Башҡортостан Ҡыҙы

Ҡөҙрәтле дәрт - бейеүҙәрҙә, Арбарлыҡ моң - йырҙарҙа

Ҡөҙрәтле дәрт - бейеүҙәрҙә, Арбарлыҡ моң - йырҙарҙаЭйе, мәҙәниәт учреждениеларының матди базаһын нығытыу, биналарҙы ремонтлау, сәхнә ҡорамалдары һатып алыу кәрәклеге хаҡында респуб­ликабыҙ Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтайға 2012 йылдыњ ноябрендєге Мөрәжәғәтнамәһен­дә лә билдәләп үтелгәйне. “Һәр тин иҫәпле бөгөнгө заманда был тиклем зауыҡлы ремонт үтеүенә, әлбиттә, рес­публика һәм район, ҡала етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Ремонт өсөн республика ҡаҙнаһынан 23 миллион һум­ға яҡын, муниципалитеттан 10 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде”, – тип уртаҡлаша филармония директоры Ильвера Тур­һынбулат ҡыҙы Ғибаева.
Учалы филармонияһы республикалағы биш филармония араһында берҙән-бер муниципаль љарамаљтаѓы ойошма ғына түгел, иң йәш коллектив та булып тора. Әммә һөнәри оҫталыҡ һәм йөкмәтке буйынса уларҙы баш­ҡалар­ҙан түбәнерәк тип әйтергә бе­рәүҙең дә теле әйләнмәҫ. Киреһенсә, был коллективты таланттар бишеге тип атарға мөмкин, унда ҡанат ны­ғытҡан әллә күпме ижадсы Башҡортостаныбыҙ сәнғәте күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Ә Учалы артистарының ил кимәлендәге төрлө конкурстарҙа, мәҙәни сараларҙа республикабыҙ исеменән лайыҡлы сы­ғыш яһа­уы, сит илдәрҙәге фестивал­дәрҙән юғары баһа алып ҡайтыуы үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй. Башҡорт мәҙә­ниәтен иң сағыу балҡышында еткергән учалыларҙы Франция, Италия, Испания, Греция, Швеция, Израиль, Сирия тамашасылары көслө алҡыштарға күмгән. Мәҫәлән, Израилдә “Планета сәскәләре” халыҡ сән­ғәте байрамында беренсе урынды ал­һалар, Сириялағы халыҡ-ара конкурстан лауреат булып, беренсе дәрәжә­ләге диплом менән ҡайтҡандар.
Ҡөҙрәтле дәрт - бейеүҙәрҙә, Арбарлыҡ моң - йырҙарҙа
“Сит илдәргә фестивалдәргә сығып, йыр-бейеүҙәребеҙҙең иң аҫыл өлгө­ләрен күрһәтеүгә район хєстєрлегендє булыуыбыҙ, сығымдарҙы урындағы етәкселек үҙ өҫтөнә алыуы һөҙөмтә­һендә ирештек. Ғөмүмән, Учалы муниципаль район хакимиәте башлығы Фәрит Фәтих улы Дәүләтгәрәев һәм ҡала биләмәһе хакимиәте етәксеһе Ильяс Хәбибулла улы Килмөхәмәтов мәҙәниәт халҡыбыҙҙыњ рух ҡалҡаны булыуын аңлап, был өл­кәгә ифрат ҙур иғтибар бүлә”, – Ильвера Тур­һынбулат ҡыҙының был һүҙҙәрендә ғорурлыҡ та, ҡыуаныс та сағыла.
Ун беренсе миҙгел илһамланып ижад итеүсе артистар филармонияны ойоштороуға ҙур көс һалған, “йәнтө­йәгем” тип янып йәшәгән шәхес – райондың элекке башлығы Ринат Абдуллинды ҙур хөрмәт менән иҫкә алалар, уның яҡты рухы алдында баш эйәләр. “Бәрәкәтле еребеҙҙә тыуған таланттарҙы тупларға ынтылған Ринат Барый улы йыр-моңға мөкиббән ғашиҡ ине, бигерәк тә “Йәнбикә”не онотолоп китеп тыңлай торғайны”, – тип һағынып хәтерләйҙәр уны.
... “Коллективтың йөҙөк ҡашы” – үҙе лә ғүмерен бейеү сәнғәтенә арна­ған Ильвера Ғибаеваның халыҡ бейеү­ҙәре ансамблен шулай тип атауында ҙур хаҡлыҡ ята. Ансамблдең ярһыу, дәртле, ялҡынлы сығыштарын­да Учалы халҡының борондан килгән бейеү ма­һирлығы ла (ә бында һәр йортта бейейҙәр, һәр ауылда бейеү ансамбле бар!), маҡсатлы, көслө һәм бөтөн хол­ҡо ла, уттай тәбиғәте лә сағылғандай.
Ансамблдә – ун пар, улар барыһы ла ҡала сәнғәт колледжының хореография бүлеген тамамлаусы бейеүсе­ләр. Һуңғы йылдарҙа ансамбль йәш­тәр менән тулыланған, филармония асылғандан бирле яҡташтарын дәртле сығыштары менән ҡыуандырыусы Фирүзә Мөлөкова, Айгөл һәм Илшат Исхаҡовтар улар менән тәжрибәһен теләп уртаҡлаша.
Ҡөҙрәтле дәрт - бейеүҙәрҙә, Арбарлыҡ моң - йырҙарҙа
Бейеүҙәрҙе башлыса филармонияның тәүге художество етәксеһе, режиссер-ҡуйыусыһы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Низаметдинов һалған. Һөнәре буйынса ауыл хужалығы белгесе, ләкин булмышы менән ижадсы – билдәле ҡурайсы ла, ҡубыҙсы ла, өзләүсе лә, бейеүсе лә Рәйес Йәүҙәт улы Учалы ерлегендә тыуған бейеүҙәр үҙенсәлеген өйрәнеп, оло хазина итеп һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат иткән. Мәҫәлән, көй ыңғайына учалыларға ғына хас ҡатмарлы тыпырҙауҙы башҡа бер ерҙә лә күрмәҫһең. “Бер нисә быуындан, әллә нисә төрҙән торған тыпырҙау – беҙҙә хасил булған күренеш”, – тип раҫлайҙар бында.
“Тарпандар”, “Марш” бейеүе, “Ҡара-ҡаршы” бейеү, “Ҡайын һуты”, “Солоҡсолар”, “Алтын йыуыусылар”, “Тиле йәшлек” – концерттарґа ҡул сабыуҙар менән оҙатылған бейеүҙәр­ҙең һәр береһенең үҙ тарихы. Ҡеүәт­ле бейеү теле халҡыбыҙҙың көнитмешен, холоҡ-фиғелен, кисерештә­рен, яҙмышындағы бай ваҡиғаларҙы ябай телдән сағыуыраҡ, күпкә көслө­рәк кәүҙәләндерә. Репертуарҙағы рус, украин, татар, һинд, испан, грек халыҡ бейеүҙәрен дә тамашасылар бик яратып ҡабул итәләр. “Бөгөнгө балетмейстер, Фәйзи Ғәскәров исемен­дәге ансамблдә ҙур оҫталыҡ туплаған бейеүсе Эльвира Мортазина коллективҡа яңы һулыш, йәшлек ҡомары алып инде”, – тип һанай артистар.
Тыуған ерҙәренән илһам алып ижад итеүсе йәш йырсылар – Илдар Жамалов һәм Илдар Усмановтың халыҡ-ара һәм республика кимәлендәге бәйгеләрҙә уңыш ҡаҙанып, танылыу яулай барыуын да әйтеп үтке килә.
Филармония тарихына ҡағылышлы һәр кешене оло шәхес итеп күр­гән, һәр хәл-ваҡиғаны түкмәй-сәсмәй бәйән итеүсе Раушания Мәхмүтова үҙе лә хеҙмәт юлын ошо сәнғәт йорто асылған көндә башлаған. Яҡташтары тарафынан “сәхнә күрке” тип нарыҡ­ланған һылыу тамашасы менән артист араһында күҙгә күренмәҫ ептәр һуҙыусы – конферансье ғына түгел, коллективтың художество етәксеһе лә, башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы ла.
– Сығыштарыбыҙҙың сағыу, онотолмаҫ булыуын сәхнә кейемдәребеҙҙең бай, таң ҡалырлыҡ матурлығы ла билдә­ләй. Мәҫәлән, башҡорт милли кейем­дәребеҙҙе сит илдәрҙә эргәбеҙгә килеп тотоп ҡарап, тел шарлатып, һоҡланыуҙарын белдерәләр. Затлы күн итек, ҡамсат бү­рек, зиннәтле еләндәр, күҙҙең яуын алырлыҡ ҡашмау-түшелдеректәр тамашаларыбыҙҙың бәҫен күтәрә, – тип һөйләй ул. Тамашаларҙың бәҫен күтәреп кенә ҡалмай, сығыш яһаусыларҙы бөтә матурлығында балҡыта, тип өҫтәр инем мин. Сит илдәрҙә гастролдәрҙә саҡта ҡыҙҙарыбыҙҙан күҙ алмай хайран ҡылыуҙары ла юҡҡа түгел. Ә Сирияла саҡта, был илдә һаҡланған йола буйынса урлап алып китә күрмәһендәр тип, сибәркәйҙәрҙе хатта һаҡ аҫтында йөрөткәндәр.
Артистар әле алыҫ гастролдәргә йыйына – Себер тарафтарындағы милләттәштәребеҙгә йыр-моң өлә­шеп ҡайтмаҡсы. Унан һуң ғәзиз тө­йәктәренең – Учалы ҡалаһының 50 йыллыҡ юбилей тантаналарына әҙер­ләнә башлаясаҡтар. “Ул тамаша яҡ­таштарыбыҙға, һис шикһеҙ, оҙаҡ иҫтә ҡалырлыҡ матур, ҡәҙерле бүләк буласаҡ”, – ти режиссер-ҡуйыусы Минзәлә Яхина.
Ҡөҙрәтле дәрт - бейеүҙәрҙә, Арбарлыҡ моң - йырҙарҙа
... Мөғжизәләр иле Учалыға бер барһаң, күңелең гел тартылып торор, аяҡтарың тағы шунда әйҙәр, тиҙәр. Учалы филармонияһы тамашаһын бер күргән кеше лә, арбалып, йәнә һәм йәнә шул моңдо, шул көйҙө ишетергә, бейеүҙәренең тылсымлы кө­сөн, ҡөҙрәтле дәртен ҡат-ҡат үҙендә тойорға теләр.

Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Учалы районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook