Башҡортостан Ҡыҙы

Ишле ғаилә – ил күрке

Ишле ғаилә –  ил күркеБиш бала әсәһе Флүрә Фәхретди­нова тормошон ололар аҡылына таянып ҡорған. Һәр бала үҙ ризығы, үҙ бәхете менән тыуа, тыумаған сабыйыңдың ғүмерен ҡыйыу ҙа ҙур гонаһ, шуға ла ҡатын кеше йөрәк аҫтында типкән һәр балаһына ғүмер бүләк итергә тейеш, тип иҫәпләй ул.

Дәһшәтле һуғыш йылдарында Дыуан районы Ҡаҙыр ауылында ишле ғаиләлә донъяға килеп, өс айҙан атайһыҙ ҡалған, аслыҡ-яланғаслыҡты, нужаны татып үҫкән Флүрә апай – һоҡланғыс тормош юлы үткән оло йөрәкле ҡатын-ҡыҙ. Ауыл мәктәбен уңышлы тамамлағас, әсәһенән юллыҡ аҡса алып, Бөрөгә китә. Ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырып, Бөрө дәүләт педагогия институтының химия факультетына уҡырға инә.
Ишле ғаилә – ил күрке, тиҙәр. Флүрә апай менән Рәхимйән ағай бер ул, дүрт ҡыҙ үҫтереп, һәр береһенә юғары белем бирә, рухи йәһәттән дә, матди яҡтан да ярҙам итеп, үҙ ояларын ҡорорға, тормошта үҙ юлын табырға булыша. Өлкән улдары Илшат Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика-математика факультетын, Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡ­тисад факультетын тамамлай, ғаилә ҡороп, Өфөлә йәшәй. Зәйнәптәре БДУ-ның география факультетында уҡыған сағында уҡ фән юлынан китә, йәшләй генә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап, доцент, философия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә өлгәшә, әлеге көндә университетта студенттарға белем бирә. Уртансылары Зөлхизә, Силәбе дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, Өфөгә эшкә ҡайта – ул Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы Хакимиәтенең мәғариф бүлегендә туған телдәр буйынса белгес. Зөләйха, урта мәктәпте көмөш миҙалға бөткєс, әсәһенең юлын һайлай – БДУ-ның химия факультетына юл тота. Университетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, аспирантурала ҡала. Бөгөн Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгендә ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, химия фәндәре кандидаты. Иң бәләкәй ҡыҙҙары Мәүлиҙә Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһының юридик факультетын тамамлай, Өфө ҡалаһы Совет районы Хакимиәтендә төп белгес булып эшләй.
Биш балалары – биш ҡыуанысы, биш ғорурлығы ата-әсәнең. Бәлә­кәйҙән уларҙа белемгә ынтылыш, эшһөйәрлек, тырышлыҡ, үҙаллылыҡ тәрбиәләгәнгәме, ата-әсә йортонан шаулы ҡала тормошона сумған улы һәм ҡыҙҙары бер ниндәй ауырлыҡтар алдында ла юғалып ҡалманы, тырышып-тырмашып белем үрҙәрен яуланы, хәҙер һәр береһе – үҙ урынында кәрәкле белгес, яҡшы хеҙмәткәр.
Ишле ғаилә –  ил күрке
Балалар атай-әсәй өлгөһөнә эйәреп, улар кеүек булырға ынтылып, холҡо-фиғеле менән уларға оҡшап үҫә. Салауат районында Вәлиуллиндарҙы һәр эшкә маһир, тырыш, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан ғаилә тип беләләр. Рәхимйән Миңлебай улы – хужалыҡта алдынғы механизатор, тракторсы, йорт-ҡураһын ҡурсаҡ өйө кеүек итеп тота. Флүрә Шәйхетдин ҡыҙы күп йылдар Лағыр урта мәктәбендә балаларға химия фәне серҙәрен төшөндөрә. 1977 йылда уны ауыл Советы рәйесе итеп үрләтәләр.
Был ваҡытта инде ул өс бала әсәһе була. Йәш саҡ, көс-дәрте ташып торған, эш тип янып йәшәгән осор… Ғаиләһен тәрбиәләргә лә, балалар үҫтерергә лә, мал-тыуар аҫрарға ла, донъяһын ҡарарға ла өлгөрә, эшендә лә һынатмай ул.
Бөгөн дә Вәлиуллиндар ҡул ҡаушырып ултырмай, баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерә, гөрләтеп донъя көтә. Кескәй ейәнсәрҙәре Ләйлә менән Алһыу – уларҙың оло ҡыуа­нысы.
Луиза СӘЙФЕТДИНОВА.
Салауат районы, Лаѓыр ауылы.


Теги:




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook