Башҡортостан Ҡыҙы

Төклө аяғың менән йылан йылы

Зирәклеге, отҡорлоғо менән айырылып торған Ҡара һыу Йыланы байтаҡ аҡыллы ҡарарҙарға, ғәҙел аҙымдарға юл асасаҡ. Ҡытай йондоҙнамәһе буйынса Йылан аҡылды, ихтыяр көсөн, үткерлекте сағылдыра.
Ул етеҙ хәрәкәте, ҡорбанына ҡапыл ябырылыу һәм ағыуын сәсеү ҡурҡынысы менән тирә-яҡтағыларҙа хәүеф уята. Әммә Йыландан өркөү ярамай – уға ҡарата ғәҙелһеҙ, һаҡһыҙ ҡағылғанда ғына ул үҙен шулай тота. Унан тыш, Йылан башҡаларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалмай, йыш хис-тойғоларына, тәьҫораттарына ғына таянып, яңылыш ҡарарҙар ҡабул иткеләй. Тимәк, 2013 йылда ла ҡайһы бер уйланылмаған аҙымдарға шаһит булыуыбыҙ ихтимал.
Ҡытай йондоҙнамәһе билдәләүенсә, киләһе йыл фәнни-ғәмәли эшмәкәрлек, тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнеү өсөн уңай. Фекерләү һәләтен эшкә еккән һәм үҫешкә ынтылған заттарға уңыш йылмаясаҡ. Башҡа йылдар менән сағыштырғанда, 2013 йыл күңел осоштарына һәм кисерештәргә һаран булмаҡсы. Һалҡын аҡыл менән эш итеүсән Йылан киң күңеллелекте, артыҡ йомартлыҡты үҙһенмәй. Был йылда аҡсаны һаҡсыл ҡулланып һәм мөлкәтте арттырып ҡына артабан уңышҡа өмөт итергә мөмкин.

Яңы йылды нисек ҡаршыларға?
Йылан шыма туҡыманан тегелгән зауыҡлы кейем ярата. Яңы йылды ҡаршылау өсөн ебәк, атлас, шифон, эластандан күлдәк һайлағыҙ. Һыуҙың бөтә сағылыштары: асыҡ һәм ҡуйы зәңгәр, диңгеҙ тулҡыны, күкһел төҫтәр килешә. Ғөмүмән, йыландарға бөтә сағылыштар ҙа хас: йәшел, һары, ҡыҙыл, ҡара һәм көмөш... Ап-аҡтан тыш, төрлө төҫтәге күлдәк тә Йыландың күңеленә хуш килер.
Яңы йыл кисендә, күбәләк, сәскәләр төшкән кейемдәрҙе ситкә һалып тороп, йыланды хәтерләткән һырлы һәм эре биҙәкле әйберҙәр һайларға тура килер. Вельвет кеүек ҡытыршы һәм тупаҫ туҡымаларҙы Йылан үҙ итмәй. Иң мөһиме: өҫтөгөҙҙәге әйбер бай һәм зауыҡлы күренһен – был киләһе йылда уңыш һәм бәрәкәт килтерер.
Өҫтәл япмаһының ялтыр йәки күкһел булыуы шарт. Милли биҙәктәр төшкән япма ла Йыландың иғтибарын һәм һөйөүен яулар.

Йондоҙҙар нимә вәғәҙәләй?

Ҡуҙы
Тормоштоң һәр тармағында ла алға китеш һиҙеләсәк. Ғаилә мөнә­сәбәттәре ҡыуаныс һәм һөйөнөс юрай. Яҡшы яҡтарығыҙҙы күреп, күптәр һеҙгә тартылыр. Әйткәндәй, Ҡуҙыларҙың ҡайһы бер вәкилдәре тормоштан ҡәнәғәтһеҙлек кисереүҙән үҙҙәрен яңғыҙ һәм баҫырылған итеп тоясаҡ. Әммә ул да файҙаға ғына. Был кәрәкмәгән күңел кисерештәренән, үткән хаталарҙан арынырға һәм эске көстө ыңғай йүнә­лештә файҙаланырға ярҙам итәсәк.
Эш һәм ижад өлкәһендә киләсәк­кә ҙур өмөт бағларҙай яңылыҡтар көтөлә. Йылан йылы ваҡ ҡына йөклә­мәне лә иғтибар туплап, көс-ҡеүәт менән башҡарыуҙы талап итәсәк. Ғө­мүмән, маҡсатҡа ынтылыусан, еңеүсе рухлы Ҡуҙы өсөн бындай етеҙ тормош рәүеше әллә ни ауырлыҡ тыу­ҙырмаҫ. Шулай ҙа ярһыусанлыҡты, тәкәбберлекте баҫып, һәр яҡтан төп­лө уйлап эш итеү һөҙөмтә бирер.

Буға
Ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе иҫәп­кә алмағанда, Буғаларҙы киләһе йылда яҡты һәм онотолмаҫ тәьҫораттар көтә. Улар эске тыныслыҡтан һәм ижади асыштарҙан кинәнес кисерәсәк. Үҙ яртыһын эҙләгәндәргә уңыш йылмаясаҡ – ысын мөхәббәт­тәрен осратырҙар. Тик бына ут бил­дәһенә ҡараған Ҡуҙы, Арыҫлан һәм Уҡсы йондоҙлоғо аҫтында тыуғандар менән һаҡ мөғәмәлә ҡороу кәңәш ителә. Улар менән осрашыуҙарҙың киләсәге бәхет юрамаҫ.
Хәйер, Буғаларҙың йәшәү сифаты яҡшырыр. Ниһайәт, күптән хыялланған уңайлыҡтарҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге тыуасаҡ.
Аҡса табыу йәһәтенән ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар күҙәтелһә лә, Буғаның тырышлығы, эшһөйәрлеге ауырлыҡ­тарҙы юғалтыуһыҙ үтеү генә түгел, ә йыл аҙағына ярайһы уҡ мөлкәт туп­лауға булышлыҡ итер.

Игеҙәктәр
Йылан йылы Игеҙәктәр өсөн мөһим, яуаплы һәм бәрәкәтле йылдарҙың береһе булмаҡсы. Эштә лә, шәхси тормошта ла мауыҡтырғыс үҙгәрештәр көтөлә. Ошоғаса йәшеренеп ятҡан ижади һәләтегеҙҙең асылыуы тормошҡа ҡарашығыҙҙы киңәй­тер, йәшәү рәүешегеҙҙе һәм матди хәлегеҙҙе яҡшыртыр. Юпитер менән Уран планетаһы уларҙың ижади ҡеүә­те үҫешенә көслө йоғонто яһаясаҡ.
Үҙгәрештәр, яңылыҡтар менән йәшәгән был билдә вәкилдәренә Йылан йылы яңы осрашыуҙар, ҡабатланмаҫ кисерештәр вәғәҙә итә. Әммә тәьҫораттар йоғонтоһона бирелеп, яҡындарығыҙҙы рәнйетә күрмәгеҙ.
Яңғыҙҙар үҙ парын табып, никах ҡорорға ниәтләр. Эшлекле сәфәрҙә, мәжлестәрҙє булырға тура килгәнгә, арыуығыҙ, көсөргәнеш кисереүегеҙ ихтимал. Күңел тыныслығына, сәлә­мәтлеккә иғтибар йүнәлтегеҙ.
Ҡыҫала
Йылдар буйына һалынған тырышлығығыҙ емешен татырға яҙыр. Тормошоғоҙҙоң бөтә өлкәһендә лә алға китеш һиҙеләсәк. Уңыштар табыш килтереп кенә ҡалмай, йәшәү көсө­гөҙҙө нығытып, киләсәккә яңы маҡ­саттарҙы билдәләргә этәргес булыр.
Юғары вазифа биләүселәргә һәм шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөл­ләнеүселәргә уңышты тағы ла арттырып үтәү бурысы ҡуйыласаҡ. Бар даирәләрҙәге килешеүҙәр ҙә килем вәғәҙә итә. Шулай ҙа аҡсаны һаҡсыл тотоноуҙы хәстәрләү мөһим. Алдан күҙалланмаған сығымдар килеп сы­ғыуы мөмкин.
Хис-тойғо торошон тигеҙлектә тотоу, һаулыҡты һаҡлау өсөн дөрөҫ туҡланыу, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнеү, эштән ял итеп алыу зарур.
Ғаилә ҡороу өсөн ноябрь йәки декабрь айҙары уңай.

Арыҫлан
Йылан үҙе кеүек сая, ҡурҡыу белмәҫ, мажараларға бирелеүсән, йылғыр кешеләрҙе үҙ итә. Арыҫлан йондоҙлоғо аҫтында тыуғандарҙы ла тап шундайҙар рәтенә индерер­гә мөмкин. Тимәк, киләһе йылда Арыҫ­лан, һис зарланмайынса, уңыш­ҡа өмөт итә ала. Аждаһа менән сағыштырғанда, Йылан йылы һөйөнөслө ваҡиғаларға, мауыҡтырғыс мажараларға бай булмаҡсы.
Тәүге ҡарашҡа ҡатмарлы тойолған мәсьәләләр ҙә ҡыйынлыҡһыҙ хәл ителер. Ниһайәт, эш менән ял араһында алтын урталыҡты табырһығыҙ.
Йыл башында мөхәббәткә ышанысығыҙҙы юғалтыуығыҙ ихтимал. Яҡын кешегеҙҙең иғтибарһыҙлығы, бер аҙ һалҡынлығы, сәмегеҙҙе уятып, күңелегеҙҙе тетрәндереп алыуы бар. Һәр хәлдә, Арыҫлан юғалып ҡалғандарҙан түгел, яңы осрашыуҙар тормошон йылылыҡ һәм балҡыш менән һуғарыр.

Ҡыҙ
2013 йыл Ҡыҙ өсөн тыныс ҡына башланырға оҡшаған. Әммә был тышҡы күренеш кенә. Ниәттәрҙе алдан ҡорған, киләсәккә маҡсаттарҙы теүәл билдәләгән, тәүәккәл холоҡло Ҡыҙ киләһе йылда эште алмаштырыу, карьера баҫҡысынан күтәрелеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Уларҙа, матди талаптарҙы ситкә ҡуйып, рухи үҫешкә ынтылыуға, белемде камиллаштырыуға ихтыяж тыуыр.
Күңелдәрендәге ғәйеп тойғоһон еңеп, көстәрен хаталарын төҙәтеүгә һәм киләсәкте, яҡындарын хәс­тәрләүгә йүнәлтә алһалар, маҡсаттарының уңышлы ғәмәлгә ашыуына ышаныс арта.
Мөхәббәт өлкәһендә, ғаиләлә ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар килеп тыуыуы ихтимал.

Үлсәү
Тыуасаҡ йыл Үлсәүгә кәртәләрҙе, ауыр һынауҙарҙы үтеү бурысын ҡуя. Тормоштағы киҫкен үҙгәрештәр, боролоштар был билдә вәкилдәрен дан һәм шөһрәт бейеклегенә күтәреү генә түгел, даръя төбөнә ырғытыу ҡурҡынысы менән дә янай. Күк есемдәре Үлсәүгә үҙ биләмәһен, ғәҙел исемен яҡларға, һаҡларға тура килә­сәген киҫәтә.
Киләсәктең ниндәйерәк йүнәлеш аласағы йыл башында уҡ төҫмөр­ләнер. Йыландың зирәклеге, үткер аҡылы мәшәҡәтле, ҡатмарлы осорҙо юғалтыуһыҙ үтергә көс бирер.
Документтар менән һаҡ булыу, ғаилә мөнәсәбәттәрен киҫкен хәлгә төшөрмәү, үҙегеҙҙе эшкә һәм уңышҡа көйләү – әлеге һынаулы мәлдә айырыуса мөһим. Йыл аҙағында, ниһайәт, еңеүгә, күңел күтәренкелегенә өл­гәшерһегеҙ.

Саян
Ҡапма-ҡаршылыҡлы йыл. Бер яҡтан, һөҙөмтәле осрашыуҙар, танышыуҙар тормошоғоҙға яңы мәғәнә өҫтәп, йәшәү ҡеүәтен арттырһа, икенсе яҡтан, күптән үҙ әһәмиәтен юғалтҡан хыялдарҙан баш тартырға кәрәклеген аңларһығыҙ. Тирә-яҡ­тағылар менән мөнәсәбәттәр тотороҡһоҙ, тынысһыҙ төҫ алыуы бар. Аңлашылмаусанлыҡтан һаҡланыр өсөн ваҡ-төйәк бәхәстән тыйылығыҙ.
Күптәнге маҡсатығыҙҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Артыҡ хыялға бирелеп, уңайлы ва­ҡытты ҡулығыҙҙан ысҡындыра күр­мәгеҙ. Был йондоҙлоҡ вәкилдәренең әүҙемлегенә, ихтыяр көсөнә һоҡланырға ғына ҡала – бөтә ергә лә өл­гөрәсәктәр. Саян ялын ойоштороуға ла, мөһим ҡарарҙарҙы, мәсьәләләрҙе хәл итеүгә лә етди һәм тыныс аҡыл менән ҡараясаҡ.
Йыл уртаһында оҙайлы эшлекле сәфәр йәки сәйәхәт көтөлә.

Уҡсы
Күңелһеҙләнеп ултырырға тура килмәҫ: Уҡсы мауыҡтырғыс хәл-ваҡиғалар үҙәгендә ҡайнар. Әммә барыһы ла шыма ғына үтмәҫ шул. Шәхси тормошоғоҙ менән эш ара­һында өҙгөләнергә, бүленергә тура киләсәк.
Яңы йылдың тәүге айынан уҡ үҙегеҙҙе эшкә көйләгеҙ, кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалығыҙ. Юғиһә, ябай ғына иғтибарһыҙлыҡ, битарафлыҡ, йәшәү көсөгөҙҙө һурып, тормошоғоҙҙо артҡа һөйрәр, һау­лыҡҡа зыян итер.
Уҡсы менән идара иткән Венера планетаһы мөхәббәт өлкәһендә уңыш юрай. Һөйгән йәре булғандар мө­нәсәбәттәрен законлаштырыуҙы хәстәрләй ала. Никахты йыл башында хәл итеп ҡуйһағыҙ хәйерле. Сөнки көтөлмәгәндә килеп тыуған мә­шәҡәттәр арҡаһында арағыҙҙа низағ тыуыу ҡурҡынысы һаҡлана. Спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмағыҙ. Сабырлыҡ һәм тырышлыҡ һөҙөмтә­һендә йыл аҙағына барыһы ла үҙ яйына ҡайтыр.

Ылаҡ
Тормош сағыу төҫтәрҙә күҙ алдығыҙға баҫыр. Ылаҡ, ниһайәт, киң күкрәк менән тын алып, үҙгәреш юлын һайлаясаҡ. Уның тормошҡа ҡарашы киңәйер, йәшәү ҡиммәттәре яңырыр. Матди йәһәттән дә алға китеш һиҙеләсәк. Мәрхәмәтлелек менән шөғөлләнеү, ғәҙеллек өсөн көрәшеү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү ҡәнәғәтлек тойғоһо бирер.
Быға тиклем бәхәс уятҡан тәҡ­димдәрегеҙҙең юғары даирәләрҙә яҡлау табыуына ышаныс арта. Ылаҡ­тың алдан тоя белеү һәләте, айыҡ аҡылы һәм ижади ҡеүәте уңыш һәм ихтирам яулауға килтерер. Әммә хөрмәттән, уңыштан башығыҙ әйлә­неүгә юл ҡуймағыҙ – аҡсағыҙҙы һәм күңел көсөгөҙҙө маҡсатҡа ярашлы файҙаланыуығыҙ шарт.

Һыуғояр
Хыял донъяһында йәшәгән һәм мажара яратҡан Һыуғоярға 2013 йыл әллә ни үҙгәреш вәғәҙә итмәй. Рухи һәм һөнәри үҫешкә ынтылыу өсөн ҡулай ваҡыт. Шулай ҙа үтә ҡыйыу, тиҙ ҡарарҙар ҡабул итеп, хата яһамаҫ өсөн һәр аҙымды төплө уйлап, ете ҡат үлсәп башҡарыуығыҙ мөһим.
Ниһайәт, тирә-яҡтағылар менән тигеҙ һәм ышаныслы мөнәсәбәт ҡороу форсаты тыуыр. Был, үҙ сиратында, Һыуғоярға өҫтәмә яуаплылыҡ алырға этәрер. Эш урынын алмаштырыу, мауыҡтырғыс тәҡдимдәр алыу, ҙур килем вәғәҙә иткән килешеүҙәр төҙөү ҡарала. Барыһын да атҡарып сығыу өсөн әлеге йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарға байтаҡ тир түгергә тура килер, моғайын. Йәйен тәбиғәттә, һыу буйында ял итеү күңел көсөргәнешенән һаҡлар, матур кәйеф бүләк итер.

Балыҡ
Миҙгелдәр яҡты тәьҫораттар, файҙалы тәҡдимдәр, һөйөнөслө яңылыҡтар менән үрелеп килер. Дәрәжәле кешеләр менән танышыуығыҙ тотороҡло киләсәккә юл аса. Һөҙөмтәлә үҙ көсөгөҙгә, һәләтегеҙгә ышаныс артыр.
Йондоҙҙар аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә айырыуса һаҡ булырға кәңәш итә. Әгәр һәр эште лайыҡлы үтәй алһағыҙ, матди хәлегеҙ һиҙелерлек яҡшырыр.
Ярҙамға мохтаж туғандарығыҙҙы хәстәрләү иңегеҙгә төшмәксе. Ғаилә тормошоғоҙ ҙа тыныс ҡына бармаҫ, мөһим ҡарарҙарҙы хәл итеүҙе үҙ ҡулығыҙға алырға тура килер.
Үҙ парын эҙләгәндәр, һөйгән йәрен осратып, илаһи хыял диң­геҙендә гиҙер.

Көнсығыш
йондоҙнамәһе
юрауҙары
Сысҡан
Башты әйләндерерлек яңылыҡ көтөлмәһә лә, йыл уңышлы булырға оҡшаған. 2013 йылда Сысҡан үҙен бәхетле һәм тыныс тоясаҡ. Уның аңлы һәм үҙ аллы ҡарар ҡабул итеү һәләте тормош мәшәҡәттәрен юғалтыуһыҙ үтеүгә булышлыҡ итер.

Үгеҙ
Ныҡышмал, ал бирмәҫ Үгеҙҙе Йылан хөрмәт итә. Шуға улар ныҡлы ышаныс менән алға атлай ала. Ауыр ғына мәсьәләләрҙе еңел хәл итеп, ғаиләлә лә, эштә лә уңышҡа өл­гәшәсәктәр. Бары уйланылмаған һүҙҙән, аҙымдан һаҡланырға тырышығыҙ.

Юлбарыҫ
Йылан көрәшсән рухлы, батыр йөрәкле Юлбарыҫты үҙенә тиң күрә һәм ҡаршылыҡтар менән мәшә­ҡәтләмәҫ. Киреһенсә, күңелле итеп ваҡыт уҙғарыуға мөмкинлек бирер. Шулай ҙа ата-әсәйегеҙ, балаларығыҙ һеҙҙең ярҙамға, яҡлауға мохтаж икә­нен тойорһоғоҙ. Төп иғти­барығыҙҙы ғаиләгә йүнәлтергә тура килер.

Ҡуян
Ҡуяндар тотороҡһоҙ йылға аяҡ баҫа. Уларҙың изгелеклеге, ярҙамсыллығы, йомшаҡлығы менән күптәр үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға әҙер торасаҡ. Тәүге ярты йыл әүҙем эшмәкәрлек менән үтһә, икенсе яртыһында ултырағыраҡ, тотороҡлораҡ, тынысыраҡ тормош көтә.

Аждаһа
Йылан Аждаһаға мауыҡтырғыс та, шауҡымлы ла ваҡиғаларға бай йыл вәғәҙә итә. Улар, артыҡ эш менән үҙҙәрен хафаламай, күңел асыуға күберәк ваҡыт бүләсәк. Тормошҡа бындай мөнәсәбәт һөйгәнегеҙ менән арағыҙҙа, эштә сағылыш табыуы ихтимал.

Йылан
Йондоҙнамә йыл хужаһына сағыу, онотолмаҫ тәьҫораттар юрай. Шәхси тормошта ла, һөнәри эшмәкәрлектә лә ҡыйыу аҙымдар яһай алаһығыҙ, барыһы ла тик үҙегеҙҙең теләктән һәм тырышлыҡтан тора.
Яуаплы һәм етди ҡарарҙар ҡабул итеү осоро. Маҡсаттарҙы теүәл билдәләп, киләсәкте хәстәрләү, матди хәлде яҡшыртыу бурысы алға баҫыр.

Йылҡы
Иҫтә ҡалырлыҡ, бәрәкәтле йыл. Йылан егәрле Йылҡыға тормошон ҡырҡа үҙгәртергә мәжбүр иткән мөһим һәм уңышлы осрашыуҙар вәғәҙә итә. Ул ҡайҙа ла иғтибар үҙәгендә буласаҡ.
Әммә мөхәббәт өлкәһендә бер аҙ тотҡарлыҡ күҙәтеләсәк. Шуға яңы танышлыҡ булдырып, башығыҙҙы юғалтырға ашыҡмағыҙ. Был йәһәт­тән һәр башланғыс уңышһыҙлыҡҡа дусар.

Ҡуй
Йылан йылы ҡаршылыҡтар ебә­реп, көсөгөҙҙө һынамаҡсы. Ауыр һынауҙарҙы лайыҡлы үтеү өсөн аҡыл, ныҡлыҡ, сабырлыҡ талап ителер. Сәләмәтлеккә иғтибар йүнәлтмә­йенсә лә мөмкин түгел. Ҡуй йылында тыуғандар ал-ял белмәйенсә хеҙмәт итергә лә, һаулыҡтарын хәстәрләргә лә мәжбүр булыр.

Маймыл
Маймыл өсөн үҙгәрештәр һәм күңелле кисерештәр менән һу­ғарылған йыл тыуа. Маймыл Йыланға көлөбөрәк ҡарай. Ҡаршылыҡтарҙы уйын кеүек ҡабул иткәнгә, Маймыл өсөн йыл әллә ни ҡатмарлы то­йолмаҫ.
Әлбиттә, асыу һәм бәхәс уятҡан тетрәнеүле минуттар ҙа булыр. Шулай ҙа киләһе йыл бәхет, муллыҡ алып киләсәк.

Әтәс
2013 йылда һеҙҙе ылығыу йоғонтоһо һағалай. Эш, ижад менән бәйле мауығыу уңышҡа, матди мөмкинлектәргә юл асһа, ҡомарлы уйындар көрсөккә төшөрөү ҡурҡынысы менән янай.
Мөхәббәт менән ылығыу ысын һынауға әйләнәсәк. Уның йоғонтоһона бирелеү Әтәстең күңел торошона, киләсәгенә тәьҫир итеүе бар.

Эт
Аждаһа йылында Эттең тормошонда йылдам алға китеш һи­ҙелгәйне. Яңы йыл мәшәҡәтлерәк булырға оҡшаған. Бөтәһе лә һеҙҙән аңлау, ярҙам талап итеү генә түгел, киләсәккә ниндәйҙер өмөт тә бағлаясаҡ. Әммә ышаныстарҙы аҡлау күптәрҙең ҡулынан килмәҫкә лә мөмкин.
Ныҡлыҡҡа, тотороҡлоҡҡа һына­ған ауыр ғына йылдарҙың береһе. Ҡайҙа ла үҙегеҙҙең мөһим, ҡабатланмаҫ, лайыҡлы икәнде иҫбатларға тура килер.

Сусҡа
Йылан йылы, ҡыҙыҡлы һәм фай­ҙалы осрашыуҙар менән бер рәттән, Сусҡаға ҙур ғына килем вәғәҙә итә. Ҡорған маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашыр. Ошоғаса кисеп сыға алмаҫ­тай тойолған даръялар ҙа еңел генә үтелер.
Әйтерһең дә, артҡа һөйрәгән сылбырҙар сиселеп, күңел донъяғыҙ яңы мәғәнә, балҡыш менән тулыр. Үҙе­геҙҙе ирекле, ышаныслы, бәхетле хис итерһегеҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook