Башҡортостан Ҡыҙы

Ожмах вәғәҙә итһәләр...

Ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте шундай: уға донъяларҙың тыныс, имен булыуы мөһим. Тик әлеге осорҙан хәүеф бөркөлә – әйтерһең, Ер шарына дары мискәләре ултыртып сыҡҡандар ҙа, бына-бына шартлап, улар кешелекте юҡ итергә тора. Мәғлүмәттең таралыу тиҙлеге яңылыш йә юрамал әйтелгән һәр яман һүҙҙең, ҡылынған ғәмәлдең сәғәте-минуты менән иң төпкөл мөйөштәргә лә барып етеүен тәьмин итә. Әле унда, әле бында осҡондар ялтлай, уларҙың ялҡынланып, оло янғынға әйләнеренә лә күп кәрәкмәй төҫлө.
Октябрь башында НТВ каналы “Анатомия протеста-2” документаль фильмын күрһәтте. Фильм оппозицияның сит илдәр аҡсаһына Рәсәйҙә власты баҫып алырға әҙерләнеүен фашлай. Таҫманың төп “геройҙары” – “Һул фронт”тың координаторы Сергей Удальцов менән уның арҡаҙаштары. Фильмда уларҙың Грузия парламентының оборона һәм именлек комитеты рәйесе Гиви Таргамадзе менән осрашыуынан видеояҙма күрһәтелә. Таргамадзе Грузияла, Украинала “төҫлө революциялар”, Белоруссияла сыуалыштар ойоштороу тәжрибәһенә эйә. Бына хәҙер Удальцов менән Таргамадзе Рәсәйҙә түңкәрелеш яһарға план ҡора.
Фильм күрһәтелгәндең икенсе көнөнә үк РФ Дәүләт Думаһы вице-спикеры Сергей Железняк факттарҙы тикшереү тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итәсәге ха­ҡында белдерҙе. Ул арала Рәсәйҙең Генераль прокуроры Юрий Чайка тейешле фарманды биреп тә ҡуйҙы. Удальцов үҙе иһә блогында: ”Удальцовҡа оҡшаған кешеле” ниндәйҙер тоноҡ видеокадрҙарға ғына нигеҙ­ләнеп, теракттар, Калининградта фет­нә һәм хатта донъя революцияһы тип әйтерлек сара әҙерләнеүе тураһында хәбәр һалыу – был, ғәфү итегеҙ, балалар баҡсаһы” – тип яҙҙы.
Бер яҡтан, күрһәтелгән факт­тарҙың етдилегенә ышаныу ҡыйын, сөнки хәүеф уятырлыҡ булһа, тейешле органдар улар менән әллә ҡасан ҡыҙыҡһыныр һәм фильм булып телевидениеға сығыуын көтөп ятмаҫтар ине, моғайын. Фильмдың кемдәр­ҙелер фашлауҙан күпкә мөһимерәк маҡсаттары бар, күрәһең. Уның ти­рәләй серлелек ҡабартырға тырыштылар, хатта яҙ көнө үк күрһәтелгән 1-се өлөшөнән һуң РФ Президенты Хакимиәтенең 2-се өлөшөн күр­һәтеүҙе тыйыуы хаҡында ла яҙҙылар. Был сараларҙы иһә фильмға ҡарата ҡыҙыҡ­һыныуҙы көсәйтеү теләге менән генә аңлатырға мөмкиндер. Ә был кемгә һәм ниңә кәрәк – төп һорау ошо. 2-се фильм йөкмәткеһе буйынса зыҡ ҡубыусыларға ҡарап, уның кемгә кәрәклеген төҫмөрләргә була. Ә ниңә кәрәк? Бәлки, Удальцов менән Навальный тирәһенә тупланыусылар һаны йылдам артып, ярайһы уҡ ғәйрәтле көскә әйләнә барыуындалыр хикмәт? Был кешеләргә бик йылышмағыҙ, улар һатлыҡ йән бит, ә һеҙ уйлағанса илһөйәр түгел, тип киҫәтергә теләүме?
Ксения Собчакты ла еңел генә оппозицияға индереп ҡуйҙылар. Бындай әҙәмдәр лакмус ҡағыҙы вазифаһын башҡармаймы икән, йәғни власҡа ысынлап та хәүеф тыуҙырыу ихтималлығы булған кешеләрҙе, төркөм­дәрҙе асыҡлау һәм зарарһыҙлан­дырыу өсөн яһалма рәүештә хасил ителмәйме икән, тигән оло шик бар. Ризаһыҙҙар һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн берләшергә тейеш. Ә кем тирәләй берләшергә? “Бына һеҙгә юлбашсылар – Удальцов, Собчак һәм баш­ҡалар, рәхим итегеҙ”, – тип, әҙер кандидаттар тәҡдим ителә Рәсәйҙә хакимлыҡ итеүсе властан ҡәнәғәт түгелдәргә. Был кешеләр тураһында йыл буйы тиерлек һәр телеканалда туҡтауһыҙ һөйләүҙәре, уларҙы оппозиция тип күрһәтеүҙәре, ғәмәлдә фашлауҙары түгел, ә рекламалауҙары ошондай һығымтаға килтертә.
Икенсе яҡтан, тәрәндәнерәк уйлай торған ризаһыҙҙарға шундай ишара ла еткерелә: оппозиция ул – ана, Яҡын Көнсығыш илдәрендәгесә, АҠШ һәм НАТО мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүселәр, ә ысын илһөйәрҙәргә был кәрәкме? Халыҡ белә: Америкаға бирештеңме – бөттө, тыныслыҡты юғалтаһың, яралы боланға ташланған шакалдар кеүек, төрлө көстәр төрлө яҡтан ботарлай башлаясаҡ. Ә тәбиғәт байлыҡтары океан аръяғыныҡы буласаҡ.
Бер нәмә лә осраҡлы эшләнмәй. Үҙәк телевидение каналдарында “һүҙ юҡтан һүҙ булһын – ата ҡаҙым күкәй һалған” тигән принциптан ысҡынып сыҡҡан бер ни юҡ. Бынау “Pussi Riоt”ты ниңә шул тиклем сурыталар икән тип аптыраусылар барҙыр, моғайын. Был да маҡсатлы пиар-проект, әлбиттә. 21 февралдә Ҡотҡарыу­сы Христос ҡорамына инеп ҡоторонған өс ҡыҙҙың ҡыланышын (төр­көмдәренең атамаһына тап килеп торалар) етди ҡабул итмәҫкә лә булыр ине, тик суд үтә ҡаты хөкөм (өс йылға ултыртыу) сығарған, тип бөтә Көнбайыш уларҙы яҡларға ташланды, Рәсәйҙе кеше хоҡуҡтарын боҙоуҙа һәм тағы әллә күпме гонаһтарҙа ғәйепләргә тотондо. Хатта “битлз” Леннондың ҡатыны Йоко Оно, йырсы Мадонна ғына түгел, Европа комиссияһы башлығы Жозе Мануэл Баррозу ҙа был төркөмдө яҡлап сығыш яһаны, ләкин, бына ғәжәп, дингә ҡағылышлы тағы бер ығы-зығы объекты булған “Мосолмандарҙың ғиф­фәтлелеге” тигән фильмға ҡырҡа ҡаршы сыҡты.
Был ике осраҡты ла (“пуси”ҙар һәм “Мосолмандарҙың ғиффәтлелеге”), һуңғы ваҡытта билдәлелек алған бик күп эш-ғәмәлдәр һәм хәл-ваҡиғалар кеүек үк, саф провокация тип баһаларға кәрәк. Шулай булмаһа, ҡыҙҙарҙың “сығыш яһарын” афишаларҙан уҡып белгән шикелле, тәғәйен мәлендә генә теле-, фотожурналистар ҡорамға килеп тулмаҫ, ә мосолмандар тураһындағы фильм, You-Tube видеохостингында айҙар буйы туҙанланып ятҡандан һуң, Америкалағы ике башнялы бинаға самолет бәрелеп шартлаған 11 сентябрь көнө алдынан, ғәрәп теленә әйләндерелеп, Интернет ҡулланыусыларға тәҡдим ителмәҫ ине.
Йәмәғәт фекере менән идара итеү – бөгөнгө мәғлүмәт һуғышының иң көслө ҡоралы. Көн һайын тиерлек ошо “пуси”ҙарҙы һәр каналдың яңылыҡтарында күрһәтәләр. Махсус өрҙөрөп, ялҡыны көсәйтеп торолған был ваҡиға ла кемгә һәм ниңә кәрәк? Маҡсаттарҙың береһе, моғайын, йәштәрҙең әхлаҡ умыртҡаһын тағы ла нығыраҡ серетеүҙер. Былай ҙа үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда башланған әхлаҡты тарҡатыу эше иҫ киткес ҙур уңышҡа өлгәште бит инде. Күрәһең, уны башлаған көстәргә илде һәм халыҡты бөтөнләй юҡҡа сығарыу өсөн был ғына етерлек түгелдер.
Яңыраҡ хөкөм ителгән ҡыҙҙарҙың береһен азат иттеләр, һәм ул суд залынан илгә генә түгел, бар донъяға билдәле шәхес булып килеп сыҡты. Ҡорамдағы осраҡҡа тиклем бер кемгә билдәле булмаған өс ҡыҙ дан яулау өсөн ни генә ҡыланып ҡарамай! Берәүҙәре – Толоконникова тигәне – хатта ҡорһағында туғыҙынсы айлыҡ ауыры менән музейҙа бар халыҡ алдында сисенеп, төркөмлө енси бәйләнештә ҡатнаша, бының видеояҙмаһы ла Интернетҡа һалына һәм халыҡ “ҡаҙанышына” әйләнә. Бына ошондай ҡыҙҙар беҙҙең заман геройҙарына әүерелде бөгөн.
Бөтә ил киңлегендә эшһеҙ йәштәр күп. Уларҙың күбеһе, “заман геройҙарына” эйәреп, шәп һәм текә булырға хыяллана, әхлаҡһыҙлыҡ һаҙ­лығына бата, наркотиктарға, эскегә әүәҫләшә, енәйәтселек юлына баҫа. Хәҙер илгә тағы бер бәлә килә – донъяла биләмәләрҙе, ресурстарҙы ҡайтанан бүлешеү барғанда, йәшерен көстәр, төрлө ҡиәфәттәргә инеп, емерткес эшен башҡарыу өсөн кешеләр йыя. Рәсәйҙә лә, башҡа дәү­ләттәрҙә лә улар эшмәкәрлеген киң йәйелдерә. Илдәге коррупция, ғәҙел­һеҙлек, эшһеҙлек, төбәктәрҙә фәҡир ҡатламдың айырыуса киңәйә барыуы ватандаштарыбыҙҙың экстремистик хәрәкәттәргә ылығыуы өсөн нигеҙ хасил итә.
Шулай итеп, илдәр хәҙер, мәғлү­мәт ҡоралынан тыш, террор һәм экстремизм кеүек саралар ҡулланып та үҙ-ара айҡаша.
Донъяның иң ҡеүәтле көстәре әле Яҡын Көнсығышты ботарлай. Төрлө сығанаҡтар сираттың Рәсәй менән Ҡытайға ла етерен күҙаллай. Азияның һәм Төньяҡ Африканың төрлө төбәк­тәрендә оппозиция тигән төшөнсә артына йәшеренгән төркөмдәр һан­һыҙ афәттәр ҡыла. Әйткәндәй, донъяла хәҙер төрлө ваҡ һуғыштарҙа ҡатнашып тәжрибә йыйған һәм, ҡайҙа саҡыралар, шунда ялланыуҙы кәсеп итеп алған яугирҙәр күп ти. Ҡайҙа түләйҙәр – улар шунда ҡан ҡоя. Ливия менән Сирия миҫалында уларҙың бик ҡеүәтле булыуы төҫмөрләнде. Етмәһә, НАТО, Европа Советы кеүек ойошмалар уларҙы рухландырып, матди ярҙам күрһәтеп тора, сөнки АҠШ шулай ҡуша. Американы “оппозиция еңгән” илдәрҙә быға тиклем булған демократияның юҡҡа сығыуы ла, радикаль исламсыларҙың власҡа килеүе лә хәүефләндермәй, сөнки донъяла ни тиклем насарыраҡ булһа, уға шул тиклем яҡшыраҡ. Донъяла ҡыҙыу нөктәләр күберәк булған һа­йын, Америкаға үҙ маҡсаттарына өлгәшеү, йәғни тәбиғи ресурстарҙы һәм сәнәғәт объекттарын үҙ ҡарамағына күсереү еңелләшә. Киләсәктә төп ресурстарҙың хужаһы бар кешелеккә үҙ ҡағиҙәләрен тағасаҡ. Шулай булғас, беҙҙең илгә, айырыуса беҙ башҡорттарға былар ҡағылмаҫ әле, дәүләтебеҙ ҙур, ҡеүәте лә ярайһы, ил етәкселеге, ана, яңыса ҡоралланыуҙы хәстәрләй, тип тынысланырға нигеҙ йомшаҡ.
Аныҡлап әйткәндә, ул көстәр беҙҙең республиканы ла “оноторға” йыйынмай, әлбиттә. Яңы көстәр аулағанда һәр төбәк өсөн тотош институттарҙа әҙерләнгән ҡулай ҡармаҡтар, ауҙар файҙаланыла, яраҡлы пландар ҡорола. Исламда яңынан-яңы экстремистик ағымдар барлыҡҡа килә, һәм улар исламдың донъя дине булараҡ үҫеүенең һөҙөмтәһе түгел. Мосолман халыҡтары йәшәгән илдәрҙә “Талибан”, “Хизб-ут-таһрир” кеүек төркөмдәр, салафи, ваһһаби, әҡрәми ағымдары әүҙемлек күрһәтә. Бындай ағымдар, хәрәкәттәр халыҡ-ара сәйәсәт мәнфәғәтендә яралтыла йә электән ипле генә йәшәп килгәне лә ҡанат аҫтына алына һәм һыу һибеп үҫтергән ҡыуаҡ кеүек тармаҡланып, көсәйеп китергә, таралырға ғына тора.
Ҡәҙимге ислам Башҡортостанда иҫ киткес көслө, халыҡ уға ифрат тоғро тип әйтеп булмай. Ауылдарҙа төҙөлгән мәсеттәргә лә халыҡ һүлпән йөрөй. Йәштәрҙе йәлеп итеү, ҡыҙыҡ­тырыу эшмәкәрлеге лә йомшаҡ тора. Шундай шарттарҙа кешеләрҙе аулау­ҙың фән нигеҙендә эшләнгән саралары менән ҡоралланған, аҡсаға мохтажлыҡ кисермәгән йәш, һөйкөмлө, белемле миссионерҙар әҙәм күңе­ленә юлды тиҙ таба, әлбиттә.
Яңыртылған исламдың вәкилдәре иҫкегә әйләнеп ҡайтыу түгел, хәҙерге йәмғиәтте сәйәси көрәш менән буйһондороу идеяһын алға һөрә һәм шуның менән әҙәми заттарҙы албырғата, яулай. Улар “йыһат” төшөн­сәһен дә заманға яраҡлаштырған: Аллаға хеҙмәт итеү юлында мосолмандың рухи көсәйеүен күҙ уңында тотҡан мәғәнәһен юҡ итеп, уны кафырҙарға ҡаршы ҡораллы көрәш юлына күсергән.
Татарстанда, Дағстанда һәм башҡа төбәктәрҙә традицион ислам вәкилдәренә һөжүмдәрҙең йышайыуы ла тиктәҫкә түгел. Һуңғы йылдарҙа беҙҙә лә экстремистик тип баһа­ланған төрлө ағымдарҙың эшмә­кәрлеге йәйелә барыуына дәлилдәр билдәлелек ала тора. Милләттәш­тәребеҙ уларға эйәргәндә, бәлки, ниндәйҙер юғары маҡсаттарға, Мө­хәммәт пәйғәмбәр заманынан иң дөрөҫ тип һаналған дин ҡағиҙәләре буйынса йәшәү мөмкинлегенә һәм был донъяның ауырлыҡтарынан, ғәҙелһеҙлектәренән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлын табыуға ышаналыр, бер ҡатлылыҡҡа барып, яңы дуҫтарына һуңғы күлдәген һалып бирергә генә түгел, ғүмерен фиҙа ҡылырға ла әҙерлек күрһәтәлер. Шул рәүешле үҙҙәре лә һиҙмәҫтән уйынсыҡҡа әүереләлер. Тик ситтән килгән “изгелек теләүселәрҙең” береһенә лә беҙҙең именлек мөһим түгел. Улар­ҙың – үҙ маҡсаттары, һәм уларға беҙҙең еребеҙ, телебеҙ, рухыбыҙ ғына түгел, хатта үҙебеҙҙең һаҡланып ҡалыуыбыҙ ҙа кәрәкмәй. Буштан-буш килеп, ожмах вәғәҙә итеүселәргә ышанып бармайыҡ әле.
Әлфиә АҠБУТИНА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook