Башҡортостан Ҡыҙы

Африкала – өмә

Африкала – өмә– Ауылдағылар сәләм әйтеп, иртәгәгә көтөп ҡалды, – тине Джозеф. Джозефтың тыуған ауылы әле ул йәшәгән Дапаонг ҡаласығынан һигеҙ саҡырым йыраҡлыҡта. Юл бик насар булғанлыҡтан, ул машинаһын алманы, мотоциклда киттек. Тәбиғәт беҙҙең һирәк-һаяҡ ҡыуаҡлыҡтар һәм ағастар үҫкән дала яҡтарын хәтерлә­тә. Тик ағастар башҡа – манго, пальманың әллә нисәмә төрө, тамариск һәм башҡа мин исемдәрен белмәгән­дәре. Эргә-тирәлә – кукуруз һәм миллет баҫыуҙары. Әле уңыш йыйыу ваҡыты, шуға күрә халыҡ күп осрай. Ҡатын-ҡыҙҙар саҡ ҡына сүгә биреп, ирҙәр йылмайышып сәләмләй.
Джозеф – бик абруйлы кеше. Уны яҡташтары ныҡ хөрмәт итә. Сөнки ул моба халҡының тормошон еңеләй­теү, балаларҙы уҡытыу өсөн ифрат күп эшләй. Ҡатыны Сок-Чин (ҡасандыр ул бында Сингапурҙан Ғайсаның тәғлимәтен үҙенең миһырбанлы эш­тәре аша аңлатыу өсөн бында миссионер булып килгән) менән алфавит төҙөгәндәр, моба яҙмаһын булдыр­ғандар. Әле Джозеф, ҡырҡтан ашыу балаға урта белем алырға мөмкинлек биреп, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Бына ауылға килеп еттек. Буркина-Фасола, Африка ауылында булып сирҡаныс алғанға күрәлер, был юлы тыныс инем. Бында ла шул уҡ, үҙҙәре балсыҡтан һуҡҡан кирбестән төҙөгән торлаҡтар. Улар беҙҙәге мунсанан да бәләкәсерәк. Улар бер нисәү һәм, түңәрәк ишек алды барлыҡҡа килте­реп, бер-береһенә терәлеп төҙөлгән. Тышҡы яҡ стеналары бер үк ваҡытта ҡойма ролен дә үтәй, шуға күрә тәҙрә тигән нәмә юҡ. Хәйер, беҙ аңлағанса, ишектәр ҙә юҡ, сығыу урынына шаршау ғына элеп ҡуйылған.
Африкала – өмә
Мин Джозефтың еңгәһе Ванглиң тигән ҡатынға төбәп киләм. Уның тураһында беренсе тапҡыр Амстердамда ишеткәйнем. Берҙән-бер көндө электрон почта аша Джозефтың: «Коабикелар ғаиләһенә ҙур ҡайғы килде», – тигән хатын алдым. Был хатта ул бер туған ағаһының улы егерме дүрт кенә йәшендә вафат булғанын һәм йәш кенә ҡатыны ме­нән береһенән-береһе бәләкәйерәк өс бала тороп ҡалғанын яҙғайны: «Балаларҙы, моғайын, өләсәләре Ванглиң ҡарап үҫтерер. Ә ул үҙе лә һаулыҡҡа туймай». Моба халҡының йолаһы буйынса оло ҡайғыны ла, ҙур шатлыҡты ла шулай уртаҡлашалар икән. Ике туған ҡустыһының үлемен Джозеф айырыуса ауыр кисерҙе, сөн­ки уны бәләкәй генә сағынан уҡ үҙе ҡарап үҫтергән. Ағаһы гүр эйәһе бул­ғас, ул еңгәһенә үҙе өйләнергә тейеш булған. «Әммә минең артабан уҡы­ғым килә ине. Шуға күрә Ванглиңға: «Һин үҙең теләгән кеше менән тормошоңдо ҡор, ә мин ағайымдың балаларын бер ваҡытта ла ярҙамымдан ташламам», – тинем. Ул тағы бер кешегә сығып йәшәп алды, бер улы, ике ҡыҙы бар», – тип һөйләгәне хәтерҙә.
Бына шул етем балаларға ярҙам булһын тип, ара-тирә аҡса ебәреп торғайным. Үткән яҙ: «Баҫыуға ашлама алдыҡ», – тип яҙғайнылар. Шуға күрә кукуруздары ярайһы ғына уңған.
Ванглиң ике күҙе мөлдөрәп көлөп торған, ҡаҡса ғына зифа буйлы, алсаҡ ҡатын булып сыҡты. Ул, алдыма сүгә­ләп, оҙон итеп ниндәйҙер сәләм һүҙ­ҙәре әйтте. Үҙемдән өлкән кешенең теҙләнеп тигәндәй тороуына уңай­һыҙландым. Мин дә уның ҡаршыһына сүгәләнем. Ҡулына бүләгемде, бер дуҫым Һиндостандан алып ҡайтҡан беләҙекте кейҙергәс, Ванглиңдың ҡыуанысының сиге булманы. Ул арала Джозефтың олаталары – атаһы­ның ҡустылары килеп етте. Береһенә – һикһән ике, икенсеһенә һикһән дүрт булыуға ҡарамаҫтан, был аҡһа­ҡалдар еңел һөйәкле, ныҡ әле. Икеһе лә яңы ғына баҫыуҙарынан ҡайтҡандар. Африкала үлем күп, әммә башлыса бала-саға, йәштәр китә, ә инде илле йәштәргә етергә насип булһа, унан өлкәнерәктәр ныҡ була, тип аңлаттылар.
Усаҡ өҫтөндә – ҙур өс ҡаҙан. Унда Ванглиң һыра ҡайнатҡан. Әле ул һыраны тауыҡ ояһы һымаҡ ҙур, үрел­гән кәрзин аша һөҙөлөргә ҡуйған. Уны йүгерешеп йөрөгән тауыҡ себештәре лә, бәләкәс кенә кәзә бәрәсе лә муйын һоноп эсергә ынтыла ла шунда йөрөгән бала-саға тарафынан ҡыуып ебәрелә. Ванглиң үҙе килгән һәр кешегә, хатта үткән-һүткәнгә лә сеүәтә һымаҡ бер нәмә менән һоҫа һалып бирә. Йыл әйләнәһенә йылы булғас, бында, әлбиттә, бөтөн тормош тышта, бер-береһенең күҙ алдында үтә. Шуға кемдә нимә бешә, нимә ҡайнай – барыһына ла мәғлүм. Ванглиңдың һыраны өмә яһар өсөн ҡайнатҡанын ишеткәйнем, шуға күрә, ирекһеҙҙән, былай итеп һәр береһенә эсерә башлаһа, өмәселәренә ҡалыр микән, тип хәүефләнеп ултырам. Етмәһә, белеүемсә, һыра – өмәселәр өсөн берҙән-бер һый. «Ә ашарға?» – тип һорайым. «Шул тиклем ризыҡты ҡайҙан алһын? Хәҙер тотоноп бөтһә, киләһе йылға тиклем ғаиләһе нимә ашай?» – тип яуап ҡайтаралар.
Африкала – өмә
Яҡшылап ашлағас, алыҫтағы баҫы­уында кукурузы уңған. Ирҙәр барып, уңышты йыйған. Иртәгә ҡатындар уны йөкмәп алып ҡайтырға тейеш икән.
– Минең дә барғым килер ине, – тием мин, Джозефҡа ҡурҡып ҡына ҡарап. Шыртлауымдың сәбәбе шул: әле бында килмәҫ борон уҡ бер һөйләшкәндә, Африка ауылында бер нисә көн йәшәп ҡарарға теләгемде ишеткәс, дуҫтарымдың сәсе үрә торғайны. Мин үҙем дә – ауыл бала­һы, икенсенән, артыҡ матди донъяға иҫем китеп бара торған кеше түгелмен. Ашау яғынан да артыҡ талымлығым юҡ. Шуға күрә башта аптырап ҡалдым. Уларҙың шул тиклем ҡай­ғыға төшөүен аңламаным.
– No food, no water, – тиеүҙәренә, «Эсәр һыуҙы һатып алып барырға мөмкин, ә ашауға килгәндә, бер аҙна банан ашап йәшәргә лә була. Саҡ ҡына диета миңә файҙаға ғына», – тип ныҡышып маташтым.
Ә инде:
– Ундай талаптар ҡуя башлаһаң, бәлки, килмәҫһең. Һинең именлегең һәм һаулығың өсөн беҙ яуап бирәбеҙ бит, – тип мөмкин тиклем һаҡ, әммә ҡаты киҫәткәс:
– Ярай, ҡунаҡ хужаның ишәге, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Нимә күрһәтә­һегеҙ, ҡайҙа алып бараһығыҙ – шуға риза булырмын, – тип килгәйнем.
Әле иһә, баҫыуға барырға телә­гемде ишетеү менән, барыһы ла көлө­шөп, ҡул һелтәй башланы. Ванглиң ашыға-ашыға ниҙер һөйләй. Джозеф миңә тәржемә итеп бара:
– Баҫыу бынан егерме саҡырым самаһы алыҫлыҡта ята. Тимәк, тегендә-бында – ҡырҡ саҡырым. Унда барып ҡайтҡас, һин түгел, Ванглиң­дың ошонда тыуып үҫкән ҡыҙҙары ла хәлһеҙ ята. «Ә баҫыуҙа, ҡояштың эҫеһенә сыҙамай ятып үлһә, беҙ уны нимә эшләтәбеҙ?» – тиҙәр.
Ә мин, инде дүрт тапҡыр Ирә­мәлгә менеп төшкәнемде иҫтә тотоп, бирешмәҫемде самалайым.
Эргәлә түңкәрелгән ҙур табаҡҡа ымлап – улар уңышты шунда һалып, баштарына ҡуйып алып ҡайтасаҡ:
– Күпме күтәрә алаһығыҙ? – тип һорайым.
– Егерме-егерме биш килограмм тирәһе…
– Ә минең ауырлығым – алтмыш дүрт кило. Тимәк, өсәүегеҙ мине еңел генә күтәрә ала, – тип шаяртам.
Бер ни тиклем гәпләшкәндән һуң, мине алып барырға булдылар.
– Яҙыусы кешегә – урындағы тормошто аңлау өсөн һәйбәт мөмкинлек, һәм һинең уны ысҡындырырға телә­мәгәнеңде аңлайым. Тик, – тине Джозеф, – миңә лә барырға тура киләсәк. Сөнки һин уларҙың, улар һинең телеңде аңламай, берәй нәмә була ҡалһа, ни эшләтергә лә белмәй аптырарҙар.
Икенсе көндө таң һарыһынан, иртәнге сәғәт бишенсе яртыларҙа уҡ ҡуҙғалдыҡ. Йылан-саян һымаҡ нимә­нән ҡурсалап, аяғыма кроссовка кейеүемде талап иттеләр. Иртәнсәк, серәкәйҙәр әле күп булған саҡта һаҡ­ланыр өсөн оҙон еңле кейем, башҡа яулыҡ ябындым. Серәкәйгә ҡаршы май һөрттөм. Африкала маляриянан һәр биш секунд һайын бер кеше һәләк була тигән ҡурҡыныс статисти­ка бар. Ә был ауырыуҙы серәкәйҙәр тарата. Кисен ҡараңғы төшә башлау менән үк һәм иртәнсәк ҡояш сыҡ­ҡанғаса мине өйҙән сығармаҫҡа тырышҡандары бына шунан аңлашыла ла инде.
Башта дүртәү генә инек. Бара бир­гәс, йәнә биш-алты ҡатын ҡушылды. Улар – Коабикелар ырыуынан. Бына шулай бөтөн ауыр эштәрҙе ҡулалмаш эшләйҙәр. Бер ҡатын арҡаһына биш-алты айлыҡ балаһын тағып алған. Алға китеп булһа ла әйтәм, ярты көндән ашыу йөрөнөк һәм был баланың бер тауышы ла сыҡманы. Ҡайһы мәлдә башын һәлпелдәтеп йоҡлап китә, ҡай ваҡыт муйыл кеүек ҡара күҙҙәре менән тирә-яҡҡа ҡарап бара. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ был балаларҙы йәлләп ҡараһаҡ та, психолог ғалимдар раҫлауынса, улар, эшкә киткән әсәләренән айырылып яслеләрҙә ҡалған балаларға ҡарағанда, психологик йәһәттән сәләмәтерәк була. Сөнки улар ҡасан теләй, шунда имә, һәр саҡ әсәһенең йылыһын, тәнен тойоп йөрөй.
Ҡатындар баштарына буш һауыттарын ҡуйып алған да, подиумдағы моделдәр һымаҡ, зифа һындарын туп-тура тотоп, еңел генә атлай. Ванглиң башта алдан бара ине, унан арттараҡ ҡалып, һәр бер өмәсеһе менән гәпләшеп, елдереп йөрөй. Алтмыштан үткән кеше тип әйтмәҫһең. Барыһының да яланғас аяҡтарында шапылдаҡ ҡына. Ҡап-ҡара балтырҙа­ры тимерҙәй ныҡ һымаҡ тойола.
Иҫ киткес матур итеп ҡыҙарып, ҡояш ҡалҡа башланы. Алыҫтан күрен­гән пальмалар тирә-яҡҡа экзотика тө­ҫөн бирә. Ҡатындарҙың күгәрсендәй гөрләп һөйләшкәнен, мин бөтөнләй аңламаған телдең моңон тыңлап ки­ләм һәм, ҡайһы ваҡыт ысынбарлыҡ тойғоһон юғалтып, үҙ-үҙемдән:
– Был минме, мин түгелме? – тип һорап ҡуям.
Ҡулымда – Анни-Мари Буркина-Фасоға килгәндең тәүге көнөндә үк тоттороп ҡуйған литр ярымлыҡ шешәлә туңдырылған һыу. Ул тиҙ йылынмаһын өсөн һыуытҡыс сумкаға һалынған.
– Үҙеңә тәүҙән үк ғәҙәт итеп ал. Хатта эскең килмәгән һымаҡ булһа ла, биш минут һайын һыу уртла. Юғи­һә, башың ауырта башлар, – тигәйне инде Африкала ун ете йылдан ашыу йәшәгән француз ҡыҙы Анни-Мари.
Барабыҙ. Эргә-тирәлә – баҫыуҙар. Унда кемдәрҙер бил бөгә, уңыш йыя. Ҡысҡырышып, уларҙы дәртләндереп, мәрәкәләшеп китәләр. Күберәк –кукуруз һәм миллет баҫыуҙары. Әйткән­дәй, ул миллет һүҙен барғас та ишет­кәйнем. Анни-Мари менән Тоуган төбәгендәге ауылға барғас, беҙгә «то» тигән бер ашамлыҡ алып килделәр.
Африкала – өмә
– Был – ҡунаҡ һыйы, кукуруз ононан бешерелгән. Ғәҙәттә, үҙҙәре өсөн миллеттан әҙерләйҙәр, – тигәйне Анни-Мари.
Әле лә, ят үҫемлекте ҡыҙыҡ күреп, йәһәт кенә өҙөп, рюкзагыма тығам. Бары Өфөгә ҡайтҡас ҡына «Википе­дия»нан уның нимә икәнен ҡарарға булып киттем. Баҡһаң, ул тарының бер төрө булып сыҡты.
Ара-тирә мамыҡ баҫыуҙары күре­нә. Тотош ғаиләләре менән мамыҡ йыйып йөрөйҙәр.
– Бына был урындың исемен атайым «арыҫландар бала уйнатҡан ялан» тип әйтә торғайны. Тимәк, унда ҡасандыр арыҫландар булған, – ти Джозеф.
Сылтырап ҡына ағып ятҡан бер йылғаны кисеп сығабыҙ. Уның ярҙары ҡуйы, бейек ҡамыш һымаҡ үлән ме­нән ҡапланған.
– Ямғырлы миҙгелдә бында крокодилдар мыжғып йөрөй, – тиҙәр. – Әле баҫыуҙарҙа халыҡ күплектән генә боҫоп яталар.
Күңел шомланып ҡуйҙы. Кроссов­камды сисеп сығырға тура килгән­лектән, арттараҡ тороп ҡалғайным, йәһәт кенә башҡаларҙы ҡыуып еттем.
Барабыҙ, барабыҙ, барабыҙ… Ҡо­яш ҡыҙҙырғандан-ҡыҙҙыра. Әлегә хәл бар. Тик кешегә имгәк булыуҙан ҡурҡып, мөмкин тиклем кө­сөмдө һаҡларға тырышам. Көтмәгән­дә юл тип аталған һуҡмаҡтан ситкә ҡайырылып, баҫыу аша киттек.
– Юлды ҡыҫҡарттылар, – тине Джозеф ҡәнәғәтлек менән. Ул туҡ­тауһыҙ маңлай тирен һөртә: күптән инде ҡәләмдән ауыр нимә күтәрмәгән зыялы кеше, ни тиһәң дә. – Тегеләй барғанда өс-дүрт километрға алыҫы­раҡ булыр ине.
«Етмәһә, үргә табан», – тип уйлап ҡуйҙым. Бер аҙ барғас, киң тарбаҡлы манго ағасы төбөндә ятҡан кукуруз башаҡтары өйөмөнә килеп сыҡтыҡ. Манго бында ҡайҙа ҡарама үҫә. Моға­йын, миҙгелендә ашап бөткөһөҙ күп булалыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул март айында ғына өлгөрә. Ә әле ноябрь аҙағы ғына. Шунлыҡтан бауланған һымаҡ аҫылынып торған ваҡ емештә­ренә ымһынып ҡарарға ғына ҡала. «Емеш өлгөргән ваҡытта, минең һы­маҡ манго яратҡан кеше өсөн ожмах­тыр инде бында», – тип уйлап ҡуям. Мангоға Амстердамда йәшәгәндә әүәҫләнеп киткәйнем. Баҙарға шәмбе көндө кискә табаныраҡ сыҡһаң, һа­тыусылар, ҡалған емештәрен: “For free, for free!” – тип өләшеп тора тор­ғайны. Ә ярлы студент хал­ҡына шул ғына кәрәк. Бер рюкзак итеп тултырып алаһың да аҙна буйы ашайһың.
Ҡатындар, хатта ял итеп тә тормайынса, килеү менән геүләшеп табаҡтарын тултыра башланы. Йөҙҙә­рендә арыуҙың һәм эҫелектән йонсоуҙың әҫәре лә юҡ. Балалы ҡатын сабыйын имеҙергә тотондо. Бәғзе­ләрҙең, йөктәрен баштарына ҡуйып, ҡабат юлға сығырға ашығыуын абайлап Джозеф:
– Тороп тороғоҙ әле, ҡунаҡтың һеҙгә күстәнәсе бар, – тип туҡтатты. Кисә мине алып барырға риза булғандарына рәхмәт йөҙөнән берәй һый алырға тәҡдим иткәйнем.
– Нимә алырға теләйһең һуң? – тип һорағайны Джозеф.
– Берәй емеш-фәлән…
– Ярар, бир аҡсаңды, үҙем алырмын, – тигәйне. Әле беҙ рюкзакта «француз булкаһы» тип аталған оҙонса күмәстәр һәм ҡағыҙ пакетта алты литр ҡыҙыл шарап алып килгәй­нек. Ҡәнәғәт геүләштеләр…
Күмәсте ваҡ-ваҡ йолҡҡолап, пирожный һымаҡ тәмләп кенә ашайҙар. Өлкән генә бер ҡатын Ванглиңдең беләҙеген абайлап ҡалды:
– Ҡайҙан алдың? – тип һораны шикелле. Йөҙө балҡып торған Ванглиң миңә ымланы. Ҡатын, маҡтап, телен шартлатты ла баш бармағын күтәреп һоҡланыуын белдерҙе. Уның әхирәте өсөн ихлас ҡыуаныуы йөҙөнә сыҡҡан: ым-ишара, күңел теле йыш ҡына һүҙҙәр менән аңлашыуға ҡара­ғанда ышаныслыраҡ шул.
Саҡ ҡына ялдан да ҙур ҡәнәғәтлек табып, урындарынан ҡалҡтылар ҙа, һәлмәк тастарын баштарына ҡуйып, әлеге лә баяғы подиумдағы ҡыҙҙар йөрөшө менән юлға сыҡтылар. Велосипедта килеп еткән егеттәр менән албырғабыраҡ тороп ҡалған Ванглиңгә эйәреп юлға төшкәндә, баш­ҡалар күҙҙән юғалғайны инде.
Джозеф менән еңгәһе көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп бара.
– Ғүмерем буйы ауыр эш, – тип һөйләй Ванглиң. Уның атаһы ҡәбилә башлығы булған. Ун ике ҡатынынан – бихисап бала. Әсәһе мәрхүм булғас, бәләкәс һеңлеһен хәстәрләү тулыһынса ҡыҙҙың өҫтөнә төшә.
– Еңгә ағайымдан дүрт-биш йәшкә өлкәнерәк булған. Әммә шул тиклем ябыҡ, бәләкәс кенә булғас, һоратҡанда уның йәшенә лә иғтибар итмәгәндәр, – ти Джозеф.
– Алған ашламабыҙ бик сифатлы булмағанын артыҡ һуң аңлап ҡалдыҡ. Алдап һатҡандар, – тип донъяуи мәсьәләләргә күсә ҡатын. – Әгәр ҙә отолмаған булһаҡ, уңыш тағы ла ҙурыраҡ булыр ине.
– Яңы уңышҡа тиклем етә тиерлек, – тип һүҙгә ҡушыла Джозеф. – Мин йыл һайын уларға май айы тирәһендә яңы сәсеүгә етерлек ашлыҡ алып бирә торғайным.
Тогола ҡоролоҡ Буркина-Фасолағы һымаҡ уҡ үлемесле түгел. Уларҙың йылғалары ла байтаҡ. Был халыҡтың ҡиәфәтендә лә, үҙен тотошонда ла, тормош-көнкүрешендә лә сағыла – мулыраҡ, туғыраҡ йә­шәйҙәр.
Байтаҡ атлағас, бер өйҙөң ихата­һы янында үҫкән ҙур, тарбаҡлы манго ағастары төбөндә беҙҙе көтөп ултырған башҡа ҡатындарҙы тап иттек. Хужабикәгә минең хаҡта һөйләгән­дәрҙер, ахыры. Йылмайып ҡаршы сыҡты. Буш рюкзагыма ымлап:
– Нишләп буш килә ҡунағығыҙ? Йөкмәтһәгеҙ ни була? – тип ауыҙ йыра.
Артабан атлайбыҙ. Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра, башҡа ут ҡапҡан һымаҡ. Боҙо һаман иреп бөтмәгән шешәмде йә битемә, йә маңлайыма ҡуям. Хә­лемде абайлап килгәндер, ахырыһы, бер ҡатын, хәстәрле ҡарай, ымлап Джозефҡа ниҙер һөйләй.
– Are you okay?
– Һәйбәт, һәйбәт, – тием сер бирмәй. Бер-бер хәл булып, йығыла ҡалһам, йөҙ йыл буйы лаҡап итеп һөйләйәсәктәрен самалайым. Алға китеп булһа ла әйтәйем: ике бармағымдың сирень төҫөнә инеп кү­гәреп сыҡҡанын икенсе көндө генә абайланым. Бирешмәйем, тип шул тиклем тешләнеп барғанға, һыҙла­ғанына иғтибар ҙа итмәгәнмен, ахыры, һуңынан тырнаҡтары килеп төштө хатта.
– Нишләп бисара ҡатындарҙы йонсотоп, шул хәтлем йөктө баштарында ташытаһығыҙ? Шунда берәй ишәк һатып алып булмаймы? – тип ризаһыҙлығымды белдерәм.
– Бер нисә йыл элек ишәге бар ине, үлеп ҡалды. Уны ла ҡарарға кәрәк бит. Әле улы ҡайтты, бәлки, берәй нәмә уйларбыҙ, – ти олоғара нәҫелдең бөтөн хәстәрен йөкмәп барған Джозеф.
Һиҙҙермәй генә ауылға килеп ин­гәнбеҙ. Бына беҙҙең төркөмгә Джозефтың һикһән дүрт йәшлек олатаһы килеп ҡушыла.
– Уффайма, уффайма (Рәхмәт, рәхмәт!) – тип һамаҡлай ул, баштарында күтәреп килгән кукурузды ишек алдына ҙур өйөм итеп түккән ҡатындарға ҡул сабып. Уға бала-сағалар килеп ҡушыла. Һамаҡлап ҡул сабалар.
Сығып ағас төбөндәге күләгәгә ултырабыҙ. Ҡыҙҙар, баштарына ҡу­йып, тәпәндәр менән һыра алып сыға. Иң беренсе туҫтаҡты Джозефҡа тотторалар.
– Вуаля, – ти ул, тел шартлатып. – Тәмле!
Миңә лә һоналар. Еңелсә генә әсегән эсемлек рәхәт кенә итеп һыуһынды ҡандыра. Африка ҡатындары миңә ихтирам менән үҙ итеп ҡарай.

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Джозеф КОАБИКЕ һәм
автор фотолары.

Того – Рәсәй – Өфө.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook