өсөн ул – йәшәү сығанағы, ышаныс, ғөмүмән, бар донъя… Үле йәнгә йылы тын өргән кеүек, әсәй, аңла!” – ҡыҙының был һүҙҙәренән Әлмираның быуындары ҡалтырап төшә. Үҙенең әҙәпһеҙ ҡыланыуынан уңайһыҙланып китә.
Яғымлы ғына тауыш менән Аняны янына саҡыра ла: “Доченька моя, прости меня, я просто растерялась. Мне приятно, когда ты говоришь это слово. Но это слово должно исходить от души и звучать искренне”, – тип Аняның күҙҙәренә ҡарап өндәшә. Үҫмер ҡыҙ өсөн был һүҙ, ысынлап та, оло мәғәнәгә эйә була, күрәһең, ҡарашында һағыш шәүләһе юйылып, йылылыҡ осҡоно тоҡана.
Тап ошо ҡыҙ киләсәктә Әлмираға ауыр минуттарҙа ышаныслы терәк һәм таяныс буласағын Рита алдан тойған тиерһең.
Иң мажаралы фильмдарҙа ғына күргәне бар ине Әлмираның ҡан ҡо­йошло тамашаларҙы. Тормошта ла осрай икән ундай мәхшәр хәлдәр. “Башҡаларынан айырылмаған ябай ғына көн ине ул. Кисен Павелды төнгөлөккә эшкә оҙаттым да һауыт-һаба йыуып йөрөйөм. Ҡыҙымдың эскән ире менән һүҙгә килешеүе ҡо­лағыма салына: “Оҙаҡламай үҙемдең атайым киләсәк, һинең бөтә әшәкелектәреңде уға һөйләйәсәкмен. Ул бер кемдән дә ҡурҡмай, һине тиҙ аҡылға ултыртыр”, – ти Рита тегегә. Мин ҡыҙымды саҡырып алдым да: “Балам, эскән кеше менән улай һөй­ләшәләрме ни, ярамай бит”, – тинем. Үҙем йоҡларға яттым. Төнөн кемдеңдер аяҡ тауышынан һиҫкәнеп уянып киттем. Ҡаршымда балта тотҡан кеше баҫып тора. Минең ҡысҡырыуымдан иҫерек бәндә ойоҡсан килеш тышҡа сығып йүгерҙе. Шунда уҡ милиция саҡырттым. Ҡәбәхәт ир Ритамды ла, Аняны ла балта менән сабып өлгөргән. Балаларҙы шунда уҡ реанимацияға оҙаттыҡ. Ҡыҙымдың мейеһе стенаға, иҙәнгә сәсрәп бөт­кән. Быны күреп, тәнем ҡалтырап ауырта, һөйләшә лә, илай ҙа алмайым. Иҫ китмәле ауыр тетрәнеү кисерҙем. Бөртөкләп йыйылған бәхет
Балаларға операциялар яһатыу, ҡыйбатлы дарыуҙар алыу өсөн өйҙәге бөтә әйберҙәрҙе һатып бөттөк. Рита иҫенә килә алманы – балаҡайым йәш­ләй генә гүр эйәһе булып ҡалды. Ә Аня аяҡҡа баҫты-баҫыуын, әммә уға оҙаҡ дауаланыу үтергә тура килде”, – ти Әлмира Әҙһәм ҡыҙы, ғүмерендәге ауыр минуттарҙы күҙ уңынан үткәреп.
Ҡыҙын ерләгәс, Әлмира үҙенә урын таба алмай йөҙәй. Тегеләй ҙә һуғыла, былай ҙа. Йорттары, әйтер­һең, буп-буш булып ҡалған. Ҡотһоҙ иркенлек ҡатындың тынын ҡыҫа. Артабан кем һәм нәмә өсөн йәшәргә тейеш икә­нен аңламай ул. Эшләп тапҡан аҡса­һының да бәрәкәтен күрмәй.
“Павелдың әсәһе мәрхүм булып ҡалғас, ҡайнымды үҙебеҙгә йәшәргә күсерҙек. Һәр беребеҙ айырым бүлмә­лә телевизор ҡарай. “Юҡ, артабан былай булмай”, – тип һикереп торам да кире ятам. Бер ваҡыт Павел эштән шылтырата: “БСТ каналын тоҡандыр әле”, – ти. Ҡараһам, приюттан бала алған ғаиләне күрһәтәләр. Башымда шунда уҡ: “Бала алырға кәрәк”, – ти­гән уй яралды. Паша эштән ҡайтҡас, ултырып һөйләштек тә кәрәкле доку­менттар юллай башларға ҡарар иттек.
Ауылда йәшәгән әсәйемдән кәңәш һорап шылтыратам. Уның: “Ҡыҙым, баланы берәүҙе генә түгел, ә икәүҙе алырға кәрәк”, – тигән яуабы минең өсөн изге фатиха кеүек яңғыраны. Ҡанатланып Павел менән Стәрлетамаҡ районының Оло Ҡуғанаҡ балалар йортона юл тоттоҡ.
Балаларҙың рәсемдәрен ҡаршыбыҙға теҙеп һалдылар. Сабыйҙарҙың үҙҙәрен күрергә теләгәс, бүлмәләренә алып инделәр. Өҫтәлдә яҙышып ултырған ун өс йәшлек Руслан башын күтәреп ҡарауы булды, шунда уҡ ҡарашы күңелемә яҡын тойолдо. Йөҙө менән тормош иптәшемдең бала сағын да хәтерләткән кеүек. Русландың бер туған һеңлеләре ун ике йәшлек Зилиана менән ун йәшлек Эльвираны ла оҡшаттыҡ. Ошо балаларҙы алырбыҙ, тип һөйләшеп ҡайтып киттек.
Ҡайным ауыр хәлдә ине. Беҙҙең ниәткә ул да ҡыуанды. “Миңә йәшәр­гә күп ҡалмаған. Йортоғоҙ балаларҙың шатлыҡлы көлөүе менән тул­һын”, – тип үҙ фатихаһын әйтте.
Бөртөкләп йыйылған бәхет
Ҡайнымды күмеп, йолаларын үтә­гәс, балаларҙы барып алдыҡ. Тәүҙә ҡырағай йәнлек кеүек инеләр. Печенье, кәнфит урлап, мендәр аҫтарына, кеҫәләренә йәшерәләр. Алдашалар. Алама ғәҙәттәренән көскә арындырҙыҡ”, – ти күп балалы әсә.
Бер йыл самаһы үткәс, Әлмира бер бәләкәс ҡыҙҙың үҙен саҡырыуын төш итеп күрә. Төшө хаҡында иренә һәм балаларына һөйләй. Смирновтар тағы бер ҡыҙ алыу маҡсаты менән Ишембай ҡалаһына юллана. Уларға ике йәшлек Ильмираны алырға тәҡ­дим итәләр. Алты йәшлек Денис исемле ағаһы ла булыуы хаҡында әйтәләр. Бүлмә янында һөйләшеп торған арала Павелдың янына бер ҡыҙ килеп баҫа ла: “Дядя, заберите меня, пожалуйста”, – тип килеп ҡо­саҡлай. Яҙмыштың ҡушыуылыр, тип Әлмира менән Павел алты йәшлек Викторияны ла алырға ҡарар итә. Ә Ильмира дауаханала ятҡан була. Төймәләй бәләкәс кенә йәшел күҙле, сибек кәүҙәле ҡыҙҙы күргәс, Әлмира уны төшөндәге сабыйға оҡшата. Үтә ҡаҡса кәүҙәһенә магазинда ла яраҡлы кейем таба алмағас, юрғанға төрөп, машинаға ултырталар. Юлда тоҡсай-тоҡсай емеш-еләк һатып алып, бер мандаринды Ильмираның ҡулына тотторғас, бала ғәжәпләнеп ҡала. Баҡтиһәң, мандаринды бығаса күр­гәне лә, ашағаны булмаған икән. Емеште, ауыҙына алырға ла ҡыймай, өйгә хәтлем усына ҡыҫып ҡайта.
Алты бала ғына әҙ кеүек тойола Әлмираға. Райондың опека бүлеге менән бәйләнешкә инеп, тағы бер нисә сабый алырға теләүе хаҡында әйтә. “Өйөгөҙҙөң майҙаны етмәүен иҫәпкә алып, етенсе балаға рөхсәт бирә алмайбыҙ”, – тип ҡоро ғына яуап бирәләр. Ә Әлмира үҙ маҡсатынан тиҙ генә баш тарта торғандарҙан түгел. Тормош иптәше төҙөү эшенә оҫта, ә үҙе һөнәре буйынса штукатур-буяусы. Туғандарынан аҡса йыйып, Павел менән икеһе ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йорттоң икенсе ҡатын күтәртеп, һылап, буяп та ҡуялар. Шулай итеп, Смирновтарҙың ғаиләһе тағы өс кешегә арта. Ун бер йәшлек Светлана, туғыҙ йәшлек Екатерина һәм алты йәшлек Камил донъяларын тағы ла түңәрәкләтеп, йәм­ләндереп ебәрә. Тәрбиәгә алған ата-әсәләре баш тартҡас, ун алты йәшлек Евгений ҙа уларға йәшәргә килә. Әле Камилды үҙ атаһы алған. Уның өсөн дә йөрәге өҙөлә Әлмираның – тағы ташландыҡ хәленә төшһә, бала быны нисек күтәрер?..
Күмәк балалы ғаиләлә һәр кем үҙен бәхетле һәм ҡурсаулы тоя. Балалар Павел менән Әлмираға атай менән әсәй тип өндәшә. Балаларыбыҙ – оло байлығыбыҙ, тиҙәр улар. Сөнки һәр сабый үҙенең ҡабатланмаҫлығы, үҙенсәлеге, һөйөү наҙы менән ғаилә­не нығыта, көсәйтә һәм, саф шишмә­ләй, йәшәү һуты менән һуғара.
“Киләсәккә бағлаған бөтә хыялдарым селпәрәмә килеп, тормошҡа ыша­нысым һүрелгәндә, тәрән күңел тө­шөнкөлөгөн үтергә, ҡабат кешеләргә йылмайып ҡарарға һәм йөрәгемдә бә­хет осҡоно ҡабыҙырға ошо балалар ярҙам итте”, – ти изге күңелле әсә, эргәһендәге бәләкәстәрен яратып.
Ҡыҙҙарының сәстәрен тарап үреп, заманса итеп кейенеүҙәрен дә хәс­тәрләй Әлмира ханым. Мәктәптә улар башҡа уҡыусылар араһында кәм-хур булып йөрөргә тейеш түгел. Үҙҙәрен ышаныслы тойһондар өсөн әсә улар­ҙы иң матур һүҙҙәр менән ҡанатландырып тора. “Балаларҙың бөтә­һендә лә тиерлек бәләкәстән ҡалған күңел яраһы бар. Улар ата-әсәһенең нисек айный алмай эскәнен, талашып-һу­ғышҡанын, үҙҙәренең көндәр буйына ас ултырыуын, матур күлдәк хаҡында хатта хыял ит­мәүен иҫтәре китеп һөйләй. Ә йүр­гәктәге Ильмираны һуҡмыш ата-әсәһе бер-бере­һенә бәреп һуғышҡан. Был хаҡта бер туған ағаһы илап хәтерләй. Яраларын яңыртыуҙан ҡурҡып, уларҙан үткән­дәре хаҡында һорашмайым.
Киреһенсә, матурлыҡҡа, тәбиғәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүгә, тормош­тоң яҡты яҡтарына иғтибарҙарын йү­нәлтәм. Бер-береһенә ярҙам итергә, эште яратып башҡарырға, һөҙөмтәгә ынтылырға ла өйрәтергә тура килә.
Бөртөкләп йыйылған бәхет
Улар менән нимә булғанын күҙ ҡараштарынан һиҙәм. Мәктәптә на­сар билдә алһалар, әрләмәйем. Бары икенсе юлы тырышыраҡ, өлгө­рөрәк булырға кәңәш итәм. Иптәшем менән дәрестәрен әҙерләшәбеҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта. Йыр-моңға маһирҙар. Йәйен баҡса үҫтерәбеҙ. Бал ҡорттары үрсетәбеҙ. Беҙҙең атай ипле, әҙәпле, егәрле ке­ше, улдарыбыҙ уны хөрмәт итә һәм һәр яҡлап уны ҡабатлай. Мин иртән һыйыр һауғансы ҡыҙҙа­рым бутҡа бешереп ҡуйырға мөмкин. Балаларымды ныҡ яратам. Ҡайһы берҙә беҙҙең ғаиләнән дә бәхетлеһе юҡтыр, тип уйлайым”, – ти Әлмира Әҙһәм ҡыҙы, тормоштары өсөн һөйөнөп.
Смирновтарҙың татыу ғаиләһе, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, йомолоп донъя көтмәй. Ғафури районында ойошторолған “Әсә көнө”, “Дан минуты”, “Тәрбиәгә бала алған ғаилә­ләр” бәйгеләрендә ҡатнашып, еңеү яулауға ла өлгәшкәндәр. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов Смирновтарҙың ишле ғаиләһенә “Газель” микроавтобусы тапшырған.
Әйткәндәй, Әлмира менән Павел­дың өлкән ҡыҙҙары Аняның хәҙер үҙ ғаиләһе бар. Уны ҡарап үҫтергән ҡә­ҙерле кешеләрен өләсәй менән олатай итеп, ике һөйкөмлө сабый тәрбиәләй.
Бер етем баланың башынан һыйпаһаң, уның һәр сәс бөртөгөнә хәт­лем сауап яҙыла, тиелгән Ҡөрьәндә. Оло йөрәкле Әлмира Әҙһәм ҡыҙы менән Павел Анатольевичҡа төшкән сауаптың иҫәбе-хисабы юҡтыр, иншалла.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.

Ғафури районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook