Башҡортостан Ҡыҙы

Киленең көндәш булһа...

Киленең көндәш булһа...Ниндәйҙер ғиллә менән ҡара көҙҙә урманда һаҡланып ҡалған сәскәгә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Әсе ел уның таждарын теткеләп бөткән, тамырҙарын берсә ҡар, берсә ямғыр яуған ер өҫтөнә яртылаш алып һалған. Ә сәскә һуңғы тажы менән тәбиғәткә баға, “тағы бер генә көн бирсе!” тип ялбара. Нескә үҫемлеккә шундай көс-ҡөҙрәт ҡайҙан килә? Нимә тота уны рәхимһеҙ, һыуыҡ ҡарлы ямғыр аҫтында? Ҡыҫҡа ғына ғүмерле сәскәне ҡулдарың менән йылытырғамы йәки, киреһенсә, ыҙаларына сик ҡуйыр өсөн өҙөп алып ҡына ташларғамы икәнлеген дә аңламаҫһың...
Дауахана түшәгендә ыңғырашып ятҡан инәйҙе лә көҙгө сәскәгә оҡшаттым. Һыҙланыуҙарына ҡарамаҫтан, зәңгәр күҙҙәре донъяға һөйөү менән баға. Палаталағы ҡатын-ҡыҙ шәп һәм тиҙ ярҙам иткән дарыу, үләндәр тураһында һөйләй башлаһа, бар иғтибарын уларға йүнәлтә. Күҙҙәрендә өмөт сатҡылары ҡабына, хатта бышылдауға күскән ҡатындар янына йүгереп барып етер ине лә – аяҡтары тыңламай шул. Быны хәтеренә төшөргән инәй төшөнкөлөккә бирелә, зәңгәр күҙҙәр тоноҡланып, төҫһөҙлә­неп ҡала. Күпме генә һүҙ ҡушһаң да, әбейебеҙ түшәмгә текләп тик ята. Уның ара-тирә уфтанып ҡуйыуы ла үҙәкте өҙөрлөк. Хәйер, һикһән йәште ваҡла­ғанда шундай яҙмыш фажиғәһен һирәк кеше күтәрә алыр ине...
Уңғанлығы, һылыулығы менән һоҡ­ландырған Хәҙисәгә (әхлаҡи күҙлектән сығып исемдәр үҙгәртелде) өйләнергә ашыҡҡан егет табылмай. Атаһы һуғышта һәләк булғас, әсәһе менән икәүһе генә донъя көтәләр. Әсәһе сит яҡтан килен булып төшкәс, ярҙам итерлек туғандары ла булмай. Хәҙисә бала саҡ­тан әсәһе менән кешеләрҙә йомошсо урынына йөрөй. Өй аҡлау, кәртә-ҡура, мунса һылау, һарыҡ ҡырҡыу, бесән әҙерләшеү кеүек эштәр менән ҡыҙ кескәйҙән таныш була. Әсәһенең йыш ауырыуы ла Хәҙисәнең йөрәген өҙгө­ләй. Ҡәҙерле кешеһе был донъяны ташлап китеп барһа, кемгә таяныр? Шуға күрә ҡатыны вафат булып, өс бала ме­нән яңғыҙы ҡалған Морат һоратҡас, ул, күп уйлап тормай, ризалаша. Сөнки ауыл егеттәре Хәҙисәгә күҙ атһа ла, ата-әсәләре уларҙы: “Ырыуһыҙ-туған­һыҙ, малһыҙ-йортһоҙ ҡыҙға өйләнмәй­һең!” – тип кире бора.
Мораттың игеҙәк улдарына – өс, ә ҡыҙына бер йәш кенә була. Хәҙисә балаларға бар һөйөүен, наҙын бирә. Кес­кәйҙәр уға “әсәй” тип өндәшеүен ишетеп, ҡыҙ шул тиклем ҡыуана. Уларҙы матур итеп кейендереп, ауыл урамы буйлап етәкләп алып йөрөй. Тик Моратының туғандары уны ҡабул итергә теләмәй, һәр саҡ ситкә тибә. Балалары ҙурая башлағас та, иренең бер туған апаһы: “Ул һеҙҙең әсәйегеҙ түгел, һеҙ­ҙең әсәйегеҙ үлде, был үгәй әсә”, — тип тылҡый. Үҙ донъяһы, мәшәҡәте менән йәшәгән оло ҡатынға был ни өсөн кә­рәк булғандыр, әммә улдары һәм ҡыҙы Хәҙисәнән ситләшә башлай. “Һин – үгәй әсә!” – тип йорт эштәрендә ярҙамлашыуҙан баш тарталар. Үҙ йә­нендәй күреп тәрбиәләгән балаларҙың был ҡылығына күңеле ҡалған Хәҙисә иренә барыһын да илаулап һөйләй. Ата кеше күп уйлап тормай – ҡайышҡа тотона. Балалар бынан һуң йорт эштә­рендә ярҙамлашһалар ҙа, Хәҙисәгә ҡарата бөтөнләй һыуыналар. Ә инде ғаиләлә бер-бер артлы уртаҡ балалар­ҙың донъяға килеүе уларҙы йорттарынан бөтөнләй биҙҙерә. Һигеҙ класты тамам­лау менән, ситкә сығып китәләр һәм ата йортона әйләнеп ҡайтмайҙар.
Хәҙисә мөғжизә булып донъяға кил­гән ҡыҙына ҡыуанып бөтә алмай. Сөн­ки нисәмә йыл бергә йәшәп тә балаһы булмағанға бар ауыл унан көлгән төҫлө тойола. Мораттың туғандары: “Ҡыҫыр һыйырҙы ла бер йыл тоталар ҙа һуялар, ә һинән ни файҙа?” – тип йәнен үртәй­ҙәр. Шуға күрә ҡыҙынан һуң ике йылдан улы ла донъяға килгәс, Хәҙисә үҙен иң бәхетле кеше тип һанай. Ул бар булмышын ғаиләһенә бағышлай. Колхоздың төрлө эшендә йөрөп, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған Хәҙи­сә йортон да гөлдәй итеп тота. Аш-һыу яраштырырға, кейем тегергә оҫта булған ҡатынға иренең аҙғын булыуы тура­һында бер нисә мәртәбә хәбәр еткерә­ләр. Ә инде яңғыҙ һауынсы менән Морат асыҡ­тан-асыҡ йөрөй башлай. Хәҙи­сә бары­һына ла теш ҡыҫып түҙә. Иренең: “Һинең был йортта бер нәмәң дә юҡ, оҡшамаһа, балаларыңды ал да, сы­ғып кит!” – тигән һүҙҙәрендә нин­дәйҙер хаҡлыҡ барлығын белеп, үҙен ғәйепле тойоп йәшәй.
Ҡыҙы бала саҡтан әсәһенә үҙенең ауылдан ситтә, бик алыҫта йәшәргә хыялланыуы тураһында йыш әйтә. Кес­кәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ауылдаштарының әсәһен дә, үҙен дә өнәп еткермәүҙәрен тойоп үҫә ул. Ҡыҙыҡай хыялына тоғро ҡала – Өфө һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң Мурманск яғына сығып китә. Шунда украин егетенә кейәүгә сыға. Тормош иптәше менән ауылға бер мәртәбә генә ҡайта­лар. Хәҙисә менән Морат башҡортса аңламаған кейәүҙәре менән нимә тура­һында һөйләшергә лә белмәйҙәр. Ә инде ҡунаҡтарҙы ололап, табынға ҡаҙы, ҡарта, йылҡы ите, бишбармаҡ ҡуйыл­ғас, кейәүҙәре йүгереп тигәндәй тышҡа сығып китә. Ҡыҙҙары үпкәләп: “Һыйыр ите юҡ инеме ни? Кейәүегеҙ өсөн йыл­ҡы итен ашау – кеше итен ашауға тиң”, – тигәс, ата-әсә бөтөнләй ултыра төшә.
Кейәүе һәм ҡыҙы ялға тип килһәләр ҙә, бер төн генә йоҡлап, таң менән ашыҡ-бошоҡ юлға сығалар. Кейәүенең үҙҙәренә сәйерһенеп ҡарауы, ә ҡыҙы­ның уға ярарға тырышыуын күреүе Хәҙисәгә үтә ауыр була. Бынан һуң ҡыҙҙарының хаты ла һирәгәйә, ә һуңы­нан бөтөнләй өҙөлә. Хәҙисә уға ниҙер булғандыр тип, телефон аша һөйләшеү­гә саҡырта. Ҡыҙы: “Мам, да ничего не случилось – просто у меня своя жизнь, у вас своя. Так уж получилось, что Ко­ле вы не понравились, а в аул возвращаться я не хочу”, – ти ҙә элемтә өҙөлә.
Хәҙисәнең йөрәге урынынан ҡуба. Әммә ҡатын барыһына ла түҙергә тырыша. Әсә бар һөйөүен, иғтибарын улына йүнәлтә. Ауылда һәүетемсә генә эшләп йөрөгән егеттең өйләнергә ашыҡмауы ғына эсен бошора. Улы башҡалар кеүек эсеп йөрөмәй, аҡсаһын да әсәһенә алып ҡайтып бирә. Хәҙисә уның бер тинен дә тотонмай, буласаҡ туйға һалып бара. Тик Мөхтәр эшкә бара ла йортона ҡайта, клубҡа сыҡмай, ҡыҙҙар менән аралашмай. Хәҙисә улына: “Инде алтмышты үттек. Ә һин беҙгә ейән-ейәнсәр ҡыуанысын бүләк итергә уйламайһың да”, – тип йыш илаулай.
Ә бер кис улы эштә оҙаҡлап китә. Уның бындай ғәҙәте булмағас, әсә хафаға ҡала. Тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп, улын көтә. Мөхтәрҙе әллә нин­дәй ҡурҡы­ныс аварияларға эләккәндер инде, тип ҡурҡып йоҡламай ултырғанда, өй ишеге асылып китә. Улы, уның арты­нан йәш кенә ҡыҙыҡай килеп инә. Мөх­тәрҙең ҡыҙмаса булыуын һиҙеп, әсәһе аптырап китә. Сөнки улы руль артында бер ҡа­сан да эсмәй. Улы: “Әсәй, был Мәҙинә була. Ул бөгөн беҙҙә йоҡлай”, – ти ҙә урынына барып ауа.
Иртәнсәк улы эшкә китә, ә ҡыҙ төшкә тиклем йоҡлай. Уянғас та тартынмай, әҙер ашты ултырып ашай ҙа, кире йоҡо бүлмәһенә инеп китә. Хәҙи­сә түҙмәй ҡыҙҙан: “Һин төшкө автобус­ҡа сыҡмай­һыңмы? Һин ҡайһы яҡтан?” – тип һораша башлай. Тик ҡыҙ: “Миңә Мөхтәр көтөргә ҡушты”, – тиеүҙән артығын әйтмәй.
Кискеһен улы ҡыҙҙың йортта булы­уына аптырауын күреп, әсә кеше Мәҙи­нәнең алдауын аңлай. “Әсәләре борсолалыр, алып барып ҡуй”, – тигәс, ҡыҙ илай башлай. “Мин кисә ҡайтмағас, өй­гә индермәҫтәр. Үгәй атай менән йә­шәйбеҙ”, – ти ул. Әсә Мөхтәргә һораулы ҡарашын төбәгәс: “Килен һорай инең бит. Бына – алып ҡайттым!” – ти.
Шулай уйламағанда киленле була Хәҙисә инәй. Әлбиттә, Мәҙинәнең күп ҡылығын өнәп еткермәй. Әммә үҙен нисек ситкә тибеүҙәрен хәтерләп, йәш ҡыҙға ярҙам итергә тырыша. Ҡыҙ ҡәйнә өйрәткәндәрен алырға теләмәй. Иртән­сәк тороп, ярым яланғас йөрөгәненә асыуланһа, “Нимә, бабайыңды ҡыҙға­наһыңмы?” – тип кенә ебәрә. Ә инде килененең йортҡа килгәндән ете айҙан һуң бала табыуы ғаиләне көлкөгә ҡалдыра. Мәҙинә: “Ете айлыҡ булып тыу­ҙы”, – тиһә лә, барыһы ла уның ауырлы булып килеүен яҡшы аңлай. Ошонан һуң Мөхтәр йыш ҡына эсә башлай. Мә­ҙинә хафаға ҡалыу урынына йыш ҡына уға ҡушылып эсә. Ул бер-бер артлы тағы ике бала таба. Улының эскелек һаҙлығына батып барыуын күргән әсә уға ярҙам итергә тырыша, әммә Мөхтәр тыңларға ла, ишетергә лә теләмәй.
Килененең бер көн иртәнсәк Морат­ҡа ла: “Ҡайным, аппетит өсөн кәрәк бит ул. Эс, әйҙә, эс”, – тип һыра һуҙыуын күреп, Хәҙисә бер урында ҡатып ҡала. Хәҙер ире быны туҙҙырып ташлар, тип өмөтләнгәндә, уныһы бот төбөнән халат кейгән килененә күҙҙәрен майландырып ҡарап, һыраны һемереп тә ҡуя.
Хәҙисә иренә килененең улдарын упҡынға этәреүен, уларҙы бер нисек айырырға кәрәклеген, “балаларҙы үҙе­беҙгә алып ҡалырбыҙ” тип әйтә. Әммә тегеһе йәш ҡатынды яҡлап сыға. Тиҙҙән Мөхтәрҙе эскелеге өсөн эшенән ҡыуа­лар. Ғаилә ата-әсә пенсияһына һәм балалар пособиеһына йәшәй. Мәҙинә ҡайныһының яҡлашыуын тойоп, ҡәй­нәһенә ҡысҡырыуҙан да тартынмай башлай. Мәңге иҫерек Мөхтәр әсәһен йәлләй, әммә йәне өсөн кәрәк “йөҙ грамды” Мәҙинә генә ҡойоп бирәсәген аңлай һәм бер ни ҙә өндәшмәй.
Хәҙисә инәй ул көндө төнө буйы һаташып, таңға ҡарай ғына йоҡоға та­ла. Төшөндә улын күрә ул. Яңғыҙ ҡа­йынға һыйынып баҫҡан Мөхтәрҙе ап-аҡ томан уратып алған, имеш. Унан ул ҡапыл әсәһенә боролоп ҡарап: “Үҙең өйлән тинең дә ҡалдың шул, әсәй!” – тип әйтә лә төбө күренмәҫ упҡынға ҡолай... Хәҙисә инәй ҡото осоп уянып, белгән бар доғаларын уҡый. Күңеле тынысланмай, йөрәге дарҫлап тибә. Әсә түҙмәй, ишек алдына сыға. Таң беленеп килә. Хәҙисә инәйҙе күңеле мал кәртәһе яғына тарта. Ишекте асып ебә­реү менән аҫылынып торған улын күрә. Әсә: “Эх, улым, ни эшләнең һин?!” – ти ҙә аңын юғалта.
Хәҙисә инәй улын үҙ ҡулдары менән ҡәҙерләп ерләй алмай. Йөрәк өйәнәге тотоп, һөйләшә лә алмай өс ай ята ул дауаханала. “Мөхтәрҙе көсләп өйләндереп, үҙем үлтерҙем”, – тип илай.
Ваҡыт – дауа, тигәндәй, Хәҙисә инәй аяҡҡа баҫып, йортона әйләнеп ҡайта. Тәү сиратта улына бағышлап аят уҡыта. Уның бәҫһеҙләп, соланға сығарып ырғы­тылған кейемдәрен ип­тәштәренә таратып бирә. Улының ҡә­берлегенә барып ҡайтҡас, ниндәйҙер еңеллек тойғандай була. Хәҙисә инәй Мөхтәре янына көн дә йөрөй башлай. Килененең уны әрлә­үенә, Мораттың Мәҙинәне тыйыу урынына ҡушылып талауына ла күнегеп ки­тә. Ә бер көн Мәҙинә ҡәйнәһен этеп ебәрә. Башы менән барып төшкән Хәҙи­сә инәйҙең танауынан ҡан китә. Ошонан һуң килене шымтайып ҡала, әммә ҡәйнәһенең бер кемгә лә зарланмауын аңлағас, ша­ша. Ошо көндән ул Хәҙисә инәйгә ҡулы аҫтына килеп эләккән әй­берҙәр менән һуға башлай.
Бер көн Хәҙисә инәй йортона инә алмай. Ейәндәре мәктәптә, баҡсала, ә өйҙә Мәҙинә менән Морат булырға тейеш. Оҙаҡ ҡына тупһала ултырғандан һуң ишек асыла. Ошонан һуң күп тә үтмәй, Хәҙисә инәй ауырып китә. Тән температураһы, ҡан баҫымы ныҡ күтә­релгән әбейгә табип саҡыртыусы табылмай. Килене: “Тиҙерәк дөмөгөр­һөң!” – тиеүҙән дә тартынмай. Ә киске­һен иҫе инерле-сығырлы булып ятҡан әбейҙе Мәҙинә ишек алдындағы яғылмай торған усаҡлыҡҡа һөйрәп сығара.
Ауыл халҡы Мәҙинәнең ҡайныһы менән ирле-ҡатынлы булып йәшәй башлағанын ишетеп, шаҡ ҡата. “Булмаҫ, ғәйбәттер. Ул нисек иреңдең ата­һы – үҙеңдән ҡырҡ йәшкә өлкән, теше ҡойолоп бөткән бабай менән ятмаҡ кәрәк. Хәҙисә инәй ҙә бар бит әле!” – ти күптәр. Шул саҡ кемдер әбейҙең күптән күренмәүе тураһында әйтә. Мә­ҙинә күптәрҙе ҡәйнәһенең ниндәйҙер ауылға китеүе хаҡында алдаған да булып сыға. Бала күңеле – быяла, тигән­дәй, балалар баҡсаһына йөрөгән Мәҙи­нәнең ҡыҙы: “Хәҙер беҙҙең ҡартатай – атай булды”, – тип һөйләнеүен хәтер­гә алалар.
Күршеләр бикле усаҡлыҡты емереп инә. Өшөгән, аңын юғалтҡан Хәҙисә инәйҙе дауаханаға алып киләләр. “Ниңә генә ҡотҡарҙығыҙ? – тип үпкә белдерә һуңынан уларға әбей. – Мөхтәремде көсләп өйләндереп, башына еткәнем өсөн яза ине бит миңә”.
Хәҙисә инәй тормош иптәше һәм килене өҫтөнән ғариза яҙыуҙан да баш тартты. Дауаханала үткән аҙналар эсен­дә уға йән йүгергәндәй булды, үлем тураһында хыялланған әбекәй ҡояш ҡал­ҡыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Тарамыштай ҡулдары менән карауат япмаһына тотоноп, тәҙрәнән төшкән нурҙарға ҡаршы ынтыла, уға битен ҡу­йып иркәләнә. Әйтерһең дә, яҙмыштың әсе елдәренә бирешмәгән яңғыҙ һәм бәхетһеҙ көҙгө сәскә...
Г. СӘЛИХОВА.
Белорет районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook