Башҡортостан Ҡыҙы

Бәләкәскә тәмлекәстәр

Бәләкәскә тәмлекәстәр Сабый үҫкән һайын ризыҡҡа ихтыяжы ла үҙгәрә. Бәләкәстең яратҡан аҙығынан ҡапыл баш тартыуы әсәне
борсорға тейеш түгел. Үҫеш өсөн ниндәй матдәләр, витаминдар талап ителеүен организм үҙе яҡшы тоя. Нимә ашатырға белмәй баш ватҡан әсәләргә бер нисә яңы аш төрө тәҡдим итәбеҙ.

Итле аш
Өс ҙур булмаған картуф, бер ус самаһы туҡмас, ун ∆ткєрелгєн ит йомарламы, самалап тоҙ, борос һәм йәшел тәмләткестәр алына.
Ҡайнаған һыуға шаҡмаҡлап туралған картуф төшөрәбеҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡас, ∆ткәрелгән ит йомарламдарын һалабыҙ. Талғын утта 20–25 минут ҡайнағас, туҡмас өҫтәйбеҙ. Уттан алыр алдынан тоҙ, борос, йәшел тәмләткестәр һалабыҙ. Өҫтөнә ҡаймаҡ һалып, табынға ултыртабыҙ.


Алма ҡушып әҙерләнгән бутҡа
200 грамм бойҙай ҡауыҙы (хлопья), 100 грамм алма, 100 грамм кишер, бер йомортҡа, 50 миллиграмм емеш һуты, шәкәр, тоҙ талап ителә.
Таҙартылған кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрергә лә бойҙай ҡауыҙына ҡушып бутарға. Ярты литр ҡайнаған һыу ҡойоп, 10 минут бешерергә. Болғата-болғата тоҙ, шәкәр өҫтәргә. Бутҡа бер аҙ һыуынғас, туғылған йомортҡа һарыһы ҡушып бутарға.
Алманың тышын әрсеп, ваҡлап турарға. Алма телемдәре өҫтөнә емеш һуты һибергә лә, бутҡаға ҡушып, миксер менән болғатырға. Бутҡа табынға йылы килеш бирелә.

Өйҙә яһалған йогурт
Тәмле һәм файҙалы йогуртты өй шарттарында ла әҙерләп була. Бының өсөн бер литр ҡайнаған һөт һәм бер һауыт ҡатнашмаһыҙ биойогурт алына.
Һөткә йогуртты ҡушып, һәйбәтләп болғатығыҙ. Ҡапҡасы ныҡлы ябылған быяла һауытҡа йәки термосҡа ҡойоп, одеялға урағыҙ ҙа, йылы урынға 5-6 сәғәткә ултыртып тороғоҙ. Сабыйығыҙ өсөн ҡуйы, тәмле һәм файҙалы йогурт әҙер! Йогуртты таҙа банкаларға ҡойоп, һыуытҡысҡа урынлаштырығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook