Башҡортостан Ҡыҙы

«Хыялға ышаныуҙан туҡтамағыҙ»

«Хыялға ышаныуҙан туҡтамағыҙ» Аҡыл һәм тәрәнлек, ябайлыҡ һәм мәртәбәлек, саялыҡ һәм тыйнаҡлыҡ кеүек сифаттар аша ышаныс уятыуы менән тартып торған тын матурлыҡ. Иң юғары дәүләт эшмәкәрҙәре һәм сәйәсмәндәр ҙә, төпкөл ауылда йәшәүсе һайлаусылары ла Сәлиә Мырҙабаевала ошоларҙың бергә үрелеп, уның булмышын ҡабатланмаҫ итеп балҡытыуына һоҡланалыр. Ике саҡырылыш рәттән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланыусы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙының – ябай ауыл һылыуынан ғәзиз илебеҙ мәнфәғәтенән сығыш яһаусы шәхескә тиклем үҫкән ханымдың сағыу яҙмышы донъяны матурыраҡ, камилыраҡ итергә теләгән күп ҡатын-ҡыҙҙы моратынан тайпылмаҫҡа илһамландырыр. Халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы көҙгө сыуаҡ көндәрҙең береһендә үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан уның менән ҡорған әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

–һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ­ҙең төп йүнәлештәренең береһе – туранан-тура халыҡ менән эшләү һәм кешеләр йыш ҡына һеҙгә иң аҙаҡҡы сиктә, һуңғы өмөтөн усына йомарлап килә торған...
– Эйе, араларында йөҙ ишек аша үтеп, кемдер ярҙам итеренә өмөтө өҙөлгән, ғәҙеллеккә ышанысы тамам һүнгән кешеләр күп. Һайлаусыларымдың байтағы өсөн юл ғазаплы булыуын белеп, улар менән осрашыу­ҙарҙы Өфөлә генә түгел, улар йәшә­гән төйәктәрҙә үткәрәм. Ҡабул итеү көнөндә, ҡағиҙә булараҡ, ҡырҡар кеше көтөп тора, күбеһен һаулыҡ һаҡлау, социаль һорауҙар борсой. Уларҙың кәйефенән, үтенестәренән, нисек килеп инеүҙә­ренән үк был төбәктәге хәлде, халыҡтың ни рәүешле һулыш алыуын, етәкселәрҙең нин­дәй мәсьәләгә иғтибары етмәүен билдәләргә була. Йыш ҡына мөрәжә­ғәттәрҙең райондағы ғына түгел, республикалағы бер күренеште сағылдырыуы ла мөмкин.
Мәҫәлән, Учалыла ҡабул итеү алып барған саҡта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һәм уларҙың тол ҡатындарының күбеһенең торлаҡ сертификаттары алыуҙа ҡыйынлыҡ­тарға осрауы асыҡланды. Ныҡлап өйрәнә башлаһам – баҡһаң, был хәл бер Учалыға ғына түгел, тағы 36 районға хас икән. Республика власть органдары менән берлектә бының сә­бәптәрен асыҡлау һөҙөмтәһендә өҫ­тәмә исемлек булдырылды. Һәм шәхси юллауым буйынса республикаға 2012-2013 йылдарҙа был маҡсатҡа йүнәлтеү өсөн Рәсәй Федерацияһы Төбәктәрҙе үҫтереү министрлығынан өҫтәмә 1 млрд. 600 млн. һум аҡса бүленде.
Участка табибы булып эшләгәндә мин көнөнә ун ауырыуға ярҙам итә алһам, республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһында бер ҡарар менән меңдәрсә кешеләр­ҙең һаулығын яҡшыртыуға булышһам, Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы, Халыҡ үҫеше буйынса Европа парламенты форумының башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, мин яҡшылыҡ килтерә алған кешеләрҙең һаны күберәк булыуына шатланам. Һәм был мөмкинлекте тулыһынса файҙаланырға тырышам.
«Хыялға ышаныуҙан туҡтамағыҙ»
– Халҡыбыҙҙа һеҙҙе иң уйға һалғаны – ...
– Һәр осрашыу миндә тәрән тәьҫораттар ҡалдыра, ҙур фәһем бирә, алдымда китаптай асылған яҙмыштар хаҡында оҙаҡ уйланып йөрөйөм. Халҡыбыҙҙың хаттин ашҡан сабырлығына, артыҡ тыйнаҡлығына, ауырлыҡтарҙы үҙ көсө менән генә күтәрергә тырышыуына хайрандар ҡалам да, хоҡуҡтарын яҡлай, кәрәк булғанда, даулаша белмәүенә әсенәм. Үтенестәрҙең күбеһен, кешеләр ныҡышмалы булып, хаҡлыҡтарына инанып, иғтибарһыҙ түрәләрҙән таптыра белгәндә, урындарҙа хәл итергә мөмкин бит. Шуға күрә бөгөнгө көндә хоҡуҡи мәғ­лүмәтлелекте күтәреүгә ҙур иғтибар биреү кәрәк, тип һанайым. Һуңғы осрашыуҙарымда, юристарҙы йәлеп итеп, бушлай консультациялар ойоштороу ҙа – шул маҡсаттан. Был эште, минеңсә, һис шикһеҙ, дәүләт-муниципаль кимәлдә ойоштороу зарур.
– Һуңғы ваҡытта халыҡ менән аралашҡанда хәтерегеҙҙә айырыуса уйылып ҡалған ваҡиға менән уртаҡлашһағыҙсы.
– Һанай китһәң, улар күптер инде. Ләкин быйыл йәй булған бер хәл тураһында ҡат-ҡат иҫемә төшөрөп, был ғаиләгә ярҙам итә алыуыбыҙға эсемдән генә ҡыуаныс кисерәм һәм уларҙың бөтәһе лә һәйбәт булыуын теләп йөрөйөм. Баймаҡ районында йәшәүсе Гөлдәр Ишморатованың 15 йәшлек улы Данир биш йыл инде ҡа­ты ауырыуҙан яфалана. Ҡан системаһының был сире арҡа һөйәге мейе­һендәге күҙә­нәктәрҙең үҫеүҙән туҡ­тауынан ғибәрәт. Баланы бары тик бер юл менән – ярашлы донорҙың арҡа һөйәге мейеһе күҙәнәктәрен күсереп кенә ҡотҡарып ҡалырға мөм­кин. Бер туған апаһы, ҡустыһы һәм һеңлеһенең күҙәнәктәре тура килерлек түгел. Ата менән әсәгә мөғжизәгә ышанырға ҡала: «Бәлки, тағы бер бәпес алып ҡайтһаҡ, ул улыбыҙҙы ҡотҡарыусы йән булыр», – тигән өмөт менән йәнә бер сабыйға ғүмер бирергә йөрьәт итәләр. Күҙәнәктәрҙе айырып алырлыҡ кендек ҡанын йыйыу – түләүле һәм бик ҡиммәтле эш. Ауылда йәшәүсе күп балалы ғаиләнең, әлбиттә, ундай аҡсаһы юҡ. Ләкин, ҡыуанысҡа күрә, донъяла шәфҡәтле кешеләр етерлек: Мәскәү «Гемабанк» күҙәнәктәр банкыһы етәкселеге ме­нән һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә ғаи­ләгә ярҙам итеү мөмкинлеге тыуҙы. Банктың Өфөләге филиалы Данир­ҙың Баймаҡ районы дауаханаһында тыуған һеңлеһенең кендек ҡанын йыйып, кәрәкле күҙәнәктәрҙе айырып алды. Күптән түгел биологик материал Мәскәүгә лабораторияға оҙа­тылды. Тиҙҙән бәләкәс Гөлдәриәнең күҙәнәктәренең ярашлымы-юҡмы икәнлеге билдәле буласаҡ. Уның аға­һын ҡотҡарып ҡаласағына ышанғы килә. Был ваҡиға – бала һаулығының бар нәмәнән ҡиммәт хазина икәнлегенә йәнә бер дәлил.
– Һеҙҙең ҡатнашлыҡта ҡабул ителеп, уны сығарыуға өлөшөгөҙҙө индер­гән өсөн һеҙ ғорурлыҡ кисергән мөһим закон хаҡында һөйләп үтһәгеҙ ине.
– 2012 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән «Рәсәй граждандары һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре хаҡында»ғы Законды атар инем. Уға, башҡа коллегаларым менән бер рәттән, минең дә ғүмер буйы һаулыҡ һаҡлауҙа туплаған тәжрибәм, был өлкәнең проблемаларын оҙаҡ йылдар өйрәне­үем һалынған, һәр статьяһы, һәр һүҙе йөрәк аша үткән. Яҙмышымды балалар һаулығын һаҡлауға арнаған кеше булараҡ, законда “Әсә һәм бала һау­лығын һаҡлау, ғаилә һәм репродуктив сәләмәтлек” тигән айырым бүлек булыуына һәм балалар хоҡуғына ҙур иғтибар бирелеүенә һөйөнәм.
Был закон ни өсөн кәрәк? Илдә барған һаулыҡ һаҡлау өлкәһен реформалау күптән закон тарафынан нығытылыуҙы талап итә ине. Мәҫәлән, Башҡортостанда махсуслаштырылған район-ара перинаталь үҙәк­тәр селтәре күп йылдар элек ойошторолоп, был тәңгәлдә байтаҡ матур эштәр баш­ҡарылды. Ләкин уларҙың бурыстары, махсус йыһазландырыу (әйтәйек, медицина авиацияһы), өҫ­тәмә штаттарҙы финанслау тәртибе нигеҙләнмәүе байтаҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Хәҙер ошоға рәүеш үҙәктәрҙең эшмәкәрлеген нисек финанслау законда билдәләнгән, субъекттарға йөкмәтелгән. Ғөмүмән, закон Рәсәй һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн үҙенә күрә Конституция булырға тейеш, тигєн уйҙамын.
Әммә закондар ҡабул итеү менән генә эш бөтмәй. Уларҙың тормошҡа ашырылыуын, кешеләргә нисек барып етеүен тикшереп торорға, һайлаусыларыма ғәмәлдәге закондарҙы, уларға индерелгән үҙгәрештәрҙе тәфсирләп аңлатырға ынтылам. Бары шул осраҡта ғына закондар халыҡ файҙаһына эшләйәсәк.
Бөгөн беҙ популяр була барған күҙәнәктәр менән дауалауға ҡағы­лышлы «Биомедицина технологиялары хаҡында»ғы закон өҫтөндә эш­ләйбеҙ, шулай уҡ «Дарыу менән тәь­мин итеү хаҡында»ғы закондың рекламаға ҡағылышлы өлөшөнә үҙгәреш­тәр әҙерләйбеҙ. Был мәсьәләләр ҙә әлеге мәлдә, минеңсә, көнүҙәк.
– Былтыр республикала һеҙҙең рәйеслектә ҡатын-ҡыҙҙар парламенты клубы ойошторолғайны. Ул нин­дәй эштәр менән шөғөлләнә?
– Был клуб төрлө кимәлдәге депутат ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ғөмүмән, тормошобоҙҙа битараф булмаған гүзәл заттарҙы бергә туплаусы, уларҙың көсөн уртаҡ маҡсатҡа йүнәлтеүсе майҙансыҡ булырға тейеш, тигән уйҙабыҙ. Проекттарына килгәндә иһә, беҙ хәйриә ойошмалары менән эш итергә йыйынабыҙ. Юғары технологиялы медицина ярҙамына мохтаж балаларға булышлыҡ итеү ниә­тенән әле Русфонд хәйриә фондының Башҡортостандағы бюроһы менән хеҙмәттәшлек итә башланыҡ. Хәйриәлек йәмғиәтебеҙҙе миһырбанлы эштәргә туплаусы ғәйәт оло көс була ала. Вайымһыҙ, битараф булмау – клуб эшендәге төп сифат.
Бынан тыш, клуб Башҡортостан Республикаһы Шашка федерацияһы менән берлектә төбәктә шашка спортын үҫтереү буйынса яңы проект башланы. Хәҙерге заманда шәхестең ижади фекерләүе, аналитик аҡылы, ғәҙәти булмаған ҡарарҙар ҡабул итеү һәләте ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Ә зиһен спорты тип аталған сатраш уйыны тап шуларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Беҙ шулай уҡ гендер тиңлеге буйынса дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырып, Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы менән берлектә һәләтле йәш ҡатын-ҡыҙҙа­рыбыҙҙа лидерлыҡ сифаттары үҫтереү, уларҙы әҙерләү, уҡытыу буйынса ла эш алып барабыҙ, күптән түгел улар өсөн мәктәбебеҙ асылды. Үҙе­беҙҙең йәмәғәт ойошмалары менән генә түгел, шулай уҡ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Ҡатын-ҡыҙҙар фонды, Халыҡ үҫеше фонды (ЮНФПА) менән дә хеҙмәттәшлек итеүебеҙҙе билдәләп үткем килә.
«Хыялға ышаныуҙан туҡтамағыҙ»
– Бөгөн йорт усағын һаҡлаусы, әсә, ир ҡатыны булыу менән генә сикләнмәйенсә, йәмәғәт тормошона үҙенең ҡарашын әүҙем белдереүсе гүзәл заттар торған һайын күберәк. Донъяны яҡшыраҡ, ғәҙелерәк итеү ниәтенән сәйәсәткә ынтылыусы ҡатын-ҡыҙҙарға нимә әйтер инегеҙ?
– Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәттә ир-атҡа ҡарағанда ла ҙурыраҡ әүҙемлек күрһәтә, тиер инем. Ҡатмарлы заман уны шулай булырға мәжбүр итә. Әгәр ҡатын-ҡыҙҙың эске мөм­кинлектәре, ҙур теләге бар икән, ниңә уға үҙен сикләргә? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көнкүрешкә батып, йәки оялсанлығы арҡаһында күп һәләтле ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәрен үҫтермәй. Мин уларҙы көстәренә, хыялдарына нығы­раҡ ышанырға саҡырғым килә. Ҡа­тын-ҡыҙҙың миһырбанлы аҡылы үтә кәрәк заманда йәшәйбеҙ.
– «Башҡортостан ҡыҙы» журналын уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр икән?
– Ғүмерен кешеләр һаулығын һаҡ­лауға арнаусы булараҡ, мин бөтә ғаи­ләләргә бер ни менән дә сағыштыра алмаҫлыҡ оло байлыҡ – сәләмәтлек теләр инем. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы үҙҙәренә нығыраҡ иғтибар бирергә өндєгем килә. Йыш ҡына күптәребеҙ, ғаилә тип йәшәп, үҙҙәрен онотоп ебәрә. Иң элек һаулыҡтарын ҡайғыртыу мөһим – яҡындарыбыҙға терәк булыу өсөн генә түгел, тормоштоң йәмен татып йәшәү өсөн дә һау-сә­ләмәт булыуыбыҙ шарт. Шулай уҡ күңелебеҙ торошоноң, йәнебеҙ һау­лығының ни тиклем зарурлығын һөй­ләп тороу кәрәкме икән? Тәнебеҙ, йөҙөбөҙ матурлығы ла көндәлек хәс­тәрлек талап итә. Косметологҡа барыу мөмкинлеге булмағанда, битеңә массаж яһау, битлек яғыу ҡағиҙәгә әйләнергә тейеш. Ҡатын-ҡыҙ яҡындарына биргән һөйөүҙең бер өлөшөн булһа ла үҙенә йүнәлтһә, был һөйөү­ҙең йөҙләтә әйләнеп ҡайтыуын тойоп, донъяһын тағы ла ҡотлораҡ итәсәк.
– Сәлиә Шәрифйәновна, әңгәмә­геҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙе журнал уҡыусыларыбыҙ исеменән дә юбиле­йығыҙ менән ихлас тәбрикләйбеҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Альмира КИРӘЕВА
әңгәмәләште.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook