Башҡортостан Ҡыҙы

Бәхеткә түҙеп ҡара!

Бәхеткә түҙеп ҡара!Уның моңло тауышын ишетеп, берсә һағыш ипкененә сорналаһың, берсә бәхет шауҡымына иләүһерәгәндәй булаһың. Әйтерһең дә, һандуғас һайрауы, шишмәләрҙең наҙлы ағышы... Ысын йырсы ғына күңелдәрҙә шулай көслө хистәр тулҡыны уята алалыр. Хәниә Фәрхи. Исеме лә бит үҙенә килешеп тора. Тәтешле райо­ны Салайыуа ауылында тыуып үҫкән һәләтле яҡташыбыҙҙың тормошо ла, ижады ла сағыу һәм мәртәбәле. Олоһо ла, йәше лә, кесеһе лә уның йырҙарын ярата. Яҙ ҡояшылай нурлы йөҙө, мөләйемлеге, иплелеге менән дә башҡаларҙан айырылып тора ул. Ошондай үҙенсәлеккә эйә булыу өсөн тәбиғәттән бирелгән талант һәм нәфислек кенә етмәйҙер. Хәниә Фәхрислам ҡыҙының нескә лә, серле лә күңел донъяһына сәйәхәт ҡылып, уның ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте, бәхет һәм йәшәү хаҡындағы уй-кисерештәре менән таныштыҡ.
–«Бала саҡта атайымдың баш­ҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуын ишетеп үҫтем», – ти­гәйнегеҙ бер интервьюғыҙҙа. Хал­ҡыбыҙҙың тылсымлы ижад ынйыларын йөрәгенә һеңдереп үҫкән кеше генә шундай илаһи моңға эйә була алалыр. Һеҙҙән сағылған наҙ, тәби­ғилек тә, бәлки, шунан киләлер. Әй­тегеҙ әле, тәбиғи булыу ғына гүзәл затты бәхетле итә аламы? Ҡатын-ҡыҙ өсөн мөһим тағы ниндәй сифаттарҙы билдәләр инегеҙ?
– Эйе, үҙемде белгәндән бирле, атайымдың тальян һуҙып, Тимерғәле ағайымдың, Нурислам энемдең өҙ­ҙөрөп гармунда уйнап йырлауҙары, сих­ри бала саҡ иленә әйҙәп, изге бер моңдай күңелемдә тибрәлеп тора. Атайым йәтим үҫкән, боронғо баш­ҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсә оҫталыҡ, йылылыҡ менән башҡара ине ул. Ғаиләлә алты бала үҫтек. Барыбыҙ ҙа йыр-моңға маһир, ижадҡа ғашиҡ инек. Өләсәйебеҙ, үҙ заманы өсөн уҡымышлы, зирәк кеше, ғаиләлә генә түгел, ә тотош ауылда абруйлы ханым һаналды. “Аҡ әбей” тип тә йөрөт­төләр үҙен. Фәрхәнә өләсәйебеҙгә кис ултырырға ауылдың йәше-ҡарты йыйыла. Дини китаптарҙан өҙөктәрҙе ҡысҡырып уҡыйҙар, бәйеттәр әйте­шәләр. Мин, кескәй генә ҡыҙсыҡ, уларҙы йотлоғоп тыңлайым. Һуңынан үҙем дә бәйеттәр әйтергә оҫтарып алдым. Былар минең тәүге йыр дә­рестәрем дә булғандыр.
Әлбиттә, ихлас, тәбиғи булыу һәр кешегә күркәмлек, үҙенсәлек, нәфислек өҫтәй. Әммә эске ныҡлығың, рухи көсөң булмаһа, тәбиғилек тә, ихласлыҡ та үҙ ҡөҙрәтен юғалта, минеңсә. Ә рух ныҡлығы тәрбиәнән килә. Кешене матурлаған изге сифаттар ғаиләлә һалына һәм улар мәңгелек ҡиммәттәргә тиң.
– Йылдар үткән һайын, Һеҙ һылыулана бараһығыҙ. Бының сере нимәлә икән?
– Рәхмәт, ундай һүҙҙәрҙе ишетеү һәр нескә затты ҡанатландыра, әлбиттә! Арыған, моңһоу мәлдәр ҙә була... Ата-әсәмдең наҙлап ҡына үҫтергән һөйөклө ҡыҙымын әле, терәк һәм таяныс булырҙай яратҡан ирем, ә иң мөһиме: донъяла бәхетле ҡатын-ҡыҙ икәнемде иҫбатлаған, тормош мәғәнәһе булған ике ҡанатым – ике ҡыҙым, гөлдәй нурлы ейән­сәрем – Әминәм бар. Улар – минең дауамым, йәшлегем сатҡылары, йөрә­гемә көс, илһам өҫтәп торған ҡәҙерле кешеләрем. Ғүмерем юлында байтаҡ юғалтыу кисерҙем: атайымды, өс бер туғанымды һуңғы юлға оҙатырға тура килде. Шап-шаҡтай туғандар, ижадташ дуҫтар мәрхүм булып ҡалды. Ҡайғы-хәсрәттәр, борсолоуҙар тормош хаҡында йыш уйланырға мәжбүр итә. Бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, яҙмышҡа һуҡранмайынса, килә­сәкте яҡшыға юрап, йөҙгә һыҙланыу сатҡылары сығармай йәшәргә тырышыла. Йөрәгем түренән сыҡҡан йыр­ҙарым тамашасымдың күңел яраларын бөтәйтеп, йәшәүгә дәрт ҡабыҙа, сафлыҡ нурына солғай алһа, Тәҡдирем алдындағы изге бурысым үтәлгән­дәй, тынғыһыҙ йәнем тынысланғандай була. Ошо илаһи ҡөҙрәт йәнемде лә, тәнемде лә йәшәртә, әйтерһең.
– Сәхнәнән Һеҙ иркә ҡатын булып күҙ алдына баҫаһығыҙ. Һеҙҙән сикһеҙ йылылыҡ, наҙ, тыныслыҡ бөркөлә. Ошо күңел һиллеге, мөләйемлек, сабырлыҡ, тормошҡа рәхмәтле була белеү ҡайҙан килә? Бындай нәфис һыҙаттар нәҫелдән дә күсәлер, моғайын. Әллә үҙегеҙ өҫтөндә туҡ­тауһыҙ эшләү, камиллашыу нәтижә­һеме?
– Нәҫел, гендар, ысынлап та, кеше яҙмышында әһәмиәтле генә роль уйнай. Атайым менән әсәйем яғынан олатайҙарыбыҙҙың икеһе лә колхоз рәйесе булған. Кешегә ҡарата миһырбанлыҡ, иплелек, эш һөйөүсәнлек, алған маҡсатыңды тормошҡа ашырыу кеүек мөһим сифаттар уларҙан күскәндер, моғайын. Ә сабырлыҡҡа, күңел һиллегенә ҡатын-ҡыҙ өлкәнәйә килә өлгәшә.
Иремдең гүзәл затты алиһәләй күреп, ҡәҙерләй белеүенәндер минең иркә күренеүем. Халыҡ һөйөүе лә, миңә албырғатҡыс тәьҫир итеп, күңелемде үҫтерә, наҙға күмәлер, тип уйлайым. Хоҙай Тәғәлә насип иткән һөнәремде сикһеҙ яратам. Әгәр әҙ генә сәфәргә сыҡмай торһаҡ, ҡаным уйнай, күңелем тула башлай. Ә сәх­нә – үҙе сихри дәүмәл, ҡеүәтле дауа, фитнес һәм йәшлек сығанағы. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ үҙенә бер ҡа­сан да ҡул һелтәргә тейеш түгел. Тик үҫештә генә матурлыҡ йәнләнә, сәс­кә ата.
– Ә тормош иптәшегеҙ менән нисек таныштығыҙ?
Бәхеткә түҙеп ҡара!
– Тәүге тормош иптәшем менән айырылышҡас, ир-аттарға ышанысым һүрелгәндәй булғайны. Сөнки иремдең хыянатына юлығып, бер юлы эш­һеҙ, өс йәшлек Алия ҡыҙым менән урам сатында яңғыҙ тороп ҡалдым. Йөрәк өҙгөс ауыр минуттарҙы хәтерләһәм, нисек түҙҙем икән, тип әле лә ғәжәп­ләнеп ҡуям. Киртләс-киртләс юлдар аша килдем мин бөгөнгөмә.
Ә Ғәбделхәй ағайығыҙ менән күршем таныштырҙы. Иң ҡыҙығы: икебеҙ ҙә холҡобоҙ менән кеше әйткәнгә генә танышып, ғаилә ҡора торғандарҙан түгел. Хоҙай ҡушыуы булғандыр инде. Бер-беребеҙҙе тәү күреүҙән оҡшатып, ҡәҙимге генә аралашып киттек. “Ғүмерем буйына эҙләгән кешем бит был”, – тигән уй йөрәгемде һыҙып үтте. Оҙон буйлы, төҫ-ҡиәфәте сибәр генә, холҡо тыныс, хатта ҡырыҫыраҡ күренгән кешегә ғашиҡ булғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Фильмдарҙа, әҙәби китаптарҙа ғына түгел, тормошта ла шулай тиҙ ғашиҡ булырға мөмкин икән. Дуҫтарыбыҙҙың баҡсаһына барғас, Ғәбделхәй менән туғайға сыҡтыҡ. Йәй башының күкрәп йәшеллеккә күмелгән, ҡайын еләктәре бешкән гүзәл мәл. Ҡайындарға үрелеп, миндек йыям. Был шөғөлөмдө ул иҫе китеп күҙәтә: “Йырсы ҡатын-ҡыҙ ҙа беләме икән ни ундай эште?” – тип хайран ҡалған.
Өйләнешеп, бергә донъя көтөп алып киттек. Алияны, үҙ сабыйылай, яҡын күрҙе. Баланы тәхеттә тота тор­ған, изге йәнле кеше булып сыҡты Ғәбделхәй. Алия әле лә “атайым” тип кенә тора. Алһыу тыуғас та, икеһен айырмай, талапты ла тигеҙ ҡуйҙы, һөйөүен лә тигеҙ бүлде. Ышаныслы атай ҡурсалауында, үҙ ҡәҙерҙәрен белеп, бәхетле үҫте балаҡайҙарым.
– Тетрәндергес минуттар, әрнеүҙәр, еңеүҙәр… Һынауҙар Һеҙҙе һындырмаған, киреһенсә, көслөрәк иткән, әйтерһең. Ауыр минуттарҙа үҙегеҙҙе нисек ҡулға алаһығыҙ? Кешеләрҙәге ниндәй сифат асыу уята? Үпкә һаҡлайһығыҙмы?
– Аллаһы Тәғәлә яратҡан кеше­һенә күп һынауҙар ебәреп һынай, ти. Минең яҙмышыма ла шаҡтай өйөлдө. Аяҡтан йығырҙай ауырлыҡтар кисергәндә лә, һығылып төшмәҫкә, бирешмәҫкә, тормоштоң ҡара яғынан, ваҡлыҡтарынан көслөрәк, өҫтөнөрәк булырға тырыштым.
Бына бөгөн дә йөрәгемдә – ауыр яра. Һөйөклө тыуған яғыма – яратҡан Башҡортостаныма гастролгә ҡайта алманым. Сәбәбе лә етди шул: ауыр операция үткәрҙем. Бик ауыр минут­тарҙа тәрән итеп һулыш алам да ҡа­пыл уйға талам: “Туҡта, Хәниә, бынан да насарыраҡ булыуы мөмкин ине бит, бер урында тапанма, әйҙә, алға атла! Әсе яҙмыш елдәренә бирешерлек түгел әле һин. Ғаиләң, балаларың, тамашасың хаҡына үҙеңде ҡулға ал. Йырҙарың һине ғәфү итмәҫ...” Барыһын да кисерә әҙәм балаһы. Тик үлемде генә еңә алмай.
Мин асыу, үпкә тота белмәйем. Өс көндән артыҡ асыу һаҡлап йөрөү – оло гөнаһ, тип яҙылған дини китап­та. Ике йөҙлө, монафиҡ, һаран кеше­ләрҙе йәнем һөймәй.
– Ижади күңелле ҡатын-ҡыҙ, бигерәк тә Игеҙәктәр йондоҙлоғо аҫтында тыуған нәфис зат булараҡ, Һеҙгә ҡырҡ сүрәткә инергә тура киләлер, тип уйлайым. Шул образдарҙы һанап үтһәгеҙ ине. Ҡайһыһы йәнегеҙгә яҡын?
Бәхеткә түҙеп ҡара!
– Төп һөнәрем – актриса. Кәрим Тинчурин исемендәге драма һәм комедия театрында байтаҡ төп ролдәрҙә уйнарға, күп ҡырлы, ҡатмарлы образдар өҫтөндә эшләргә тура килде. Эстрадала был һөнәрем шаҡтай ярҙам итә. Тиҫтә йылдар буйына концерт программаһын үҙем ҡорам: сценарий – үҙемдеке, режиссер ҙа – үҙем. Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа яҡташым, яҙыусы Марат Кәбиров менән бергәләшеп сценарий яҙабыҙ. Йондоҙнамәгә әллә ни ышанмайым. Өйҙә лә, сәхнәлә лә, дуҫтарым янында ла үҙ асылыма тоғро ҡалырға тырышам. Балаларымдың, иремдең, тамашасымдың һөйөүе эшемә яуаплы ҡарарға, уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәт­ләндерергә, яңынан-яңы йырҙар ижад итергә, дәртләнеп йәшәргә көс-ҡеүәт биреп тора. Тормош – театр, ә беҙ унда – актерҙар, тиһәләр ҙә, мин тормошто бер ҡасан да уйын итеп ҡабул иткәнем булманы. Минең өсөн барыһы ла ысын, ғәмәли!
– Хоҙай ебәргән билдәләргә ышанаһығыҙмы? Быны дәлилләрҙәй миҫалдарығыҙ ҙа барҙыр, бәлки.
– Хоҙай ебәргән билдәләргә ышанмайынса ла мөмкин түгел шул. Миңә төштәр раҫ керә. Өс бер туғанымды бер-бер артлы фажиғәле юғалттым. Һәр береһенең фажиғәһе алдынан, өләсәйемде төшөмдә күреп, нимәлер һиҙенгәндәй булғайным. Һәр һынауы алдынан Аллаһы Тәғәлә, кешегә ниндәйҙер билдә ебәреп, иҫкәртергә теләй, күрәһең. Үҙем кешегә рәнйемәҫкә тырышам. Сөнки рәнйеүем төшә лә ҡуя. Был ни ғилләлер, белмәйем. Ә бит, һис уйламағанда, яҡын, аралашып йөрөгән кешеләреңә рәнйешең төшөүе ихтимал. Был бик ҡурҡыныс.
– Заман ҡатын-ҡыҙы ниндәй булырға тейеш? Алия менән Алһыуҙы тәрбиәләгәндә, уларҙа, тәү нәүбәттә, ниндәй сифаттар күрергә теләгәй­негеҙ? Журнал уҡыусыларыбыҙға тәрбиә алымығыҙ хаҡында ла һөй­ләгеҙ әле.
– Заманса булырға тейеш: зауыҡ­лы, бөхтә, үҙ-үҙенә ышанған, яғымлы, белемле... Һанай китһәң, ул сифаттарҙың иге-сиге юҡтыр. Ғөмүмән, камиллыҡтың сиге юҡ, тигән тормош саҡырыуы менән йәшәргә!
Гүзәл Башҡортостанымдан, ярат­ҡан ауылым – Салайыуанан сығып китеүемә 36 йыл тулды. Артист кешене халыҡ телендә: “Күҙ өҫтөндәге ҡаш кеүек” – тиҙәрме әле?! Йөҙәр, меңәрләгән саҡырым юлдар үтеп, һағынып көткән, йырҙарыңа һыуһа­ған халыҡ алдына сығып баҫаһың... Арыуың да, ауырыуың да онотола. Сәхнәлә һин саф күңел, күтәренке кәйеф, ғорурлыҡ һәм яғымлылыҡ ме­нән балҡып торорға тейеш! Был үҙе айырым һәләт, аҡыл һәм көс талап итә. Шул уҡ ваҡытта, ижадыма ғашиҡ тамашасыларым барлығына ҡыуанам – тоғролоҡтары өсөн уларға сикһеҙ рәхмәтлемен.
Ә ҡыҙҙарыма килгәндә иһә, Аллаға шөкөр, күҙ генә теймәһен, тип торам. Күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп үҫтергән ғәзиз балаларымды изге доғаларым һаҡлаһын инде! Уларҙы әрләмәй генә тәрбиәләнек: бик килешмәгән, риза булмаған саҡтарымда ла баҫым яһа­маным, ҡырыҫ булманым. Үҙҙәрен яуаплы тойоп үҫтеләр. Алиябыҙ Татарстандың Финанс министрлығында эшләй, Алһыу әлегә 10-сы синыфта ғына уҡый. Өсөбөҙ ҙә үҙ-ара татыу­быҙ. Серҙәребеҙ ҙә уртаҡ. Хәҙер инде алты йәшлек Әминәбеҙ ҙә беҙгә ҡушылып килә. Бер-береһен хөрмәт итергә, һаҡларға, ҡурсаларға өйрәт­кәнмен. Кейәүебеҙ ҙә үҙебеҙгә оҡша­ған, әҙәпле, тырыш кеше. Ғаиләң – нигеҙ ташың ныҡлы, ышаныслы бул­ғанда ғына сит-яттарҙың йәберенә, ҡаҡшауға бирешеп бармайһың.
Бәхеткә түҙеп ҡара!
– “Бәхеткә түҙеп ҡара” тип йырлайһығыҙ. Ысынлап та, һәләт тә, дан-шөһрәт тә, байлыҡ та, хөрмәт тә, бәхет тә кешегә һынау итеп бирелә, тиҙәр. Ә бына ошоларҙың барыһын да лайыҡ­лы күтәреү өсөн аҡыл да, зирәклек тә, холоҡ та етмәй ҡайһы ваҡыт. Һеҙҙең быға мөнәсә­бәтегеҙ һәм кәңәштәрегеҙ…
– Ҡайғыны беҙ гел бер төрлө ҡабул итәбеҙ. Эйе, тетрәнәбеҙ, һыҙ­ланабыҙ – унан айныу юлында нин­дәйҙер баҫ­ҡыстар үтәбеҙ. Яйлап сыныға ла барабыҙ. Һәр кисереш үҙ эҙен ҡалдыра, ләкин был тәжрибә туплауға ла булыш­лыҡ итә. Ә бәхеттең йөҙө күп төрлө, уның ысын йөҙөн тотоп алыуы ҡыйын. Кеше бер сик­тән икенсеһенә һуғыла, бәхетте муллап ҡулында тоторға теләй. Әммә килеп сыҡмай: әле – бер, әле икенсе осо кителә бара төҫлө. Кеше күпте көҫәй, әммә барыһын да ҡулда тотоу, үҫтереү, тормошто тигеҙ алып барыу өсөн аҡыл ҡеүәһе, тәрбиә, тормош тәжрибәһе етмәй. Ҡайғынан һынмағандар тап бәхет алдында юғалып ҡала ҡайһы саҡ. Кешене артыҡ шатлыҡ та, ауыр ҡайғы ла тәбиғи тигеҙлек­тән сығара. Йәшәү ҡанунын нескә тойоу, юғарыраҡ фекер йөрөтөү һәм уны үҙ файҙаңа дөрөҫ ҡулланып өйрә­неү мөһимдер әҙәм затына.
Әхирәтем, талантлы Башҡортос­тан ҡыҙы Зифа Нагаеваның ижад иткән һәр йыры күңелемә яҡын һәм ниндәйҙер тормош нескәлеген асыу­ға, яуап эҙләүгә йүнәлтелгән булыуы менән ҡәҙерле. “Бәхеткә түҙеп ҡара” тигәне лә – шундай тәрән мәғәнәле йырҙарҙың береһе.
– Һылыу, талантлы, эшһөйәр, сабыр, Алиһәгә тиң моңло тауышлы йырсыбыҙҙың тормошо ла, ижады ла, Аллаға шөкөр, күптәргә өлгө булырлыҡ. Һеҙгә ысын йөрәктән ижади бейеклектәр, һөйгән тормош иптәше­геҙҙең мөхәббәтен, ҡурсалауын тойоп, ҡыҙҙарығыҙҙың, ейәнсәрегеҙҙең бәхетле, емешле, етеш тормошона ҡыуанып йәшәүегеҙҙе те­ләйбеҙ!
– Ҙур рәхмәт. Яратҡан яҡташтарым, хөрмәтле гүзәл заттарыбыҙ! Тормошта күп нәмә үҙебеҙҙән тора. Һеҙгә күңел тигеҙлеге, камиллыҡҡа ынтылып, бәхеттә, бәрәкәттә йәшә­үегеҙҙе теләйем! Һәм, әлбиттә, яҙын үҙ концерттарымда көтөп ҡалам. Һуң­лап булһа ла, яратҡан Өфөмә гаст­ролдәр менән ҡайтырға ниәтем бар. Мәртәбәле “Башҡортостан ҡыҙы” журналына ла оҙон ғүмер, яҡшы дуҫ­тар, тоғро уҡыусылар теләп ҡалам!

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА һөйләште.
Татарстан.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook