Башҡортостан Ҡыҙы

Фєнил КҮЗБӘКОВ: «Һинең исемеңде йөрөткән яңы йондоҙ ҡабыныр»

Етегәнем

Етегәнем! Көмөш сүмесеңә
Йондоҙҙарҙы һоҫтом... Ғашиҡ инем...
Йәрем әйтһә, һинең һабың менән
Төн шаршауын йыртып асыр инем.
Йондоҙҙарҙы хатта һинең сүмес
Тота аламы һуң?! Ҡойолдолар.
Әллә шашып, әллә шаярышып,
Беҙгә, ғашиҡтарға, һыйындылар.
Ул төндәрҙең яҡты йондоҙлоғо,
Етегәнем! Миндә әле һаман.
Ҡайсаҡ һине болот ҡаплағанда
Мин уларҙы күккә һибә һалам.
Яҡтырып та китә барса донъям –
Был донъяма минең йыһан һыйған.

Берәү өсөн
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...
(Рәми Ғарипов)
...Ундай ҡыҙҙар өсөн хатта
Тамуҡтарға инерлек.
Һәр береһе – Таң һылыуы,
Ай Зөһрәһе тиерлек.

Һинең хаҡта поэмалар
Яҙылмаған... Яҙылыр!
Һинең исемде йөрөткән
Яңы йондоҙ ҡабыныр.

Бары берәү өсөн генә
Янған йондоҙ булыр ул.
Берәүең, һин тип өҙөлөр,
Бер яныр, бер туңыр ул.

Ҡабатланғыһыҙ йәшәүҙең
Шундалыр төп асылы.
Һөйөп-һөйөлөүселәрҙән
Ағыла көн яҡтыһы,
Яғыла көн аҡлығы.

Йөрәк бүләк иттең
Йөрәк тиклем йөрәк бүләк иттең, –
Күкрәгемдә ике йөрәк хәҙер.
Иң-иң оло, ауыр һынауҙарҙы
Үткәрергә был ҡуш йөрәк әҙер.

Йөрәк тиклем йөрәк бүләк иттең, –
Улар берәү булып тибәләрҙер.
Бере-береһенең түрҙәренә
Тәҙрә сиртмәй генә инәләрҙер.

Йөрәк тиклем йөрәк бүләк иттең, –
Ауырлығын тойҙом бүләк-йөктөң.
Тауҙан, гүйә, тауға тартып алдың,
Бейеклеген күрҙем бөйөклөктөң!

Кил
Кил һин бөгөн Күҙле шишмә
Сылтырап аҡҡан ергә.
Ай өләшкән тәңкәләрҙе
Йыйырбыҙ бергә-бергә.

Кил һин бөгөн теге йондоҙ
Күктә ҡабыныу менән.
Ҡыҙыл шәфәҡ, йола үтәп,
Ишеген ябыу менән.

Кил һин бөгөн киске эңер
Ҡанатын елпеү менән.
Кил, юҡһа янып бөтөрмөн
Таң еле тейеү менән.

Кил һин бөгөн күңелдәрҙең
Сайпылып торған мәле.
Бындай мәлдә Күккә яҙа
Мәңгелектең ҡәләме.
Кил!..

Һин – мин бит ул!
Һин – мин бит ул, –
Көнгә баҡҡан,
Наҙға мохтаж гөл кеүек;
Өмөтләнгән:
«Йәшәү мөмкин
Бары һөйөп-һөйөлөп».
Һин – мин бит ул, –
Йор йылғаның
Икенсе яры һымаҡ.
Һин Зөһрәләй күренгәнгә,
Үҙем дә Таһир һымаҡ.

Һин – мин бит ул, –
Ҡар өҫтөндә
Усаҡ яға алаһың;
Таңда түгел, шәфәҡтә лә
Йондоҙ булып янаһың.

Һин – мин бит ул, –
Күҙ йәшеңде
Күҙ алмаңда киптергән;
Төнөн йондоҙҙар һанашып,
Көндөҙ Иҙел кистергән.

Һин – мин бит ул, –
Айһыҙ төнөң,
Сыуаҡ көндәрең менән;
Ҡарын көтөп ал(а) алмаған
Ҡара көҙҙәрең менән.

Һин – мин бит ул, –
Һиңә ҡарап,
Мин бит үҙемде күрәм.
Күк Күк була алмаҫ ине
Айырып алһаң Ерҙән,
Күкте айырма Ерҙән!

Мин – һин бит ул!

Ҡәлғәм
Емерелде һөйөү һалған
Алтын һарайым.
Теләктәшлек эҙләп, кемгә,
Ҡайҙа барайым?!
Ҡояш һүнгән, йондоҙҙар юҡ,
Тотолған айым...
Бер йөрәгем – ныҡлы ҡәлғәм –
Һуңғы һарайым.
Йөрәгемдең тибешендә
Яҡлау табайым,
Дауа табайым!


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook