Башҡортостан Ҡыҙы

Йондоҙҙар тормошонан

Йондоҙҙар тормошонанМоңло тауышлы йырсы Венера Рәхмәтуллина быйылғы йәйҙе бушҡа үткәрмәгән, самолет йөрөтөргә өйрәнгән икән. Первушино аэроклубында йырсының «Ир-егеттең йәшен һанамайҙар» исемле йырына режиссер Луиза Фархшатова яңы клип төшөргән. Пилот менән ике кешелек самолет яллағандар. Төшөрөп бөткәс, осҡосто йөрөтөүсе егет Венераға һауала бер-ике түңәрәк яһарға тәҡдим иткән. «Ҡайҙан ғына ризалашҡанмын, өҫкә күтәрелгәндә ҡурҡытманы, ләкин, ҡапыл боролоп, аҫҡа ҡоштай атылғанда, йән көскә ҡысҡырып ебәрҙем, ҡот табанға төштө»,– тип хәтерләй Венера үҙенең ҡаһарманлығын. «Бүтән бер самолетҡа ултырһаммы, тип уйлағайным шул мәлдә, әле ҡурҡыуым үтте. Көсөргәнешле тойғолар кисереү оҡшап ҡалды, хәҙер парашютсылар курсына яҙылдым, һауанан һикереп ҡарарға йыйынам»,– тип үҙенең ҡыйыу­лығына үҙе шатлана Венера.

Йондоҙҙар тормошонан
Милли йәштәр театры актрисаһы Эльмира Юлдашеваның береһенән-береһе бәләкәс балалары, ниһайәт, бер аҙ ҙурайып, әсәләренә бала ҡарауҙан башҡа шөғөлгә лә ваҡыт ҡалдыра башлаған. «Яңыраҡ иптәшем командировкала булыу сәбәпле, Баймаҡҡа туйға барғанда үҙем руль артына ултырырға мәжбүр булдым. Машинаны ул тиклем һәйбәт йөрөтмәһәм дә, туғанымды күрергә тип ашҡынып ҡайттым. Өс балам минең нисек йөрөтөүҙе баһалап ултырҙы. Алай ҙа юлдан ҡурҡып тормай барғанбыҙ, айныҡ туй бик оҡшаны. Юлда ял итергә туҡтаныҡ та, кире ҡуҙғалып китергә тип автомобилде тоҡандырһам, ул урынынан ҡуҙғалманы ла ҡуйҙы. Аптырап, эргәлә ултырған дүрт йәшлек Динисламға ҡарағайным, ул ипләп кенә бармағы менән ручникка төртөп күрһәтте. Йәһәт кенә хатамды төҙәтеп, ҡуҙғалып киттем. Эргәлә балаларым булғанда, мин бөтә нәмәгә лә һәләтле»,– тип йылмая «Ай ҡыҙы» сериалында уйнап танылыу яулаған һылыуҡай.

Йондоҙҙар тормошонан
Йәш йырсы Анжелика Якусева «Урыҫса топ модель» проектында ҡатнашҡандан һуң донъяның төрлө илдәренән бик күп тәҡдимдәр алған. Германияла бөтә донъяға таралған «Отто» модалы кейемдәр каталогы өсөн фотосессияла булғандан һуң, өс ай Ҡытайҙың Шанхай ҡалаһында эшләп, ундағы мода аҙналыҡтарында ҡатнашып, бер ни тиклем ҡытайса өйрәнеп ҡайтҡан, Таиланд, Ливан, Ҡытай һәм Американың Нью-Йорк ҡалаһының мода агентлыљтары менән килешеүҙәр төҙөгән. Һылыуҡайыбыҙ август айында яратҡан Башҡортостаны буйлап гастролдә йөрөгәндән һуң, көҙ башланыуға Ҡушма Штаттарға, донъяның билдәле модельерҙарының яңы коллекцияларын күрһәтеүҙә ҡатнашырға осасаҡ. Эльвира Хисаева, Айгөл һәм Гөлсөм Айытҡоловалар менән бер рәттән бөтөн донъя агентлыҡтары менән хеҙмәттәшлек иткән Силәбе сибәркәйенә уңыштар теләйбеҙ!

Рәсәй йондоҙҙарына килгәндә инде, уларҙың үҙ хәстәрҙәре. Мәҫәлән, үҙенән ике тапҡырға йәш көлкө оҫтаһы Максим Галкин менән донъя көткән Алла Пугачева өсөнсөгә өләсәй булған һәм ейәнсәре йәшәйәсәк бүлмәне матурлау менән шәхсән үҙе шөғөлләнгән икән. Бынан ике йыл элек мәңгелеккә тип сәхнә менән хушлашһа ла, әле юғалған тауышын рәткә килтереп, тамағын дауалап, Ксения Собчакка арналған өр-яңы йыр ҙа яҙҙырып ташлаған. Бына шулай ул Рәсәй өләсәйҙәре, бөтә нәмәгә лә өлгөрҙәр.

Быйыл йәй Салауат Юлаев һәйкәле янында моңло тауышлы һәм данлыҡлы София Ротару сығыш яһаны. Концертҡа килгән тамашасыларҙың бер нисәүһе хатта билдәле йырсыны аҡ бейеүгә саҡырыу бәхетенә лә иреште. Әйткәндәй, София Ротаруҙы ейәне ошо көндәрҙә кәләше менән таныштырған. Йырсыға ҡыҙҙың иплелеге оҡшаған икән, ейәнем өйләнәм тиһә, ҡаршы түгелмен, тип белдергән ул. Шулай булғас, тиҙҙән яратҡан артисткабыҙҙың бүләһе йәки бүләсәре тыуыуын ишетеп тә ҡыуанырбыҙ әле.

Билдәле йырсы Наталья Штурм яңыраҡ бер тапшырыуҙа иренең туҡмауы арҡаһында ҡоймос һөйәгенең ике ерҙән һыныуы хаҡында бәйән итте. Танылыу яулаған, уңышлы ҡатындың да ғаиләлә йәберләнеп йәшәүе барса халыҡты шаҡ ҡатырҙы. Был хәлдән һуң йондоҙ ике ай яңғыҙы йәшәп алған, ләкин иптәшенең, иҫерек булғанмын, бер ни ҙә иҫләмәйем, бик үкенәм, тип ғәфү үтенеп инәлеп йөрөүе уның бәғерен йомшартҡан һәм йырсы ирен ғәфү иткән дә ҡуйған. Эх, был ҡатын-ҡыҙҙарҙың киң күңеллегенә һәм кенә тота белмәүенә, ысынлап та, йыш ҡына иҫең китерлек шул...


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook