Башҡортостан Ҡыҙы

Ни өсөн Испанияла буйҙаҡтар күп?

Ни өсөн Испанияла буйҙаҡтар күп?Лилиә (Абдуллина) Трофимова – Үрген ауылы ҡыҙы. Мәктәпте тамамлағандан һуң Мәскәү технология институтының Өфө филиалында уҡый. 1982 йылда йүнәлтмә буйынса Ҡазан ҡалаһына китә һәм “Тат­мебельсбыт”ҡа инженер-иҡтисадсы булып урынлаша. Тормошҡа сығып, Татарстанда төпләнә. Ире менән бергәләп ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерә. Балалары Сорғотта йәшәй, ейәнсәре бар. Үҙе иһә Баймаҡ ҡалаһында тора. Лилиә Мәжит ҡыҙы – алсаҡ, нурлы йөҙлө, һөйкөмлө кеше, ихлас әңгәмәсе. Ике йылдан ашыу Испанияла йәшәп һәм эшләп ҡайтҡан. Беҙ уның менән нәҡ ошо сәфәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Сит илдең үҙенсәлекле һыҙаттары тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне ул.
– Испанияға Башҡортостандан аҡса эшләү өсөн барыусылар күп, был йәһәттән бигерәк тә Сибай, Өфө, Благовещен ҡалалары, Раевка ҡасабаһы кешеләре әүҙем. Украинаныҡылар күп, Испанияла үҙҙәренең мәктәптәрен, магазиндарын, башҡа учреждение­ларын асҡандар. Ер шарының төрлө урынынан йыйылған бында халыҡ – ниндәй генә милләт кешеһе
осрамай.
Килгән кешегә йүнәлтмә биреп, эш эҙләп ярҙам күрһәтеүсе яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Мөмкинлектән файҙаланып, йәнтөйәкте бер аҙға ҡалдырып, сит илгә юл тоттом. Тәүәккәл аҙымыма үкенмәйем – күпме ер-һыу күреп ҡайттым. Әлбиттә, тәүҙә бик һағындырҙы, тик ғәҙәтем шул: маҡсатыма өлгәшмәйенсә ҡалмайым.
Испанияның танылған 86 йәшлек балеринаһын ҡараным. Бик зыялы ғаилә. Бай, етеш йәшәү – бында ҡәҙимге күренеш, һауыт-һабаларына тиклем саф көмөштән. Ғөмүмән, бындағы тормош беҙҙекенән күк менән ер араһы кеүек айырыла. Рәсәй телевидениеһы һәм матбуғатында Испанияны насар яҡтан ғына күрһәткән кеүек, унда ла Рәсәйҙе матур итеп һүрәтләмәйҙәр.
Кейем, аҙыҡ-түлек бик арзан, ә эш хаҡтары юғары. Мәҫәлән, ябай шофер беҙҙең аҡса менән айына 120 мең һум эш хаҡы ала. Мин ҡараған әбекәйҙең пенсияһы –98 мең.
Урамдарҙа мандариндар, әфлисундар бешеп, аяҡ аҫтына ҡойолоп ята. Ҡыш юҡ. Магазиндарҙа – юғары сифатлы емеш-еләк, яңы ғына тотол­ған балыҡ, кәзә һөтөнән яһалған сыр, уңып бешкән икмәк. Консервалар ҙа намыҫ менән эшләнгән. Һәр кемдең аш өҫтәленә тик яңы аҙыҡ-түлек кенә ҡайта, яраҡлылыҡ ваҡыты үткән ризыҡтар бер ҡайҙа ла осрамай.
Халҡы бик үҙенсәлекле, хатта ҡыҙыҡ кейенә. Бер нисә стилде ҡатнаш­тырып кейеү йыш осрай. Үтекләнмәгән кейем кейеү модала. Затлы металл һәм ҡиммәтле таштарҙан яһалмаған биҙәүестәрҙе, йәғни бижутерияны, киң ҡулланалар. Тәбиғи косметиканы ғына тотоналар. Ҡатын-ҡыҙ, ир-аттың иң күп әйбере – шарф, муйын яулыҡ­тары– уларҙың ниндәйе генә юҡ! Уларһыҙ йөрөүселәр һирәк.
Ҡатын-ҡыҙ бик рәхәт тормошта, үҙ күңелен генә уйлап йәшәй. Әммә ғаиләләрҙә, нигеҙҙә, дүрт-биш бала донъяға килә. Сабыйҙы йүргәккә төрөү ғәҙәте юҡ, кескәй саҡтан кейем кейҙерәләр. Һәр сабыйға, тыуғас та, дәүләт фондынан иҫәп асылып, аҡса күсеп бара, 18 йәше тулыуға ул шул аҡсаға фатир һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Балалар мәктәпкә дүрт йәштән бара.
Буйҙаҡ ир-ат ифрат күп. Өйләнмәһә лә, ир ҡунаҡҡа барып йөрөй торған ғаиләләр бар. Өйләнмәүҙең төп сәбәбе – айырылыша ҡалһалар, иргә бер нимә лә эләкмәй, бар мөлкәт законлы рәүештә балалары менән ҡатынына ҡала, ир сығып китергә тейеш була. Йәнә ғаиләһенә ҙур алимент түләй. Испанияла ун биш буйҙаҡҡа бер ҡатын тура килә. Етмәһә, ырыу байлығын ситкә ебәрмәҫ өсөн ике-өс туған йәштәрҙе өйләндереү –ғәҙәти күренеш. Шуға күрә Испанияла ғәриплек йыш осрай.
Туйҙы ҙурҙан ҡубып яһамайҙар, сиркәүгә барып, матур йола үткәреү менән сикләнәләр. Ҡунаҡсыллыҡ юҡ. Кеше килһә, өҫтәл әҙерләмәйҙәр, һөйләшкәндә ҡунаҡ һыуһаһа, һыу һорап эсергә мөмкин. Башҡа ниҙер тәҡдим итеү – улар өсөн башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Испандарҙың иң яратҡан урыны – барҙар. Йәше-ҡарты иртән торғас та бер сынаяҡ ҡәһүә эсеү өсөн (унда сәй эсмәйҙәр) кейенеп-яһанып барға бара. Ныҡ шаулашып ултыралар, тауышланып һөйләшәләр, бейейҙәр, күңелле әңгәмә ҡоралар. Һыра, һут, шарап, виски, ҡәһүә – популяр эсемлектәр. 90 йәште үткән әбейҙәр ҙә аҙна һайын сәстәренә прическа эшләтеп, биҙәнеп, сағыу кейенеп йөрөй.
Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәп­тә торғандар әҙ түгел, йылдар буйы торалар, айына беҙҙең аҡса менән 24 мең һум пособие алалар. Техника арзан. Мәҫәлән, 3 мең һум эш хаҡы икән, машина 8 мең һум тора. Испания үҙе етештермәй, күрше илдәрҙән ала. Ғаиләлә биш кеше булһа – машиналары ла бишәү. Бер-береңдең машинаһына тейеү ғәҙәте юҡ.
Ҙур завод-фабрикалар юҡ. Дәүләт учреждениелары бик әҙ, бөтә ер, бөтә эш шәхси йүнселдәр ҡулында. Фермерҙар күпләп сусҡа, йәнә үгеҙ аҫрай. Үгеҙҙәр аренала һуғыштырып, тамаша ҡорор өсөн аҫрала, һатыла. Сусҡаға имән сәтләүеге ашатыуҙары үҙенсәлекле, шунлыҡтан ул һимеҙ булмай, итләс була икән. Кәзә фермалары күп. Шифалы һөтөнән төрлө ризыҡ етештерәләр. Бөтә ерҙә – теплицалар. Йөҙөм емеше, баҡса еләге, цитрус емештәр үҫтерәләр.
Көндөҙгө сәғәт 2-нән 5-кә тиклем бөтә ерҙә лә “тыныс сәғәт”. Магазиндар ябыла, дә∆ләт ойошмалары ла эшләмәй. Халыҡ, ығы-зығынан арынып, бар ерҙә ялға туҡтай, серем итә. Һирәк-һаяҡ забастовкалар булып тора. Улар митинг, демонстрация рәүешендә ойошторола.
Мин йәшәгән ергә Атлантик океан яҡын ине. Ял көндәрендә һыу инергә барабыҙ. Һәр ғаиләнең ярҙа ял итә торған йорто, ихатаһы бар, ә инде йәшәгән ерҙәрендә һәр бер ғаилә ике-өс ҡатлы йортҡа эйә.
Юлдар һәйбәт. Автобустарҙа бөтә уңайлыҡтар бар. Табло хәҙер ҡайһы туҡталышҡа нисә секундтан барып етеүеңде күрһәтеп тора. Кешеләр тәртипле, ситтәргә ярҙам итергә, һораған ерҙе өйрәтеп, күрһәтеп ебәрергә яраталар. Шуныһы ҡыҙыҡ: халыҡ бесәй затын яратмай, улар илдә бөтөнләй юҡ.
Музейҙар күп. Христофор Колумб музейы ныҡ оҡшаны. Боронғо замоктар ҙа һаҡланған. Мәсеттәр бар. Бөгөн был илдә 1,5 миллион мосолман йәшәй. Ҡарттар йорттары күп, уларҙа юғары кимәлдә хеҙмәтләндереү, ял итеү ойошторолған, шуға ла күптәрҙең ата-әсәләренең унда булыуы бер кемдә лә аптырау уятмай. Хөкүмәт өлкәндәрҙе ҡәҙерләй белә.
Табиптар – иң итәғәтле халыҡ. Анализ һөҙөмтәһен өйгә ебәрәләр, барып алып йөрөү мотлаҡ түгел. Табиптың хәл белешеп өйгә шылтыратыу ғәҙәте лә үрнәкле. Дарыуҙары татлы, ҡулланыуға еңел. Халыҡтың, өлкәндәрҙең һаулығы яҡшы, анализдары йәш кешеләрҙеке кеүек.
Полицайҙар документ тикшереп йонсотмай. Тәртип боҙмаған кешегә бер кем дә юҡҡа килеп бәйләнмәй. Иҫеректәр юҡ, испандар аунап тәгәрәгәнсе эсмәй. Рәсәй­ҙәрҙең килеп, иҫереп йөрөгәне бар.
Испандар тормоштарын үҙҙәре теләгәнсә ҡора. Ғәйбәт һөйләмәйҙәр, кеше тикшермәйҙәр, күңел асып, һаулыҡтарын һаҡлап, көсөргәнешһеҙ йәшәйҙәр. Бында барыһы ла ябай һәм ғәҙәти. Оҙон ғүмерлеләр, йөҙгә етә яҙалар, үтеп китәләр. Ситтән килгәндәргә күнеккәндәр, Рәсәйҙе хөрмәт итәләр. Климаты йәшәү өсөн уңайлы, эҫелек 50 градусҡа етһә лә, океан яҡынлығы хәлде еңелләштерә.
Бына ошоларҙы һөйләне Лилиә ханым Испания тураһында. Ул
тиҙҙән Мәскәүгә йәшәргә китергә йыйына. Хаҡлы ялға бер нисә генә йыл ҡалған, ниәте – шуға тиклем Рәсәйҙә булырға ла артабан сит
илдәргә сәйәхәткә сыҡмаҡсы. “Әммә тыуған яғым, Ейәнсурам, һәр саҡ күңелемдең түрендә
һаҡланасаҡ, тыуған Башҡортостаным менән бәйләнеште һис ҡасан өҙмәм”, – ти ул.
Әнисә БИКТАШЕВА.
Ейәнсура районы.


Теги:




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook