Башҡортостан Ҡыҙы

Бәпескә ниндәй коляска һайларға?

Сабый көткән ғаиләгә бәләкәс өсөн мөһим әйберҙәрҙе алдан уҡ хәстәрләп ҡуйыу яҡшыраҡ. Күп кенә ата-әсәне кәрәк-яраҡтар араһынан, тәү нәүбәттә, балалар коляскаһы менән карауат һайлап алыу мәсьәләһе борсой. Хәҙер инде сер түгел: әсәләрҙең күбеһе сабыйын үҙе янында йоҡлатыуҙы хуп күрә, шуға карауатты ашыҡмайынса һуңынан да һайлап алырға мөмкин. Ә бына коляска йәш әсәгә тәүге көндән кәрәк. Әлеге заманда магазиндарҙа ниндәй генәһе юҡ. Һайлай башлаһаң, юғалып ҡалмам, тимә.

Улар ике төп төргә бүленә:
*яңы тыуған сабыйҙарға тәғәйен­ләнгән коляска-бишек;
*тышта йөрөтөү өсөн иҫәпләнгән (баланың алты айынан башлап).

Коляска-бишек
Күптәр ваҡыт менән һыналған һәм файҙаланыуҙа әллә ни ҡатмарлы булмаған коляска-бишеккә өҫтөнлөк бирә. Ҡатмарлы коляскалар араһында ул ышаныслыраҡ та, уңайлыраҡ та күренә, тип фекер йөрөтә улар.
Коляскаға талаптар байтаҡ: тотороҡло йөрөргә, ята торған урыны ҡа­ты, ныҡлы һәм тигеҙ булырға, көлә­пәһе бишеккә ныҡлы беркетелергә, эргә-тирәһенән ел үтмәҫкә, тәгәр­мәстәре һәм тотҡаһы (бейеклеген үҙгәрткәндә) шығырҙамаҫҡа тейеш. Арҡа таҡтаһын бер аҙ күтәреп ҡуйыр­ға мөмкин булған төрҙәре лә бар. Әммә яңы тыуған бала өсөн уныһы мөһим түгел. Алты айға тиклем сабыйҙы ҡалҡытып һалырға ҡушмайҙар.
Коляска менән баҫҡыстан да күтә­релергә, бысраҡ һәм ҡарлы юлдан да йөрөргә тура киләсәк. Шуға трансфор­мерҙарға ҡарағанда, коляска-бишек әсә өсөн ҡулланыуға күпкә еңел һәм уңайлы, тип педиатрҙар ҙа кәңәш итә.
Бәүелеүенә, тауышһыҙ, тигеҙ хә­рәкәт итеүенә лә иғтибар итегеҙ. Яҡ­шы амортизаторлы коляскала бала тыныс йоҡлай һәм саф һауалағы сә­йәхәт тигеҙһеҙ юлда ла хәүеф уятмай.

Бер юлы ике уңайлыҡ
Бөгөн балалар әйберҙәре етеште­реүсе фирмаларҙың күбеһе коляска-бишекте айырым сығармай. Уның ҙу­рыраҡ баланы ла ултыртып йөрөтөүгә яраҡлыһы ата-әсәләрҙә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Сөнки ул, тәү ҡараш­ҡа, уңайлы ла, отошло ла, аҙ сығымлы ла тойола. Әммә был дөрөҫ үк түгел.
Ғәйәт ҙур һәм ауыр колясканы йәйен этеп йөрөтөү уңайһыҙ. Етмәһә, баланың ултырғысы бейек урынлашҡанға күрә, бәләкәс үҙ аллы унда менеп ултыра ла, төшә лә алмаясаҡ. Шуға барыбер йәйге еңел коляска һатып алыу мохтажлығы тыуа.
Әммә әлеге колясканың ыңғай яҡтары ла юҡ түгел. Әгәр сабый бишек йәшенән үҫкән һәм алда ҡыш миҙгеле икән, еңел коляска менән тышта йөрөп булмаясаҡ. Ҙур тәгәрмәсле, иркен коляска һалҡын көндәрҙә айырыуса алмаштырғыһыҙ. Баланы саф һауала йоҡлатып алыу мөмкинлеге лә бар.
Әлеге ваҡытта һатыуҙа яңы дәүер балалар коляскаһын осратырға була. Ул өс тәгәрмәсле. Заманса көйлән­гән, уңайлы, йөрөтөүгә яйлы колясканың маҡтарлыҡ яҡтары бихисап. Әммә уларҙың хаҡы ғәҙәти коляскаларҙыҡынан күпкә юғары.

Сәйәхәт өсөн ҡулайлаштырылған
Сәйәхәт яратҡан һәм әүҙем тормош алып барған ата-әсәләр өсөн махсус коляскалар тәҡдим ителә. Ул еңел генә йыйыла һәм бер нисә маҡсатта фай­ҙаланыла. Уны поезда ла, машинала ла үҙең менән йөрөтөргә була. Кәрәк икән, аҫҡы өлөшөн айырып, уны авто­кресло урынына ла ҡулланыу мөмкин.

Трансформер
Коляскаларҙың был төрө зауыҡ яратҡан йәштәрҙең күңеленә хуш килә. Ул бишек урынына ла, тышта йөрөтөү өсөн һәм, бала бер аҙ үҫкәс, арҡа таҡтаһын төрлө кимәлгә ҡуйып, нисек уңай, шулай ҡулланыу ысулда­ры булыуы менән дә отошло. Әммә етешһеҙлеге лә бар: трансформер­ҙың амортизаторҙары сифат буйынса башҡа бишектәрҙән ҡалыша. Шуға ла һәр соҡор-саҡырҙы, ҡалҡыулыҡты үткәндә, колясканы күтәреңкерәп, яйлаштырып атларға тура киләсәк. Үҙе ауыр һәм ҙур колясканың тәгәр­мәстәре лә килбәтһеҙ. Колясканы йыйып, машина багажнигына һалыу өсөн тәгәрмәстәрен сисергә тура ки­ләсәк. Әммә йәйен уны ҡулланыу барыбер мәшәҡәтле, шуға йылы миҙ­гелдә ҡыйбатлы булмаған, ябай колясканан да уңайлыһы юҡ.

Тышта йөрөтөү өсөн
Шулай уҡ тышта йөрөү өсөн тәғә­йенләнгән әллә нисә коляска төрө бар. Күптәренең 6 (алғыһы икешәр) йәки 8 (алғыһы ла, артҡыһы ла ике­шәр) тәгәрмәс – был колясканың хә­рәкәтсәнлеген һәм тотороҡлоғон арттыра. Йәйен тышта йөрөтөүгә иҫәп­ләнгән ябайҙарының амортизатор­ҙары юҡ. Әммә ҡыйбатыраҡ хаҡҡа амортизаторлы һәм уңайлы коляска табырға була. Уның ҡышҡа, көҙгә һәм йәйгә иҫәпләнгәндәре араһынан үҙе­геҙгә уңайлыһын һайлай алаһығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook