Башҡортостан Ҡыҙы

Тултырылған ташҡабаҡ

Көҙөн өйҙә йәшелсә күп. Ҡабаҡ, ташҡабаҡ, помидор, кәбеҫтә… Әйҙә, күңелең теләгән ризыҡты бешер! Был юлы ташҡабаҡтан тиҙ генә әҙерләнә торған аш-һыу төрө бешереп күрһәтәбеҙ.

Кәрәк: 2 йәш ташҡабаҡ, 300 грамм үткәрелгән ит, 1 стакан дөгө ярмаһы, 1 баш һуған, 2 помидор (2 ҡалаҡ томат иҙмәһе лә ярай), 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1-2 ҡалаҡ он, 1 стакан һыу, тоҙ, борос, көнбағыш майы.
Әҙерләү:
Һуғанды ваҡлап турайбыҙ ҙа көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Шунда уҡ үткәрелгән ит ҡушып ҡыҙҙырабыҙ. Бүрттерелгән дөгө ярмаһы өҫтәйбеҙ, тәменсә тоҙ, борос ҡушып болғатабыҙ.
Эслек әҙерләнгәнсе ташҡабаҡты 5-6 сантиметр ҡалынлығында ҡырҡабыҙ. Төбөндә 1 сантиметр самаһы ҡалдырып, эсендәге йомшағын алабыҙ. Ян-яҡлап тоҙ менән ышҡып сығабыҙ.
Ташҡабаҡтан килеп сыҡҡан “һауыт”тарға эслек тултырабыҙ.
Помидорҙы турап, майлы табала бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Һыу менән ондо болғатып, шулай уҡ табаға ҡоябыҙ, тоҙлайбыҙ. Соус ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ.
Тултырылған ташҡабаҡтарҙы майлы табаға урынлаштырып, өҫтөнә соус ҡоябыҙ. Мейескә 180–200 градус эҫелеккә ҡуябыҙ. 30–40 минуттан файҙалы һәм тәмле ризыҡ әҙер.
Гөлшат ИШБУЛАТОВА әҙерләне.
М. ЃАРИФУЛЛИН фотолары.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook