Башҡортостан Ҡыҙы

Әсә теле - зиһен асҡысы

Әсә теле - зиһен асҡысыИке ҡойроҡто бер юлы тотоп буламы? Булмай, булғанда ла, ни тиклем тиҫкәреләнеп, икеһен дә ысҡындырмай ныҡышһаҡ, шул тиклем зыян күрәбеҙ. Үҙ-үҙеңде һаҡлау, ҡотҡарыу теләге, иртәме-һуңмы, береһен ысҡындырырға мәжбүр итә. Ә бына берҙе тотоп бәйләгәс, икенсеһен дә ҡулға төшөрөү мөмкин. Был осраҡта өҙгөләнергә, йолҡҡоланырға тура килмәйәсәк, ти мәҡәлдәге ябай ҡағиҙә. Тәбиғәттә шулай. Уйлап ҡараһаң, кеше лә шул тәбиғәт балаһы бит...
Әсә телен үҙе өсөн асып, уны үҙләштереп өлгөрмәгән бала эргә-тирәлә күбеһе урыҫ телендә аралашҡас, уның кәрәк икәнен аңғарып, сабый аҡылы менән аралашыу өсөн шул телде һайлай һәм туған телдә һөйләшергә бик ынтылмай. Сөнки бергә уйнаған дуҫтары, тәрбиәсеһе уға урыҫса өндәшә, телевизор, радио һәм хатта китаптар аша ла мәғлүмәтте ғәмәлдә шул телдә ҡабул итергә тура килә. Өйөр инстинкты эшкә егелә, телһеҙ башҡорттар күпселек ошо юл менән барлыҡҡа килә. Әгәр ят мөхиткә эләккәнгә тиклем бала туған телен камил үҙләштереп өлгөрһә, бер ниндәй ерлек тә, ул ни тиклем генә өҫтөнлөклө булмаһын, телде оноттора, уға булған һөйөү һәм ҡәҙер тойғоһон кәметә алмай. Әсәй, атай һымаҡ, ул да берҙән-бер һәм минеке тигән төшөнсәгә индерелеп, мәңгелек мисәт һуғылып өлгөргән булһа. Ә баланың телмәр үҫеше, телде тулайым тойоу һәләте 5-6 йәштәрҙә үҫешеп етә, ти белгестәр. Шулай итеп, телебеҙ, тимәк, милләт яҙмышы әсәләр ҡулында, тигән һүҙ буш түгел. Инә һөтө ме­нән инмәгәнде тана һөтө менән инмәҫ, ти был хаҡта халҡым.
Бөгөн ер шарында донъяға килгән бәләкәстәрҙең етмеш проценты ике (ҡайһы осраҡта унан да күберәк) теллелек шартта­рында үҫергә мәжбүр. Был – заман талабы. Бәлки, аҙабылыр ҙа.
Халыҡтың быуаттар буйы туплап килгән зиһен көсө, рухи ҡиммәттәре һәм аҡылы хәтергә һалынып(генетик код) нәҫелдән-нәҫелгә күсә һәм уны туған тел аша ғына асып була. Туған телен белмәгән кеше ошо хазиналар асманына ишек табып инеүҙән мәхрүм. Туған телдән башҡа хет йөҙ тел бел, улар һинең быуындан-быуынға күсә килгән халыҡ аҡылына, атаҡлы ғалим Л.Карелин яҙып ҡалдырғанса, үҙ затыңдың зиһен порталына(биокомпьютер) асҡыс була алмай. Ә бүтән зат-зәүерҙең рухи байлығына ҡулыңда асҡысың булһа ла, күңелеңдә һуҡмаҡ юҡ, ул бит йөрәк аша үтә торған юл. Ошо арҡала күпме күңел фажиғәләре килеп сыға, беҙ уларға йыш шаһитбыҙ, ләкин ярҙам итә алмай, өнһөҙ күҙәтәбеҙ. Һыу һөлөгөләй, төрлө телдәр белгән, шартлап торған, әммә туған тел аша милләтенең рухи шишмәһенә юлы асылмай, ошо тормошта үҙен табып йәшәй алмаған, ә бары йәнле ҡурсаҡтай ризыҡ һәм төрлө уңайлыҡ, рәхәтлектәр хаҡына баш баҫып эшләп, йәшәү тәмен тоймаған егет-ҡыҙҙарыбыҙ әҙме ни? Ҡанаттары булып та, оса белмәгән ҡоштарға оҡшатам мин ундайҙарҙы...
1930 йылдарҙа уҡ атаҡлы урыҫ ғалимы Л.Выготский, төрлө тәжрибәләр үткәреп, алда яҙылған фекерҙәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килеүен “Балалыҡ осоронда күп теллелек мәсьә­ләһе” тигән хеҙмәтендә иҫбатлаған. Замандаштарыбыҙ ара­һында уның фекерҙәрен яҡлаусылар ҙа, ҡаршы булыусылар ҙа етерлек. Шәхсән мин, үҙемдең һәм таныштарымдың ғаиләләре өлгөһөндә, уның яҙғандарын сағыштырып ҡарағас, ризалашмай булдыра алманым. Швейцария ғалимы Эпштейндың тикшеренеүҙәренә яраҡлы, бала, әлбиттә, бер нисә телде бер юлы үҙләштерә ала, ләкин тәүҙә бер телде ныҡлап өйрә­неп, уның төҙөлөшөн төшөнөп өлгөрмәгән сабыйҙың төрлө төҙөлөшлө, образдар системаһы айырмалы ике телдә бер ыңғай уйларға мәжбүр булыуы зиһенендә тотҡарланыу барлыҡҡа килтерә һәм телмәр ярлыланыуы күҙәтелә. Бер башта төрлө образдар системаһының болғаныуы телдәр буталыуынан зыянлыраҡ һәм аяныслыраҡ, әлбиттә. Ләкин туған телен аңлап, уның нес­кәлектәренә төшөнөп өлгөргән кеше өсөн, хатта ул бәләкәй булһа ла, башҡа телдәрҙе өйрәнеү файҙаға ғына.
Ә ғаиләлә атай бер милләттән, әсәй икенсе ҡәүемдән булған осраҡта, ике телде лә өйрәтергә теләгәндәр «бер ке­ше – бер тел» тигән талаптан сығып эш итергә тейеш, ти француз ғалимы Ронжа. Ул төрлө ғаиләләрҙе күҙәтеп, әгәр ҙә бала менән атай – үҙ телендә, әсәй гел үҙенсә генә ара­лашһа, тел асылған мәлдә телмәр буталмай, тип иҫбат иткән. Был осраҡта зиһен шаҡарылыуы булмай тиерлек.
Әсә теле - зиһен асҡысы
Тәбиғәт балаларҙа ял итә, тигән ҡыҙыҡ ҡына фекер бар, һәм әгәр ҙә һәр йән эйәһе донъяға үҙ тәғәйенләнеше менән килә, тиҙәр икән, был ике иҫбатлау бер-береһенә бөтөнләй тап килмәй. Ауыл – милләтебеҙгә һәләттәр биреүсе бишек, тиергә лә яраталар. Сағыштырып ҡарағанда, әтнәкәнең ауылда түгел, бер телле мөхиттә булыуын самаларға була. Инглиз ғалимдары Заер, Смит һәм Юкс Уэльс төбәгендә бер һәм ике телдә һөйләшкән ауыл һәм ҡала балаларының зиһен үҫешен тикшереп ҡарай һәм улар ҙа шундай һығымтаға килә. Бигерәк тә, ике телле балаларҙың ритмдарҙы тойоуҙа бер теллеләрҙән ҡалышыуы­на иғтибар итәләр, сөнки тел ул өндәрҙең билдәле тәртиптә яңғырауы, һәр тел – үҙе бер ысынбарлыҡ. Икенсе яҡтан, бер юлы бер нисә телдә уйлай алыу туҡтауһыҙ сағыштырыуҙар менән эш итеүгә килтереп, фекерләүҙе үҫтерә тип иҫ­батлаусылар ҙа бар.
Ике теллелек солғанышында йәшәргә тура килгән халыҡтарға, тимәк, шул иҫәп­тән беҙгә лә, сабыйға, мил­ләтебеҙ һәм бала күңеленең түңәрәклеге ха­ҡына, иң тәү­ҙә туған телде үҙ­ләштерергә ярҙам итергә, шунан һуң ғына яҡшылап башҡа тел­дәрҙе лә өйрәтер­гә кә­рәк икәне бәхәсһеҙ.
Заман һәм туған телебеҙ, милләт үҫеше хаҡында үҙ фекерҙәре менән уртаҡ­лашыуҙарын һорап, эштә лә, өйҙә лә тел һәм рух сә­ләмәтлеге һағында торған гүзәл ханымдарға – Баш­ҡор­тостандың мәғариф министры урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты доценты, профессор Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова һәм быйыл “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнашҡан уҡытыусылар: Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылынан Сәриә Сәлим ҡыҙы Яруллина менән Бөрйән районы Байназар мәктәбенән Рәсимә Рауил ҡыҙы Байназароваға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Уҡыусыларығыҙға һәм балаларығыҙға ҡарап, киләһе быуын башҡорттары мөхитен нисек күҙаллайһығыҙ? Глобалләшеү дәүерендә әсәй уға йоғонто яһай аламы?
Әсә теле - зиһен асҡысы
Венера Фәрит ҡыҙы. Иң беренсе ғаиләлә туған тел мө­хитен булдырыу зарур. Ата-әсә менән үҙ телендә аралашҡан бала мәҙәниәтен, туған мөхитен ихтирам итеп үҫә. Артабан был дуҫтары, синыфташтары менән аралашыу мөхитенә әүерелергә тейеш. Дәрес һәм дәреслектәр аша ғына образлы фекерләү киңлеген биреп булмаясаҡ. Шул уљ ваљытта туған тел нигеҙҙәрен талантлы уҡытыусы, ћөҙөмтєле алымға нигеҙләнгән дәреслектәр ҙә тулыландыра ала.
Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы. Мөхитте әсәй генә тыуҙырмай шул. Ҡыҙҙарым үҫкәндә әсәйем беҙҙең менән йәшәне. Күпте белә, һөйләшеүгә әүәҫ, балаларҙы ауыҙына ғына ҡаратып ултыртыр ине. Шуға беҙҙә туған тел проблемаһы булманы. Хәҙер үҙебеҙ – өләсәй-олатай. Тел мөхите үҙгәрмәне, шул уҡ. Ләкин башҡортса теле асылған ейәнсәребеҙ урыҫ теленә күсеп бара. Баҡсаға барып, тиңдәштәре менән аралаша башлауы урыҫса булды. Бында бер кемде лә ғәйепләп булмай, сөнки ул үҙен башҡалар һымаҡ итеп күрергә теләй. Бигерәк тә телевизор, компьютер йоғонтоһо сикһеҙ.“Дисней” йән­һүрәттәренең сағыулығы, динамикаһы балаларҙы бик арбай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Тамыр” каналы күп осраҡта улар ме­нән ярыша алмай. Бер мәл ҡулға башҡортса “Рәхмәт” тигән фильм килеп эләкте. Ейәнсәрем менән шуны 100-150 мәртәбә генә ҡарағанбыҙҙыр. Үҙе һорап ҡуйҙырып ала, йырҙарын ятлап бөттө, интонацияһына тиклем ҡабатлай. Сюжеты баланы ҡыҙыҡтыра, ул геройҙарҙы аңғармаҫтан ҡабатлай. Тимәк, башҡорт теленә лә шулай ылыҡтырып була.
Рәсимә Рауил ҡыҙы. Өйҙә бала менән әсәй туған телдә аралашмаһа, мәктәп һәм балалар баҡсаһы ғына телгә һөйөү тәрбиәләй алмай. Ата-әсәләр бәләкәй саҡтан уљ башҡортса шиғыр, әкиәттәр һөйләп үҫтерә икән, бала телен яратып үҫәсәк. Сит телдәрҙе уңышлы үҙләштерәм тиһәң дә, әсә телеңде яҡшы белеү кәрәк. Бөгөн йәш кеше эшкә урынлашҡанда, нисә сит телде белеүен һорайҙар, ә башҡорт телен белеү-белмәүе менән ҡыҙыҡһынмайҙар ҙа. Башҡортостанда йәшәгәс, дәүләт теле булараҡ, уны ла һораһындар ине. Шул саҡта бөтәһе лә башҡорт телен өйрәнер ине.
Сәриә Сәлим ҡыҙы. Күңелгә әсәй һалғанды бер ни ҙә үҙгәртә алмай. Һәр бала өсөн әсәһе – үрнәк. Ҡорһаҡта сағында уҡ бала әсә менән бергә шатлана, борсола. Уның телен аңлай, уйҙарын үҙе аша үткәрә. «Балалар баҡсаһына йөрөтөү өсөн кәрәк» булған ят телде тыуыу менән уға көсләп тағып, мейеһендә үҙ ата-әсәһе көсөргәнеш тыуҙыра, бала уларҙың телен аңламай илай, мыжый, уртаҡлыҡ тапмай, үҙҙәре лә һиҙмәйенсә, мөхиткә яраҡлаштырыу маҡсатында, ата-әсә сабыйҙың рухын һындыра, һәм ундай балалар төрлө йоғонтоға тиҙ бирелә. Быға миҫал итеп Сорғот ҡалаһының үҫмерҙәр һәм йәштәр зыяратын килтерергә була.
– Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: өләңдәрҙе, йондоҙҙарҙы, ырыу тарихын һәм йолалар­ҙы, тип яҙған. Ләкин, улай тип ҡараһаҡ, башҡорт араһында ла башҡорттар һирәк килеп сыға лаһа... Икенсе яҡлап, мәк­тәптә дәрес ва­ҡыты сикле, ә быларҙы һәр әсәй ҙә бирә алмай, ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы.
Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы. Былар махсус ваҡыт бүлеп өй­рәтеп түгел, ә тәбиғи һеңдерелә торған белем. Туғандар ме­нән таныштырып, нәҫеле хаҡында һүҙ ыңғайы һөйләп. Үҙе белмәгәнде, әлбиттә, әсәй балаһына һеңдерә алмай. Шуға йәш әсәйҙәр­ҙең үҙҙәрен дә тәр­биәләү фарыз. Йолаларҙың да төр­лөһө бар. Үҙгәргән, иҫкергәне, яңы килеп ингәне... Мәҫәлән, барыһы ла тыуған көндә торт­ҡа шәм ҡуйып яндыра, теләк теләп өрә, ул беҙгә ят тип, баланы шатлыҡтан мәхрүм итеү яҡшы түгел бит. Ләкин шәм өрөп һүндереүҙән генә һин башҡорт булыуҙан туҡ­тайһың, тип кем раҫлаған? Тимәк, хәҙерге заманда рухиәт өсөн М. Өмөтбаев әйткәндәрҙән тыш, башҡа нәмәләр ҙә өҫтәлә, бының йөкмәткеһен асыҡлау башҡортлоҡ мәсьә­ләһенең яртыһын хәл итеү булыр ине.
Рәсимә Рауил ҡыҙы. Элегерәк бер нисә быуын бергә торған, балалар ҡараулы һәм күңелдәре лә көр булған. Әлеге көндә балаларға өләсәй мәктәбе етмәйҙер, тип уйлайым. Өләсәй тәрбиәһендә үҫкән ғаиләләрҙә балалар нисектер йыр-моңға әүәҫ, төрлө яҡлап һәләтлерәк булып үҫә. Ата-әсәнең эшләүен сәбәп итеп, төп тәрбиәне мәктәп менән балалар баҡсаһына ҡайтарып ҡалабыҙ. Ә тормош бының киреһен раҫлай.
Әсә теле - зиһен асҡысы
Венера Фәрит ҡыҙы. Бөгөнгө көндә милләтте һаҡлау маҡсатында бер урында ғына төпләнеп ҡалырға тырышыу ҙа дөрөҫ түгелдер. Беҙгә халҡыбыҙҙың бәҫен, абруйын кү­тәреү өсөн, киреһенсә, аралашырға, ниндәйҙер дәрәжәләргә өлгәшеү зарур. Шул уҡ ваҡытта ауылда ҡалып юҡҡа сығыусы йәштәребеҙ ҙә юҡ түгел бит. Кеше үҙ алдына маҡсат ҡуйып йәшәргә, шуға ынтылырға тейеш. Әлбиттә, бында һәр башланғыстың нигеҙе – ғаиләлә. Ниндәй тәрбиә алған, кемдәр менән аралашҡан – барыһының да йоғонтоһо ҙур. Хәҙер йәштәр алдында бик күп мөмкинлектәр асыҡ, улар үҙ фекерен әйтә ала, маҡсатҡа ирешер юлдар күп, мәҫәлән, интернет, сит телдәр белеү... Тырышлыҡ ҡына кәрәк.
Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы. Сит милләт менән туғанлашырға тура килгән осраҡта ла, үҙ милләтеңә хөрмәт уята алырлыҡ итеп тәрбиәләү мотлаҡ. Элегерәк бер ҡунаҡта булырға тура килде. Хужалар икеһе лә тел белгестәре, мәктәп эшендә оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар. Матур, тәр­биәле ҡыҙҙар үҫтергәндәр. Бе­рәү­һе күрше республикала тормошта икән. Ишектән үк милли көйҙәрен ҡуйып, Ҡазан кейәүҙәре ҡаршы ал­ды. Эй, матур сувенирҙар алып килгән, шулар хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөй­ләй. Һоҡланып тыңлайһың, ҡай­ныһы­ның да кейәүе менән ғорурланыуы йөҙөнә сыҡ­ҡан. Ә икенсе кейәү – үҙ ауылдарынан, ул да, ауы­ҙын асып, бажаһын тыңлай. Ике кейәүҙең үҙҙә­рен тотошонда иҫ киткес айырма күҙгә ташланды. Үҙебеҙҙең эшсән, баһадир егетебеҙгә үҙен күрһәтә белмәгәне өсөн асыу ҙа килеп ҡуйҙы. Шунан, егеттәрҙе эшкә өйрәтеү генә аҙ, тышҡы ҡиәфәтең, тотошоң­до, ҡатын-ҡыҙ менән аралашыу мәҙәниәтен дә бәләкәйҙән һеңдерер кәрәк, тигән һығымта яһаным. Йәш саҡта бит ҡыҙҙар иң тәүҙә тышҡы ҡиәфәткә иғтибар итә. Кейәү һайлау ҙа үҙенә күрә бәйге, әкиәттәребеҙҙә лә хан ҡыҙҙары гел егеттәр араһында бәйгеләр ойоштора бит. Шуларҙы нығыраҡ өйрәткәндә, бәлки, ҡатнаш никах проблемаһы ла ул тиклем киҫкен тормаҫ ине ул.
Рәсимә Рауил ҡыҙы. Ошо урында ирекһеҙҙән Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һүҙҙәре иҫкә төшә. “Милләтте һаҡлар, уны раҫлар һәм күтәрер тағы бер нәмә бар. Ул –хеҙмәт. Аҡыл һәм ҡул хеҙмәте. Эштән биҙгән халыҡ, хеҙмәткә маһирлығын, ихласлығын, ижади ярһыуын юғалтҡан милләт меҫкенгә ҡаласаҡ. Ул инде “Илем – телем” тип күпме ҡабатлаһа ла, телен дә, моңон да, рухын да, йолаларын да һаҡлай алмаясаҡ“, – тигән һүҙҙәр беҙҙең бөгөнгө асылды аса, асыҡлай ғына түгелме? Мостайса фекер йөрөтөп, иң беренсе аҡыл хеҙмәтен эшкә егеү кәрәктер ул. Юғиһә эштән биҙгән атайҙарҙан эштән биҙер балалар тыуа. Бөгөн тел уҡытыусыһы, милләте киләсәген ҡайғыртһа, телгә, илгә, кесе Ватанға, уның үткәненә-бөгөнгөһөнә һөйөү тәрбиәләү менән бер рәттән, бала күңеленә аҡыл һәм ҡул хеҙмәтенә һөйөү ҙә һалырға тейеш. Боронғо кәсеп-шөғөлдәребеҙҙең файҙалы яҡтары хаҡында бәйән итеү, һөнәрле кешеләр менән осрашыуҙар үткәреү, тәжрибә уртаҡлашыу ҙа – беренсе сиратта рух һағында уяу тороусы телселәр өлөшө. Ҡағиҙә ятлатып ҡына уҡыусыға туған тел нескәлеген төшөндөрөп, тел һутын һеңдереп булмай. Тел асҡысы тәрәндә – беҙҙең күңелдәрҙә, рух һәм тән торошобоҙҙа, донъяға ҡарашыбыҙҙа.
– Әле ғәмәлдә булған уҡытыу методикалары, әсбаптар һәм яҙыусыларыбыҙ йәш быуынға тәҡдим иткән әҫәрҙәр, башҡорт телендәге балалар матбуғаты һәм радио тапшырыу­ҙары йәш быуындың рухи талаптарын ҡәнәғәтләндерәме?
Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы. Үрҙә әйткәнемсә, күп ерҙә хәҙерге балалар психологияһы иҫәпкә алып еткерелмәй шул. Яңыраҡ “Йыл уҡытыусыһы” ярышында ҡараған дәрестәргә нигеҙләнеп, бындай мәсьәлә бар, тип раҫлай алам. Ҡатнашыу­сыларҙың күбеһе үҙ алымдарын эшләүҙе хуп күрә, дәреслектәргә әллә ни мөрәжәғәт итмәнеләр. Телетапшырыуҙарҙы күберәк балалар баҡсалары, мәктәптәр менән берлектә эшләһендәр ине. Сөнки телевизорҙан үҙен күреү бала өсөн дә, ата-әсә өсөн дә оло ваҡиға. Тел өйрәнеү бит күберәк күңел тәьҫире менән бәйле.
Рәсимә Рауил ҡыҙы. “Тамыр” каналы башҡорт рухын үҫтереүгә ярҙам итә. Әммә тапшырыуҙары ара­һында үҫмерҙәргә арналғандары бик әҙ. Ә бит улар тап ошо осорҙа интернет менән мауығып китә. Уҡыусылар­ҙың рухи талаптарын ҡәнә­ғәт­лән­дергән башҡорт телен­дәге уҡыу әсбаптары ла юҡ тиерлек. Әле улар эшлә­неү өҫтөндәлер, тигән өмөт­тә йә­шәйбеҙ, ә элекке программаға ярашлы дәреслек­тәр яңынан үҙгәртелмә­йенсә сыға ла сыға. Быйыл­ғы уҡыу йылында 5 класс уҡыусыларын башҡорт әҙәбиәтенән яңы стандарттар­ға ярашлы дәреслек менән уҡыта башланыҡ. Уның менән уҡытыуы күңелле, уҡыусылар ҙа ярата, сөнки унда заманға ярашлы күп әҫәрҙәр индерелгән.
– Хәҙер балалар бер юлы бер нисә тел өйрәнергә мәжбүр. Күп телдәрҙе өйрәнеү береһен дә ентекле белмәүгә килтермәйме икән? Ғәҙәттә, ҡайһы телдең өҫтөнлөклө булып китеүе баланың яҙмышын билдәләй. Бында отоусылар һәм отолоусылар бармы икән?
Венера Фәрит ҡыҙы. Был осраҡта тырыштар ғына нин­дәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшә. Тап улар отоусы булып сығалар ҙа инде. Башҡорт теле белгесе күренекле лингвист Жәлил Кейекбаев миҫалында ғына ла күп телдәрҙе яҡшы белеүҙең кешене оло шәхес итеп үҫтереүе хаҡында һүҙ йөрөтөргә була. Хәҙер халыҡ-ара аралашыу майҙаны киңәйә. Сәйәхәт итеүселәр хәрәкәте, миграция көслө. Шуға ла ни тиклем күберәк тел белһәң, шул тиклем яҡшыраҡтыр, ул заман үҙгәрештәренә тиҙ ҡалыплашырға ярҙам итә.
Әсә теле - зиһен асҡысы
Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы. Мәктәптә дәүләт бушлай өс тел нигеҙҙәрен үҙләштереү мөмкинлеген бирә. Тимәк, был баланың, илдең киләсәге өсөн мөһим. Әммә ошо өс тел ара­һынан туған телдең доминанта булып ҡалыуы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйҙән генә тормайҙыр, тип уйлайым.
Сәриә Сәлим ҡыҙы. «Балаларың русса матур һөйләшә, сере нимәлә?» тиеүселәргә кинәт кенә яуап бирә алмағаным хәтерҙә. Сөнки өйҙә русса һөйләшмәйбеҙ, мохтажлыҡ та юҡ. Ауылыбыҙҙа барыһы ла – башҡорт. Туғыҙынсыла уҡығанда Рәйсә ҡыҙым ки­нәт кенә инглиз теле бүлегенә уҡырға инергә ҡарар итте. Өфөләге беренсе һанлы колледждың сит тел­дәр бүлегендә, стипендия алып тороп, бер ауырлыҡ­һыҙ, күпселектә ҡала балалары булған төркөмдә уҡып сыҡты. Хәҙер БДПУ-ның сит телдәр факультетында ситтән тороп тик «бишле­гә» уҡып йөрөй, «Азимут» ҡунаҡханаһында эшләй, французса, инглиз­сә иркен аралаша. Тимәк, туған телде яҡшы белеү, туған телдә һөйләшеү бүтән телдәрҙе үҙләштереүгә һис кәртә тү­гел. Рәсимәм мәктәптә уҡығанда башҡорт теле һәм әҙә­биәтенән республика олимпиадаларында ҡатнашты, инша буйынса республикала икенсе урын алды, аҙаҡ химия йүнәлешендә китте, әле БДУ-ның магистратураһын тамамлау алдында.
“Диңгеҙ эштәрен яҡшы алып барыр өсөн заманында беҙгә ҡумыҡ телен өйрәнергә кәрәк ине. Хәҙер балаларыбыҙ яҡшы эшкә урынлаша алһын өсөн урыҫ телен камил белергә тейеш. Тел – икмәккә ынтыла”, – тигәйне бер сығышында Дағстандан бер депутат, йәшәү кимәле һәм конкуренция хаҡында һүҙ алып. Әммә күңел түңәрәклеге өсөн кешелектең рухи аҙыҡҡа, туған телгә ихтыяжы барыбер ҙә мөһимерәк икәнен онотмаһаҡ ине, тип әйтке килә, фекер алышыуҙы йомғаҡлап.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА ойошторҙо.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook