Башҡортостан Ҡыҙы

Зарарлы һауыт-һаба

Рәсми сауҙаға уның менән һатыу итеү тыйылған, шунлыҡтан магазиндарҙа хәҙер бындай һауыттар күренмәй. Тик элегерәк кибеттәрҙә лә, мөйөш һайын ҡулдан да һатылғас, меламин һауыты булмаған йорт юҡтыр.
Меламин һауыттың ағыулылығы норманан 70 тапҡырға артыҡ. Күпмелер тотонғас, ағыуы кәмейҙер әле, тип тынысланырға ла ярамай. Баҡһаң, ундағы формальдегидлы ыҫмалалар күпме ҡулланһаң, шунса ваҡыт сығып, кешене ағыулап тора икән. Һауытты йылыға ҡуйғанда, йә ул сыйылһа, сатнаһа, был ағыу миҡдары норманан йөҙҙәрсә тапҡырға артып китә, ти.
Ғалимдар, ҡомаҡтарҙы меламин һауыттан ашатып, тәжрибә үткәргән. Бер аҙҙан был йәнлектәрҙә яман шештәр хасил булған, генетик кимәлдә лә мутациялар башланған.
Меламин һауыт-һабаны зарарһыҙ пластик һауыттарҙар күҙ яуын алып торған матур төҫлө һүрәттәргә ҡарап айырырға була. Был материалға ҡәҙимге буяуҙар яғылмай, шуға биҙәктәрҙе кадмий, ҡурғаш ише ауыр металдар ҡатнашлығында төшөрәләр. Хаҡы ябай быяла һауыт-һабаныҡына ҡарағанда арзаныраҡ. Ҡәләм менән һуҡҡанда һаңғырау тауыш сыға. Төбөндә “melamin” тигән мисәте булырға тейеш, тик етештереүселәр был талапты һанға һуғып бармай.
Хужабикә.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook