Башҡортостан Ҡыҙы

Йылан йылында тыуғандарҙың тәьҫораттары

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, йырсы Фирүзә Париж (Аллаярова):
Йылан йылында тыуғандарҙың тәьҫораттары
“Йондоҙнамәгә әллә ни әһәмиәт бирмәйем. Ер йөҙөндә холҡо менән дә, йөҙө менән дә тамсы һыуҙай бер-береһенә оҡшаған әҙәм заты юҡтыр. Әгәр бер йылда тыуғандарҙың бөтәһенә лә бер үк холоҡ-фиғел, ғәҙәт хас булһа һәм яҙмыштары ҡабатланһа, донъяла йәшәүе лә күңелһеҙ булыр ине, минеңсә. Тормошта кешеләрҙе ниндәйҙер сиккә бикләп ҡарау дөрөҫ түгелдер ул.
Ә шулай ҙа, йондоҙнамәне һирәк-мирәк уҡыштырып алғанда, Йыландарҙың аҡыллы, зирәк, һығылмалы, хисап яратҡан билдә икәненә төшөнәһең. Ошо сифаттар нисектер миңә лә тап килгән кеүек булып китә. Шунан һәр кешелә тыуған йылына, йондоҙлоғона хас ниндәйҙер уртаҡ һыҙаттарҙы тойоп, ғәжәпләнеп тә, хайран ҡалып та ҡуяһың. Бер нәмә лә был донъяла юҡҡа ғына түгелдер, күрәһең. Ер тормошона күк есемдәренең дә тәьҫире барҙыр. Әммә, нисек кенә булмаһын, мин тәү сиратта үҙ аҡылыма, йәшәү тәжрибәмә таянам.
Үҙебеҙҙең эш сәхнә менән бәйле булып, к∆п ваҡыт кеше араһында уҙғанға, ҡышҡы каникулдарҙы шаулы ҡаланан ситтә үткәрергә тырышабыҙ. Яңы йылды, ғәҙәттә, Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында – ата-әсәйем янында ҡаршылайбыҙ. Билмән, ҡаҙ, тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләйбеҙ. Әйткәндәй, әсәйем йыл һайын 50-ләп ҡаҙ үҫтерә. Быйыл да ҡаҙҙары уңды, ауылды шаулатып-гөрләтеп ҡаҙ өмәһе үткәрҙек.
Ауылда балаларыбыҙға лә рәхәт. Уларҙы олаталары ат егеп, арбала йөрөтә. Ҡарҙан төрлө һындар әүәләйбеҙ. Төнөн шыршы төбөнә бүләктәр һалабыҙ. Нәркәс ҡыҙыма – 16 йәш, ә Кинйә улыбыҙ 1-се синыфта уҡый. Хәҙер үҙҙәре лә кескәй генә бүләктәр, йылы ҡотлау һүҙҙәре менән күңелемде йыуата.
Йылан йылына, әлбиттә, ҙур маҡсаттар һәм өмөттәр бағлайым. Әсәйем Флүрә Туйсина менән икебеҙҙең йырҙарҙан торған “Йөрәк ҡарлуғасым” тигән аудиотаҫма сығарғайныҡ. Киләһе йылда тамашасыларға үҙемдең йырҙарҙан торған өр-яңы яҙмалар йыйынтығы тәҡдим итмәксемен. Ниндәйҙер яңы өлкәне үҙләштереү хаҡында ла хыялланам. Телевидениела алып барыусы булараҡ та үҙемде һынап ҡарарға теләк бар.
Бөтәһен дә Яңы йыл менән ҡотлайым! Йылан тик изгелек, бәхет, матур маҡсаттар, яҡты хистәр генә алып килһен!”


“Истоки” гәзитенең баш мөхәррире, яҙыусы Айҙар Хөсәйенов:
Йылан йылында тыуғандарҙың тәьҫораттары
“Үҙемдең йылдың уңышлы, иҫтәлекле минуттарға бай булыуына ышанам. Киләсәккә ниәттәрем һәр ваҡыттағыса бер – шиғырҙар, хикәйәләр, пьесалар яҙыу, башҡорт авторҙарының әҫәрҙәрен руссаға тәржемә итеү.
Ә шәхси тормошома килгәндә иһә, яңы йылда, ниһайәт, үҙемдең мөхәббәтемде осратыуыма өмөтләнәм. Мине аңлаған, ижадымды хөрмәт иткән, асыштарға ҡанатландырған илаһи гүзәл затҡа йөрәгемде асырға әҙермен.
Әлегә яңғыҙмын, шуға Яңы йылды йә дуҫтарым, йә әсәйем менән ҡаршылайым. Әсәйем Хәнифә Исмәғил ҡыҙы Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында йәшәй. Ул аш-һыуға маһир: итле бәлештәре, туҡмаслы аштары телде йоторлоҡ була. Әсәмдең наҙлы ҡулдары менән әҙерләнгән ризыҡтарҙы, ихлас йылмайыуын, яғымлы, йомшаҡ тауышын һағынып ҡайтам. Донъяны яратыуым, ижадҡа, әҙәбиәткә сикһеҙ мөхәббәтем әсәм аша күскәндер. Әсәмә әле лә һоҡланам мин! Уға бәхет, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, һәр атҡан таңдың ҡыуаныстар ғына килтереүен теләйем!
Йондоҙнамәнең кешегә, тормошҡа йоғонто яһауын инҡар итә алмайым. Ниндәйҙер дәрәжәлә уларҙа дөрөҫлөк тә барҙыр. Әммә ҡәҙимге тормошта йондоҙҙар юрауына ғына таянырға ярамайҙыр. Ихтыяр көсө, аҡыл тәрәнлеге, аң, ныҡлы холоҡ әҙәм балаһына ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Ер кешеһенең яҙмышы тетрәнеүҙән, һағыш-кисерештәрҙән ғибәрәт. Яратҡан эш, иң яҡын кешеләреңдең имен булыуы, ауырлыҡтарға бирешмәү, ижади асыштар ҡанатландыра, яңы бейеклектәргә дәртләндерә.
Яңы йылда барыһына ла ижади ҡомар, ныҡлыҡ һәм бәхет насип итһен!”

Альбина ҒӨБЄЙҘУЛЛИНА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook