Башҡортостан Ҡыҙы

«Баш эйәм алдарыңда»

«Баш эйәм алдарыңда»Ләйлә менән Мәжнүн, Ромео менән Джульетта, Ҡуҙый­күрпәс менән Маян­һылыу... Донъяла һағышлы мөхәббәт тарихта­ры байтаҡ. Улар, быуаттан-быуатҡа күсеп, ысын һөйөүҙең сафлығын раҫ­лай. Беҙ был хәлдәрҙең фажиғәһенә түгел, бөйөклөгөнә табынабыҙ.

Әммә икенсе төр мөнәсәбәттәр ҙә бар. Ғүмер буйы бергә йәшәп тә һүрел­мәгән, сабый гөнаһһыҙлығы бейекле­генә күтәрелгән изге хистәр улар.
Тәүҙә мин Рима Ғәҙел ҡыҙының үҙе хаҡында ғына яҙырға әҙерләнгәй­нем. Әммә ике яртынан күптән бер бөтөнгә әйләнгән парҙы бүлеү мөм­кин түгелен аңланым.
“23 июндә – гәүһәр туйыбыҙ. 60 йыл бергә көн итеүебеҙҙе билдәләүсе байрамда аҡ күлдәк кейергә ниәт­ләйем. Был теләгемдә бер аҙ шаянлыҡ та бар инде... Беҙ йәш ваҡытта бындай форсат булмағас”.
“Мине 1 һум 50 тингә һатып алды”, – тип мәрәкәләп, Ғәфүрйән Фәтхинур улы әңгәмәгә ҡушыла. Баҡһаң, ғаилә ҡорорға әҙерләнгән йәштәрҙе никах теркәү йорто өс көн буйы бикле килеш ҡаршылаған икән. Тәүәккәл егет милиция етәксеһенән ҡыҫҡа ғына бойороҡ яҙҙы­рып алып, әлеге вазифаны биләүсенең өйөнә китә. “Барһам, рәхәтләнеп ишек алдында йоҡлап ята. Эргәһендә ике биҙрә шишмә һыуы тора. Шуларҙы бер-бер артлы өҫтөнә ҡойоп уяттым да ҡулына милиция хужаһының рәс­ми булмаған әмерен тотторҙом.

Рима беҙҙе сабыр ғына көткән. Ниһайәт, законлы кейәү менән кә­ләшкә әйләнәбеҙ, тип ҡыуанып та өлгөрмәнем, 1 һум 50 тин түләргә кәрәклеге асыҡланды. Ә мин үҙем менән аҡса алмағанмын”.
Һәр замандың мәртәбәһе лә үҙен­сә. Затлы машиналарҙа елдереүҙең ни ҡиммәте, тыйнаҡ тантанала егет яғынан шаһит (халыҡ телендә – кейәү үңгәре) булып ут-һыуҙарҙы кискән яугир, Советтар Союзы Геройы, партияның район комитетының икенсе секретары Ғиләжетдинов сығыш яһай. Өйҙә туғандары йәштәрҙе ул дәүерҙәге иң ниғмәтле ризыҡ – бил­мән менән ҡаршылай.

“Атайым Ғәҙел Ильясов Танып буйы башҡорто ине. Бөтә булмышы менән коммунист булды һәм яуаплы урындарҙа эшләне. 1943 йылда яраланып, Свердловск госпиталендә дауаланғандан һуң фронтҡа ҡабат ебәрмәнеләр. Бәлки, табиптарға сикһеҙ рәхмәте һәм ихтирамынандыр ҙа, киләсәгемде шул һөнәр ме­нән бәйләргә өгөтләне. Ә мин хыялымда үҙемде журналист итеп күреп, Ҡазан дәүләт университетына уҡыр­ға барырға уйлағайным. Йыраҡҡа китмә, Өфөлә ҡал, тип тә хәйләләп, яҙмышымды барыбер үҙе тоҫмалла­ған һуҡмаҡҡа борҙо. Һис үкенмәйем: кешеләргә байтаҡ изгелек ҡылдым”.
1952 йылдың 1 авгусында Өфө медицина институтын яңы тамамлаған ҡыҙҙы район санэпидемстанцияһының баш врачы итеп тәғәйен­ләйҙәр. Һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире йәйге ялға киткәс, уның мисәтен дә йәш белгестең ҡулына тоттороп ҡуялар. Көтмәгәндә, бер ауылда ҡорһаҡ тифы тарала. Ауырыуҙарҙы дауаханаға һалырға мәжбүр булалар. Шунда уҡ балалар ята. Шөкөр, хеҙмәт юлын башлап ҡына торған табибә афәттең таралыуына юл ҡуймай.

Йәшлек ҡанаттарында ер өҫтөнән осоп йөрөгән һылыуҡайҙы бик тиҙ­ҙән беренсе мөхәббәттең онотолмаҫ кисерештәре солғап ала. Ауыл хужа­лығы институтын тамамлаған һылыу егетте юллама менән Борайға ебәрә­ләр. Өҫтәүенә үҙе бик уңған да икән. Эсендә сер ятҡырмаҫ фатир хужаһы уның нисек утын ярғанын, ихаталағы ҡоймаларҙы йүнәткәнен, хатта итек тә тегә белеүен көллө халыҡҡа һө­йөнсөләй. Үҙенә уҡталған сибәрҙәр­гә, бәлки, ҡараш һалғандыр, әммә күңелен тик берәүгә – етди табибәгә һала. Ғүмерлеккә.

«Баш эйәм алдарыңда»
“Өфөлә саҡта уҡ ғашиҡ инем, тип алдаштырыуы етмәгән, минән бер йәшкә кесе икәнлеген дә йәшереп йөрөгән. Бындай ғына шуҡлыҡ­тарын ғәфү иттем инде”, – ти Рима апай. Көлә-көлә йәшлектәрен хәтер­ләгәндә, икеһе лә күпкә йәшерәк һәм матур күренә. “Йә, Хоҙай, күҙ генә теймәһен”, – тип уйлайым, һөйөүҙең сәскә кеүек нәфис икәнен хәтеремә төшөрөп. Әйтерһең дә, минең алдым­да сал сәсле ветерандар түгел, яңы ғына йәрәшелгән кейәү менән кәләш ултыра. Ә бит уларҙы яҙмыш аяған. Юҡ, үҙҙәре яҙмыштан да көслөрәк була белгән. Бер ҡасан да көнләшеү менән үҙҙәрен кәмһетмәгәндәр, сөн­ки яратҡан кешеңә үҙеңә ҡарағанда ла нығыраҡ ышанаһың. Ҡайһы бер ғаиләләрҙе еңел генә ҡаҡшатыусы һынауҙарҙы, иңгә-иң терәп, лайыҡлы үткәндәр. Ҡыйынлыҡтар бер-бере­һен тағы ла ҡәҙерлерәк иткән, тәби­ғәттән бирелгән йөрәк һиҙгерлегенә аҡыл өҫтәгән. Былар бөтәһе лә күңел юғарылығынан да киләлер. Шундай уҡ эскерһеҙ тоғролоҡ менән Ватанды һөйгәндәр.

Ғәфүрйән Фәтхинур улы 24 кенә йәшендә партия Өлкә Комитеты ағзаһы итеп һайлана. Дүрт саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты була. 21 йыл партияның Балтас район комитетының беренсе секре­тары вазифаһын биләй. Хеҙмәт Ҡы­ҙыл Байраҡ, ике “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры. Ауыл хужалы­ғы фәндәре кандидаты. Балтас районының почетлы гражданы.

“Бәләкәй генә Фәтхуллин килә тип, дер ҡалтырап торҙолар”, – тип шаяртып хәтерләй ул етәксе саҡтарын. Асылда, ғәҙеллеге, талапсанлығы өсөн балтастар уны әлегәсә сикһеҙ хөрмәт итә. Көндәлек күренештәрҙе еңел генә шиғыр юлдарына әйләндереүсе Ғәфүрйән Фәтхинур улы яланда үткән мәлдәрен дә рифмалап иҫкә төшөрҙө:
“Ғүмерем буйы бойҙай баҫыуҙарын
Арҡыры-буй тапаным.
Иген үҫтереүҙән башҡа
Изге эште бүтән тапманым”.
“Һәр дәүер әҙәм балаһына үҙенсә һынау ҡуя. Һуғыш беҙҙе иртә сыныҡ­тырҙы. Ун бер йәшемдә күндән тә­пешкә, итек тегеп, бәләкәй туғандарымдың тамағын туйҙырҙым. Баҙарға килгән аттарҙың ҡойроғон ҡырҡып, фронттағы кавалерия дивизияларына щетка яһап ебәрә торғайныҡ. Был хеҙ­мәтемде миҙал менән баһаланылар.

Урта мәктәпте 18 уҡыусы тамамлағайныҡ, 9-ы фән кандидаты булды. Тиҫтерҙәремдәге рух ныҡлығы, ихты­яр көсө үҫмер саҡтан ил яҙмышын иң­дәребеҙгә алыу менән дә аңлатылалыр.
90-сы йылдар башында үҙем етәк­ләгән сорттарҙы һынау тәжрибә участкаһы игенен утатыр өсөн 85 өйгә инеп сыҡтым. Ике генә ғаилә балаларын эшкә ебәрергә ризалашты. Һуңынан сәй эсерермен тип, бер ҡап кәнфит, печенье ла алғайным. Көтөл­мәгән хәл, дөрөҫөн әйткәндә, тетрән­дерҙе”. Хеҙ­мәттән йәм, тәм табып, унда төп йәшәү мәғәнәһен күргән быуынды әлеге йәмғиәтебеҙгә хас зәғиф күренештәр хәүефләндермәй ҡалмай, әл­биттә. Иң тәүҙә үҙеңдең намыҫың алдында йөҙөң яҡ­ты булыу мөһимле­ген аңлатыу бөгөн ауырғараҡ төшә. Ә бит Ғәфүрйән Фәтхинур улы өсөн был инаныу һулар һауа кеүек тәбиғи.
– Ҡыҙҙарыбыҙ: “Атайыбыҙ ҡайҙа эшләй?” – тип һораһа, агроном, тип кенә яуаплай торғайным, – тип иптә­шенең һүҙен йөпләй Рима Ғәҙел ҡы­ҙы. – Тормошта ғына түгел, би­ләгән вазифаңда ла эске йүнәлеш булыуы бик мөһим. Көндәлек эш­мәкәрлегең менән рухи донъяң бү­ленмәгәндә ге­нә йәндә камиллыҡ һаҡлана. Етәкселек – иң тәүҙә оло яуаплылыҡ, бурыстарыңды лайыҡлы үтәү. Танышлыҡ менән, бүләк йә күстәнәс аша мәсьәләләрҙе хәл итергә теләүселәрҙе ул тупһанан кире борҙо. Мин уны ошо баһалап бөткөһөҙ сифаттары өсөн яраттым.

Ҡатын-ҡыҙ, балаларыбыҙҙың әсә­һе, ейәнсәремә һәм ейәндәремә, бүлә­сәремә өләсәй булараҡ, ғаиләлә­ге һәйбәтлегенә айырыуса рәхмәтлемен. Ҡырға сығып китһә (яҙлы-көҙлө ба­ҫыуҙарҙы айҡамаған көнө юҡ ине), сәскәһеҙ ҡайтманы. Өйкөм-өйкөм үҫкән күгәрсен күҙҙәрен, аҡ умырзая­ларҙы күрһәтергә айырым алып барҙы. Үҙе һоҡланыу ҡыуанысын кисерә бел­гәнгә был тойғоно яҡындарына ла татытҡыһы килгән­дер. Шундай нескә, иғтибарлы кешене нисек ихтирам ит­мәйһең! Бармаҡтарым ауыртҡанда, һы­йыр ҙа һауҙы. Йәш саҡта хатта туҡ­масын да йәйҙе, кәрәк­һә. Донъя йөгөн шулай бергәләп тартаһың инде. Әсәһе­нең: “Кеше балаһын рәнйетмә”, – ти­гән кәңәшенән һис тайпылманы.

“Һәр сабыйымды ауырлыҡ менән таптым, икенсе бәпесебеҙ – улыбыҙ, биш кенә сәғәт йәшәп, донъя менән хушлашты, үҙем саҡ тере ҡалдым, – тип серҙәре менән дә бүлешеп алды Рима апай. – Ауырлы көйөмә йөклө ҡатындарҙы ҡотҡарыуым да бөгөн­гөләй иҫемдә. Институттан һаҡлан­ған дәреслекте тәҙрә төбөнә һалып, бер әсбапҡа, бер ауырыуға йүгерә-йүгерә, акушер-гинеколог вазифаһын атҡарырға ла тура килде. Беҙ йәш саҡта ысын мәғәнәһендә киң яҡлы белемгә эйә табиптар инек, шарттар үҙе мәжбүр итте.

«Баш эйәм алдарыңда»
Ғүмеремдә берәүҙән дә көнләш­мәнем. Ғөмүмән, үҙеңде кеше менән сағыштырыу кәрәкмәйҙер. “Нисек була алыр инем, ә әле ниндәй кимәл­дәмен”, – тип, мөмкинлектәреңде барлап, үҫешкә ынтылыу күпкә һө­ҙөмтәлерәк. Бүтәндәрҙең уңышына ымһыныуҙан ни мәғәнә, улар барыбер һинекенә әйләнмәй. Шулай уҡ берәү­гә лә күңеленә ауыр алырлыҡ һүҙ әйтмәнем. Үҙемде йәберләргә маташыусыларға ла өн­дәшмәнем. Был сифатым – әсәйемдән”. Рима Ғәҙел ҡы­ҙының оло аҡылына хайран ҡалып, бәхеттең юҡҡа ғына бирелмәүенә инанам. Башҡортостандың атҡаҙан­ған врачы тигән исем дә уның хеҙмәт юлын лайыҡлы биҙәй.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың һөйөклө ҡатыны Гөлшат ханым бына ошондай күркәм ғаиләлә үҫә. Уҡыу уға еңел бирелә. Урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлай.
Ҡыҙҙар бәләкәйҙән үҙаллылыҡ ме­нән айырыла. Ҡул араһына инеү ме­нән, эшкә мөкиббән ата-әсәләре ҡайтыуға өйҙө йыйыштырып, ашарға бешереп ҡуялар. Һөнәре буйынса биолог Эмма Фәтхуллина медицина өлкәһен­дә үҙе өсөн ҡыҙыҡлы йүнәлеш тапҡан.
– Баш бала булараҡ, Эммабыҙ бә­ләкәйҙән йорт мәшәҡәттәре өсөн үҙен яуаплы тойҙо. Гөлшатыбыҙ атаһын би­герәк ярата, улар төҫкә лә оҡшаш. Атай­ҙарының талапсанлығын гел дөрөҫ аңланылар. Һис бер ҡыйынлыҡ тыуҙырманылар. Ҡыҙҙарыбыҙ – күҙ һәм күңел нурҙарыбыҙ, – ти Рима Ғәҙел ҡыҙы.
Ошолай күңелле генә һөйләшеп ултырғанда, ҡаршылағы ғына йортта ҡоҙағыйҙары Рәйсә Синиәтулла ҡыҙы, Президентыбыҙ Рөстәм Зәки улының ҡәҙерле әсәһе, йәшәүе асыҡланды.

“Зәки балалыҡ дуҫым, синыфташым ине. Уның кеүек һәр яҡлап маһир кеше йөҙ йылға бер тыуалыр. Ғалим да, гармунсы ла. Башҡорт дәүләт аграр университетында механика кафедраһы мөдире булды.
Уларҙың иҫ китмәле татыу, һоҡ­ланғыс ғаиләһендә һәммәһе лә һәләтле, егәрле балалар үҫте. Табынға ултырһалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөт­мәй торғайны. Иң өлкәндәре Әфҡәт – Санкт-Петербургта хәрби врач, госпиталь начальнигы вазифаһын башҡарҙы, Әҙип Өфө­нөң автомобиль юлдары техникумында физиканан уҡытты, Нәҡип – летчик, Фәүзи – хәрби летчик, Фәдис – иҫәпләү техникаһы буйынса инженер. Берҙән-бер ҡыҙҙары сибәр Мөкәрәмә генә сабыйын тапҡанда имгәнеп, һуҡы­райҙы. Әммә буш ултырмаҫ ине, баҡсала бәрәңге утап күмгәнен һоҡ­ланып күҙәтеүем хәтеремдә. Алты егеттең береһенән-береһе уңған, күркәм холоҡло кәләш­тәре араһында ла Рәйсә ҡоҙағыйыбыҙ кешеләргә миһырбанлы мөнәсәбәте менән айырылып торҙо, ауыр саҡтарҙа икелән­мәй таянырлыҡ көслө шәхес ул. Ғүмере буйы мәктәптә математиканан уҡытты”, – тип аңлатма бирҙе Ғәфүрйән Фәт­хинур улы.

Рөстәм Зәки улының әсәһенең дә, Гөлшат Ғәфүрйән ҡыҙының ата-әсәһенең дә йорттары ябай ғына, әммә аңлашылмаҫ йылылыҡ бөркөп, саҡырып торғандай. Булмыштарында ла тамсы мин-минлек юҡ: һәр нәмәлә сама белеү, аҡыллы баҫалҡылыҡ һоҡландыра.
«Баш эйәм алдарыңда»
Беҙ ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Ҡояш шундай алсаҡ – яҙ еткәнме ни... Ап-аҡ ҡарҙа уның нурҙары ҡабыҙған йондоҙҙар емелдәй. Тәбиғәт һәр мәлендә лә гүзәл. Рима Ғәҙел ҡыҙы менән Ғәфүрйән Фәтхинур улының ғүмер миҙгелдәре лә тәбиғәт кеүек камиллығы менән хайран итә. Бары тик ысын ир-егеттәр генә ҡатындарына: “Баш эйәм алдарыңда”, – тип әйтә алалыр.

Йомабикә ИЛЬЯСОВА.
Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.

Балтас районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook