Башҡортостан Ҡыҙы

Таңһиҙәр бәһлеүән

Башҡорт халыҡ әкиәте
Таңһиҙәр бәһлеүән
Борон-борон заманда бер бабай менән бер әбей, уларҙың ике улы булған. Бөтәһе бергәләп көн итеп, йөн тетеп йәшәп ятҡандар. Уларҙың ике йөҙ баш һарыҡтары булған. Иртәнән төшкә тиклем улдары һарыҡтарын көткән.
Бер ваҡыт, дауыл уйнатып, бер дейеү килеп сыҡҡан да, малдарын, көтөүселәре менән бергә, өйөрөп алған да киткән.
Бабайҙың ҡарсығы ҡайғыһын күтәрә алмай үлеп киткән, ти. Бабай икенсе ҡатын алған. Уларҙың бик зирәк бер улдары тыуған. Уға Таңһиҙәр тип исем ҡушҡандар. Ай үҫәһен көн үҫеп, йыл үҫәһен ай үҫеп, бик бәһлеүән булып етешкән, ти, был. Биш йәше тулғас, Таңһиҙәр:
– Атай, тимерҙән егерме ботлоҡ туп яһа, егерме бот ауырлығы суҡмар яһа, – тип әйтте, ти.
– Уны нисек йөрөтәһең? – тип ғәжәпләнһә лә, улының һорауын үтәне, ти, бабай.
Малай егерме ботлоҡ тупты, урамда һуғып, уйнатып йөрөтөр булған. Көндәрҙең береһендә ул атаһы янына килгән дә:
– Атай, мин ни эшләп яңғыҙ, ағайымдар юҡмы ни? – тип һораған.
– Бар ине лә, икеһе лә ике йөҙ баш һарыҡ менән бергә юғалды шул, – тигән атаһы.
– Эҙләп табайым мин уларҙы!
– Булмаҫ, улым, күп ваҡыттар үтте инде уға, – тигән атаһы. Шулай ҙа егет юлға сыҡҡан. Ай барған, йыл барған, бара торғас, бер дейеү пәрейенә осраған.
– Алыш бармы, көрәш бармы?
– Алыш та бар, көрәш тә бар.
Улар көрәшә башлағандар. Егет дейеүҙе бер күтәреп һуҡҡан, теге бил тиңенән ергә күмелгән; икенсегә күтәреп һуҡҡан, дейеү муйынынан ергә батҡан. Егет суҡмары менән дейеү башына йәнсә һуҡҡан да ары киткән. Бара-бара дүрт мөгөҙлө дейеүгә осраған.
– Алыш бармы, көрәш бармы?
– Алыш та бар, көрәш тә бар.
Егет был дейеүҙе лә тураҡлап киткән.
Бара, бара егет, бер ауылға барып кергән. Унда егетте күреү менән ҡыҙҙар, йыйылышып, илаша башлағандар, ти.
– Егет, ҡотҡар беҙҙе, алып ҡайт! Алты мөгөҙлө дейеү йәшәй
бында, – тигәндәр ҡыҙҙар.
– Тағы ла бармы ни әле ул? – тип, егеттең һорауы булған, ерҙе күккә тиңләп, ҡырҙарҙы иңләп, шашынып, дейеү пәрейе ҡайтып ингән.
– Кем бар минең донъяла? Сыҡ! – тип екергән дейеү.
Егет килеп күренгән дә:
– Мин булам, – тигән.
– Ә-ә... Ни йомош, батыр егет?
– Һиңә килдем бына. Ағайымдарҙы юллап.
– Алыш бармы, көрәш бармы?
– Алыш та бар, көрәш тә бар.
Дейеү зәһәрләнеп, егеткә ташланған икән, Таңһиҙәр суҡмар менән тегенең бер юлы өс мөгөҙөн һуғып һындырған. Дейеү ҡалған өс мөгөҙөн һуҙып, егеткә тотонған. Билдән алып көрәшәләр былар хәҙер. Эй көрәшәләр, эй көрәшәләр, былар көрәшкәнгә тирә-яҡ тау-таш тетрәп тора, ти. Көрәшә торғас, ярһып, Таңһиҙәр тегене күтәреп тороп ергә бәргән, дейеү тәгәрәп барып ятҡан. Ухылдап, ҡабат торорға маташҡанында, Таңһиҙәр суҡмары менән теге мөгөҙҙәрен дә һындыра һуҡҡан.
Был яуызды ла ана шулай еңеп, Таңһиҙәр ял итеп ултырғанда, ҡыҙҙар йүгерешеп килгәндәр.
– Минең ағайымдар ҡайҙа икән? – тип һорай егет.
– Улар йыраҡта. Бейек таш ҡойма менән уратып ҡуйғандар уларҙы. Һис сығырлыҡ түгел, – тигән ҡыҙҙарҙың береһе.
– Бына дейеүҙең яулығы, шуны күрһәтһәң, ҡапҡаһы асылыр уның, – тип бер ҡыҙ егеткә яулыҡ килтереп биргән.
Таңһиҙәр ағаларын ҡотҡарырға киткән. Бара, бара был, барып етһә, бейе-е-ек таш ҡойма күренә. Егет ҡапҡаға етә лә, теге яулыҡты бол­ғай, шунда уҡ ҡапҡа асылып, дейеү ғәскәре сыға башлай. Егет сыҡҡан бер дейеүҙе һуғып үлтереп тора, ти.
Дейеү ғәскәрен ҡырып, егет ағаларын табып ала. Ағалары ҡартайышып бөткән, ти. Һарыҡтарын ҡыуып, ҡайтырға сығалар. Килә торғас, быларҙы дейеү батшаһы ҡыуып етә. Шул ерҙә Таңһиҙәр бәһлеүән дейеүгә:
– Ғәскәреңде үлтерҙем,
йәмәғәт алып бир, юҡһа үҙеңде
лә үлтерәм! – ти.
Дейеү риза була. Егеткә күлгә килергә ҡуша ла, ҡайтып китә.
Егет шунда китеп барғанда бер кешегә осрай.
– Ҡайҙа бараһың? – тип һорай теге кеше.
– Дейеү батшаһынан ҡыҙ алырға.
– Мине лә алаһыңмы?
– Әйҙә, – тигәс, былар хәҙер икәүләп китәләр. Юлда тағы берәү осрай.
– Ҡайҙа бараһығыҙ?
– Дейеү батшаның ҡыҙына.
– Исемең кем?
– Таңһиҙәр.
– Ә үҙең кем булаһың?
– Уттаянмаҫ.
– Ә мин Ҡоштотар, – ти тәүҙә осрағаны.
– Мине лә үҙегеҙ менән алаһығыҙмы, – ти Уттаянмаҫ.
– Әйҙә, – тигәс, былар хәҙер өсәүләп китәләр.
Күл янына килеп етәләр ҙә дейеүҙе саҡыралар. Күл төбөнән дейеү килеп сыға ла Таңһиҙәр бәһлеүәнгә:
– Минең өс ҡыҙым бар. Өс шартымды үтәһәң, өсөһөн дә бирәм, – ти. – Беренсе шартым шул: һикһән йәшлек әбей менән ярышта еңһәң, ҡыҙ һинеке.
Һикһән йәшлек әбей менән уҙышырға Ҡоштотар сыға. Улар йүгерешә башлайҙар. Әбей һис ҡалмай икән. Шул саҡ Ҡоштотар әбейгә:
– Әбей, ял итеп алайыҡ, – ти.
Әбей риза булған, ятыу менән йоҡлап та киткән. Ә Ҡоштотар ары йүгергән, беренсе булып килеп тә еткән.
– Ҡыҙ һинеке, – тигән дейеү.
– Икенсе шартыңды әйт, – тиҙәр егеттәр.
– Икенсе шартым шул: суйын мунсала бер сәғәт буйы сабына алһаң, ҡыҙ һинеке.
Был шартты үтәргә Уттаянмаҫ китә. Ул, артығы менән мунсала сабынып, дейеүҙең икенсе ҡыҙын алған.
–Һуңғы шартыңды әйт, – тигәндәр егеттәр.
–Һуңғы шартым шул: биш ҡыҙ араһынан минең ҡыҙымды таный алһаң, ҡыҙ һинеке; таный алмаһаң, башыңды киҫәм, – тигән ти, дейеү.
Быныһы Таңһиҙәргә инде хәҙер. Таңһиҙәр барһа, бер иш биш ҡыҙ ултыра. Үҙҙәренә ҡарап та, кейемдәренә ҡарап та, береһен икенсеһенән айырырлыҡ түгел, ти.
Таңһиҙәр ҡыҙҙарҙың балдаҡтарын ҡарай, батша ҡыҙының балдағында бер генә төрткө була, ә
тегеләрҙекендә булмай.
– Бына һинең ҡыҙың, – тип Таңһиҙәр әлеге ҡыҙға күрһәтә. Шулай итеп, Таңһиҙәр – ана шул батша ҡыҙына, ә иптәштәре үҙҙәренә бирелгән ҡыҙҙарға өйләнә. Ҡайтырға булып, юлға сығалар. Шул саҡ бер төлкө килеп сыға ла:
– Ҡайҙа бараһығыҙ? – тип өндәшә.
– Ҡайтып барабыҙ, – тиҙәр, батырҙар.
– Ниңә тағы ике ҡыҙҙы үҙегеҙ менән алып китмәйһегеҙ?
– Беҙгә булды инде, – тиҙәр
былар.
Төлкө:
– Тороп тороғоҙ, – ти ҙә, күл төбөнә төшөп китә. Килһә, дейеү ике ҡыҙҙы арҡанлап ҡуйған да, йоҡлап ята. Төлкө арҡандың осон кәзә аяғына бәйләй ҙә, ҡыҙҙарҙы алып ҡаса. Төлкө алып килгән ҡыҙҙарҙы Таңһиҙәрҙең ағаларына бирәләр.
Дейеү уянып китһә, ҡыҙҙар ҙа юҡ, егеттәр ҙә. Ә Таңһиҙәр бәһлеүән был ваҡыт, ағалары, дуҫтары менән күмәкләшеп, байып-сереп, ята икән, донъя көтөп.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook