Башҡортостан Ҡыҙы

Атылды ла яҡты йондоҙ...

Атылды ла яҡты йондоҙ...
Художестволы гимнас­тика буйынса спорт мастеры, алты тапҡыр донъя чемпионкаһы яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева Рәсәй спорты тарихында яҡты эҙ ҡалдырыусы ғына түгел, матурлыҡ алиһәһе һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө булараҡ та билдәле. Был гүзәл спорт төрөндә донъяла иң сағыу йондоҙ булып балҡыған сағында, ун һигеҙ йәшендә, Ләйсәндең аяҡ табандары ҡабат атлай алмаҫлыҡ сарпаҡланып һына. Ул иһә, таң ҡалырлыҡ ихтыяр көсө күрһәтеп, аяҡҡа баҫыу ғына түгел, яңынан гимнастикаға ҡайта һәм һоҡланғыс еңеүҙәргә өлгәшә. Бөгөн Ләйсәнде Рәсәй телеканалдарында популяр тапшырыуҙар алып барыусы, ҙур тираждар менән таралған китап авторы, бик күп проекттарҙа ҡатнашыусы итеп беләләр. Тиҙҙән Үтәшева мауыҡтырғыс сериал йондоҙо булараҡ таныласаҡ: ул спортсылар тураһындағы “Чемпионкалар” тигән яңы фильмда төп ролде башҡара – үҙен уйнай. Беҙ иһә уның ғәзиз Башҡортостанын ерҙәге ожмах итеп күргән илһөйәр бала, ҡәҙерле өләсәһе һәм олатаһы өсөн йән атып тороусы ейәнсәр, ғорур, көслө әсәнең лайыҡлы ҡыҙы икәнен дә белеүҙәрен теләр инек.
“Зөлфиә булмаһа, дөрөҫөрәге, ул балаһын мөкиббән китеп һөйгән әсә булмаһа, донъя Ләйсән Үтәшева тигән данлыҡлы гимнастканы белмәҫ ине. Әсә һөйөүе илаһи көс өҫтәп тормаһа, спортта ҡала алмаҫлыҡ булып имгәнгән Ләйсән йәнә келәмгә сығып, бер-бер артлы алтын миҙалдар яулай һәм тәбиғәте менән еңеүсе булыуын раҫлай алмаҫ ине, моғайын. Башҡа илдәр, башҡа халыҡтар башҡорт ҡыҙының әкиәти гүзәллегенә, батыр рухына һоҡланыуҙан мәхрүм булыр ине”. Был юлдар – журналыбыҙҙың 2008 йылдың март һанында Зөлфиә Солтангәрәй ҡыҙы Үтәшева биргән интервьюға баш һүҙҙән.
Халҡыбыҙ ғорурлығы булырлыҡ ҡыҙ үҫтергән Әсә­нең йөрәге быйыл март айында ҡапыл ғына тибеүҙән туҡтай. Аяҙ көндө йәшен йәшнәгән­дәй яңғы­раған был хәбәрҙе күңел дә, зиһен дә ҡабул итеүҙән баш тарта: уға ни бары 47 йєш ине!
Атылды ла яҡты йондоҙ...
Эсемдән генә Зөлфиәнең һүҙҙә­рен барлайым һәм ҡыҙының йондоҙ булып балҡыуының бер серен асам: “Ҡыҙ бала бәләкәйҙән һәр ваҡыт үҙенең матур икәнлеген ишетеп, ҡәҙерле йән икәнлеген тойоп үҫергә тейеш...”
“Алда әле оҙон йылдар бар. Ул йылдарҙы бергә үтәсәк кешем минән көсһөҙөрәк булырға тейеш түгел. Ундай кеше мотлаҡ осрар, тип уйлайым. Ҡатын-ҡыҙ яңғыҙ булыу өсөн яратылмаған да инде...” – был юлдар ҙа ул һис йәшермәйенсә, бар күңелен асҡан әңгәмәнән. Баш күтәрмәй тәү­легенә ун алтышар сәғәт эшләүҙәр, Ләйсән бер-бер артлы дүрт ауыр операция үткәргәндә, ул яңынан атлай башлағанда ут йотоуҙар, йөрәген усына тотоп үткәргән төндәр-көндәр артта ҡалып, тормошона һиллек ин­гән саҡ була Зөлфиәнең: эргәһендә йәндәй ҡыҙы-серҙәше һәм оҙаҡ йылдар көтөп алған кешеһе. Көслө ханым тиң иткән уҙаман унан көсһөҙ булғандыр, тип уйламайым. Яҙмышының өр-яңы бите асылып, күңеле яҡты өмөттәр менән тулы, сикһеҙ бәхетле мәле була уның.
Инде тамсы хәл ҡалманы тигәндә йән өргән, күңел донъяһын бөтәйт­кән изге заттар – әсәһе менән атаһы­ның һөйөүе менән дә бәхетле була Зөлфиә. Һикһәнде ҡыуыусы Зөбәр­жәт апай менән Солтангәрәй ағай Кирәевтар Әлшәй районы Раевка ауылында йәшәй.
Атылды ла яҡты йондоҙ...
... Зәңгәр ҡапҡалы йорт, хужаларҙың үҙҙәре кеүек үк, күркәм һәм тыйнаҡ. Зауыҡлы тыйнаҡлыҡ бигерәк тә өй эсендә сағыла. Ғүмер буйы ҙур вазифалар биләүсе ата менән әсә (Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы – оҙаҡ йылдар район советы рәйесе, Зөбәржәт Сәһәрйәр ҡыҙы сауҙа хеҙмәткәрҙәре профсоюзы етәксеһе була) байлыҡты донъя малында түгел, бөтөнләй башҡа ҡиммәттәрҙә – дөйөм эш өсөн яныуҙа, выжданлы йәшәүҙә, балаларын матур, белемле итеп тәрбиәләүҙә күрә. Был йортта Зөлфиәнең бала сағы уҙған, ул ошонда буй еткергән. Йөрәк парәһе Ләйсәндең дә теле тап ошонда асылған, ҡитғаларҙы таң ҡалдырыр ҡыҙ ишек алдындағы хәтфә үлән буйлап тәпәй киткән, мәктәпкә барғансы йәйҙәрен рәхәт­ләнеп өләсәһе һәм олатаһы янында үт­кәргән, себеш көткән, көтөү ҡаршылаған.
Солтангәрәй ағай был йортто биләмәһенең ҙурлығына ҡыҙығып ала – тәжрибәле агроном ауыл кешеһенең тормош бәрәкәте ерҙә икәнен белә шул. Ун һигеҙ сутый ерҙә алма, ҡарағат, сейә, йәшелсәнең бар төрө үҫә. Өй өсөн иҫәпләшкәндә алып торған бурыстарын, мул уңышты һатып, ярты йыл эсендә түләп ҡуялар. Үҙҙәре көнө буйы эштә булғас, әлбиттә, ҙур баҡсаны ҡарау Зөлфиәгә һәм ағаһы Рөстәмгә (ул хәҙер – ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор) төшә. Күрәһең, яҙҙан көҙгә тиклем баҡсала эшләүҙән Зөлфиә ялҡып киткәндер. Кейәүгә сығып, ире Альберттың тыуған яғына – Волгоградҡа күсеп киткәс: “Мин бер ҡасан да баҡса үҫтермәйәсәк­мен!” – тип белдерә. Шуға ҡарамаҫтан, Зөбәржәт апай ҡыҙының хәлен белергә килгән сағында баҡса өсөн буш ер һатып алып бирә.
– Көҙ еткәс, йәйҙе беҙҙә үткәргән Ләйсәнде Волгоградҡа илтә киттек. “Мин ул ергә әйләнеп тә ҡарамайым!” – тип ҡалған Зөлфиәбеҙҙең гөл-баҡсаһын күреп, һүҙһеҙ ҡалдыҡ! Исмаһам, эҫкәк менән йолҡорҙай сүп булһа! Түтәлдәр, еп менән үлсәп һуҙылғанмы ни, тип-тигеҙ. Помидор, боростоң иң яҡшы сорттарын һайлап, орлоғон үҙе сәсеп, үҫентеләрен үҙе үҫтергән, йәй буйы шуларҙы тәрбиәләгән. Улары, һүрәттән төш­кән, тиерһең, – бөтәһе лә бер ҙурлыҡта, ҡыҙарып, һарғайып, күҙҙең яуын алып бешеп ултыра.
Ҡайтыр юлға сыҡҡанда Зөлфиәм иң матур помидорҙарҙы ҙур кәрзингә тултырып, күстәнәс итеп ебәрҙе. Поезда үҙем помидор ашайым, ә кү­ҙемдән сөбөрҙәп йәш ҡойола, – тип хәтирәләргә бирелә Зөбәржәт апай. – “Ҡыҙымдың уңғанлығына ҡыуа­наһы урынға, ниңә илағанмын?” – тип бөгөн үҙемде әрләйем. Уның өсөн йөрәгем өҙөлөр сәбәптәр бар ине, әлбиттә, – Альберт кейәүҙең холҡо үҙгәреп, һалҡынайыуынан ҡыҙымдың үҙенә урын тапмай йө­рөгән сағы ине. Тик балалар иҫән булғанда, һис күҙ йәше түгергә түгел икән...
Ошо ваҡиға Зөлфиәнең булмышын асып һала кеүек: донъя көтөүҙе сәнғәткә әйләндереүен, һәр эштә – бәләкәйендә лә, ҙурында ла – камиллыҡҡа, теүәллеккә ынтылышын, ижади бөтөнлөгөн. Ер балаһы булып ҡалыу ҡанына һеңгәнгәлер, аҙаҡ, баш ҡалала, баштар әйләнерлек бейеклектәрҙе яулағанда ла ул асылынан айырылмай.
Атылды ла яҡты йондоҙ...
Зөлфиә менән Ләйсәнде өҙөлөп һағынған Зөбәржәт апай ул заманда Волгоградҡа барыуҙы Өфөгә барыу урынына ла күрмәй. Йома кис поезға ултырып китә лә дүшәмбе иртән эшкә барырға әйләнеп тә ҡайта. Аҙна һайын тиерлек Ләйсәнде художестволы гимнастика буйынса өлкә ярыштарына оҙатып йөрөй:
– Бер ярышта сығыш яһағанда Ләйсәндең ҡулынан ҡулсаһы тәгә­рәне лә китте. Ейәнсәрем йәһәт кенә ҡулсаны алды ла, бер ни булмағандай, сығышын матур итеп тамамлап ҡуйҙы. Ә минең борсолоуым йөҙөмә сыҡты, күрәһең. Шуны күреп, үҙе йүгереп килеп тә етте: “Ҡайғырырлыҡ ни булды, өләсәй?! Ярай, әле өсөнсө урынға сыҡтым. Артабан беренсе урынды аласаҡмын!” – тип, мин уға әйтергә тейешле һүҙҙәрҙе теҙеп, йыуата һалды.
Ләйсәндең был саҡматаштай ныҡлығы ла – әсәһенән. Күнекмә­ләрҙән ауыртынып ҡайтҡан саҡтарында, ҡыҙына ул: “Илайһың икән, башҡа йөрөмәйһең!” – тип әйтә торған булған. Гимнастикала уңыш үҙеңде еңеү, һыҙланыуҙар аша килә – Ләйсән быны бик иртә төшөнә. Хәйер, йыш ҡына тормошта ла тап шулай икәнен ул әсәһе яҙмышында күрә ...
Зөбәржәт апай менән Солтан­гәрәй ағай әкрен генә хәтер йомғағын һүтә: “Бәләкәйерәк сағында Зөлфиә “Һеҙ Рөстәмде нығыраҡ яратаһығыҙ”, тип үпкәләй торғайны. – Балаларҙы айырып ҡарамаһаҡ та, ҡыҙыбыҙға ҙурыраҡ талап ҡуйғанбыҙҙыр, моға­йын. Халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға килгән ҡанундарында ҡыҙ баланы тәрбиәләүгә талап айырым. Сөнки ул – буласаҡ әсә, ир ҡатыны ғына түгел, әхлаҡ бағана­һы, милләт киләсәге, донъяны уның рух көсө тота – яҙылмаған был ҡағиҙә күңелебеҙгә ата-бабанан һалынған”.
Эйе, милләтебеҙ ҡыҙҙарының иң гүзәл сифаттары тойомлана Зөлфиә­лә: аҡбуҙатта елдәй елеп ирҙәр менән тиң яу сапҡан боронғо өләсәләренән күскән ғәййәр батырлыҡтың затлы иплелек, эске тәрбиә менән ярашыуы уны ғәжәйеп матур итә. Ләйсәндең тәбиғәтендә иһә был сифаттар, йәнде арбарлыҡ ихласлыҡ һәм ябайлыҡ менән ҡушылып, тағы ла көслөрәк сағыла. “Мин башҡорт ҡыҙы!”, “Халҡыбыҙҙа бер күркәм йола бар ...”, “Беҙҙә, башҡорттарҙа, был милли ризығыбыҙ түбәндәгесә әҙерләнә ...” – төрлө тапшырыуҙарҙа, интервьюларҙа ошондай һүҙҙәрҙе Ләйсәндең ҡат-ҡат ҡабатлауына иғтибар иткә­негеҙ бармы икән? Милли үҙенсәлекте, рухты бәҫле итеп һаҡлау Зөлфиә­гә лә, Ләйсәнгә лә ят мөхиттә еңел бирелмәгәндер, ләкин теләһә ниндәй мөхиттә лә иң элек үҙең булып ҡалыу саялығы таныла һәм ихтирам уята. Бөгөн, глобалләшеү киң ҡолас алған дәүерҙә, үҙ халҡыңдың ҡыҙы булып ҡалып, башҡа халыҡтар араһында ҡаҙаныш алыу өлгөһө ул – ике һылыу яҙмышы. Бына ни өсөн ҡыҙҙарына ҙур киләсәк юраусы әсәләргә ғаиләлә Ләйсән тураһында һөйләргә, уны миҫал итеп ҡуйырға кәңәш итер инем. Ҡыҙ үҫтереүсе әсәләргә шулай уҡ Ләйсән алып барған “Шәхси тренер” тапшырыуының интернетта һаҡланған яҙмаларын ҡарарға тәҡдим иткем килә. Әсәһенә һомғол булыу өсөн файҙалы күнекмәләр өйрәтеү­ҙән бигерәк, ҡыҙҙың уға ҡарата йө­рәкте иретерлек мөнәсәбәте хәтерегеҙҙә ҡалыр. Буйҙы нисек зифа итеү хаҡында ғына түгел, әсә менән баланың мөғәмәләһе ниндәй булырға тейешлеге хаҡында ла һөйләй ул тапшырыу.
– Бөтә нәмә Зөлфиәнең ҡотон һаҡлай кеүек – стеналар ҙа, ул бәлә­кәй саҡта алынған әйберҙәр, йыһаздар ҙа. Ихатала, йорт алдындағы таш һуҡмаҡта – уның аяҡ эҙҙәренең, ишек, ҡапҡа тотҡаларында – ҡулдарының йылыһы, – баштарына төшкән күтәрә алмаҫ хәсрәтте бер-береһенә терәк булып үткәрергә тырышҡан ата менән әсә күңеле ғәзиз балаһы­ның мәңгелеккә – ҡайтмаҫ ергә китеүенә ышанырға теләмәй. Иртән ире эшкә киткәс, Зөбәржәт апай ҡыҙының портретын ҡулына ала ла әкрен генә ҡәҙерле йөҙ һыҙаттарын һыйпай: “Балам, балаҡайым...” Яңғыҙ ҡалғанда ғына ул күҙ йәш­тәренә ирек бирә. Солтангәрәй ағай ҙа, Ләйсән дә уға иларға рөхсәт итмәй: “Ул беҙ­ҙең менән. Барыһын да тойоп, белеп тора. Беҙгә шул тиклем ҡыйын икән­де күреү уға рәхәтме?” – тиҙәр. Күҙ йәштәре еңеллек килтермәһә лә, саҡ ҡына эсен бушатҡандай. “Ир-ат иһә күҙ йәше менән түгел, йөрәк ҡаны менән илай. Солтангәрәй ағайығыҙ тыштан ныҡ булырға тырышһа ла, эстән ут йотоуҙан туҡтамай. Ғүмерҙә лә һыҙлап ҡарамаған ап-аҡ тештәре ай эсендә ҡойолоп бөттө”, – ти ул.
“12 мартта киске сәғәт алтыларҙа ағайың менән дауахананан ҡайтып инһәк, телефон шылтырай”, – тип хәтерләй Зөбәржәт апай уңалмаҫ ҡайғы килтергән көндө.
– Өләсәй, һаумы. – Ейәнсәренең һүрән тауышын ишетеү менән йөрәге жыу итеп китә.
– Балам, әсәйең ҡайҙа?
– Ул юҡ инде, өләсәй...
Атылды ла яҡты йондоҙ...
Ҡулынан телефон төшөп киткән Зөбәржәт апай артабан барыһын да томан эсендәге һымаҡ иҫләй: Троекуров зыяратының мосолман йолалары буйынса хушлашыу залындағы йыназаны ла, табут эсендәге әсәһенә ҡапланып, “Әсәй, китмә!” – тип һулҡылдап илаған Ләйсәнде көскә айырып алыуҙарын да. “Ҡыҙымдың матурлығына эсемдән генә “күҙ тейә күрмәһен!” тип һоҡланып баға тор­ғайным, – ти әсә. – Әле иһә Зөлфиәм тере сағынан да матурыраҡ булып ята, әйтерһең, тик йоҡлап ҡына киткән. Оҙон керпектәрен елпеп асып уяныр ҙа, донъяны балҡытып, йылмайып ебәрер кеүек...”
Йыназаға килгән кешеләрҙең бер-бер артлы яндарына килеп, ҡосаҡлап алыуҙары, Зөлфиә хаҡында һөйләү­ҙәре лә төш һымаҡ иҫендә ҡала: “Шундай ҡыҙ үҫтергән өсөн алды­ғыҙҙа баш эйәбеҙ. Уның килмәгән яғы юҡ ине. Үҙе лә, һүҙе лә, башҡар­ған һәр эше лә һоҡланғыс булды...” Тик ғәзизгенәһе хаҡында Зөбәржәт апай үткән заманда һөйләүҙән баш тарта. Бына-бына телефон шылтырар ҙа сыңғырҙап торған тауышы менән: “Әсәй, көт, ҡайтам!” – тип әйтер, иртәгәһен иһә ҡайтып төшөр ҙә: “Белһәң икән, нисек һағындым!” – тип, бәләкәй сағындағы кеүек, ҡосағына һарылыр кеүек. Әкиәттәге мөғжизәгә ышанғандай, ул ошо өмөткә ышана: унан яҙһа, әсә йөрәге шәфҡәтһеҙ ысынбарлыҡты нисек күтәрер?..
Һуңғы биш йылда тәүлегенә егерме дүрт сәғәт әсәһе менән бергә булып, һәр эшенә уның фатихаһын алырға күнеккән Лєйсєн мөнәсә­бәттәр ҙә – барыһы ла үтә ҡатмарлы булған шоу-бизнес донъяһында яңғыҙына ни тиклем ауыр булыуын күрһәтмәҫкә тырыша. Зөлфиәнең нисек итеп ҡыҙының продюсеры, эштәрен ойоштороусыһы булып китеүен әйтеп үтеү кәрәктер. Һөнәре буйынса тарихсы яҡташыбыҙ бары тик үҙ тырышлығы һәм зирәк аҡылы, ныҡышмалылығы менән Мәскәүҙә туристик бизнес өлкәһендә юғары кимәлдәге профессионал булараҡ киң танылыу яулай. Әммә, бер көн килеп – ҡәҙерле кешеләре тураһында һүҙ барғанда, йылдар буйы өлгә­шелгән ҡаҙаныштарынан, һис уйламай, баш тарта. Әсәһе менән ата­һының алтын туйына йыйынғанда, ул эшләгән фирмала ниндәйҙер мөһим эш килеп тыуа ла етәкселек уға ҡайтырға рөхсәт бирмәй. “Нисек инде ғәзиз йәндәренең ғүмер байрамдары берҙән-бер ҡыҙҙарынан башҡа үтеүе мөмкин?!” – Зөлфиә уға ғына хас алабарман ҡыйыулыҡ менән минутында ғариза яҙып һала ла, бүтән, ни тиклем ялынып саҡыр­һалар ҙа, унда бармай.
Был мәл ҙур спорттан киткән Ләйсәндең өр-яңы өлкәлә – телевидениела тапшырыуҙар алып барып, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, көндән-көн популярлыҡ яулаған сағы була. Тәҡдимдәр, яңы проекттарға саҡырыуҙар яуып торған Ләйсән: “Әсәй, күрәһең бит, мин яңғыҙым бөтәһен дә йырып сығырлыҡ түгелмен. Әйҙә, икәү бергә эшләйек!” – ти. Зөлфиәнең алдан күреүсәнлеге, һиҙгер зиһене, ойоштороу һәләте һәм һөйләшеүҙәр алып барыу оҫталығы бөгөн ҡыҙына финанс бойондорољһоҙлоғона өлгәшергә ярҙам иткән. Ләкин, был бойондороҡһоҙ­лоҡтоң ни тиклем әһәмиәтле икәнлеген белһә лә, ул һәр тәҡдимде энә күҙе аша үткәргән, ҡаҡшамаҫ эске ҡанундарына ҡаршы килгән бер проектҡа ла ризалығын бирмәгән. Ирекһеҙҙән, йәнә журналыбыҙҙа баҫылған әңгәмәһендәге юлдар иҫкә төшә: “Миңә бөтәһе лә, һин артыҡ дөрөҫһөң, тиҙәр. Дөрөҫ булыу дөрөҫ түгелме ни?!” Дөрөҫ булыу бик дөрөҫ икәнен балаларына эштәре, ҡылыҡ­тары, яҙмыштары менән раҫлаусы Зөлфиә кеүек әсәләр күберәк булһа икән!
“Ике башҡорт һылыуҡайы, ҡайҙа барһалар ҙа, һәр сараның күрке булдылар”, – тип яҙҙылар, һоҡланыуҙарын, ихтирамдарын белдереп, интернет селтәрендә Зөлфиәнең вафаты хаҡындағы хәбәрҙәрҙә. Әсәле-ҡыҙлы түгел, апалы-һеңлеле кеүек күренә улар ҡарап тороуға. ”Ни эшләп еткән ҡыҙығыҙҙы гел оҙатып йөрөйһөгөҙ?” – тип һорайҙар ҡайһы берәүҙәр әсәнән. Зөлфиә иһә тыйнаҡ тапҡырлыҡ менән шаяртып яуап бирә: “Беҙҙә, мосолмандарҙа, еткән ҡыҙҙарҙы яңғыҙ йөрөтөү ғәҙәте юҡ. Шуға беҙ гел бергә”.
... Ләйсән әсәһенә булған сикһеҙ һөйөүен өләсәһе менән олатаһына күсерә: “Донъяла хєґер һеҙҙән дә ҡәҙерлерәк кешеләрем юҡ. Зинһар өсөн, берүк сирләй күрмәгеҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!” – тип үтенә шылтыратҡан һайын. Әсәһенә биреп өлгөрмәгән йөрәк йылыһын уларға бирергә, әйтеп өлгөрмәгән балалыҡ рәхмәтен уларға әйтергә ашыға. Ошо айҙа ҡайтып, өләсәһе менән олатаһын дауаланыу өсөн Мәскәүгә алып китергә йыйына икән.
Художестволы гимнастика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тренеры, Ләйсәнде тәү күреүҙән уның ҡабатланмаҫ гимнастка буласағын күҙаллаған, үҙ ҡыҙылай яратҡан Ирина Винер былай ти: “Иҫ киткес һығылмалы, таң ҡалырлыҡ тырыш, һушты алырлыҡ матур гимнасткалар күп. Ләкин ошо сифаттар өҫтөнә тәрән, үтә нескә аҡылға эйә ҡыҙ берәү генә – ул Ләйсән Үтәшева. Ундай ҡыҙҙар йөҙ йылға бер тыуа”. Ундай ҡыҙҙарҙы донъяға килтереүсе, үҫтереүсе әсәләр ҙә йөҙ йылға бер килә­лер... Яҡты йондоҙ булып атылып, балҡышы күңелдәрҙә ҡалған Зөлфиә­нең ғүмере – шуға дәлил.
Альмира ШӘФИҒУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ һәм
ғаилә архивы фотолары.
Әлшәй районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook