Башҡортостан Ҡыҙы

Ауырыуҙың сәбәбе – йән тынысһыҙлығында

Ауырыуҙың сәбәбе – йән тынысһыҙлығындаКешеләр ниңә ауырый? Ошо һорау менән табиптарға мөрәжәғәт итһәң, улар һәр ауырыуҙың әллә нисәмә сәбәбен һанап китер. Ә психологтарҙың яуабы иһә ябайыраҡ, бер үк ваҡытта ҡатмарлыраҡ та булыр. Һәр ауырыуҙы кеше үҙе барлыҡҡа килтерә, сирҙең сәбәбе – кешенең башында, уның фекерҙәрендә, тормош рәүешендә, тиер улар.
Иң ябай һәм аңлашылған миҫалды алайыҡ. Һалҡын үткәреп ауырыу. Ҡайһы саҡта беҙ бының нилектән икән­леген аныҡ беләбеҙ. Өшөгәнбеҙ, ауырыу кешеләр менән аралашҡанбыҙ, үтә ел өрөп торған ерҙә йөрөгәнбеҙ... Тик йүткереп-сөскөрөп йөрөүебеҙҙең сәбәбен һис кенә лә аңлай алмаған саҡтар ҙа була. Тап ошондай ауырыуҙар­ҙың сәбәбе, баҡһаң, кешенең эске торошонда икән.
Ауырыуҙан башығыҙ сыҡмай икән, тормош ағышы хаҡында уйланып алырға кәрәк. Барыһы ла һеҙ телєгәнсә барамы? Эшегеҙҙә артыҡ көсөргәнеш кисерәһегеҙме әллә? Хеҙмәт­тәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ нисек? Туғандарығыҙ менән? Йыш ауырыуҙар аша организм беҙгә тормошобоҙҙа барыһы ла ал да гөл булмауын аңлатырға тырыша.
Сабыйҙарҙың ауырыуы йыш ҡына атай-әсәйҙәрҙең күңел торошона бәйле була. Баланың ауырыуы атай йәки әсәйгә ни менән отошло була ала һуң?
Йыш ҡына ғаиләләге аңлашылмаусанлыҡ, ыҙғыш-талаштар баланың сырхауына сәбәпсе булып тороуы бар. Башҡа көндәрҙә бер-береһенә ал бирмәҫкә тырышҡан ололар бәләкәс эргәһендә татыу ғына бөтөрөлөп йөрөй, улар әрләшмәй, юҡҡа һүҙ көрәштермәй... Балаға, әлбиттә, иң яҡын кешеләренең тап ошондай саҡтары оҡшай. Улар бит үтә һиҙгер, тирә-яғында барған һәр нәмәне бик нескә тоя. Икенсе яҡтан, бәлки, бындай осраҡта баланың атаһы йәки әсәһе, үҙе лә һиҙмәҫтән, аңламаҫтан, ошо тыныслыҡҡа, ғаиләләге тышҡы именлеккә эстән генә ҡыуаналыр ҙа? Нисек кенә йүнһеҙ яңғырамаһын, психологтар ошо хаҡта һүҙ алып бара.
Балалар баҡсаһына яңы йөрөй башлаған кескәйҙәр һәр саҡ ауырый, тибеҙ. Эйе, бәләкәстең организмы ундағы мөхиткә өйрәнгәнсе бер нисә ай үтеп китә. Артабан иһә барыһы ла ҡәҙимгесә барырға тейеш һымаҡ. Тик ҡайһы берәүҙәр даими сирләп кенә тороуынан туҡтамай. Баҡсала ҡыҙыҡ һәм күңелле икәнлеген аңлағансы шулай дауам итә. Тимәк, ата-әсәнең бурысы – баҡсаға йөрөүҙең ыңғай яҡтарын табырға ярҙам итеү.
Балалар баҡсаһына барырға теләмәгән бәләкәс өйҙә ҡалыр өсөн ни эшләй ала? Яуап бер – ауырырға. Әлбиттә, мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр махсус ауырыу өсөн ҡар ашарға, ялан баш йөрөргә тигән хәйләләрҙе белмәй әле. Ә уй-ғәмәлдәр, теләктәр барыбер үҙенекен эшләй.
Йыш ауырыған балаларға иғтибар етеңкерәмәүе бар, ти психологтар. Бында инде кәңәш берәү генә – бала менән аралашыуға күберәк ваҡыт бүлегеҙ. Көн тәртибен яңынан ҡарап сығып, уны бала өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә уңайлы итеп үҙгәртеү кәрәк.
Кеше ни тиклем ауыр уйҙарға батһа, шул тиклем йышыраҡ һәм нығыраҡ ауырый. Уй-кисерештәрҙең кешегә төрлөсә тәьҫир итеүе билдәле. Ауыр уйҙар, туҡтауһыҙ көсөргәнеш һаулыҡты ҡаҡшата. Шатланаһыңмы, борсолаһыңмы, күңелең көрмө әллә кәйефһеҙһеңме, аҙҙан ғына ҡыҙып китәһеңме әллә юҡҡа-барға хафаланып бармайһыңмы – һәр торош та кешенең сәләмәтлегендә сағыла.
Үҙебеҙ һәм балаларыбыҙ ауырыған өсөн беҙ яуаплы. Шулай булғас, сырхауҙарҙан арыныу ҙа үҙебеҙҙән тора. Юҡҡа-барға борсолоуҙан туҡтап, йышыраҡ йылмайырға һәм тирә-яғыбыҙҙа матурлыҡты күберәк күрергә тырыша­йыҡ. Үҙ тормошо менән ҡәнәғәт булған, үҙе менән килешеп йәшәгәндәрҙе ауырыуҙар урап уҙа, ти бит белгестәр.

Г. ИШБУЛАТОВА
әҙерләне.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook