Башҡортостан Ҡыҙы

Мәктәптең киләсәге, йәки Мәғарифтағы үҙгәртеп ҡороуҙар нимәгә килтерер?

Мәктәптең киләсәге, йәки Мәғарифтағы үҙгәртеп ҡороуҙар нимәгә килтерер?Үткәндәргә, быуаттар төпкөлөнә күҙ һалып, милли мәғарифтың һәр заманда ла ауыр һынауҙарға дусар булыуын төҫмөрләйбеҙ. Бихисап һорау уятҡан был мөһим өлкәлә бөгөн дә аңлашылмаусанлыҡ етерлек. Мәғариф системаһындағы яңылыҡтар, тәжрибә үткәреүҙәр, үҙгәртеп ҡороуҙар беҙгә, ябай халыҡҡа, нимә вәғәҙә итә? Мәктәптәрҙең күпләп ябылыуы, уҡытыу программаһынан милли компоненттарҙы алыуҙары халҡыбыҙҙың киләсәгенә һынылышлы тәьҫир итмәҫме?
“Түңәрәк өҫтәл” тирәләй әңгәмә ҡороп, бөгөнгө үҙгәрештәрҙең асылын аңларға, күңелде борсоған һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ. Әңгәмәлә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы БИКБАЕВ, БР мәғариф министры урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы ВӘЛИЕВА, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Фәнзил Бүләк улы САНЪЯРОВ, Учалы районы Өргөн урта мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Салауат Хәйретдин улы РӘСҮЛЕВ ҡатнашты.

–Беҙҙе ауыл мәктәптә­рендә белем биреү кимәленең түбән булыуына ышандырырға тырышалар. Йәнәһе, ҡалала ғына яҡшы белем биреү, баланың һәләтен үҫтереү мөмкинлеге бар. Ә бит кескәй генә ауыл мәктәптәренән бик күп арҙаҡлы шәхестәр сыға ла баһа…
Мәктәптең киләсәге, йәки Мәғарифтағы үҙгәртеп ҡороуҙар нимәгә килтерер?
Рауил Бикбаев. Ауылда, ҡалала уҡыймы бала, минеңсә, әллә ни айырма юҡ. Баланың уҡыуға мөнәсәбәте уның үҙенә, уҡытыусыларға, уратып алған мөхиткә бәйле. Мин, мәҫәлән, Ырымбур өлкәһендә бәләкәс кенә ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағанмын. Унда бөтә фәндәр ҙә башҡортса уҡытыла ине. Шул осор мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙың 50-нән ашыуы юғары уҡыу йортонда белем алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған мәктәбемдең артабанғы яҙмышы аяныслы булды – ул ябылды. Балаларҙы күрше ауылдың урыҫ мәктә­бенә йөрөтөп уҡыта башланылар. Борондан күсә килгән ғөрөф-ғәҙәт­тәр, милли үҙенсәлектәр яйлап юғала барған һайын, юғары уҡыу йортона инеүселәр һаны ла ҡырҡа кәмене. Бәләкәй генә ауылдан, кескәй генә мәктәптә башҡортса уҡып та, бынамын тигән һөнәр эйәләре сыҡҡан. Эшкә ижади, яуаплы ҡараған һәм һәр ғаиләнең үҙенсәлеген, тарихын белгән уҡытыусыларыбыҙ беҙҙең күңелдәрҙә яҡтылыҡҡа ышаныс, белемгә ынтылыш, ижадҡа һөйөү тәрбиәләй алған. Кескәйҙән балаға матур сифаттар һалына икән, кеше тормошта юғалып ҡалмай. Ул саф шишмәләй артабан барыбер үҙ юлын, үҙ ағышын таба.
Фәнзил Санъяров. Хәтерегеҙҙәлер, ХX быуаттың икенсе яртыһында илебеҙҙә ауыл менән ҡала араһындағы социаль-иҡтисади айырмалыҡтарҙы баһалауға ынтылыш яһалды. Идея һәйбәт ине, әммә, әүәлгесә, беҙ атҡарып сыға алманыҡ. Ҡала-ауыл үҙенсәлектәре шул килеш ҡалды. Нимә тиһәң дә, ҡала ҡала инде: кешенең шәхес булараҡ камиллашыуына һәм аң үҫешенә йоғонто яһамай ҡалмай. Академик Ғайса Хөсәйеновтың “мәркәз мәктәбе” тигән тәрән мәғәнәле фекере бар. Шулай ҙа ауылды беҙ бер ваҡытта ла инҡар итә алмайбыҙ. Рухи яҡтан үҫешкән, эске донъяһы бай һәм күркәм кешеләр ауылдан сыҡҡан һәм сығасаҡ. Күп кенә бөйөк заттарыбыҙҙың булмышы ауылдан. Урыҫ араһында ла, башҡорт араһында ла шулай. Мәҫәлән, Әбйәлил ерендә үҫкән, белем алған физика-математика фәндәре докторы, академик Марат Әҡсән улы Илһамовты ғына алайыҡ. Ул бер төркөм ғалимдар менән математика мәктәбе булдырыуға өлгәште, әле тыуған яғында буласаҡ математиктар әҙерләү менән мәшғүл. Уның ише арҙаҡлы шәхестәребеҙ бихисап.
Салауат Рәсүлев. Ауылда уҡытыу кимєле түбєн, тигєн фекер менєн килешмєйем. Һєр ҡайҙа ла белем кимєле уҡытыусы шєхесе менєн бєйле. Ул үҙ фєнен төплө белє һєм уҡыусыларына оҫталыҡ менєн еткерє ала икєн – уңыш нигеҙе шунда.
Ауыл һєм ҡала мєктєптєрен матди мөмкинлектєр йєһєтенєн тиңлєштереп булмай. Ҡалала мєктєпте бағыусылар бар, ата-єсєлєр ҙє хєлдєренсє ярҙам итергє әҙер. Ауыл мєктєбенең йыһазландырылышы күберєк осраҡлы «бєхеттєрҙєн» тора: йє тєжрибєле, компетентлы, хужалыҡ­сан директор килеп элєгє, йє мєға­риф бүлеге начальнигы был уҡыу йортон яҡын күрә… Ҡалай ғына бул­һа ла, ауыл һєм ҡала мєктєптєре ара­һында айырмалыҡтар бар һєм буласаҡ. Єммє бының өсөн төшөнкөлөк­кє бирелергє һис ярамай. Сөнки ауыл уҡыусыһын – ҡаланыҡы, һєм киреһенсє алмаштырып булмай. Ауыл балаһының үҙ мөхите: ул мал аҫрағанды, икмєк сәскєнде, ҡош-ҡорт үрсеткєнде күреп һєм үҙе лє шул эштєрҙє ҡатнашып үҫє. Ул тормошсан, сыҙамлы, күндєм, ныҡышмал. Шуға күрє төрлө вазифалағы күренекле шєхес­тєребеҙ нигеҙҙє ауылдан сыҡҡан. Килєсєктє лє шулай буласаҡ.
Мәктәптең киләсәге, йәки Мәғарифтағы үҙгәртеп ҡороуҙар нимәгә килтерер?
Венера Вәлиева. Ысынлап та, бөгөнгө милли зыялыларҙың 70-80 проценты ауыл мәктәптәрендә белем алған кешеләр. Быны беҙ иң тәүҙә шул кешеләрҙең үҙ тамырҙарынан айырылмай, туған телендә халыҡ ижады, ғөрөф-ғәҙәттәре нигеҙендә тәрбиәләнеүе менән бәйле тип иҫәп­ләйбеҙ. Был мәктәптәрҙәге белем кимәленә килгәндә инде, Мәға­риф министрлығының бер ҡасан да, ауыл мәктәптәрендә уҡытыу насар ҡу­йылған, тип раҫлағаны юҡ. Республикала гөрләп эшләгән, балаларға яҡшы тәрбиә, юғары кимәлдә белем биргән мәктәптәр әҙ түгел. Мәғариф министрлығы 2011 йылда беренсе тапҡыр ауыл милли мәктәп­тәре араһында бәйге үткәргәйне, унда 38 милли мәктәп ҡатнашты. Беренсе урынды алған Салауат районы Лағыр урта мәктәбе бөгөн күп кенә ҡала мәктәптәре менән ярыша ала. Икенсе урынды алған Мишкә районының Сурай мәктәбенә сираттағы аккреди­тациянан һуң гимназия статусы бирелде. Шулай уҡ Әбйәлил районының Буранғол, Байым, Ишембай ра­йонының Сәлих, Нуриман районының Яңы Күл, Баҡалы районының Мостафа ауылдары урта мәктәп­тәре ошо йүнәлештә әүҙем эшләй.
Белем кимәленең түбән булыуы тураһында єйткєндє, күберәк балалар һаны бик әҙ булған, синыфтарҙа 2-3 бала уҡыған мәктәптәр тураһында һүҙ бара. Ике балаға бер уҡытыусы тура килгән мәктәптәр бар. Бындай мәктәптәрҙә сәғәттәр һаны әҙ булыу сәбәпле һәр фән буйынса белгестәр тотоп булмай. 5-6 сәғәткә ниндәй уҡытыусы эшләп йөрөһөн инде. Икенсенән, класта балалар һанының әҙ булыуы уҡыусыларҙың яҡшы уҡырға ынтылышына ла кире йоғонто яһай. Теүәл фәндәр буйынса белгестәрҙең етешмәүе, балаларҙың тырышлығы кәмеүе бындай мәктәптәрҙә уҡыу сифатының түбән төшөүенә килтерә.
– Мәктәптәрҙә ҡулайлаштырыу бара. Һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы бөтө­рөүҙән һәм оптималләштереүҙән алынған аҡсаны уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыуға йүнәлтмәкселәр. Ҡулайлаштырыу һәм оптималләштереү һөҙөмтәһендә байтаҡ милли мәктәптәребеҙ ябылды. Ата-әсәләр бәләкәй балаларын автобус менән сит ауылға йәки район үҙәгенә мәктәпкә йөрөтөргә мәжбүр. Ҡулайлаштырыу тураһында бәхәстәр дауам итә. Берәүҙәр быны заман талабы тип ҡараһа, күптәр уның кире эҙемтәләрен күреп ҡайғыра. Ауыл мәктәптәренең киләсәген һеҙ нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
Мәктәптең киләсәге, йәки Мәғарифтағы үҙгәртеп ҡороуҙар нимәгә килтерер?
Салауат Рәсүлев. Оптималлєштереү сєйєсєте белем биреү учреждениелары өсөн ыңғай һөҙөмтєгє ҡарағанда кире күренештєре менєн йөҙєтте. Мєктєптєрҙє єҙерєк сығым түгеп, күберєк һөҙөмтєгє өмөтлєнеп булмай ул. Беҙҙең мєктєпте генє алайыҡ. Тулы булмаған урта мєктєп һаналып, уҡыусылар һанына ҡарап, ярты ставкаға булһа ла завуч вазифаһын тотҡанда, уҡыу-уҡытыу барышы аҙмы-күпме ҡарау аҫтында ине. Был вазифа бөтөрөлгєс, уҡытыу эшен күҙәтеү мөмкинлеге юғалды: уҡытыусы нисек эшлєгєнен үҙе генє белє. Сөнки директорҙың дєрестєргє инергє лє, тєрбиє эшен ҡулға алырға ла ваҡыты юҡ. Ул үҙе, “оптимизация” ҡоло булараҡ, күп ваҡытын компьютер артында ҡағыҙ тултырып үткєрє, кєрєк-кєрєкмєгєн документтар туп­лай, мєғариф бүлеге өсөн отчеттар хәстәрләй, дєрестєр теҙмєһе төҙөй һєм башҡалар. Ул арала күпме күҙгє күренмєҫ хужалыҡ мєшєҡєттєре!
Оптималләштереү һөҙөмтєһе булараҡ, беҙҙең мєктєп 2011/12 уҡыу йылында Учалы ауылы башҡорт гимназияһының филиалы итеп үҙгєртелде. Ике ҡатлы, бөтє мөмкинлектєре булған Өргөн мєктєбен (спорт залы, ашхана, китапхана, тамаша залы, йыһазландырылған бүлмә­ләр), яңы иҫєп-хисаптарға тап килмєүҙє (уҡыусылар һаны аҙ) сєбєп табып, ябылыуҙан һаҡлап ҡалыу өсөн, Ҡалҡан мєктєбе уҡыусыларын беҙгє йөрөтє башланылар. Ҡалҡандар өсөн был, минеңсє, ҡулайлаштырыуҙың ыңғай яғы. Ҡыҫҡаһы, яраҡлаштарылған ҡыҫынҡы бүлмєлєрҙєн арынып, бөтє уңайлыҡтары булған мєктєптє уҡый башлау һєр балаға ҡыуаныс килтерҙе.
Бєхеткє күрє, Ҡалҡан мєктєбендє эшлєгєн уҡытыусылар үҙҙєренє башҡа урында эш тапты. Унда башланғыс синыфтар ѓына тороп ҡалды, мєктєп ике сменала эшлєүҙєн ҡотол­до. Ике ауыл араһында асфальт түшєлгєнгє күрє, ситкє автобус менєн йөрөү ауырлыҡтар тыуҙырмай: юлға биш-алты ғына минут китє. Был, єлбиттє, оптималлєштереүҙең тиҫтєлєгєн кире күренештєре араһында бармаҡ менєн генє һанарлыҡ ыңғай миҫалдарҙың береһе.
Рауил Бикбаев. Ҡулайлаштырыу буйынса республикала байтаҡ эш башҡарыла. Һуңғы йылдарҙа мәғлү­мәт технологиялары йылдам үҫеш кисерҙе. Хәҙер иң төпкөл ауыл мәктәбе уҡыусылары ла компьютер, интернет менән файҙалана. Был беҙҙе ҡыуандыра, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта милли мәктәптәрҙең күпләп ябылыуы киләсәк быуындарҙың яҙмышы өсөн хәүеф уята. Ысынлап та, ҡайһы бер осраҡта мәктәпте япмайынса ла мөмкин түгел. Мәҫәлән, ике бала өсөн генә мәктәп, уҡытыусы тотоу үҙен аҡламай.
Был ҡатмарлы хәлдән юғалтыуһыҙ сығыу өсөн мәғариф өлкәһендә үҙәк мәктәптәр булдырылды. Әгәр ҙә бәләкәй ауылда башланғыс мәктәп булып, артабан балаларҙы күрше ауылдарға йөрөтөү өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған икән, йәғни, юлдар һәйбәт, автобус ваҡытында йөрөй, тимәк, быны хупларға ғына кәрәк. Әммә йыш осраҡта быға ирешеү ауыр. Хәҙер хатта ҙур ауылдарҙа ла мәктәптәр ҡалманы. Ете–ун йәшлек баланы ҡайҙалыр йыраҡҡа уҡырға йөрөтөү уның һаулығына, белем алыуына зыян итеүе бар. Төпкөл ауылдарҙа, ғәҙәттә, юл насар, автобустар йыш боҙола. Бураны, ел-ямғыры йөҙәтә. Беренсе синыф балаһы өлкән синыф уҡыусыларының дәрестәре бөткәнен көтөп йөрөргә мәжбүр. Интернатҡа йәки ҡала мәктәбенә биргән осраҡта, кескәй бала атай-әсәй тәрбиәһенән мәхрүм ҡала. Сабыйҙы ғаилә тәрбиәһенән, тыуған ерлегенән айырыу шулай уҡ уның киләсәге өсөн аяныслы. Әлбиттә, кеше ғүмер буйына ата-әсәһе менән йәшәй алмай. Үҙебеҙ ҙә ун биш йәштә, арҡаға икмәк һалынған тоҡсай аҫып, ауылдан сығып киттек. Ләкин төп йәшәү нигеҙе, йәшәү талаптары ун ике–ун биш йәштәргә тиклем барыбер балаға ғаиләлә һалынырға тейеш.
Ауылдың киләсәге район, ауыл халҡының үҙенә лә бәйле бит. Беҙ был хаҡта онотоп китәбеҙ. Хәҙер ауылдарға йәштәр ҡайтмай, балалар һаны аҙ. Әгәр унда йәштәрҙе ылыҡтырырҙай шарттар тыуҙырылмай, ауыл халҡы ситкә тарала, үҙ-ара берҙәм түгел икән, мәктәптең киләсәген ышаныслы итеп күҙ алдына килтереү ҡыйын. Хәҙер йәш белгестәргә хөкүмәт аҡса түләй, төрлө программалар менән ярҙам итергә тырыша. Ләкин йәштәр үҙҙәре әүҙем түгел. Ауыл мәктәбенең киләсәге өмөтлө тип әйтеүе ауыр.
Венера Вәлиева. 2010 йылда Рәсәй Президенты тәҡдим иткән “Беҙҙең яңы мәктәп” милли мәғариф башланғысы мәғариф системаһы алдына аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Иң төп талаптарҙың береһе – ул мәктәптәрҙең төҙөк, яҡты, һәр яҡлап йыһазландырылған булыуы. Был ҡоро һүҙҙәр генә түгел, йыл һайын Рәсәй Хөкүмәте тарафынан мәғарифты модернизациялау өсөн байтаҡ аҡса бүленә, 2012 йылда, мәҫәлән, уның Башҡортостанға тәғәйенләнгән күләме 2 млрд. һумдан ашыу тәшкил итте. Заман башҡа – заң башҡа, ти халыҡ әйтеме. Бөгөнгө мәктәп тә элекке, беҙ күнеккән уҡыу йорто түгел, бынан 10-15 йыл элгәре генә булған мәктәптән ҡырҡа айырыла. Был яңы уҡыу стандарттары индереүгә, уҡытыу йөкмәткеһенең, алымдарының үҙгәреүенә лә бәйле. Балалар ҙа бик мәғлүмәтле, компьютерҙы, интернет селтәрен улар ҡайһы бер уҡытыусыларҙан яҡшыраҡ белә. Шуның өсөн мәктәптә үҙ фәнен яҡшы белгән, үҫешкә һәләтле, заман менән бергә атлаған талантлы уҡытыусылар булыуы шарт. Уларҙы мәктәпкә йәлеп итеү өсөн һәйбәт эш хаҡы кәрәк. Шуға ла Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Хөкүмәте уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреүгә ҙур иғтибар бүлә. Халыҡ әйтмешләй, хеҙмәтенә күрә хөрмәте лә булырға тейеш.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы бөгөн һәр ауылда, хатта бер-ике генә уҡыусы булған ерҙә лә башланғыс мәктәп булырға тейеш тигән талаптан сығып эш итә. Төп дөйөм, урта белем биреү мәктәптәрен оптималләштереүҙе дауам итергә тура киләсәк. Ләкин ҡулайлаштырыуҙы башлағандағы һымаҡ, бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып түгел. Кимәле үҙгәртелергә тәғәйен һәр мәктәптең яҙмышы, халыҡ әйтмешләй, ҡырҡ ҡат үлсәгәндән һуң ғына хәл ителергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта бөгөн ата-әсәләрҙең, балаларҙың үҙҙәре белем алырға теләгән мәктәпте һайлау мөмкинлеге бар. Был мәғариф өлкәһендәге закондар тарафынан тыйылмай, киреһенсә, хуплана. Шуға күрә мәктәптәргә, уҡытыусыларға мәк­тәптә уҡыған балаларҙың һанын кәметмәү, яңыларын йәлеп итеү сараһын күрергә кәрәк.
– Конкрет ауылда мәктәп ябылыу эҙемтәләре хаҡында, бәлки, миҫалдарығыҙ ҙа барҙыр?
Рауил Бикбаев. Шишмә районында бик матур Ябалаҡлы урта мәктәбе бар. Заманында гөрләп торған белем усағы ине ул. Бөгөн шул күркәм ауылда башланғыс мәктәп тә ҡалмаған. Төрлө яҡлап һөйләшеүҙәр алып барып та, эштең уң барып сығыуына ышаныс юҡ кимәлендә. Балалар 3-4 километр йыраҡлыҡта ятҡан ауылға йөрөп уҡый. Ят мөхиттә уҡыусыларҙы йыш ҡына ҡыйырһыталар. Ғөмүмән, Шишмә районында башҡорт мәктәптәре ауыр хәлдә.
Яңыраҡ ҡына Белорет районы Мөхәмәт ауылынан хат килде. Бында башланғыс мәктәп кенә ҡалдырырға теләйҙәр икән. Һорау менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Улар ике юл тәҡдим итеп, хат ебәргән. Абҙаҡҡа йөрөтөп уҡытыуҙы йәки Белореттағы лицей-интернатҡа урынлаштырыуҙы күҙаллағандар. Абҙаҡҡа йөрөтөү мәшәҡәтлерәк. Сөнки күперҙәр емерек хәлдә, юлдар төҙөк түгел. Ә лицей-интернатта уҡытыу һәйбәт ҡарар, минеңсә. Ата-әсәйҙәр был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаһын ине.
– Боронғо һәм хатта беҙҙең быуын күберәк уҡытыусы һәм йәмғиәт тәрбиәһе менән үҫкәнгәме, әлеге көндә балалар бөтөнләй ҡарауһыҙ булып күҙ алдына баҫа. Сөнки мәктәп хәҙер тәрбиә менән шөғөл­ләнмәй. Уҡытыусы һүҙенең синонимы – «педагог», грек теленән ингән был һүҙ баланы мәктәпкә оҙатыусы ҡол тигәнде аңлата. Тимәк, ул балаға уҡыуға йөрөүҙең әһәмиәтен аңлатыусы ла, белемгә өндәүсе лә, тормош серҙәренә төшөндөрөүсе лә булған. Бөгөн ошо йәһәттән мәктәп­тең әһәмиәте ниндәй кимәлдә?
Мәктәптең киләсәге, йәки Мәғарифтағы үҙгәртеп ҡороуҙар нимәгә килтерер?
Фәнзил Санъяров. Мин мәктәпте тәрбиәнән башҡа күҙ алдына килтерә алмайым. Шәхесте шәхес тәрбиәләй. Иң һәйбәт, заманса компьютер уртаҡул уҡытыусыны алмаштыра алмай. Ысын уҡытыусы икән, бала унан күҙен алмай, һәр һүҙен йотлоғоп тыңлай, уға оҡшарға тырыша. Мин белгән күп уҡытыусылар тап шулай.
Бөгөнгө идеология, мәғарифтағы уңышһыҙ эксперименттар баланы уҡытыусынан, йәнле аралашыуҙан айырырға, ситләштерергә тырыша, әйтерһең. Мәктәптең яйлап тәрбиә институты булыуҙан ситләшә барыуы хафаландыра.
Рауил Бикбаев. Эйе, 90-сы йылдар аҙағынан мәктәптә тәрбиә алып барыу эшмәкәрлеге һүлпәнәйҙе. Уҡы­тыусыларҙың Республика август кәңәшмәһендә лә был мәсьәләне күтәреп сыҡҡайным. Мәктәп тик белем бирергә тейеш, тәрбиә менән шөғөлләнеү уның эше түгел, тигән тезис булды. Хаталы фекер менән бер нисек тә килешә алмайым. Мәктәп белем биреүҙе генә түгел, ә шәхес тәрбиәләүҙе лә маҡсат итеп ҡуйырға бурыслы.
Тәрбиә хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡанда, шуны ла әйтеп үтеү мотлаҡ. Беҙ нисә йылдар көрәшкәндән һуң башҡорт теле дәүләт теле итеп ҡабул ителде. Ләкин башҡорт теле ғаиләлә дәүләт теленә әйләнмәй икән, уны мәктәпкә япһарып ҡуйып ҡына әллә ни уңыштарға өлгәшеп булмай. Был юҫыҡта ла ата-әсә менән мәктәптең берҙәм булыуы талап ителә.
Венера Вәлиева. Уҡытыусы “ҡол” тигән һүҙ менән килешмәйем. Уҡы­тыусы һәр ваҡыт уҡыусыға ла, ата-әсәләргә лә, ғөмүмән, һәр кемгә үрнәк булған һәм шулай булырға тейеш. Ҡолдарға мөнәсәбәт тә ҡолдарса була. Ә уҡытыусы уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү барышында дуҫ-иптәш, өлкән кәңәшсе ролен үтәй алғанда ғына тәрбиә һөҙөмтәле буласаҡ.
Мәктәп ғүмер баҡый белем һәм тәрбиә үҙәге булды. Мәктәптәргә уҡыусылар менән генә түгел, ата-әсәләр, йәмәғәтселек менән дә әүҙем эшләргә кәрәк.
– Уҡытыусылар үҙ уҡыусыларына әле үк түләүле репетитор була ала, был законлаштырылған. Күп дәрес­тәр киләсәктә түләүлегә әйләнәсәк. Ҡыҫҡаһы, баланы мәктәптә уҡытыу өсөн бик күп аҡса кәрәк буласаҡ. Беҙҙең халыҡта миллионерҙар юҡ кимәлендә. Тимәк, тотош милләткә белемһеҙ ҡалыу ихтималлығы янай түгелме?
Венера Вәлиева. Рәсәй Федерацияһында, шул иҫәптән беҙҙә лә дөйөм белем биреү системаһы түләүһеҙ. Уҡытыусыларҙың репетитор булып эшләүенә килгәндә, эйе, Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһында”ғы законы нигеҙендә мәктәптәр стандарттарға ярашлы уҡыу программаһынан тыш, өҫтәлмә белем биргәндә, түләүле уҡытыуҙы ойоштора ала, мәҫәлән, балаларҙы юғары уҡыу йортона инергә әҙерләүсе махсус курстар уҡытылһа йәки ниндәйҙер предметтар уҡыу программаһынан тыш тәрәнәйтеп өйрәнелһә. Түләүле уҡытыуҙы ойоштороу өсөн мәктәптең лицензияһы булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта әгәр ҙә мәктәп йәки уҡытыусы бюджеттан финансланған, уҡыу предметының стандарттарға ярашлы йөкмәткеһен түләүле итеп уҡыта икән, был законды боҙоу, һәм улар яуапҡа тарттырылырға тейеш. Уҡытыусы үҙе уҡытмаған, сит мәктәптең балалары менән дә түләүле нигеҙҙә эшләй ала.
Фәнзил Санъяров. Мәктәпте коммерциялизациялау бөгөнгө реформаларҙың иң уңышһыҙы, тип уйлайым. Был ғәмәлдәге Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 43-сө статьяһын тупаҫ боҙоу тигән һүҙ. Унда, мәктәпкәсә йәштәге, урта дөйөм һәм профессиональ белем биреү түләүһеҙ һәм дәүләт тарафынан гарантиялана, тиелә. Рәсәйҙең яңы мәғариф министрының юғары уҡыу йорттарын тулыһынса түләүле итеү хаҡындағы фекере башҡа һыймай. Юғары белем шулай уҡ түләүһеҙ булырға тейеш, айырыуса беҙҙә, дөйөм халҡы фәҡир булған илдә. Ә кемдер түләп уҡырға теләй икән, ундай белем усаҡтары күптән эшләп килә. Әммә түләүһеҙ, бюджет иҫәбенә уҡыу – дәүләт гарантияһы!
Салауат Рәсүлев. Төп дөйөм белем биреү мєктєптєрендє репетиторлыҡтың бөтөнлєй кєрєге юҡ. Беҙҙең мєктєп миҫалынан сығып, шуны єйтергє була: ата-єсєлєр төрлө фєн буйынса үҙебеҙҙє ойошторолған, шулай уҡ Учалы музыка мєктєбе тєҡдим иткєн түңєрєктєр өсөн түлєүгє (айына 100 һум самаһы) ҡыйынһыналар. Хатта һєр мєктєптєге кеүек ашау-эсеү өсөн йыйылған аҡсаны ла бирә алмай йөҙєтєлєр.
Мєктєптє үҙе һайлаған фєн буйынса кемдер түлєүле репетиторлыҡ ярҙамы ала икєн – уның ихтыярында. Уныһын иһє ниндєйҙер уҡытыусының эшлєп еткермєүен ҡаплау, йєки уҡыусының үҙ етешһеҙлеген бөтө­рөргє тырышыу кеүек ҡабул итергє лє мөмкин.
– Федераль дәүләт белем биреү стандарттары тормошҡа ашырыла башланы. Милли мәға­рифтың үҫеше өсөн яңы стандарттар нимә бирәсәк? Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендә бер туҡтау­һыҙ барған үҙгәрештәргә нисек ҡарайһығыҙ? Һеҙҙеңсә, был камиллыҡҡа табан ынтылышмы әллә заман һынауымы?
Фәнзил Санъяров. Һәр нәмә ике яҡлы: йә атаһың, йә атылаһың – был тәбиғәт ҡануны. Эйе, мәктәптәребеҙҙә яңы стандарттар – “ФГОС – 3” ҡоласын йәйә бара. Ыңғайы шул – улар баланы ижади үҫтереүгә, аң һәм рухи үҫешен эволюцияла күҙә­теүгә, мониторингҡа йүнәлтелгән.
Рауил Бикбаев. Беренсе синыфтар яңы уҡыу стандарттары буйынса белем аласаҡ. 2008 йылдың майында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында беҙ региональ милли компонентты һаҡлап ҡалыу буйынса етди һөйләшеү үткәргәйнек. Милли компонентты һаҡлау буйынса Мәскәүҙә, төрлө республикаларҙа күп һөйләшеүҙәр булды, маҡсатлы талаптар ҡуйылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был талаптар, уйҙар, ниәттәр ғәмәлгә ашманы һәм милли компонент тигән төшөнсә уҡыу-уҡытыу стандарттарынан алып ташланды. Ләкин беҙгә күңелде төшөрөргә ярамай. Яңы стандарттар буйынса уҡыу программаһының 80 проценты федераль компонентҡа тәғәйенләнгән. Ә ҡалған 20 процентында элеккесә туған телде, әҙәбиәтте, тарихты өйрәнеү мөмкинлеге бирелә. Быны файҙаланыуҙа белем усағының да әһәмиәте ҙур. Әгәр мәктәп етәкселеге хәл итһә, үҙебеҙҙең элекке белем биреү традицияларын һаҡлап ҡала алабыҙ.
Салауат Рәсүлев. Белем кимєлен стандартлаштырыу тураһында һүҙ ҡуҙғатыуға байтаҡ йылдар үтеп китте. Хатта һєр предмет өсөн стандарт программалар булдырҙылар. Ғємєлдє беҙҙең районда улар былтырғы уҡыу йылынан ғына тормошҡа ашырыла башланы: башланғыс синыфтар яңы программаны үҙлєштереүгє күсте.
Стандарт белем биреү программалары ғєҙєти, уртаса өлгєшеүсе уҡыусыларға иҫєплєнгєн. Образлы фекер йөрөтөп, белем алыуҙы елєк йыйыу менєн сағыштырһаҡ, түбєндєге күренеш күҙ алдына баҫа.
Физик яҡтан таҙа, һєр яҡтан камил уҡыусы бер сєғєт эсендє 5 литрлыҡ биҙрєне ҡып-ҡыҙыл елєк менєн тултырырға тейеш! Сосораҡ, етеҙерєк балаға 6 литр йыйыу мөмкинлеге лє бар. Є һєлкєүерєк бала 3-4 литр менєн ҡєнєғєтлєнє ала. Аҙ булһа ла, был 3-4 литр йємєғєтселекте – ата-єсєне, ҡарап тороусы «жюри ағзаларын» да ҡєнєғєтлєндерє, сөнки был хєл стандартҡа тап килє. Ошо ғємєлдєн сығып, төрлө фєн буйынса берҙєм дєүлєт имтихандарына күнегеүҙєр єҙерлєнє.
Уҡытыуҙың стандарттарға ҡорол­ған был системаһы бер яҡтан отошло (теүєл фєндєр – математика, физика, химия һєм рус теле өсөн), икенсе яҡтан, милли компонент иҫєпкє алынмай (урындағы халыҡтың тарихы, мєҙєниєте, географияһы).
Дөйөм белем биреү системаһын стандартлаштырыуҙың һєм берҙєм имтихан индереүҙең иң ыңғай яғы: уҡыусы үҙе йыйған балдар менєн өйҙє ултырып ҡына, Интернет селтєре аша телєһє ҡайһы вузға уҡырға инє ала. Тик беҙҙең ауыл балалары, ҡыйыуһыҙланып, Мєскєү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙағы уҡыу йорттарына барырға йөрьәт итеп бармай. Юл сығымын, йєшєү шартын уйлайҙар. Баланы уҡытам тиһєң, ниндєйҙер сығымдарҙан ҡурҡмаҫҡа кєрєк шул.
Венера Вәлиева. Яңы стандарттарҙың мәғариф үҫешенә булышлыҡ итеүсе ыңғай яҡтары бик күп.
Элекке стандарттар – һәр дәрес буйынса балаларҙың белеменә, уҡыу күнекмәләренә талаптар йыйылмаһы ине. Яңы стандарттар иһә уҡыу барышына, уның һөҙөмтәләренә, шарттарына талаптар ҡуя. Иң мөһиме – улар уҡыусыны үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеүгә йүнәлтелгән. Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу учреждениеһы бөгөн белем биреүҙең һөҙөмтәһе өсөн туранан-тура яуаплы, үҙенең уҡытыу программаһын да үҙ аллы эшләй. Стандарттар – мәктәп­тең үҙ аллылығын үҫтереүҙәге мөһим аҙымдарҙың береһе. Яңы стандарт тәрбиә эшен тергеҙеүҙе лә тәьмин итәсәк. Мәктәп элек тә баланың шәхси һыҙаттарын үҫтереүгә йүнәл­телгәйне, элек тә уҡыу процесын яҡшыртыу тураһында һүҙ алып бара инек, ләкин былар бер ниндәй норматив документта ла юҡ ине. Яңы стандарттарҙа быларҙың бөтәһе лә асыҡ яҙылған.
Әйтергә кәрәк, уҡыу процесын ойоштороуға ҙур талаптар тупланған яңы СанПин ҡабул ителде. Был талаптарға яуап биреү өсөн беҙгә байтаҡ эшләйһе, мәктәптәрҙе төрлө яҡлап күтәрәһе бар.
Мәғариф өлкәһендә барған үҙгәрештәргә килгәндә, мин уны камиллыҡҡа ынтылыш тип тә, заман һынауы ла тип ҡабул итәм. Заман һынауы, сөнки кешелек тарихы күрһәтеүенсә, мәғариф өлкәһендә реформалар йыш булырға тейеш түгел. Икенсе яҡтан, заман шул тиклем тиҙ үҙгәрә, уға яраҡлашыу кәрәклеге туҡтауһыҙ яңырыу талап итә.
– Хәҙер үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе рухи ҡиммәттәрҙән бигерәк, матди байлыҡ, еңел тормош ҡыҙыҡтыра. Балаларҙы заман талаптарына ярашлы нисек тәрбиәләргә икән?
Рауил Бикбаев. Баланы заман талабына ярашлы тәрбиәләү мәсьәләһе буйынса меңәр йылдар буйына баш ватҡандар. Әммә ҡәтғи генә яуап таба алмағандар. Беҙҙең заманда ауыл менән бәйләнеш тығыҙ ине. Бөгөн йәштәрҙең ауыл, шәжәрә, халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре менән бәйләнеше юҡ дәрәжәһендә. Был үкенесле, әлбиттә. Мин үҫеп килгән быуынды ҡала башлы, ауыл йөрәкле итеп күрергә теләр инем. Уларҙың күңе­лендә халыҡ ижады ынйылары, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йырҙары, әҙәбиәте, милләтебеҙгә хас инсафлыҡ, үҙ-ара матур мөғәмәлә һаҡлан­һын ине. Элек шәхес тәрбиәләүҙә китап-журналдарҙың да әһәмиәте көслө булған. Хәҙер кешеләр һирәк китап уҡый, күптәр гәзит-журналдарға яҙылмай. Милли үҙенсәлекте онотмай, яҡшы сифаттарҙы үҙләштереү, үҫтереү һәм тормошта дөрөҫ файҙаланыу – киләсәк быуындың маҡсаты.

Әңгәмәне Альбина
ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА алып барҙы.
Александр ДАНИЛОВ,
Флөр ЃАЗИН фотолары.



Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook