Башҡортостан Ҡыҙы

Һәр көнө ҡояшлы донъяның...

Һәр көнө ҡояшлы донъяның...“Кемдеңдер һине бәхетле итә алыуы мөмкин. Әммә бер кем дә кешене бәхетһеҙ итә алмай. Бик күп йөрәк һыҙланыуҙары аша үткәндән һуң, хәҙер был һүҙҙәрҙе мин ныҡлы ышаныс менән әйтәм. Будданың: “Үҙ-үҙеңә шәм бул”,– тигәне – ҡатын-ҡыҙ өсөн иң беренсе таяныр хәҡиҡәттәрҙең береһе. Йәш саҡта бит күбебеҙ хистәрҙән башыбыҙ әйләнеп, нисек кейәүгә сығып киткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Тойғоларыбыҙҙың мөхәббәтме, әллә ваҡытлыса иләҫлекме икәнлегенә төшөнгәндә, йыш ҡына бармаҡҡа алтын балдаҡ кейҙерелгән була. Шуға ла, ҡатын-ҡыҙҙың иң беренсе бәхете – әсә булыуҙа, тип уйлайым. Гүзәл заттың сабыйын ҡулына алған ваҡытындағы кисерештәре бер нисек тә ялған була алмай. Сөнки әсә булыу – уның төп тәғәйенләнеше. Хатта мөхәббәттән яралмаһа ла, һәр бер бала үҙе менән донъяға эскерһеҙ һөйөү алып килә. Шуға ла, мин бәхетһеҙ, тигәндәргә аптырайым. Минең дә төрлө сағым була. Тирә-яҡтағылар аңламағанда, иң беренсе тәбиғәткә мөрәжәғәт итәм, онотолорға тырышам. Сөнки гел кирене генә уйлап, ҡабатлап, үҙең үк аураңда бәхетһеҙлекте күбәйтеүең дә мөмкин бит, шуныһы хәүефле. Шуға икенсе яртыңды бик хушһынмаған, ҡы­лыҡтарын ҡабул итә алмағанда ла, мин бит уны ҡасандыр үҙемсә яратҡанмын, ниндәйҙер сифаттары менән мине һоҡландыра, арбай алған бит тип, яҡшы саҡтарҙы хәтерләргә кәрәк. Нисек кенә теләһәк тә, бүтән кеше был донъяға беҙҙең күҙҙәр менән баға алмай. Быға ирешеү мөмкин түгел. Уйлап сығарылған бәхет тә – бәхет ул! Аллаға шөкөр, йөҙәрләгән йыр яҙып та, улар араһында “мин бәхетһеҙ” йәки “яңылыштым” тигән бер юлым да юҡ. Был яҡтан намыҫым таҙа. Сөнки ижадсы ергә кеше күңелдәрен яҡтыраҡ итер өсөн ебәрелә, ә һәләте ярҙамында ҡараны тағы ла нығыраҡ ҡуйыртыр өсөн түгел”, – тип ышандыра мине әңгәмәсем.
Һәр көнө ҡояшлы донъяның...
Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле йырсы һәм композитор, “Юлдаш” радиоһының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Зифа Нагаеваның йөрәк көсөнә, тел ҡеүәтенә һәм оло донъяны күңеленә һыйҙыра белеүенә һоҡланырлыҡ. Яҙмыш һынауҙарының да ул емерткес көсөн түгел, ә яңы юлдарға алып сығыр ҡөҙрәтен абайларға тырыша. Ундайҙар янында рәхәт, ләкин теләйһеңме, теләмәйһеңме, үҙең дә ихлас һәм ныҡлы булырға өйрәнәһең, сөнки булдыҡһыҙҙарҙы уның тәби­ғәте ҡабул итмәй.
“Шиғырҙарҙы, көйҙө ҡасан, нисек сығара башлағанымды хә­терләмәйем. Серәшеп гармун уйнарға өйрәндем. Шуны тартҡылап йырлап ултырғанда, туҡтап, был ниндәй йыр булды әле ул тип, үҙем сығарған көйгә сәйерһенеп ҡуйған мәлдәрем хәтерҙә. Улар шулай тыуа торҙо, онотола торҙо. Аңлы рәүештә яҙылғандарынан тәүгеһе хәтерҙә. Ул саҡта ғаиләле инем, балалар ҙа бар ине. Өфөлә дауаханала ятҡанымда, туғаным: “Әсәй ауырый, райүҙәккә күсерәбеҙ, өйҙө һатабыҙ инде”, – тип хәбәр итте. Шул саҡта йөрәгемдең өҙөлөүҙәре... Баҡсала үҙебеҙ үҫтергән муйылдар, ихатала балаҫтай йәйелгән бәпкә үләне, ҡолға осондағы сыйырсыҡ ояларының ят ҡулдарға ҡалыуын күңел ҡабул итергә теләмәне. Әсәй бит, йыл һайын ошо бер үк сыйырсыҡтар ҡайта, ояларын танымай ҡуймаһындар тип, уны яңыртырға ла рөхсәт итмәй ине. Шунда күҙ йәштәрем менән һуғарып:
“Ҡапҡа төптәрендә – йәшел үлән,
Ни хәлдәрҙә икән күрше-күлән,”
– тип, тиҙҙән халыҡ араһында ныҡ таралып китәсәк йырымды яҙҙым. Башҡортса уны Светлана Хәкимова яңғыратты, татар телендә Хәниә Фәрхи менән Зәйнәп Фәрхетдинова йырланы. Шунан һуң, боҙ йырылдымы ни, йырҙар бер-бер артлы тыуып ҡына торҙо. “Ғүмерҙәр зая уҙмаһын” тип аталған аудиотаҫмамдағы йырҙарымды, эҫе бөйөрөктө таратып алғандай, йырсылар йәһәт кенә бүлешеп алып бөттө. Етәүһен шунда уҡ Хәниә Фәрхи үҙ репертуарына алды, бер нисәүһен Флорида Исмәғилева, бүтәндәрен – баш­ҡалар... һәм улар барыһы ла бик билдәле булып китте. Халыҡ теленә эләгеп китеүемде үҙем дә аңламай ҡалдым”.
Шулай тиһә лә, бер нәмәнең дә күктән төшмәүе билдәле. Ер йөҙөндә бөтә нәмә эҙмә-эҙлекле. Ауырғазы районы Ғүмәр ауылы ҡыҙы 1975 йылда Өфө педагогия һәм музыка училищеһын тамамлап, Талбазыла уҡытыусы булып эш башлай. Йыр ансамбле ойоштороп ебәрә, балаларҙың һәм ололарҙың хор түңәрәктәрен етәкләй, тиҙҙән музыка мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. Ауыл клубында ҡуйылған сәхнә әҫәрҙәрендә төп ролдәр башҡарып, республика смотрҙарында маҡтаулы урындар ҙа яуларға өлгөрә ул. Тормош иптәше лә үҙ эшенең оҫтаһы була, туғыҙ йыл “Райсельхозтехника” ойошмаһын етәкләй.
1991 йылда, 35 йәшемдә ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, психолог һөнәренә эйә булдым. Ул мәлгә мин киңерәк ижад итер өсөн башҡарыу­сыларға яҡыныраҡ булырға кәрәклекте аңлаған инем инде. Ғаилә менән Өфөгә күстек. Иптәшем ауыл хужалығы министрлығына эшкә урынлашты. Ә мин мәктәптәрҙә йыр дәресен уҡыта башланым. Милли күтәрелештең башланған ғына осоро. Йәһәт кенә, үҙебеҙҙең балаларҙы йыйып, түңәрәк асып ебәрҙем. Эшебеҙ бик алға китте, төрлө кисәләрҙә сығыш яһай башланыҡ. Телевидение төшөрҙө, йырлайбыҙ, бейейбеҙ, берәүҙең ата-әсәһе күнәк биҙәп килтерә, икенсеһе көйәнтә яһай, өсөнсөһө Ағиҙел буйына төшөп ситән үрә, бай материал тупланыҡ.
“Шәреҡ” радиоһы асылғас, музыкаль редактор итеп саҡырҙылар. Фондта бер нәмә юҡ, дөрөҫөрәге, фонд юҡ. Ә эфирҙы туҡтатып булмай. Шиғыр шәлкемдәрен, хи­кәйәләрҙе тауыш менән биҙәйем. Ул саҡта бит әле кәтүккә, ябай таҫмаға яҙҙырабыҙ, өҙөлөп китһә, шунда уҡ ялғап ебәрәһең. Алып барыусы уҡый, һыу аға йә ямғыр яуа, тип һөйләһә, самауырҙы асып, шаптырлатып ебәрәм, кәрәк булһа, ҡалаҡ шаҡылдатам, кешеләр килә ята, тиһә – бармағым өҫтәл буйлап ҡыптырлап китә, шулайтып төрлө тауыштарҙы яҙҙырҙым, берәм бөртөкләп йырҙар йыйҙым.
Һәр көнө ҡояшлы донъяның...
Бер көн Әлфиә Мәүлетова тигән алып барыусы ауырып китте. Урынына кеше юҡ, сараһыҙҙан миңә, әллә микрофон артына ултыраһыңмы, тип тәҡдим иттеләр, ике сәғәтлек эфир ине ул. Шул хәтлем шәп үтте, аҙаҡ шылтыратыуҙар китте, ниндәй тауыш ине ул, ниңә бүтән сыҡмай, тип. Шулай, уйламаған ерҙән алып барыусы булып киттем, мәктәптәрҙәге түңәрәктәремде лә ташламаным.
“Шәреҡ”тә биш йыл эшләгәс, “Юлдаш”ҡа килеп эләктем. Бик һынап алдылар беҙҙе, бергә килгән ун кешенән бер үҙем ҡалдым. “Юлдаш” мине үҫтерҙе, үҙем дә көсөмдө йәлләмәнем, ун алты йыл эшләп ташлағанмын инде хәҙер.
Миңә бәләкәйҙән, әрләгәндән бигерәк маҡтау килешә ине. Унан мин шашмайым, нисектер күңел үҫеп китә лә, тағы ла дәртләнеберәк эшкә тотонам. Әсәйем дә бала саҡта мине шелтәләмәне, йылы һүҙ менән генә дәртләндерҙе. Ҡустымды, уға кәрәк тип, әрләп тә ала ине, шунһыҙ ул ҡыбырҙамай торғайны. Ә миңә әйткән иң ауыр һүҙе, ярай, эшлә­мәһәң, үҙем генә эшләрмен инде, булды. Шул миңә ныҡ тәьҫир итә ине, башым аша бер биҙрә һыу ҡойғандай, тертләп китә лә, йәһәт кенә ҡушҡанын башҡарып ташлай инем. Кемгә нимә килешкәнен әсәй ҡайҙан белгәндер...
Етәкселек минең йыш ҡына эштән айырылып, райондарға концерт менән сығыуыма ла ҡаршы булманы. Сөнки йөрөгән еремдән әллә күпме яҙма алып ҡайта инем. Тамаша башланғансы башҡалар биҙәнә-төҙәнә, ә мин нисек тә өлгөрөргә тип, өлгөлө ғаиләләр, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар йә бала-саға менән әңгәмәләр яҙҙырам. “Зифа, һин йырларға килдеңме, әллә интервью алырғамы”,– тип ойоштороусылар әрләп тә бөтә торғайны. Уның ҡарауы, үҙемә генә түгел, хеҙмәттәш­тәремә лә етерлек тапшырыуҙар туп­лап алып ҡайтам, юл сығымдарына аҡса ла һорамайым, шуға эштә дәғүә белдереүсе булманы. Икенсе яҡтан, эфир ваҡытында аралашҡан әбей­ҙәрем, бабайҙарымдың, алып барыу­сы Зифа килгән, тип беренсе рәттәргә теҙелеп, минең сығышымды көтөп ултырыуҙары ла бер кинәнес ине. Аҙаҡ эргәмә килеп, хәтер­ләйһеңме, шул-шул мәлдә тура эфирға шылтыратҡан мин инде, тип ҡосаҡлап алыуҙары – оноторлоҡмо ни... Радио аша һине бөтәһе лә тыңлай, башҡорто ла, татары ла, сыуашы ла, шуға эфир аша танып белгәс, минең концерттарыма ла эркелешеп төрлө милләт вәкилдәре бергә килеп ултыра. Улар барыһы ла – яратҡан тамашасым. Бына әле Силәбе, Ырымбур яҡтарында бик күп концерттар ҡуйып ҡайттым, халыҡ яныма эркелеп килеп, “Юлдаш” каналына сикһеҙ рәхмәттәр еткереүемде үтенде.
Ғаиләмә килгәндә, ҡыҙым да, улым да юғары белем алды, икеһе лә ғаиләле, берәр ул тәр­биәләйҙәр. Кейәүем – Ҡазан татары, киленем – Межгорьенан, башҡорт ҡыҙы. Балалар, ҡалала үҫкәс, үҙ-ара тәүҙә гел урыҫса аралаша ине. Ғаиләлә һәр кем туған телендә һөйләшергә тейеш, тигән талап ҡуйҙым. Ҡоҙағыйым: “Ныҡышһың да инде, ҡыҙымды кире башҡортсаға әйләндереп алдың”, – тине хатта. Ҡыҙымдан ғына түгел, улымдан да бәләкәйҙән сынаяҡ та, иҙән дә йыуҙырҙым. Киленем миңә шуның өсөн дә рәхмәт тә әйтте, Аллаға шөкөр, бергәләп бик татыу йәшәйбеҙ. Балаларым икеһе лә музыка мәктәбен тамамланы, ләкин бүтән юлды һайланылар. Ҡыҙым – медик, психолог, улым – эшҡыуар”.
Єллє нисә ерҙә бер ыңғай эшләп, ул арала йырҙар яҙып, ир ҡарап, балаға ла лайыҡлы тәрбиә бирер өсөн таҫыллыҡтан бигерәк ихтыяр көсө лә кәрәк бит әле. Зифа апай, барыһына ла сәмселлегем ғәйепле, ти. Ысынлап та, был һыҙат донъя көтөү өсөн үҙе бер этәргес көс бит ул. Күп осраҡта, кәмә ҡомға терәлде, тигәндә бары тик күңелдә ойоп ятҡан сәмде уятыу ҙа етә ләһә. Ә бит күбебеҙ йыш ҡына ошо ябай ысулды инҡар итеп, әллә ни саҡлы яулар үрҙәрҙе күрмәй йәшәй ҙәһә...
Һәр көнө ҡояшлы донъяның...
“Төшөнкө күңелле кешене бәхетле итеүе ауыр. Бәхетте бит Хоҙай бирә, түҙемле кешегә, сабыр кешегә... Барыһы ла, мәрйендән муйынсаҡ теҙгән һымаҡ, тамсылап йыйыла. Теләкте лә теләй белергә кәрәк. Гел генә, бир, тип һорап ултыраһыңдыр ҙа, ә үҙең нимә бирәһең һуң был тормошҡа, яҡындарыңа, балаңа? Ҡатын-ҡыҙға бигерәк тә көслө булырға кәрәк. Һәр кемдең дә ир-ат янында иркә генә булғыһы киләлер ҙә, ләкин аяуһыҙ ысынбарлыҡ шунда – заманабыҙҙың ир заттары көсһөҙ ҡатын-ҡыҙҙы хушһынмай. Улар идара иткәнде ярата (быны буйһондороу менән бутарға ярамай), юл күр­һәткәнде, дәртләндергәнде, маяҡ булғанды. Улар уны ҡысҡырып әйтмәй, ләкин терәк булырға тырышҡанды барыбер аңлай, рәхмәтле була.
Әлбиттә, төрлө хәлдәр, кешеләр була. Үҙем егерме өс йыл булдыҡлылығымдан көнләшкән, шул той­ғоһонан шешәлә ҡотолоу эҙләгән кеше менән йәшәнем. Йәш саҡта мин уның ҡылыҡтарының сәбәбен аңламай ҙа инем, холоҡһоҙлоҡ тип уйлай инем. Яҡшы яҡтары ла күп ине, ләкин ул мине ижадсы итеп түгел, ә аш-һыу бүлмәһендә, мейес янында ғына баҫып торған ҡатын итеп күрергә теләне. Нисек кенә ауыр булмаһын, балалар егерме йәштәрен тултырып, үҙ аллы тормошҡа әҙер булғансы түҙҙем. Сөнки, үҫкәндә, эргәлә атаһы йә әсәһе булмағандарҙың күңеле кителеүен үҙемдән беләм, улым менән ҡыҙымды уйланым. Айырылғас та, үҙенең хыялындағы ҡатын осрап, бәхетле булһын инде, тип теләнем. Алай ҙа икенсе яртыһын табып, өс йыл булһа ла йәшәп ҡалды, юғиһә күңелгә ауыр булыр ине. Балаларым һуңғы ми­нуттарында эргәһендә булды, хәҙер ул юҡ инде. Үҙем, ете йыл яңғыҙ торғандан һуң, ижадымды хуплаған, ул йәһәттән мине, киреһенсә, дәртләндереп торған кешене ос­раттым.
Йәш саҡта тәүге йәрең менән ир иркәһе булып йәшәп китеүе еңел ул. Кейәүгә сығып өлгөрмәйһең, бала мәшәҡәттәренә сумаһың, шунда юғалаһың, онотолаһың. Ә инде тормошта берҙе яңылышып, ҡанаты ҡайырылған кешеләргә яңы ғаилә ҡороп йәшәп китеүе, йәшермәйем, икеләтә ауыр. Ике яҡта ла балалар бар, уларға тиң, тигеҙ мөнәсәбәт кәрәк. Яныңа күңеле яраланып килеп ултырған кеше менән яҙмышыңды бәйләргә баҙнат иткәнһең икән, беренсе маҡсат – уның йәнен дауалау булһа, икенсеһе – нисек тә берегеп йәшәп китеү, оло йәштә кеше көлдөрөп, ҡабат шул уҡ тырмаға баҫып ҡуйыуҙан тыйылыуҙыр. Парлы булыу бик ҡыйбатҡа төшә, күп көс һалырға, нимәгәлер күҙ йоморға, күнергә лә тура килә. Уның ҡарауы, аҡыллы кеше булһа, рәхмәтле була белһә, ышаныслы терәгеңә әйләнә инде. Шәйхинур минең бөтә концерттарымды ойоштороуҙы, йыр­ҙарым яҙҙырылған дискылар һәм китаптар сығарыуҙы, уларҙы таратыуҙы үҙ өҫтөнә алды. Шәхси автобусында артистарымды кәрәк ергә “һә” тигәнсе үҙе алып барып ҡуя, алып ҡайта, уның ойоштороу һәләтенә хайран ҡалырлыҡ”.
Ысынлап та, Шәйхинур ағай Зифа апайҙың һәр башланғысын күтәреп алырға ғына тора. Биш-алты йыл элек, һаулығы ҡаҡшап киткәс, Зифа апай сәләмәт туҡланыуға күсә. Йылына ике тапҡыр икешәр аҙна бер нәмә лә ашамай, тик таҙартылған һыу ғына эсеп торабыҙ. Ҡыҙҙырылған, әсе тәмләткестәр ҡушылған, майлы ризыҡты бөтөнләй љулланмайбыҙ, һөт эсмәйбеҙ. Йога менән шөғөл­ләнәм. Яртышар сәғәтләп башымда баҫып торам, ейәндәрем килеп, тәүге мәлдә, өләсәй, ни эшләп тораһың ул, ти торғайнылар, хәҙер бимазаламай­ҙар”, – тип көлә.
“Көн һайын, иртәнге етелә тороп, йүгерәбеҙ. Даими рәүештә һоло төнәтмәһен эсәбеҙ, ул тәнде та­ҙартыу, йәшәртеү өсөн иҫ киткес шәп сара. Ауырлығым кәмене, һау­лыҡ нығынды, Аллаға шөкөр. Өйләнешкәндә, ағайыңдың ҡорһағы бар ине, хәҙер ул да йәш егеттәргә биргеһеҙ. Бергәләп конькиҙа, саң­ғыла йөрөйбөҙ. Асыҡҡан мәлдәрҙә туй йә башҡа байрам алып барырға тура килһә, тамаша бөткәнсе өндәшмәйем, аҙаҡ, ниңә бер нәмә лә ашаманығыҙ, тип һораусыларѓа, мин һыу ғына эсеп торам, тиһәм, нисек улай табын араһында йөрөйһөң, тип иҫтәре китә торғайны. Унан тыш, һәр шишәмбе һайын тәғәм ризыҡ ҡапмай, асығып алабыҙ. Үҙеңде нисек көйләһәң, шулай була, аҙналап асыҡҡан саҡта, ейәндәр килеп инһә, һыйламай ҡайтарып ебәрмәйһең инде, ә үҙем ҡағиҙәләрҙе боҙмайым, үҙемде генә еңергә көсөм етә”, – тип йәш сырайлы, йылдам булыуының серҙәре менән бүлешє.
“Һуңғы ваҡыт әҙерәк эс бошоп тора, аранан нәҫел күрке булған туғандар китте. Мәсеткә йыш йөрөйөм, аяттарҙы ла йыш уҡытам хәҙер. Ейәндәремде лә “бисмилла”ға өйрәттем. Алты йыл элек әсәйем китеп барҙы. Шунда ныҡ тетрәнеү кисерҙем һәм үҙемдең балалыҡтан сыҡмай бик оҙаҡ әсәй ҡурсауы аҫтында йәшәгәнемде лә аңланым. Кеше был донъяла сараһыҙлыҡ алдында ғына көсһөҙ, башҡаһын ул еңә ала. Яман сиргә дусар булған әсәйемдең көндәре һанаулы икәнлеген белеп тә, бер ни ҡыла алмай эргәһендә ултырғанда – сараһыҙлыҡ алдында ҡаушаным. Ғәзиземде юғалтҡан мәлдә минең егерме ете концертым иғлан ителгән ине, билеттар һатыл­ған, баш тартып булмай. Сәхнәлә матур күренергә, тамашасыны ҡыуан­дырырға кәрәк. Шунда бирештем, сәсем ныҡ итеп ҡойола башланы, эске ағзалар үҙҙәрен һиҙҙертте. Былай барһа, көнөм түшәккә ҡала икәнен тойҙом. Балалар хаҡына барыһына ла риза булып, яңыса тормош башларға булдым һәм бик көслө белгестәргә мөрәжәғәт иттем. Әле алып барған тормош рәүешемә шулай килдем. Ә күңел йыуанысым – ижадта. Йыр яҙмаған көн – минең өсөн бушҡа үткән ғүмер”.
Яңы йылда Зифа апай – Ҡарһылыу, Шәйхинур ағай Ҡыш бабай булып кейенеп, тыуған ауылдарына ҡайтып, туғандарын ҡотлап сығалар икән. “Бүләкте былай ғына бирмәйбеҙ, бала саҡтарын иҫкә төшөрөп, берәй балалар йыры йә шиғыры һөйләтәбеҙ әле тәүҙә”, – ти. Ауылында әсәһе рухына һабантуй ойоштороп, бала-сағаны ярыштырып, күстәнәстәр биреп тә ҡыуан­дырған йырсы. Уның бәхете шулай бүтәндәргә бәләкәй генә шатлыҡтар, изгелектәр ҡылып, үҙеңде үҫтереүҙән ғибәрәттер, күрәһең.
Аҡҡан һыуҙар шифа өҫтәй,
Иҫкән елдәр наҙ өҫтәй,
Һайрай торған ҡоштар, килеп,
Ҡунып һайрамай китмәй,
Беҙҙең бәхетебеҙгә лә,
Беҙҙең бәхетебеҙгә,
– тип тәбиғәткә рәхмәтле була белгәнгә лә Хоҙай уға илһам ҡөҙрәтен йәлләмәй бирәлер. Яңы йырҙарынан беҙҙең бәхетебеҙгә яңы өмөттәр бөрөләнһен, хыялдар ҡурпылаһын өсөн!
Гөлнара ХЄЛФЕТДИНОВА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook