Башҡортостан Ҡыҙы

Әсәләрсә наҙ менән

Әсәләрсә наҙ менәнКүренекле әҙибә, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаның яҡты исеме нисәмә быуын әҙә­биәт һөйөүселәренең күңел түрҙәренә уйылған. Ә инде яҙыусының шәхсән үҙен яҡындан күреп белгән, аралашып йәшәгән кешеләр бармаҡ менән генә һанарлыҡ бөгөнгө көндә.
Ғәжәйеп сибәр һәм күркәм холоҡ­ло әҙибәбеҙҙе яҡшы белеү генә түгел, хатта бер нисә йыл әсәле-ҡыҙлы булып бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәү бәхетенә ирешкән ханым менән танышыу бәхете тейҙе. Быға тиклем Рәйсә Зәйнулла ҡыҙы Сафина-Мөхәмәтова тураһында 1983 йылда филология фәндәре кандидаты Мәҙинә Хәмиҙуллина әҙерләп сығарған “Һәҙиә Дәүләтшина тура­һында иҫтәлектәр” китабынан ғына уҡып белә инем. Унда Рәйсә апайҙың әҙибә тураһындағы йылы хәтирәләре “Әсәм дә ул, әхирәтем дә” тигән баш аҫтында бирелгәйне.
Яҙыусының тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған “Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады” исемле китап-альбомды төҙөү-туплау эшенә тотон­ғас, апайҙы күреп һөйләшеү теләге та­ғы ла көсәйҙе. Оҙаҡ ваҡыт эҙләнгәндән һуң ҡулыма Мөхәмәтовтар ғаиләһенең телефон номеры килеп эләкте.
Рәйсә Зәйнулла ҡыҙы зирәк аҡыллы, яҡты зиһенле, һөйкөмлө һәм итә­ғәтле ханым булып сыҡты. 81 йәшлек апайҙың хәтере яҡшы, йөрөш-торошо йәштәрсә теремек.
– Һәҙиә Дәүләтшина – инәйем (әсәйем – Г.Ҡ.) яғынан яҡын ғына апайым, ә Ғөбәй Дәүләтшин еҙнәм ине. Улар беҙгә, беҙ уларға йыш ҡу­наҡҡа йөрөшә инек. Һәҙиә апайҙарҙың миңә Өфөнән әтәс, тейен рәүешендәге еҫле һабындар алып ҡайтып бүләк иткәне иҫемдә ҡалған. Театр донъяһы менән тәүге тапҡыр танышыуым да уларҙың ғаиләһе менән бәйләнгән. Ғөбәй еҙнәм беҙҙе Башҡорт дәүләт академия драма театрына Сәғит Мифтаховтың “Һаҡмар” драмаһын ҡарарға алып барғайны.
1937 йылдағы репрессия ваҡиғалары, күп тә үтмәй тоҡанып киткән Бө­йөк Ватан һуғышы Дәүләтшиндар ғаи­ләһе менән бәйләнеште байтаҡҡа өҙөп торҙо. Ғөбәй еҙнәм фажиғәле яҙмыш­ҡа дусар булды, Һәҙиә апайға ла төрмә ғазаптарын кисерергә тура килде.
Атайым фронтҡа киткәс, инәйем (уның исеме Миңлебикә ине) етди сирләй башланы. Атайымдың фронттан имен-һау ҡайтыуына шатланып та өлгөрмәнек, уны ғына көткәнме ни – инәйем бер ай ғына йәшәп, яҡты донъянан китеп тә барҙы.
Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң Һәҙиә апай менән атайым бер ғаилә булып йәшәй башланы, Гөлйәүһәр инәй ҙә беҙгә күсенде.
1945 йылдың октябрь аҙаҡтарында Силәбе өлкәһенең Сулея станцияһына күсеп килдек. Ике ҡатлы ағас өйҙөң икенсе ҡатынан фатир бирҙеләр. Яҡ­ты, матур ине был өйөбөҙ. “Ағас йортта тын алыуҙары ла ниндәй рәхәт”, – тип ҡыуана Һәҙиә апай.
Тик урындағы мәктәп ете йыллыҡ ҡына булып сыҡты. Ә мин һигеҙенсе синыфты тамамлағанмын. Һәҙиә апай күрше-күләндән балаларын ҡайҙа уҡы­тыуҙары тураһында һорашып сыҡты: Бирҙәүештә, Һатҡыла һәм Златоуст ҡалаһында ятып уҡыйҙар икән улар. Был мәктәптәрҙең интернаттары юҡ, уҡыусылар туғандарында, таныш-тоноштарында фатирҙа торалар. Ә беҙ­ҙең бындай мөмкинселегебеҙ юҡ.
Мин Сулея ете йыллыҡ мәктәбенә иҫәпкә алындым. Уҡымаһам да, бында үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнашып йөрөйөм. 7 ноябрь көнө концертта йырларға әҙерләнәм. “Концерт булаһы көндө күкәй эсеп сыҡ­һаң, тауышың ҡеүәтлерәк тә, моңлораҡ та яңғырар”, – ти Һәҙиә апай.
Шул мәлдәрҙә мәктәптең өлкән пионервожатыйы кейәүгә сығып, Сулеянан киткәс, мәктәп директоры ра­йон мәғариф бүлеге менән һөйләшеп, мине уның урынына эшкә ҡабул итте.
Һайлауҙа, халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаштым. Һайлау алдынан агитатор итеп тәғәйенләгәстәр, өйҙә шик-шөб­һәләрем менән бүлешәм. Эште атҡа­рып сыға алмаҫмын кеүек. Һәҙиә апай: “Ҡурҡма! Конституциянан башлайбыҙ. Икәү бергә уҡыйыҡ, мин һиңә тормош менән бәйләп аңлата барырмын”, – тип ярҙамын тәҡдим итте. Шулай итеп, был яуаплы эште икәүләп атҡарып сыҡтыҡ. Ә иң ҡыҙы­ғы шул: был осорҙа үҙем агитатор булып йөрө­һәм дә, һайлау хоҡуғына эйә түгелмен, йәшем етмәгән.
Әсәләрсә наҙ менән
Бергә үткәргән кистәр күңелле булып хәтергә уйылған. Тәмле итеп ашарға бешерәбеҙ ҙә бергәләп өҫтәл артына йыйылабыҙ. Табала бешкән ризыҡты Һәҙиә апай мотлаҡ тәрилкә­ләргә һалып ашауҙы талап итә – был йәһәттән ул бик тә бөхтә булды. Табаның уртаһына барып етә башлаһаҡ, барыбыҙ ҙа тартынып, тынып ҡалабыҙ. “Йә, Берлинды кем ала?” – тип шаярта ошо саҡта апай. Был һүҙҙәр беҙҙең ғаиләнең ҡанатлы фразаһына ла әйләнеп киткәйне.
Һәҙиә апайҙың яңы әҫәрҙәренең иң беренсе тыңлаусылары ла, тәнҡитселәре лә атайым менән беҙ була инек.
Һәҙиә апай үҙе бик ҡаты сирләп, йүткереп яфаланһа ла, тормошҡа өмө­төн юғалтманы. Йор телле булып ҡалды. Сулеяның һауаһы дымлы, эргә-тирәһе һаҙлыҡтарға бай. “Вәәәй, ошо Сулеяла үлеп ҡалһам, ҡәберемдә мәңге йүткереп ятырмын инде”, – тигән була торғайны шаярыу ҡатыш.
Һәҙиә Дәүләтшина яҙ Өфөгә бар­ғанында элекке танышын осрата. Жанна Әхмәт ҡыҙы Хәйруллина Күк­шик урта мәктәбендә (Боксит руднигы тип тә йөрөтөлгән) директор булып эшләй икән. Ҡыҙҙы ошо мәктәпкә туғыҙынсы класҡа урынлаштырыу тураһында һөйләшеп килешәләр.
Рәйсә апайҙың был мәктәптә уҡы­ғанда төшкән фотолары ла һаҡланған. Ҡалын оҙон толомло сибәр ҡыҙ Һәҙиә апаһының бүләген – яғаларына көҙгө япраҡтар сигелгән блузка кейгән. “Мине матур кейендерәләр ине”, – тип хәтерләй Рәйсә апай.
Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Сулеяға күскәнсе, Өфөлә ауыл хужалығы тәж­рибә станцияһында эшләгән саҡта Миңлекамал Хисаметдинова исемле аспирант ҡыҙ менән яҡшы таныш бу­ла. Уның һөйгән егете Ғата Мөхәмә­тов менән дә фронттан хат алышып торалар. Яҙыусы яңы әҫәр яҙырға әҙерләнә, Ғатанан бик ентекләп фронтта булған хәл-ваҡиғалар тура­һында белешә. Һуғыштан ҡайтҡас, егет 1946 йылда Мәскәү вузына уҡырға инә. Һәҙиә апай уларҙы Миңлекамал менән икеһен Сулеяға саҡыра. Өс көн буйы булалар унда йәштәр.
Һәҙиә апай Ғата менән Миңлекамалды бик яратты, мөхәббәттәренә һоҡлана торғайны. Ә йәштәр өйлә­нешә алмаһа ла, бер-береһенә булған яҡты хистәрен ғүмер буйы тап төшөр­мәй һаҡланылар.
Мәктәпте тамамлағас, К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт уҡытыусылар институтына уҡырға индем. Атайымдар мине фатирға Фатима Мостафиналарға урынлаштырҙы. Фатима апайҙың мединститутта уҡы­ған һеңлеһе Майгөл – бик аралашыу­сан, дәртле ҡыҙ. Бергә-бергә күңелле итеп йәшәй инек. Бер көн дәрестән ҡайтһам, өйҙә ҡунаҡтар йыйылған. Араларында Назар Нәжми ҙә бар. Раевкала бергә уҡыған класташым Әхтәм Суфиянов Әсғәт исемле райондашын алып килгән. Әсғәт Әлшәй районы Торонтайыш ауылынан, Өфө дәүләт нефть институты студенты икән. Һөй­ләшә торғас, уның Ғата ағай Мөхә­мәтовтың Германияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан бер туған ҡустыһы булыуы асыҡланды.
Егет мине бик оҡшатып ҡайтҡан икән, икенсе аҙнала тағы ла килеп етте. Йыш ҡына эргәмә килеп йөрөй башланы. Хистәребеҙҙең етди икән­легенә инанғас, өйләнешергә ҡарар иттек. Әсғәт атайымдарға рөхсәттә­рен һорап, хат яҙып ебәрҙе. Был көтөлмәгән хәбәрҙе алғас, атайым менән Һәҙиә апай араһында етди һөйләшеү була. “Ҡыҙ баланы нисек итеп күрмәгән-белмәгән кешегә тоттороп ебәрәһең”, – тип борсола улар. Үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң, Һәҙиә апай Өфөгә килеп буласаҡ кейәү менән танышырға ҡарар итә.
Апайҙы ҡаршылағас, өсәүләшеп бер ашханаға индек. Мин ниндәйҙер йомош менән ситкәрәк китеп торған арала, Һәҙиә апай Әсғәт менән һөйләшеп, аңлашып та өлгөргән. Егетемдең етди, аҡыллы, ышаныслы кеше икәненә инанып, фатихаһын биреп ҡайтып китте ул.
Туйыбыҙ алдынан Үрге Ҡыйғыға (ғаиләбеҙ Сулеянан ошонда күскәй­не) ҡайтыуыма, Һәҙиә апай аҡ етен туҡыманан туй күлдәге тегеп, яға-еңдәренә, кеҫәләренә күк сәскәләр сигеп әҙерләп тә ҡуйған ине. 1950 йылдың 14 июлендә өйләнештек.
Әсғәтемде Ишембайға эшкә ебәр­ҙеләр. Улыбыҙ Марат тыуғас, Һәҙиә апай менән атайым бәпес күрергә килделәр. Марат Һәҙиә апайҙы “нә­нәй” тип йөрөттө. “Нәнәй, һин мине яратаһыңмы?”, – тип һорағайны бер саҡ бала. “Эйе, балаҡайым, мин һине бик яратам”, – тип яуап бирә апайым. “Ә яратҡас, ниңә мине үпмәйһең?” – тип ныҡыша улым. Һәҙиә апай үпкә туберкулезы менән ауырығас, баланы ҡурсалап, үбеүҙән тыйыла ине. (Был ваҡиғаны һөйләгәндә, Рәйсә апайҙың күҙҙәре йәшкәҙәп китә – Г.Ҡ.)
Әсғәт менән 55 йыл татыу ғүмер кисерҙек, бик матур йәшәнек. Марат улыбыҙҙы, Светлана ҡыҙыбыҙҙы үҫ­терҙек, олатай-өләсәй булып ҡыуан­дыҡ. Һуңғы йылдарҙа ғына һаулығы ҡаҡшай төштө ҡәҙерлемдең: дүрт инсульт үткәрҙе. Дауаханала ятҡан са­ғында: “Әсғәт, бөгөн беҙҙең өйләнешеүебеҙгә 55 йыл бит”, – тинем. “Уйлап ҡараһаң, үткән ғүмер әллә ни күп тә түгел кеүек ине, ә шулай ҙа 55 йыл байтаҡ икән”, – ти ул. “Һине һаман да һөйәм. 65 йыл йәшәгәндән һуң да, шул һүҙҙәрҙе әйтермен”, – тине Әс­ғәтем. Яҙмаған икән, яҡты донъянан китеп барҙы үҙе, – ти Рәйсә апай.
Никахтарына Һәҙиә Дәүләтшина үҙе фатиха биргән Мөхәмәтовтар ғаи­ләһендә һәр саҡ мөхәббәт, ихтирам хөкөм һөрә. Эшендә талапсан етәксе булып танылған Әсғәт Шәрәфетдин улы өйөндә һиҙгер күңелле, иғтибарлы ғаилә башлығы була. “Беҙ уны сикһеҙ ярата инек. Абруйы ҙур булды атайы­быҙҙың”, – ти ҡыҙҙары Светлана апай.
Хушлашҡан саҡта Мөхәмәтовтар ғаиләһенә Ғәзим Шафиҡов менән Ренат Нуруллин тарафынан төшөрөлгән “Һәҙиә” фильмын бүләк иттем.
– Рәхмәт. Балаларыма, ейәндә­ремә булыр. Үҙем мин был фильмды тулы­һынса бер ҙә ҡарай алғаным юҡ әле, шул тиклем күңелем тула, күҙ йәштәре ҡамасаулай, – тине Рәйсә апай.
Һәҙиә апайҙың әсәйҙәрсә йылы наҙ менән үҙенә төбәлгән моңло ҡара күҙҙәре, мөләйем йөҙө, күгәрсен гө­рөлдәүен хәтерләткән яғымлы тауышы Рәйсә Зәйнулла ҡыҙының күңе­лендә мәңге тере килеш һаҡлана.

Гөлнур ҠАСЉЫНОВА,
филология фәндәре кандидаты.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook