Башҡортостан Ҡыҙы

Уның йөрәгендә – мәңгелектең сере

Уның йөрәгендә – мәңгелектең сереДонъяла йыһанды тетрәтерҙәй ниндәй ҡөҙрәтле, саф, тылсымлы көс бар, тип һорарһығыҙ. Ул – Әсә һөйөүе. Әҙәм затының йөрәген тилмерткән иң ялҡынлы хис тә ошо аҫыл тойғоноң нәфислегенә, тәрәнлегенә, таҙалығына тиңләшә алмайҙыр. Ул һөйөү мәңгелек булыуы менән бөйөк.
Мәңгелек һәм бәхет хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡанда, уй, аҡыл ҡеүәһен дә билдәләмәү мөмкин түгел. Күңелендә изге уй йөрөткән кешенең, йылдар үтеү менән, бәхете ишәйә, тормошо сағыулана бара. “Уйыңды буйһондора алһаң, ул, бар донъяны ялмап алырҙай, илаһи көскә әйләнә”, – тиҙәр. Ер йөҙөндә бөтә нәмә ҡартая һәм һүнә: йәшлек тә, матурлыҡ та, ялҡынлы хистәр ҙә. Уйҙы илаһилыҡ дәрәжәһенә еткергән, һәләтен үҫтергән һәм балаларына мөхәббәт көсөн, ысын тормош асылын һала алған әсә генә үлемһеҙҙер. Был һүҙҙәрем мөғәллимә, йырсы, һәүәҫкәр композитор һәм бәхетле әсә Мәрйәм Солтанованың ҡабатланмаҫ булмышына, һис шикһеҙ, тап килә.
Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы үҙе­нең 75 йәшендә лә халҡым, тыуған төйәгем, уҡыусыларым, тип өҙөлөп тороуы күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәл­теп, бөгөн инде юғала барған ҡиммәт­тәр: изгелек, яр­ҙамсыллыҡ, миһырбанлыҡ, үҙеңде аямай, кеше хәстәре өсөн йән атыу, аҡыл һәм оло йөрәклелек хаҡында һөйләй.
“Атайым менән әсәйем йыр-моңға ғашиҡ инеләр. Оҙон көйлө башҡорт халыҡ йырҙарына мөхәббәт, ошо хозур төбәкте үҙ иткән һәм һәр эште, һәр һөнәрҙе ижад даирәһенә күтәргән саф күңелле лә, ғорур ҙа кешеләренә һоҡ­ланыуым бәләкәйҙән йөрәгемә һеңгән. Сикһеҙ һөйөүем бөгөн дә изге эштәргә дәртләндерә, ижади асыштарға әйҙәй. Ғаиләләге татыулыҡты, мөхәббәтте үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, йөрәктәребеҙ менән тойоп, матур хистәр солғанышында үҫтек. Атайыбыҙ гүр эйәһе булып ҡалғас, әсәйем ғүмер буйына яратып йәшәгән кешеһен юҡһынып, таҡмаҡ­тар, йырҙар сығарып ултырыр ине. Ошо таҡмағы айырыуса хәтеремдә ҡалған:
Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам,
Аҡ таҫтамал ғынам сөйҙә юҡ.
Бабайымды ғына һораһағыҙ,
Ожмахтарға китте шул – өйҙә юҡ.
Иплелек, сабыр аҡыл унан киләлер, болоҡһоп, нимәгәлер үкенесен йә үп­кәһен белдереп, зарланып ултырғанын иҫләмәйем. Ул 91 йәшенә тиклем йәшә­не. Ҡыштарын, көҙҙәрен беҙҙең менән Ишембайҙа үткәрер, ҡаланан арып кит­һә, Бөрйән районы Брәтәк ауылында йәшәүсе Маһира апайымдарға ҡунаҡҡа ҡайтыр ине. Яҡындары­ның мәртәбәле хәстәрен тойоп, ғүмеренең һуңғы көнө­нә тиклем тормоштоң ҡәҙе­рен белеп, балаларына һәм ейән-ейән­сәрҙәренә тотороҡлоҡ, ипле аҡыл, маһирлыҡ өл­гөһө булып йәшәне. “Балаларыңдан хөрмәт күргең килһә, ата-әсәңде ҡә­ҙерлә”, – тигән мәҡәл бар халыҡта. Ғаилә культы, өлкәндәргә ихти­рам беҙ­ҙең нәҫелдә борондан һаҡлана.
Минең дә тормошом тик ҡояшлы көндәрҙән генә торманы. Хәйер, барыһын да кисерҙем. Бәлки, шуғалыр ҙа бәхетле бөгөнгөмә үткәндәрем, кү­ңел көҙгөм, кисерештәрем аша бағып, тормошто, кешеләрҙе нығыраҡ аңлайымдыр. Ошо аңлау һәләтен, кешене кеше иткән гүзәл сифаттарҙы балаларыма ла һеңдерергә тырышҡанмын. Изгелек эшләүҙән, Хоҙай биргән һәләтемә хеҙмәт итеүҙән туҡтағаным юҡ. Үҙ аяҡтарыма баҫып йөрөгәнемдә эш­ләйәсәкмен, Алла бойорһа. Балаларымдың уңышында, бәхетте ҡулда тота белеүҙәрендә, ҡатмарлы мәсьә­ләләр тыуғанда ла, йөҙ йыртмай, күңел тет­рәтмәй, һалҡын аҡыл һәм иплелек ме­нән эш итеүҙәрендә нәҫелебеҙҙең быуындан-быуынға күскән тәрбиә асылын тоям”, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша оло йөрәкле әсә.
Ғәзизрахман ағай ҡыҙының теүәл фәндәргә һәләте барлығын белеп, уны шул йүнәлеш буйынса уҡыуын дауам итергә өгөтләй. Әммә мәктәп йылдарында уҡ үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктә­рендә ҡатнашҡан һылыу сәнғәт юлын һайлай. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлағас, Ишембай районы Петровское ауылына эшкә ҡайта. Унда башҡорт хорын ойоштороп, республика кимәлендә үткәрелгән хор коллективтары араһында беренсе урын ала. Йәш таланттың оҫталығы, тырышлығы билдәләнмәй ҡалмай. Мәрйәм Рахманованы хор йәмғиәттә­ренең өлкә конференцияһына һәм Бөтә Рәсәй Хор йәмғиәтенең I Съезы­на делегат итеп һайлайҙар. Мәскәүҙә үткән был мәртә­бәле сарала Башҡортостандан ни бары 16 кеше ҡатнаша. Арҙаҡлы сәнғәт оҫталары араһында Маҡар һылыуы ла була. Уның йөрәгендә – мәңгелектең сере
Мәскәүҙән поезда ҡайтҡанында, билдә­ле сәнғәт әһелдәре Л. Атанова һәм М. Фоменков менән таныша. Улар һәләтле ҡыҙға Өфө сәнғәт училищеһында беле­мен камиллаштырырға тәҡдим итә. Егәрле ҡыҙ уҡытыусыларының ышаны­сын аҡлай һәм училищены ҡыҙыл дипломға тамамлай. Рахманова бөгөн танылған шәхестәр: Зәйтүнә Ғәзизова, Нажия Аллайәрова, Римма Мусина, Фәрзәнә Сәғитова, Суфия Мөхәмәтовалар ме­нән бергә уҡый.
Өфөлә училищела уҡып йөрөгәнен­дә буласаҡ тормош иптәше Ирек Солтанов менән таныша. Медицина инсти­тутында белем алған егет тыныс холҡо, һөймәлекле төҫ-ҡиәфәте, әҙәплелеге менән йәш ҡыҙҙың йөрәген арбай.
“Өйләнештек тә, икебеҙ ике ятаҡта йәшәйбеҙ. Ирек уҡыуҙан һуң килеп, дәрестән ҡайтыуыма ашарға бешереп ҡуя, күлдәктәремде йыуырға алып ҡайтып китә. Мин баракта йәшәйем, йылы һыу юҡ. Уға был йәһәттән уңайлыраҡ. Әйберҙәрҙе йыуып, киптереп, үтекләп алып килә. 1963 йылда Иректең тыуған яғы – Дыуан районы Мә­сәғүткә эшкә ҡайттыҡ. Мәсәғүт педа­гогия училище­һында музыканан белем биреп, йәш­тәргә сәнғәт серен астым, йыр-моңға һөйөү тәрбиәләнем. Һө­йөклө тормош иптәшемә булған мө­хәббәтем, көсөмә ышаныс уятып, йөрәгемә ялҡынлы ҡуҙ өҫтәп торғандыр. Тырышып, киләсәккә яҡты өмөт­тәр бағлап йәшәнек.
Белемгә ынтылышым көслө ине, 1967 йылда Гнесиндар исемендәге Мәс­кәү дәүләт музыка-педагогия институтына ситтән тороп уҡырға индем. Ул ваҡытта Ризәлә ҡыҙыбыҙға – биш, ә Радик улыбыҙға ни бары ике генә йәш тулғайны. Әгәр шул мәл тормош иптә­шем минең ниәтемде күтә­реп сыҡмаһа, артабан биш йыл уҡыу дәүерендә таяныс һәм терәк булмаһа, уҡый ҙа алмаҫ инем, моғайын. Шәрифә бейемем дә ярҙам итте. Ике бәләкәс баланы ҡарарға риза булып, кем ҡатынын уҡыуға ебәр­һен инде?! Сабыр, хәс­тәрлекле ине Ирек. Йырлауымды тың­ларға, үҙе бейергә яратты. Уның һоҡланыуы ҡанатланып, талпынып ижад итергә көс-ҡеүәт, булмышыма нәзәкәт­лек, наҙ өҫтә­гәндер. Әле, йылдар шау­ҡымы аша ла, уның ҡайнар йөрәк тибешен тойоуым, һоҡланыулы ҡарашы һырҙар биҙәге ятҡан йөҙөмдө нурға солғай”, – Мәрйәм Ғә­зизрахман ҡыҙының мөләйем йөҙө­нән, яғымлы тау­ышы­нан бәхет ипкене һирпелә. Эйе, ҡайнар мөхәббәттән генә батыр йөрәкле, ҡы­йыу, аҡыллы ил улдары һәм ҡыҙҙары донъяға тыуалыр, тип һөйкөмлө әңгә­мәсемә һоҡланыуымды белдерәм.
“Батыр йөрәкле ил уҙамандары, тиһегеҙме? Уныһы шулай, Аллаға шө­көр! Әммә йәш атай-әсәйҙәргә фәһем булһын өсөн бер ваҡиғаны бәйән ит­мәксемен.
1973 йылда ғаиләбеҙ менән Ишембайға күсеп ҡайттыҡ. Радик икенсе синыфта ғына уҡый. Уларҙы сәскәләр баҡсаһына экскурсияға алып барырға булалар. Себештәр кеүек теҙелешеп кенә юл аша сыҡҡандарында, шәп тиҙлек менән килгән машина иң артта атлап барған улымды тапатып китә. Рәт һуңында күҙәтеп барырға тейешле тәрбиәселәре дарыуханаға инеп сыҡ­ҡан арала килеп сыҡҡан был фажиғәле ваҡиға бөтә ҡала халҡын тиерлек аяҡ­ҡа баҫтыра. Иҫтән яҙған, ултырыш һөйәге һынған Радикты шунда уҡ реанимация­ға оҙаталар. Бәхеткә күрә, ярай, атаһы дауаханала эшләй.
Уның йөрәгендә – мәңгелектең сере
Өйөбөҙгә йә прокуратуранан, йә мәғариф бүлегенән, йә мәктәптән туҡ­тауһыҙ киләләр. “Ғариза яҙырға кәрәк, улығыҙҙың ғүмерен ҡыя яҙғандар, тәр­биәсене, мәктәп директорын яуапҡа тарттырһындар”, – тип ҡаң­ғырталар. Кеше өҫтөнән ялыу менән йөрөү уйы башыбыҙҙа ла юҡ. Иң мө­һиме: улыбыҙ иҫән ҡалған. Радигыбыҙҙың ғүмере ҡыл өҫтөндә булғанда, йөрәк көсөбөҙ­ҙө сарыф итеп, ундай әшәке эш менән йөрөргә теләмәйбеҙ, тинек. Ғариза яҙыуҙан баш тартыуы­быҙға ышанмай, әйткәнебеҙҙе таҫмаға яҙҙыртып алды­лар. Шунда күптәр ғә­жәпләнде беҙҙең “бошмаҫлыҡҡа”. Яр­ты йылға яҡын дауаханала ятып, улым, ниһәйәт, өйгә ҡайтты. Ошо мәл ғүмере­беҙҙең иң бә­хетле минуттары булғандыр!
Радигымдың аяҡтарын күрәм дә йөрәгем әрней: нисәмә ай бәйләнгән килеш ятып, таяҡтай нәҙек кенә булып ҡалғандар. Ошоғаса музыка мәктәбен­дә шөғөлләнеп, баянда оҫта уйнаған улым: “Мин ҡабат унда йөрөмәҫмен, әсәй, саңғы, велосипед һатып алып бир­һәгеҙ, аяҡтарымды нығытыр инем”, – тине. Һорағанын үтәнек. Саңғы спортына илткән тәүге аҙымы шулай уйламағанда килеп сыҡты. Һуңынан биат­лон буйынса оло уңыштарға өлгә­шеүен, СССР-ҙың спорт мастеры дәрәжәһенә етеп, ил, донъя кимәлендә билдәлелек яулауын күреп, сикһеҙ шат­лыҡ кисергәндә, яңынан үткәндәр­гә ҡайтып, улым менән булған ваҡиға хаҡында йыш уйланырға тура килде. – Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙының күҙ­ҙәрендә мәрйендәй күҙ йәш­тәре тө­йөлгәнен күреп, һүҙҙе икенсегә бормаҡсымын да, телефон шылтырай. – Ҡарағыҙсы, Радик улым шылтырата, әллә ҡайҙан һиҙә ул минең күңел торошомдо, уның хаҡында һөйләгәнем­де, – үҙенең шул арала һырҙары яғы­лып, йөҙө балҡып кит­кәндәй була. – Һуйып ҡаплаған кеүек атаһына оҡша­ған бит ул: төҫкә уға тартҡан, ә холҡо – минеке: маҡсатлы, тынғыһыҙ йән. Хоҙай Тәғәлә ҡайһы берҙә тормошоңдо ҡа­йырып, һындырып тигәндәй бәхет юлын аса. Шуға күңелһеҙ ваҡи­ғаға тарығанда ла ғәйеплене эҙләргә, уның өсөн үс алырға тырышыу ярамайҙыр. Бигерәк тә, заман әсәләренә ҡарап, хайран ҡалам. Балалар баҡса­һында, мәктәптә йә урамда балалары­ның тәнендә бәләкәс кенә сыймаҡ күрһәләр ҙә, оло бола ҡуптарырға әҙер торалар. Үҙем педагог булараҡ, уҡытыусылар, тәрбиәсе­ләр өсөн йө­рәгем һыҙлай. Йәштәрҙең дорфа, мәр­хәмәтһеҙ ҡыланыуын бер нисек тә аҡлағым килмәй. Эйе, һәр әсәгә үҙ сабыйы ҡәҙерле, шулай ҙа бала, биге­рәк тә малайҙар, өлкәндәргә һылтанып түгел, ә үҙ көс­өнә ышанып үҫергә тейеш, тип уйлайым. Тормош диңгеҙе тулҡындарҙан тора, үҙ тулҡы­ныңды тотоп, уны тойоп, үҙеңә буй­һондора алһаң ғына уңыш ишектәре асыла”, – тәжрибәле уҡытыусы, лайыҡлы бала­лар үҫтергән әсәнең һүҙҙәре һәр кем өсөн йәшәү ауазы булып яңғырай.
Мәрйәм апай үҙе байтаҡ йылдар Ишембай музыка мәктәбендә уҡыусылар һәм уҡытыусылар хорын етәкләй. Ул етәкләгән хор коллективтары республика кимәлендә үткәрелгән йыр-моң сараларында, бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеү һәм танылыу яулау бәхете­нә өлгәшкән. Ошо сәнғәт төрөнә оло мәғәнә һалған һәм йөҙәрләгән баланың йөрәк тибешен бер һулыштан тибергә, бер-береңде тойорға өйрәт­кән остаздың эшмәкәрлеге ысынында ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. “Хор – мөғжизәүи донъя, унда ер-әсәнең тын алышы ла, тәбиғәттең мәғрур көсө лә, йыһан тирбәлеше лә, йәшәү көрә­ше лә сағыла. Бергә йырлау, ноталар­ҙың дөрөҫ яңғырашы, көслө ауаз барлыҡҡа килтереп, һүнмәҫ ҡөҙрәт менән һуғара. Хорҙа йырлаусыларҙың интел­лектуаль ҡеүәте артыуы ғилми раҫлан­ған”, – ти һәләтле йырсы.
Тырышып донъя көткән, яҡты һө­йөү хисенә тап төшөрмәй, бер-бере­һен, күҙ нурылай, ҡәҙерләгән Солтановтарҙың ғаиләһенә күптәр һоҡланып ҡарай. Шулай киләсәктәре лә, мөхәббәткә тулған ҡояшлы көндәр теҙмәһеләй, болотһоҙ ғына дауам итер ине лә. Уйламағанда ғаиләгә ауыр ҡайғы төшә. Тормош иптәшенә ҡатмарлы диагноз ҡуялар. Иренең көн­дән-көн һыҙланып, үлемесле сир ме­нән көрә­шеүен күҙәтергә, ярҙам итә алмауҙан күҙ йәштәренә быуылырға, өмөтһөҙлөккә бирелмәҫ өсөн көслөнөң көслөһө булырға тура килә уға. Кеше ғүмере һағында торған, йөҙәрләгән, меңәрлә­гән ауырыуҙы дауалаған табип яҙмыш ебәргән ауырыу алдында юға­лып ҡала. Аҡыллы, сабыр ир, үҙен ҡулға алырға көс табып, яҡындарына ауырлығын һалмай, сирен лайыҡлы күтәрә. Үҙе өсөн түгел, ә һөйөклө ҡа­тыны, ныҡлы аяҡҡа баҫып өлгөрмәгән балалары өсөн генә йөрәге уттай һы­ҙылғандыр...
“Иптәшемде хөрмәтләп ерләнек, ауыр ҡайғынан арынып та өлгөрмәнем, үҙем дауаханаға эләктем. Ҡатмарлы операция үткәрҙем. Дауахананан сыҡ­ҡас, балалар менән өйҙә, артабан нимә эшләргә, нисек йәшәргә, тип баш ватып ултырабыҙ. Улым, киләсәк­кә ҙур өмөт бағлаған спортсы булараҡ, нефть инс­титутына µѕтµнлµк менєн уҡырға ин­гәйне. Күңеленә ятманы. Атаһының яңы алын­ған машинаһы ултыра. Улымдың йәш, дәртле сағы. Хәҙер иптәштә­рен машинаға ултыртып, ваҡытты буш­ҡа ауҙарып йөрөүе лә ихтимал бит, тип хафаланам. Үҙемде ҡәтғиерәк тоторға, дилбегәне ҡулдан ысҡындырмаҫ­ҡа тырышыуым инде. “Балалар, мин атайы­ғыҙҙың маши­наһын һатам, аҡса ла, улым, һинең килә­сәгеңде хәл итергә лә кәрәк”, – тинем. Улар өндәшмәне. Машина аҡсаһының бер өлөшөнә Радик улыма сит илдәр буйлап сәйәхәткә путевка алдым. Әйҙә, донъя күреп, фекер туплап, йәшәүгә дәрт ҡабыҙып ҡайтһын, тием. Ысынлап та, сәйәхәттең йоғонтоһо булды. “Әсәй, сит илдә халыҡ матур, етеш йәшәй икән”, – тип хайран ҡалып һөйләй. “Улым, бы­на бит, матур йәшәгең килһә, булдыра алаһың ул, һин көслөһөң дә, аҡыллыһың да, тағы тырышлыҡ ҡына өҫтә­һәк”, – тинем. Минең ышанысым уға изге фатихалай тәьҫир итте, әйтерһең. Баш­ҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инде. Маҡсатлы, изге йөрәкле, үҙ көсөнә ышанған кеше барыһына ла өлгәшә ала. Байлыҡ та, дәрәжә лә, хөрмәт тә тырыштарҙы, үҙ хыялына тоғроларҙы, еңеүсе рухлыларҙы үҙ итә. Ризәлә ҡы­ҙым өсөн дә ҡыуанам: улар мырҙаһы менән гел үҙ-ара татыу һәм бер-бере­һенә ышаныслы терәк булды. Балаларымдың әлеге уңы­шы – уларҙың тырыш хеҙмәт һәм аҡыл емеше”, – тип балаларының уңыш серен аса яғымлы ханым.
Бөгөн Радик Ирек улы Солтанов ҙур ғына заводтарҙы берләштергән “Компания РИА” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе вазифаһын биләй. Компания эсендә “Салаватстекло”, “Искож” һәм тағы бер нисә ойошма иҫәпләнә. Башҡорт олигархтары юҡ, тибеҙ. Бы­на бит бар халҡыбыҙҙың ҡыйыу, аҡыллы һәм юғары дәрәжәләргә өл­гәшкән батыр улдары. ≠ґе µс бала атаћы ла. Мәрйәм Солтанованың ҡыҙы Ризәлә менән кейәүе Фәнил дә үҙ һөнәрҙәре буйынса уңышлы карьера ҡорған. Ә бер ейәне, олатаһы юлын дауам итеп, табип һөнәрен һайлаған.
Уның йөрәгендә – мәңгелектең сере
Мәрйәм Солтанова, хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, тыуған ауылым балаларына музыка серҙәрен өйрәтә алһам ине, тигән күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу ниәте ме­нән Маҡарға ҡайта. Балаларының, әсәй, инде күпме эшләргә була, ял ит, үҙең өсөн йәшә, тип ялбарыуын да тыңламай. Әллә күпме михнәт аша үтеп, Маҡар ауылында музыка мәктә­бен асыуға өлгәшә. Тәүге арала ул нигеҙе сереп бөткән ата-әсәһенең иҫке йортонда йәшәй. Көслө, талантлы уҡытыусылар коллективы туплап, дәррәү эш башлайҙар. Радик Ирек улы Маҡар ауы­лына төрлө яҡлап ярҙам итә: бөтә уңайлыҡтары булған балалар баҡсаһы һалдырта, урта мәк­тәпте заманса итеп төҙөкләндертә, музыка мәктәбенең эшмәкәрлегенә бәйле сығымдарҙы тулыһынса тиерлек үҙ иңенә ала. Олатай-өләсәһенән ҡалған иҫке өй янына, хан һарайылай, ике ҡатлы йорт күтәртә. “Беҙҙә яңы ғына ғаилә дуҫыбыҙ Иосиф Кобзон ҡунаҡта булып китте, яҡты, иркен өйөбөҙҙән кеше өҙөлмәй: яҙыу­сылар, фән әһел­дәре, артистар, ауылдаштар”, – тип һөйөнә мөғәллимә.
Хәстәрлекле педагог эскән ғаилә­ләрҙә үҫкән балаларҙы ла йыр-моң донъя­һына әүрәтеп, күңелдәрендә яҡ­тылыҡҡа ышаныс, матурлыҡҡа ынты­лыш тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Уҡыусылары өсөн үҙ аҡсаһына милли сәхнә күлдәктәре тектертә. Хәҙер “Селтербей” балалар ансамбле ҡала, район һәм республика кимәлендә үт­кән мәҙәни сараларҙы биҙәй, бәй­геләрҙә ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа Мәрйәм Солтанова үҙен һәләтле композитор итеп тә танытты. Өс йыр китабы донъя күргән.
Ул йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем. Өс саҡырылыш рәттән Маҡар ауыл советы депутаты итеп һайланған. Мә­ҙәниәтте үҫтереүгә бағышлаған эшмә­кәрлеге өсөн Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған. “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһенә эйә. Сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендәге юғары ҡа­ҙаныштары өсөн “Салауат Юлаев” ор­дены менән бүләкләнгән. Уға Ишембай ҡала һәм районының Почетлы гражданы исеме бирелгән.
Халҡым, тип йән атҡан көслө рухлы остаз, ысын шәхес, тыуған еренең тоғ­ро ҡыҙы һәм оло йөрәкле әсә ошо көн­дәрҙә оло юбилейын билдәләй. Ярай, иле­мә батыр балалар үҫтергәнмен, хал­ҡыма һәм һөнәремә йәнемде аямай хеҙмәт иткәнмен, тип тынысланып ултырырға йыйынмай Мәрйәм апай. Ул бөгөн дә ҙур маҡсаттар менән йәшәй. Рәсәй, хєҙер инде донъя кимәлендә билдәле шәхес, абруйлы эшҡыуарҙың әсәһе лә бит әле ул. Ә үҙе шул хәтлем ябай, мөләйем һәм ипле. Киң күңелле, ярҙамсыл, егәрле ҡатындың тыуған еренә, халҡы­на, һайлаған һөнә­ренә мөхәббәте балаларына ла күскән. Изге йөрәкле әсә һәм ул: Мәрйәм Солтанова һәм Радик Солтанов кеүек олуғ шєхес­тєребеҙ булғанда, халҡыбыҙҙың киләсә­ге өсөн борсолаһы түгел. Илебеҙҙең ғорурлығы, таянысы, йөҙө булған аҫыл миллєттєштєребеґґењ йәшәү ҡото һү­релмәһен, ә ишәйһен һәм сәскә атһын!

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Ишембай районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook