Башҡортостан Ҡыҙы

Һуғандың мөғжизәле көсө

Һәр хужабикәнең өҫтәлендә һуған мөһим урын биләй. Сөнки унһыҙ аш-һыуҙың тәме лә, файҙаһы ла юҡ кеүек. Ә халыҡ медицинаһында һуған көслө дауалау сараһы булараҡ төрлө ауырыуҙарҙа ҡулланыла. Ул аш үҙләштереүҙе яйға һала, вирустарға ҡаршы көрәшә, иммунитетты нығыта. Һуған составында тимер, калий, аскорбин кислотаһы, каротин, кверцетин, эфир майҙары, РР һәм В төркөмө витаминдары бар. Мәғлүм булыуынса, кверцетин – рак менән көрәшеүсе ҡеүәтле элемент. Һуғанды бешергәндә лә, ҡыҙҙырғанда ла дауалау сифаты әллә ни кәмемәй. Уның яңы һығылған һуты ангина, грипп менән сирләгәндә, йоҡоһоҙлоҡ менән интеккәндә, нервылар ҡаҡшағанда ярҙам итә.
Диабетта: 2-3 ваҡлап туралған һуғанға 2 стакан йылы һыу ҡойоп, 7-8 сәғәт тоторға, һөҙөргә. Дауаны көнөнә 3 тапҡыр аш алдынан бер ҡәһүә сынаяғы эсергә.
Йүткергәндә: 1 картуфты, 1 баш һуғанды, 1 алманы 1 литр һыуға һалып ҡайнатабыҙ. Һыуы яртылаш кәмегәнсе ҡайнағас, уттан алып, һыуытырға ҡуябыҙ. Әҙер шифаны балаға көнөнә 3 тапҡыр 1 балғалаҡ эсерергә.
Бронхит, коклюш менән яфаланғанда: 500 грамм ваҡлап туралған һуғанға 400 грамм шәкәр ҡомо, 50 грамм бал, 1 литр һыу ҡушып, талғын утта 3 сәғәт ҡайнатырға. Һөҙгәс, таҙа шешәгә ҡойорға. Көнөнә 4–6 тапҡыр 1 ҡалаҡ эсергә.
Һалҡын тейгәндә, танау тонғанда: 2 ҡалаҡ кер һабынын һәм 2 ҡалаҡ һуғанды ҡырғыс аша үткәрергә, 2 ҡалаҡ спирт, һөт ҡушырға. Бөтәһен бергә яҡшылап бутарға ла, бәләкәй кәстрүлгә һалып, ҙур кәстрүл өҫтөнә ҡуйып ҡайнатырға. Боҫ өҫтөндә ярты сәғәт тотҡандан һуң, мамыҡ йомарламдарына һөртөп, танау эсенә ҡуйырға. Танауҙың эргә-тирәһенә бешкән йомортҡа һалып йылытырға.
Һыҙлауыҡ, фурункул, эренле шеш булғанда: 1 баш һуғанды бешереп, 2 балғалаҡ кер һабынын ҡырғыс аша үткәреп, бергә ҡушып иҙергә. Иҙмәне марляға яғып, ауыртҡан урынға көнөнә бер нисә тапҡыр һалырға. Ул яраны таҙарта һәм тирене һауыҡтыра.
Ҡан баҫымы күтәрелгәндә: көнөнә 1-2 баш һуған ашарға кәңәш итәләр.
Сәс төптәрен нығытыу өсөн: 1 ҡалаҡ коньяк, 4 ҡалаҡ һуған һуты, 6 ҡалаҡ дегәнәк тамыры төнәтмәһе – бөтәһен бергә ҡушып, баш тиреһенә ыуырға. Яулыҡ ябынып, 2 сәғәт тоторға, унан сәстәрҙе йыуырға.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook