Башҡортостан Ҡыҙы

Бәхеттәргә һөйөү уралған...

Бәхеттәргә һөйөү уралған...  Һикһәненсе йылдар аҙағында сәхнәбеҙ күгенә гөрләп килеп инеп, саѓыу, моңло тауышы менән күптәрҙе арбап өлгөргәйне Резеда Әминева. Һандуғастай талпынып, туҡтауһыҙ һайрар һымаҡ ине ул. Ләкин тамашасыһы юрағанса йырлар ҙа йырлар урынға, тауышы торған һайын һирәгерәк ишетелеп, бер ара бөтөнләйгә юғалып та алды ул. ...Һәм, ун биш йыллап ваҡыт үткәс, йыр-моң һөйөүселәрҙе шатландырып, тағы ла сағыуыраҡ, яҡтыраҡ булып балҡып килеп сыҡты ул сәнғәт майҙанына. Улай ғына ла түгел, уңышлы замана әртистәренән талап ителгәнсә, тормошо асылмаған серҙәр, ысынмы-юҡмы икәне билдәһеҙ уйҙырмалар менән уратылған ине. Имеш-мимештәр ҡыҙыҡһыныусан тәбиғәтле кешеләрҙең иғтибарын һәр ваҡыт үҙенә тартыусан. Яҙмыш дауылдарына осрап йөрәге сыныҡҡан ҡатын, шулайтып, үҙе лә теләмәҫтән йырсыларыбыҙ араһындағы иң ҙур йомаҡтарҙың береһенә әйләнде. Биш-алты йыл элек Фәрүәз Урманшин менән парлашып сығып:
“Беҙҙең ғүмер шулай ҡоролған,
Бәхеттәргә һөйөү уралған”, – тип, Нурия Абдуллина ижад иткән йырҙы һуҙып ебәреүҙәре менән, уларҙы эстрадабыҙҙың иң матур пары тип иғлан итәләр. Икәүләшеп яңынан-яңы дуэттар яҙҙыралар, улар ҡатнашҡан концерттарға халыҡ эркелеп килә. Бигерәк тә алда телгә алынған йырҙы иғлан иткәндә, Фәрүәздең: “Є хәҙер һеҙҙең өсөн беҙҙе парлы иткән, уллы иткән йырыбыҙ яңғы­рай”, – тип шаяртып ебәреүе, утҡа май һипкәндәй, халыҡта төрлө һорауҙар тыуҙыра.
– Сәхнәгә сыҡҡан һайын беҙгә, шәхси тормошоғоҙ хаҡында ла һөйләп китегеҙ әле, тип әллә күпме яҙыуҙар ебәрәләр ине. Үҙебеҙ ҙә аңғармай, шулай тамашасыны ылыҡ­тырыр бер әмәлгә юлыҡтыҡ, урыҫтар уны пиар тип йөрөтә бит инде. Уларҙы шулай көсөргәнештә тотоу беҙгә лә ҡыҙыҡ ине, хит-парадтарҙың тәүге баҫҡысынан төшмәнек. Фә­рүәздең хәләл ефетенең, минең иптәшемдең өнһөҙ ризалыљтары менән был риүәйәт бик оҙаҡ йәшәне һәм әле лә йәшәүен дауам итәлер, бәлки(көлә).
–Беҙҙең журналды уҡыусылар араһында ла был серҙе сисергә теләүселәр барҙыр, әйҙә, улар өсөн генә ғаиләгеҙ хаҡында һөйләп китегеҙ әле?
Бәхеттәргә һөйөү уралған...
–Минең тормошомда барыһы ла ғәҙәти һәм ябай. Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында, йыр-моңға ғашиҡ Ғәйшә һәм Рәүеф Әминевтарҙың ете балаһының дүртенсеһе булып донъяға килгәнмен. Ул замандарҙа телевизор булмай торғайны, беҙ радио тыңлап үҫтек. Унда яңғыраған һәр спектаклде көтөп ала, радионан ишетелгән һәммә йырҙы отоп ҡалырға тырыша инек беҙ. Радио минең өсөн шундай мөғжизәле бер йәшник ине, туғандарым менән уның серенә төшөнөргә тырышып, аҡтарып ҡарағаныбыҙ ҙа булды хатта. Бына әле мин ун һигеҙ йыл самаһы “Юлдаш”та хеҙмәт итәм, музыка редакцияһында мөхәррир булып эшлә­йем. Йыш ҡына, ана шул бала саҡта иҫем китеп радионы яратыуым арҡаһында яҙмыш мине ошонда эшкә алып килмәнеме икән, тип уйлап ҡуям.
Атайым һөнәре буйынса урман хужалығы хеҙмәткәре булһа ла, ауылдаштарының һорауы буйынса, ете йыллап ауыл мәҙәниәт йорто директоры булды, бик күп музыка ҡоралдарында уйнап йырлай ине, әсәйемдең дә тауышы матур. Шуға байрамдарҙа ғаиләбеҙ менән йыш ҡына сығыш яһай инек. Бәләкәйҙән, йырсы булам, тип үҫтем.
Иң өлкән ағайымды иҫәпләмә­гәндә, ул хәҙер мәрхүм инде, ҡалған алтауыбыҙ шау ҡыҙҙар булғас, әсәйебеҙ беҙҙе бик ҡурсаланы, мин һеҙгә үҙемә ышанған һымаҡ ышанам, ти торғайны ул. Ниндәй генә хәлдәр килеп тыумаһын, ҡолаҡта ошо һүҙҙәре яңғырап китә ине һәм ул мине төрлө яңылышлыҡтарҙан һаҡлап торҙо. Мин бөтәһен дә иң беренсе белеп торорға тейеш, серҙәрегеҙҙе миңә һөйләгеҙ, тип өйрәтте ул, үҙ-ара шулай асыҡ булғас, беҙгә лә еңел булды.
Бәхеттәргә һөйөү уралған...
Өфө сәнғәт училищеһында Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, күренекле педагог Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы Ноғоманова класында уҡыным. Ул икенсе әсәйем һымаҡ яҡын булды, ышаныс белдереп, йәш кенә көйө мине ҙур сәхнәгә алып сыҡты. Рәхмәттәрем сикһеҙ уға ла. Инструменталь-вокаль ансамблдә йырсы булып эш башланым, йырҙарымды халыҡ яратып ҡабул итә ине, эфир тулҡындарында ла ишетелеп торам. Тик һаман да, эргәмдә мине оҡшатып йөрөгән егеттәр булһа ла, үлеп ғашиҡ булырлыҡ кешене осратмауым, ҡайнар мөхәббәт хистәрен кисермәүем борсоно. Беҙ бит романтикалы совет кинофильм­дарын ҡарап үҫкән быуын, күңел шул таҫмаларҙағы һымаҡ аҡбуҙатлы егетте көтә ине.
Шулай бер ауылға ҡайтҡанда, әсәйем, кейәүгә сығырға уйламайһыңмы, балам, ауылда, егерме бише тулды, һаман йөрөй, тип һөйләйҙәр, тип әйтеп ҡуйҙы. Беҙҙең элекке тәрбиә шулай бит инде, кеше нимә әйтә, тип ҡурҡып өйрәнгәнбеҙ, мин дә, ғәзиземде хафаландырмайым әле, тип әйләнгән һайын киноға саҡырған егеткә кейәүгә сығырға ризалығымды бирҙем. Уҡыған, төҫкә-башҡа матур, итәғәтле итеп һөйләшә белеүе лә оҡшай ине, яратып китермен әле, яҙмағандыр миңә кинолағыса һөйөү, тип уйланым.
Ғүмер үтә торҙо, тәүҙә бәләкәс ҡыҙҙарым менән мәж килдем, шунан төҙөлөшкә тотоноп киттек, минең йырсылығым нисектер артҡа күсте. Ә йырлағым килә, иптәшем күрәләтә ҡаршы ла булманы, ләкин ижад кешеһенә бит терәк, аңлау, эшенә хөрмәт менән ҡарауҙары кәрәк. Һөйләшелгән ергә сығыш яһарға бара алмай ҡалыуҙар, яңы йырҙар яҙҙырмауым, мөхиттән ситләшергә мәжбүр булыу... Яйлап, йыр сәнғәте минһеҙ ҙә бына тигән итеп гөрләп тора бит әле, тип күндем, һүрелдем.
Төрлө саҡтар булды, мәҡәлдә әйтелгәнсә, балалар хаҡына сабыр булырға тырышып йәшәнем. Өлкән ҡыҙымдың: “Әсәй, һин беҙ тип торма, күҙ йәштәреңде күргем килмәй”,– тип әйтеүе миңә ҡыйыулыҡ өҫтәне. Айырылғанымда ҡырҡ йәштә инем. Ҡыҙҙарымдың атаһының да бәхетен табыуын теләйем. Уны бер ниҙә лә ғәйепләмәйем, яҙмышыбыҙҙың шулай килеп сығыуы беребеҙ өсөн дә еңел булманы. Балаларым уның менән аралашып йәшәй.
Тормошта бөтә нәмә лә үҙеңдән тора икән. Башкөллө ижадҡа сумдым, гастролдәрҙән ҡалманым, үҙемде һыуға ебәрелгән балыҡтай хис иттем. Шулай бер Себер яҡтарындағы ҡалала, сығыш яһағандан һуң, ойоштороусылар күмәгебеҙҙе урындағы башҡорт милли берекмәһенә алып барҙы. Шунда ихласлап фотоальбом ҡарап ултырҙым да, бер һүрәтте күреп тертләп киттем. Ҡарашымды шул тиклем атайыма оҡшаған, хәрби кейемдәге ир уҙаманы йәлеп итте. Ринат беҙ ҡатнашҡан концертты ойоштороусыларҙың береһе булып сыҡты, мин уға былай иғтибар ҙа итмәгәнмен, ә фотола – арбаны. Хистәремде тышҡа сығарып бара торған кеше түгелмен, үҙемде бик тыныс тоттом, унан инде ҡайтып киттек. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул мине үҙе эҙләп тапты. Ул да айырылған икән, артабан бер-беребеҙһеҙ йәшәй алмаясағыбыҙҙы аңлағас, Өфөгә күсеп килде. Кинйәкәйем Айбулат тыуҙы.
Бәхеттәргә һөйөү уралған...
Икенсегә кейәүгә сыҡҡас, мин баяғы әйтеп киткән, йәш саҡта тоймаған мөхәббәт тойғоларын кисерҙем. Хис ул йәшкә ҡарамай, баҡтиһәң. Аллаға шөкөр, әлдә шул тойғонан мәхрүм булып ҡалманым мин дә. Һине аңлаған, яратҡан кешең барлығы, яратыуҙың ике яҡлап та булыуы үҙенән-үҙе һине күтәрә, йәшәү көсөн арттыра икән. Бөгөнгөң тыныс, иртәгәң ышаныслыға әйләнә. Шуға ла иң мөһиме ошо донъяла ҡатын-ҡыҙҙарға ир бәхете теләйем. Юғиһә бит беҙҙең ир-егеттәрҙең күбеһе матур һүҙҙәргә һаран, ҡатын-ҡыҙҙы баһалай белмәй.
Резеда Әминева ҡырҡтан һуң өсөнсөгә әсәй булырға йөрьәт иткәс, икенсе һулышы асылғандай була. Үҙе лә шиғырҙар, йырҙар ижад итә башлай. Элеккерєк йырҙары күбеһенсә һа­ғышлы булһа, хәҙер йышырак донъя матурлығы, ҡатын-ҡыҙ бәхете хаҡында йырларға тырыша. Тыуған яғының тәбиғәтен данлай, йәшлек хә­тирә­ләрен яңырта. Үҙе лә хәҙер, әсәһе һымаҡ, ҡыҙҙарына серҙәш булырға ынтыла. Алинаның: “Әсәй, мин шул тиклем һинән уңдым, һин мине ниндәй генә хәл килеп сыҡһа ла һәр ваҡыт аңлайһың, рәхмәт инде”, – тип әйтеүе үҙе күп нәмә хаҡында һөйләй. Ҡыҙҙарының иманлы, аҡыллы дуҫтары булыуына ла ҡыуана әсә. Иптәш­тәре лә эсмәй, тартмай, төнгө диско­текаларға ла йөрөмәйҙәр, уның ҡарауы, бергәләп Башҡортостаныбыҙҙың төрлө матур урындарына сәйәхәт ҡылырға яраталар икән.
– Оло ҡыҙым әхирәттәре менән бергәләп мәктәптә уҡығанында уҡ намаҙ уҡырға өйрәнде, дингә тартыла. Әле юғары уҡыу йортонда юрист һөнәрен үҙләштерә. Йәштәрҙең беҙҙән аҡыллыраҡ, етеҙерәк булыуы үҙе бер бәхет бит. Алинам сабырыраҡ, тыйнағыраҡ булһа, Айгөл ҡыҙым иһә саяраҡ, үҙенең фекерен яҡлай белә, кеше нимә әйтә, тип иҫе китеп бармай. Ә Айбулат, бәләкәс булыуына ҡарамаҫтан, йыр-моңға ғашиҡ, бик күп йырҙарҙы яттан белә. Уны инде беҙ күмәкләп һөйөп туя алмайбыҙ. Атаһы, малайҙы шаштыраһығыҙ, тип әйтеп кенә тора. Иптәшем өс көн өйҙә булмаһа ла, Айбулат үҙгәреп китә. Малай үҫтергәндә атай тәр­биәһе бигерәк тә ныҡ кәрәк икән ул, – тип йылмая йырсы.
Резеда Әминеваның матур йыр­ҙары бик күп. Фәрүәз Урманшин, Филүс Ҡасимов, Урал Ниғмәтуллин менән парлашып йырлағандарын да халыҡ үҙ күрә. Ошо көҙгә, Алла бирһә, “Бишек йыры” исемле яңы йырын халыҡҡа сығарасаҡ ул. Унда йырсының саф тойғолары, сабыйына мөхәббәте, йөрәк моңо ла урын алған. Бишек йырына ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт иң эскерһеҙ һөйөү хистәрен һала. Ошо йыры уның күңел тирбәлешенә һәр саҡ ауаздаш булып ҡалһын! Бәхетле, мөхәббәтле булырға са­ҡырған Бөрйән ҡыҙының арбауыс тауышы оҙаҡ-оҙаҡ йылдар иркәләһен беҙҙең ҡолаҡтарҙы!

Гөлнара ХЄЛФЕТДИНОВА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook