Башҡортостан Ҡыҙы

Түгелмәһен балаларҙың күҙ йәше!

Бешкән иген кеүек алтынһыу сәстәре уның ғорурлығы була. Әле үҙ матурлығын аңлап етмәгән ҡыҙсыҡ сәстең ҡатын-ҡыҙҙың бер күркәмлеге икәнен тойомлап, ҡалын толомдар үҫтерә. Әсәһе лә белә ҡыҙының сәстәрен ҡәҙерлә­үен – тыңламаһа, усы менән ҡайырып тота ла оло ҡайсы менән толом төбөнән үк киҫеп ала. Нисә тапҡыр ҡабатлан­ғандыр был, тик ҡыҙҙың сәсе ике ай эсендә тигеҙләнеп үҫә лә йәнә ғорурлығына әйләнә. Әсәһе ярһыған саҡта бәргән сынаяҡтың ярсығы эләгеп, битендә ҡалған йәмһеҙ йөй генә улай тиҙ шымармаҫ. Болотһоҙ күктәй зәңгәр күҙҙәр төбөндәге упҡындай һағыш та тиҙ таралмаҫ – ул шул тиклем тәрән, таралырмы-юҡмы икәнен дә әйтеп булмай.
Әсә менән ҡыҙ баш ҡалала бер бүлмәле фатирҙа, ҡарап тороуға, ҡәҙимге ғаилә кеүек көн итәләр. Әсә, ваҡытлыса булһа ла, төрлө эштә йөрөп, тормошто хәстәрләй. Ун дүрт йәшлек һылыу мәктәптә уҡый. Тик таш стеналар артында әсәнең йылдар дауамында
балаһын нисек йәнен имгәте­үен, даими тәне күгәргәнсе туҡмауын берәү ҙә белмәй. Ҡатын аҡсаһы бөткәндә төн уртаһында үҫмер ҡыҙын ҡаланың икенсе яҡ осондағы элекке һөйәренә ебәрә – аҡса алып ҡайтһын өсөн. Юлға аҡсаһы булмаған бала бер нисә сәғәт эсендә әйләнеп ҡайтырға тейеш була. Ауыр тормошҡа йәне көйһә лә, туҡмаҡ ҡыҙға эләгә. Бәхет вәғәҙә иткән сираттағы ир ташлап киткәс тә, язаны бисара бала күтәрә.
... Ғаиләнең яҙмышы башҡа бәхетһеҙ ғаиләләрҙекенән күпкә фажиғәлерәк: әсә кеше йән ауырыуына дусар булып сыға – бөгөн ул психиатрия ауаханаһында. Ә ҡыҙ приютҡа урынлаштырылған. Ул көн дә әсәһен һағынып илай һәм ҡайтарыуҙарын үтенә...
Был әсәнең бәғерһеҙлеге йән ауырыуына бәйле булһа, һау-сәләмәт өлкәндәрҙең балаларға енәйәтсел шәфҡәтһеҙлеген нисек аңлатырға? Республикала
былтыр бәлиғ булмағандарға ҡарата 2304 енәйәт эше ҡылынған, был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 227 осраҡҡа, йәғни 10,9 процентҡа күберәк. Быларҙың яртыһын тиерлек балаларҙың сәләмәтлегенә зыян килтереү, ҡыйнау, үлтереү менән янау, уларҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарын тейешенсә үтәмәү тәшкил итә. Бигерәк тә бәләкәй балаларға (58,9 процентҡа күберәк) һәм яңы тыуған сабыйҙарға (133,3 процентҡа) ҡарата эшләнгән енәйәттәрҙең артыуы хаҡындағы мәғлүмәттәр хафаға һала.
Түгелмәһен балаларҙың күҙ йәше!Ә түбәндәге һандар иң һалҡын ҡанлы кешене лә шаңҡытыр – балаларҙы көс­ләүҙәр өс тапҡырға артҡан.
Өфө ҡалаһының Октябрьский районында, Сипайлово биҫтәһендә, Архангел һәм Ҡариҙел райондарында был енәйәт төрөнөң артыуы теркәлгән.
Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге етәксеһе, полиция полковнигы Андрей Анатольевич
Шитов менән әңгәмәбеҙ шул турала.
– Йән тетрәндерерлек был һандар йылдан-йыл хәл­дең киҫкен­ләшеүе тураһында ғына түгел, балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәрҙе асыҡлау эшенең әүҙем һәм берҙәм алып барылыуы хаҡында дәлилләй.
Әлбиттә, һуңғы егерме йылда ҡоролошобоҙҙоң ҡыйралыуы, беҙ баһалаған, ҡәҙерләгән мәңгелек ҡиммәт­тәрҙең ҡаҡ­шауы – барыһы ла тормошобоҙҙа сағылыш таба. Эшһеҙлек, башлыса ул тыуҙырған эскелек, шул арҡала барлыҡ­ҡа килгән низағтар бындай ғаиләлә тәр­биәләнеүсе бала­ларҙа ла кире сағыла. Мин һуңғы йылдарҙа бигерәк тә ауылдарҙа уңышһыҙ ғаиләләрҙең арты­уын бил­дәләп үтер инем. Сәбәбе – әлеге лә баяғы эш булмауы, колхоз-совхоздар тарҡалғас, бына ике тиҫтә­нән ашыу ин­де байтаҡ ауыл кешеһенең бик ауырлыҡ менән көн итеүе. Һис шикһеҙ, ғүмер баҡый әхлаҡ бағана­һы булған ауылдың бөгөнгө хәле борсоуға һала. Бар яраштыра, юҡ талаштыра, тиҙәр – ауыр тормош касафаты ғаилә­ләге мөнәсәбәт­тәргә кире йоғонто яһай.
Ғөмүмән алғанда, был күренеш беҙ­ҙең республикаға ғына түгел, бөтә илгә хас, тип әйтер инем.
Былтыр беҙ 227 ата-әсәне балалары­на ҡарата шәфҡәтһеҙ булғаны өсөн енә­йәт яуаплылығына тарттырҙыҡ. Әлбиттә, бер осраҡта ла эш атаны йәки әсәне иркенән мәхрүм итеү ме­нән тамамланманы, улар шартлы рә­үештә генә хөкөм ителде. Ләкин, нисек булһа ла, ғаиләне һаҡлап ҡалыу, баланы ата-әсә тәрбиәһе­нән мәхрүм итмәү ниәте­нән сығып ҡабул ителгән ҡарарҙар һәр ваҡытта ла, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, минең­сә, аҡланмай.
Шулай уҡ үткән йылда балаларын тәрбиәләүҙән ситләшкән 11686 ата-әсәнең административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуын да әйтеп үткем килә. Сабыйҙарын ҡарамайынса, уларҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған ата-әсәләрҙең битарафлығын енә­йәтсел тип атар инем. Балаларға шәфҡәтһеҙ булыуға уларҙы имгәтеү, ҡыйнау ғына түгел, иң ябай шарттарҙы ла булдырмайынса, тейешенсә тәрбиәләмәү, табиптарға йөрөтмә­йенсә, медицина хеҙмәтләндереүенән мәхрүм итеү ҙә инә бит.
Шуны ла билдәләр инем: элек ата-әсәләр, синыфташтары тарафынан йә­берләнгән балалар ул турала бер кемгә лә һөйләмәйенсә, эстәренә йомолһа, хәҙер үҙҙәре үк килеп, беҙгә хәбәр итеү­селәр бар. Был ошоғаса ябыҡ ҡа­бырсаҡ кеүек булған йәмғиә­тебеҙҙең асыла барыуын, өлкәндәр­ҙең генә түгел, балаларҙың да хоҡуҡи аңы үҫеүен күрһәтә.
– Ике йыл самаһы элек Башҡортос­тан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡындағы кодексына көнкүрештә низағ сығарыусыларға ҡа­рата айырым статья индерелгәйне. Шул турала һөйләп үтһәгеҙсе.
– 2011 йылдың июнендә был Кодекс­ҡа “Ғаилә-көнкүреш низағы” хаҡында статья өҫтәлде. Ул ғаилә ағ­заларын мыҫ­ҡыллау, уларҙы яман һүҙҙәр менән әрләү, тауыш ҡуптарыу өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы күҙ уңында тота. Бындай статьяның әле к∆п төбәк­тәрҙә ҡабул ителмәүен әйтеп үтер инем.
– Ул нимәнән ғибәрәт икән?
– Тауыш ҡуптарыусыға ҡарата штраф һалыуҙан. Әлбиттә, штрафтар былай ҙа ҡалын булмаған ғаилә кеҫәһен йоҡарта, тиерһегеҙ. Ләкин, тәжри­бәнән күренеүенсә, был сара бары­бер һөҙөмтә­һен бирә. Полиция участкаһы инспекторының килеүе үҙе үк янъялсы­ны урынына ултырта, бындай низағтар ҡуптарыуын дауам итһә, эштең ҙурға китәсә­ген – яуаплылыҡтың ҡатыраҡ булыуын белеп тора, ғаилә ағзаларына үҙҙәрен яҡлаулы тойорға булышлыҡ итә.
– Ғаиләлә мөхиттең сәләмәт булмауы арҡаһында йыш ҡына балалар өйҙән ҡаса, хатта үҙҙәренә ҡул һала.
– Эйе. Тик мин ҡул һалыу осраҡтары хаҡында һөйләү күберәк медицина өлкә­һендәге белгестәргә ҡағы­ла, тиер инем, сөнки ғаилә ағзаларының күңел торошо­на ҡағылышлы проблемалар менән улар шөғөлләнә. Үткән йылда өйҙәренән ҡасыусы балалар беҙҙә 1549 булды. Уларҙың күбеһе уңышһыҙ ғаиләләр­ҙән. Балалар йорттарынан, социаль приюттар­ҙан ҡасыусылар ҙа юҡ тү­гел. Эҙләп табып, ҡайтарып тороуға ҡарамаҫтан, ҡат-ҡат, хатта унар тап­ҡыр ҡасыусылар бар...
– Республикала балаларҙың төнгө ваҡытта өлкәндәр оҙатыуынан башҡа йөрөүен тыйыу хаҡында Закон ҡабул ителгәйне. Халыҡ телендә “Балалар өсөн комендант сәғәте” тип аталған ошо Законға туҡталып үтһәгеҙ ине.
– Балалар һәм үҫмерҙәрҙе төнгө хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалау, улар ара­һында берәҙәклекте, хоҡуҡ боҙоу­ҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында 2010 йылдың июлендә “Башҡортостан Республика­һында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары хаҡында”ғы Закон­ға үҙгәреш­тәр индерелгәйне. Ул үҙгә­рештәр ун ете йәшкә тиклемге бала­ларҙың төнгө ваҡытта 22 сәғәттән 6 сәғәткәсә (1 майҙан 30 сентябргә тиклемге осорҙа – 24 сәғәттән 6 сә­ғәткә ҡәҙәр) өлкән­дәрҙән башҡа йө­рөүен тыйыуҙы күҙҙә тота. “Төнгө урам – балалар өсөн тү­гел”, – күпселек ата-әсәләр шулай тип, Законды хуплап ҡабул итте, уның балалар һау­лығын, ғүмерен, әхлаҡи именлеген һаҡлау өсөн мөһим булыуын аң­ланы. Закон үҙ көсөнә ингән мәлдән балалар һәм үҫмерҙәр араһында енә­йәтселек кимәленең 27, 4 процентҡа кәмеүе лә уның һөҙөмтәлелеге хаҡында һөйләй.
– Андрей Анатольевич, журналыбыҙҙы уҡыусы ата-әсәләргә нимәләр теләр инегеҙ икән?
– Моғайын, был һүҙҙәр бик тапал­ған кеүек, үтә ҡәҙимге яңғырар. Нисек кенә ҡатмарлы йәшәһәгеҙ ҙә, тормош ауырлыҡтарынан көслөрәк булырға тырышығыҙ, тиер инем. Балаларығыҙға ҙурыраҡ иғтибар бүлегеҙ, ниндәй уйҙар менән йәшәүҙәрен аңларға, ҡыҙыҡһы­ныуҙарына төшөнөргә ынтылығыҙ, дуҫ­тарының кем икәнлеген белеп тороғоҙ, улар урамға тартылма­һын өсөн, алдары­на бәләкәй һәм ҙур маҡсаттар ҡуйырға ярҙамлашығыҙ, тип әйткем килә. Һалған һөйөүегеҙ, түккән ваҡы­тығыҙ, көсөгөҙ мотлаҡ әйләнеп ҡайтасаҡ – уларҙың һеҙҙе ҡыуандырыр яҡты киләсәге булып.

Альмира КИРЄЕВА әңгәмәләште.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook